Түбәнге Маншыр

Түбәнге Маншыр (рус. Нижнеманчарово) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 549 кеше була[2]. Почта индексы — 452316, ОКАТО коды — 80224830004.

Тарихы

Маншыр йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Түбәнге Маншыр ауылына нигеҙҙең ҡасан һалыныуы билдәле түгел. Ауыл 1795 йылда үткәрелгән V рәүиздә теркәлә. Ул ваҡытта тораҡ пунктындағы 25 ихатала 155 башҡорт йәшәй. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыу саралары ла ауылда тик башҡорттар ғына йәшәүен билдәләп бара. 1816 йылда ауылда 206 башҡорт, 1834 йылда — 245, 1859 йылда — 416, 1870 йылда — 431, 1920 йылда 1138 башҡорттоң йәшәүе рәүиздәрҙең рәсми документтарында теркәлә. 1920 йылда ауылда бөтәһе 225 ихата була[3].

1843 йылда 245 башҡорттоң һәр береһенә 3,9бот ужым һәм 6,4 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда ике һыу тирмәне һәм бер ел тирмәне эшләй. Мәсет эргәһендә мәктәп асылған була[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 549 254 295 46,3 53,7

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 159 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Башҡортостан энциклопедияһы — Кәримов Марат Фазыл улы 2019 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар