Иҫке Уртай

Иҫке Уртай (рус. Староуртаево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 396 кеше[2]. Почта индексы — 452307, ОКАТО коды — 80224831005.

Тарихы

Яубаҙы һәм Үреш йылғалары буйында урынлашҡан Уртай ауылының аҫаба башҡорттары 1780 йылда типтәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә төпләнеп йәшәү өсөн индерә. 1795 йылдағы V рәүиз документтарында бында 218 башҡорт, 37 типтәр, 11 удмурт теркәлә. Башҡорттар һаны: 1816 йылда 260 кеше, 1834 йылда — 314, 1859 йылда — 269, 1870 йылда — 374 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — төрлө милләттән 759) кеше[3].

1920 йылда тораҡ пункты ике ауыл булараҡ атала башлай: Иҫке Уртай һәм Яңы Уртай. 1920 йылда Иҫке Уртайҙа 1179 кеше, Яңы Уртайҙа 194 кешенең йәшәүе теркәлә. Ауыл халҡы 304 ат, 356 һыйыр, 700 һарыҡ, 150 кәзә аҫырай. 314 башҡортҡа 720 бот ужым, 1016 бот яҙғы иген сәселә 1870 йылда ике тирмән булыуы ла теркәлә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 396 243 153 61,4 38,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Байыш): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 144 км

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Тема буйынса өҫтәмә