Йүкәлекүл (Һыуыҡҡул ауыл советы, Дүртөйлө районы)

Йүкәлекүл (рус. Юкаликулево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 364 кеше[2]. Почта индексы — 452310, ОКАТО коды — 80224837005.

Тарихы

Яубаҙы йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Йүкәлекүл ауылы ла X кантондың 10-сы йорто составындағы Йәлдәк улусына ҡарай. Ауылға нигеҙ бик борондан һалынған була. 1795 йылда үткәрелгән V Бөтә Рәсәй рәүизе материалдарына ярашлы ауылда 47 башҡорт, 40 мишәр, 7 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. Мишәрҙәр һәм типтәрҙәр ауылға аҫабалар менән телдән үҙ-ара килешеү буйынса индерелгән булырға тейеш, шуға ла уларҙың килеп инеү ваҡытын билдәләгән документтар юҡ. Әммә 1762 йылда ауыл халҡының тик башҡорттарҙан ғына тороуы теркәлә[3]. Шуға күрә улар 1795 йылдағы V рәүиз алдынан ғына ауылға индерелгән, тип раҫларға нигеҙ бар. 1859 йылдағы рәүиз материалдарына ярашлы тораҡ пунктында 146 башҡорт, 133 типтәр, 13 мишәрҙең йәшәй. 1870 йылда бында 320 башҡорт, типтәр һәм мишәр йәшәй. 1920 йылдағы тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылда 829 башҡорт һәм мишәрҙең йәшәүе теркәлә[3].

1843 йылда 146 башҡортҡа 360 бот ужым һәм 480 бот яҙғы иген сәселә. Ауыл халҡының 200 дисәтинә һөрөнтө ере була. Улар үҙ хужалыҡтарында 378 ат, 430 һыйыр, 271 һарыҡ һәм 200 кәзә аҫырай[3]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 364 188 176 51,6 48,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һыуыҡҡул): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 111 км

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 3 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Сығанаҡтар

  • А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Коллектив авторов. История башкирских родов. Eldeak. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13, часть. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.

Тема буйынса өҫтәмә