Саҙретдинов Зәки Әхмәт улы

Саҙретдинов Зәки Әхмәт улы 1927 йылдың 26 майы, Әләгәҙ — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән матрос[1]. Прокуратура хеҙмәткәре, тәфтишсе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025). Энгельс муниципаль районының (Һарытау өлкәһе) почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Зәки Әхмәт улы Саҙретдинов 1927 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Әләгәҙ ауылында тыуа. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, колхозда эшләй[2].

1944—1951 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында Хәрби-диңгеҙ флотының артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тәүҙә Алыҫ Көнсығыштағы Русский утрауына эләгә, Ҡорал мәктәбендә уҡый. 7 йыл Тымыҡ океан флотында «Ретивый» эсминецында хеҙмәт итә. Япония менән һуғышта ҡатнаша[2].

Хәрби хеҙмәтен тамамлағандан һуң, 1951—1953 йылдарҙа Хабаровскиҙа киске мәктәп тамамлай, шунда уҡ юридик мәктәпкә инә[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт АСССР-ында башлай һәм бар ғүмерен прокуратура органдарында эшләүгә арнай. Тәүҙә Йомағужа районында прокуратура тәфтишсеһе стажеры була, һуңынан ошонда тәфтишсе булып эшләй. Артабан Черниковск ҡалаһының Сталин районы, Черниковск ҡалаһы, Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе була.

1966 йылдан хаҡлы ялда.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3]. Шул уҡ көндө Һарытау өлкәһе Энгельс районының почётлы гражданы исеменә лайыҡ була[2].

Ғаиләһе

Ике ҡыҙ атаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• Энгельс муниципаль районының (Һарытау өлкәһе) почётлы гражданы (2025)[2];
• «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)[2];
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
• «Японияны еңгән өсөн» миҙалы[4];
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
• генераль прокурор Р. А. Руденконың «Нюрнбергтағы Халыҡ-ара хәрби трибуналға 70 йыл» миҙалы;
• «Адмирал Ушаков» йәмәғәт миҙалы;
• «Адмирал Кузнецов» йәмәғәт миҙалы.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә