6 март
6 март (рус. 6 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 65-се (кәбисә йылында 66-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 300 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Эшһеҙлек менән көрәш көнө.
Австралия: Хеҙмәт көнө.
АҠШ: Күлдәк көнө.
- Печенье көнө.
- Туңдырылған ашамлыҡ көнө.
Гана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Гуам: Магеллан көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тәмлетамаҡтар көнө.
- Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары көнө.
Франция: Оләсәйҙәр көнө.
- 1521 йыл: Фернан Магеллан Ер шары тирәләй сәйәхәтендә Гуам утрауын аса.
- 1617 йыл: Француз Луи Эбер беренсе булып Квебекта (Яңы Франция) фермер хужалығы алып барыу хоҡуғын ала.
тулы исемлек
- 1661 йыл: Сэр Роберт Морей Лондон король йәмғиәтенең (Британ фәндәр академияһының) тәүге президенты итеп һайлана.
- 1665 йыл: Лондонда донъялағы тәүге фәнни журнал сыға («Король йәмғиәтенең фәлсәфәүи хеҙмәттәре»).
- 1749 йыл: Британия хөкүмәте Яңы Шотландияға (Канаданың көнсығышындағы провинция) халыҡ күсереү планын хуплай.
- 1762 йыл: Император Петр III Йәшерен канцелярияны бөтөрөү тураһында манифесҡа ҡул ҡуя.
- 1810 йыл: Иллинойс АҠШ штаттарынан тәүге булып мотлаҡ вакцинация индерә.
- 1834 йыл: Канаданың Йорк ҡалаһы Торонто тип үҙгәртелә.
- 1853 йыл: Венецияла Джузеппе Вердиҙың «Травиата» операһының премьераһы була.
- 1857 йыл: АҠШ-тың Юғары суды ҡолдарҙы граждан түгел, ә мөлкәт итеп раҫлай.
- 1882 йыл: Сербия короллек итеп иғлан ителә.
- 1899 йыл: Германия химигы Феликс Хоффманн аспиринға патент ала.
- 1902 йыл: Мадридтың легендар футбол клубы «Реал» ойошторола.
- 1913 йыл: Ургала Монголия тарихында тәүге гәзит сыға — «Новое зерцало».
- 1917 йыл: Финляндияның автономияһын тергеҙеү тураһында манифест.
- 1918 йыл: Үҙәк Рада Украинаның административ реформаһын иғлан итә.
- 1919 йыл: Украинаның беренсе конституцияһы ҡабул ителә.
- 1924 йыл: Ватиканда тәүге радиоалғыс ҡуйыла.
- 1925 йыл: СССР-ҙағы балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Пионерская правда»ның тәүге һаны сыға.
- 1930 йыл: Спрингфилдта «Clarence Birdseye» маркаһы аҫтында тәүге туңдырылған аҙыҡ һатыла башлай.
- 1938 йыл: Лондонда трамвайҙарға алмашҡа троллейбустар килә.
- 1944 йыл: Өфө ҡалаһының Дим районы ойошторола.
- 1948 йыл: Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асыла.
- 1957 йыл: Гананың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1964 йыл: Бокс буйынса донъя чемпионы Кассиус Клей ислам динен ҡабул итә һәм Мөхәммәт Али исемен ала.
- 1970 йыл: Англияла Битлздың һуңғы синглы «Let It Be» сыға.
- 1970 йыл: СССР һәм Ботсвана араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1975 йыл: «Як-42» пассажир самолёты тәүге осош яһай.
- 1980 йыл: Франция академияһына ағза итеп тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ — яҙыусы Маргерит Юрсенар һайлана.
- 1985 йыл: Гектор Мерседесты нокаут менән еңеп, Америка боксёры Майк Тайсон һөнәри карьераһын башлай.
- 1986 йыл: «Вега-1» автоматик планета-ара станцияһы Галлей кометаһын тикшереү программаһын үтәй.
- 1990 йыл: СССР халыҡ депутаттары съезы бөтә милек төрҙәрен таный. Ер шәхси милек булараҡ танылмай.
- 1992 йыл: Әзербайжандың беренсе президенты Аяз Моталибов ҡораллы оппозиция баҫымы аҫтында вазифаһынан баш тарта.
- 1992 йыл: Ҡырғыҙстанда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе тураһындағы килешеү үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нечаев Евгений Павлович (1915—27.02.1999), журналист, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан «Псковская правда» гәзите, 1966—1970 йылдарҙа Псков өлкәһе Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. «Под горой Метелихой» (1962) романында Башҡортостан ауылдарының береһендә йәшәгән өс быуындың яҙмышын һүрәтләүсе. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордены кавалеры. Псков ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Чуркин Юрий Васильевич (1935—1.09.1998), химик-технолог-ғалим. 1962 йылдан Өфөләге Нефть химияһы производстволары ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1973 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары; 1993—1998 йылдарҙа Нефть химияһы һәм катализ институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1980), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970).
тулы исемлек
- Бобылёв Пётр Миронович (1950—2.04.2021), мәғариф, партия, урындағы башҡарма, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1984 йылдан халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы; 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт контроль комитеты рәйесе; 2003—2008 йылдарҙа — Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе. 1990—1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Юғары Советы, 1995—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Әхмәтшин Фәнүр Мурзый улы (1955), механизатор. 1985 йылдан «Дорколхозстрой» Башҡортостан республика юл һалыу тресының Баймаҡ ҡалаһындағы 8-се механизацияланған күсмә колоннаһы машинисы, 1991 йылдан Хәйбулла районының «Тепловик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йылылыҡ селтәрҙәре слесары. Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалдығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Юнир Минзаһир улы (1941), спортсы, көрәшсе, йәмәғәтсе. 1969 йылдан республиканың төрлө спорт ойошмалары етәксеһе, шул иҫәптән 1990—2010 йылдарҙа Башҡортостан профсоюздарының берләштерелгән спорт ойошмаһы рәйесе. Самбо буйынса биш тапҡыр Башҡорт АССР-ы чемпионы һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1967), милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры (1972). Башҡортостан Республикаһының (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Ханнанов Рәйес Ямалетдин улы (1956), муниципаль хеҙмәткәр, музыкант, үҙешмәкәр композитор һәм йырсы. 1977 йылдан Йәрмәкәй районының мәҙәниәт хеҙмәткәре, шул иҫәптән район мәҙәниәт һарайы директоры, район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), халыҡ ижадының төрлө кимәл фестивалдәре лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Яңы Шах ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зөлҡәрнәев Ниғмәт Зөлҡәрнәй улы (1892—19.04.1968), педагог, журналист һәм яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), Ленин ордены кавалеры (1949). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Абдуллин Булат Низам улы (1932—5.10.2014), педагог. 1953—1992 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире, директор. 1981—1984 йылдарҙа Амангилде ауыл Советы рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
тулы исемлек
- Ишкилдина Сәлимә Ноғман ҡыҙы (1942), мәғариф ветераны. 1962—2002 йылдарҙа Бөрйән районы Нәби мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән ошо райондан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шакир Насиров (1913—3.10.1968), яҙыусы, журналист, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 1955—1961 йылдарҙа «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре, бүлек мөдире. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
- Фәрит Иҫәнғолов (1928—20.05.1983), прозаик, тәржемәсе. 1957—1963 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Ағиҙел» журналының мөхәррир урынбаҫары, 1971—1977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы консультанты. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970).
тулы исемлек
- Вәлиева Клара Батыр ҡыҙы (1938), педагог, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1970 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының ясли-балалар баҡсаһы, 1979—1984 йылдарҙа хәҙерге «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡ Республикаһының Ҡара Үҙәк ауылынан.
- Калинина Елена Алексеевна (1963), йырсы. 1996 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Исмәғилев Ринат Фазлетдин улы (1968), рәссам. Бөгөнгө һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле. «Волигамси» псевдонимы менән ижад итә. 1995 йылдан Рәсәйҙең Дизайнерҙар союзы, 2000 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылынан.
- Конова Алла Петровна (1978), спортсы, педагог. 1996 йылдан Салауат ҡалаһының 4-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Йәйге полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1994), донъя (1993—1994) һәм Рәсәй (1994) чемпионы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таһиров Зияф Саяп улы (1909—1980), совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, гвардия подполковнигы. Ленин (1956), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1949), I дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1944) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк ауылынан.
- Әхтәмов Михаил Бикбай улы (1939—2000), педагог. 1968—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы Маҡан урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Туҡбирҙе ауылынан.
тулы исемлек
- Ғималетдинов Сәйетғәле Фәхрәзи улы (1949), шофер, урман хужалығы эшсеһе, малсылыҡ тармағы хеҙмәткәре. II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ахун ауылынан.
- Шакирйәнов Венер Тимерйән улы (1959), тренер-уҡытыусы. 1994 йылдан Өфө ҡалаһындағы 9-сы «Академия футбола» спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009), мәғариф отличнигы (2007) һәм иң яҡшы тренеры (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылынан.
- Малинин Сергей Анатольевич (1964), конструктор. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы баш конструктор бүлегенең бюро начальнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Миһранов Марс Шәрифулла улы (1964), инженер-механик-ғалим. 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, инженер-механик-ғалим. 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 2022 йылдан Рәсәй транспорт институты (Мәскәү) уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1475 йыл: Микеланджело Буонарроти, Италияның Яңырыу дәүере скульпторы, рәссам, архитектор һәм шағир.
- 1815 йыл: Пётр Ершов, Рәсәй империяһы шағиры, прозаик һәм драматург, «Конёк-Горбунок» шиғри әкиәте авторы.
тулы исемлек
- 1928 йыл: Габриэль Гарсиа Маркес, Колумбия прозаигы.
- 1929 йыл: Фазыл Искәндәр, рус яҙыусыһы.
- 1937 йыл: Валентина Терешкова, беренсе ҡатын-ҡыҙ-космонавт, Советтар Союзы Геройы.
- 1937 йыл: Светлана Моргунова, СССР-ҙың Үҙәк телевидение дикторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
- 1948 йыл: Михаил Чернышёв, Рәсәй сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
- 2008 йыл: Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы, актёр, режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.