Күкҡуян

Күкҡуян (рус. Куккуяново) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 708 кеше[2]. Почта индексы — 452312, ОКАТО коды — 80224813001.

Тарихы

1713 йылдың 23 мартында Йәлдәк улусы башҡорттары менән килешеү буйынса мишәрҙәр ауылға нигеҙ һала. 1816 йылда ауылда 250 мишәр, 1834 йылда — 275, 1859 йылда — 558, 1870 йылда — 594, 1920 йылда 1353 мишәр йәшәй[3].

1843 йылда 37 ихатала йәшәгән 275 кешегә 500 дисәтинә һөрөнтө ер, 1000 дисәтинә сабынлыҡ, 50 дисәтинә урман, һәр кешегә 12,9 бот сәселгән иген тура килә. Улар 321 ат, 290 һыйыр, 165 һарыҡ, 290 кәзә аҫырай. Ауылда 60 умарта була. Мәсет эшләй[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9
2010 йыл 14 октябрь 708 353 355 49,9 50,1

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 99 км

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә