Крыласов Аркадий Петрович
Крыласов Аркадий Петрович (1927 йылдың 6 марты, Мәсәғүт — 2026 йылдың 23 апреле, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 2-се статья старшина[1]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Аркадий Петрович Крыласов 1927 йылдың 6 мартында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Мәсәғүт ауылында тыуа.
1944 йылдың 2 октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Унда 5 ай уҡығандан һуң Латвияға, Вентспилс ҡалаһына ебәрелә һәм шунда фашистарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Либава ҡалаһында ҡаршылай[2].
Ете йылдан ашыу Балтика флотында «Малый охотник» хәрби карабында машинистар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән тәүҙә Белорет ҡалаһына ҡайта, һуңынан Өфөгә күсенә. 35 йыл Черкассы нефть идаралығының линия производство-диспетчер станцияһында производство хеҙмәтләндереүе базаһы машинисы, слесарь, фрезеровщик булып эшләй. 1994 йылда хаҡлы ялға сыға[2].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
2026 йылдың 23 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
• юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Крылосов Аркадий Петрович. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- ↑ 1 2 АО "Транснефть - Урал". Аркадий Петрович Крыласов. VK-АО "Транснефть - Урал" (29 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Крыласову А. П. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- ↑ Умер ветеран и почетный гражданин Уфы Аркадий Крыласов (рус.). 24 апрель 2026 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Крыласов Аркадий Петрович. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- Альфия Аглиуллина. 98-летний ветеран Аркадий Крыласов стал почетным гражданином Уфы. ИА "Башинформ" (20 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- АО "Транснефть - Урал". Аркадий Петрович Крыласов. VK-АО "Транснефть - Урал" (29 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.
- Айдар Зубаиров поздравил ветеранов Великой Отечественной войны с Днём Победы. Сайт БРО ООО «Деловая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2025.