Дүртөйлө районы

Дүртөйлө районы (рус. Дюртюлинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Дүртөйлө ҡалаһы. Районда 33164 кеше йәшәй.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1671 км². Халыҡ һаны (мең кеше) 1995 — 61,6, шул иҫәптән ҡала халҡы — 33,4 (Дүртөйлө ҡалаһы, Семилетка ҡасаба), 87 ауылда 28,2 мең кеше йәшәй. Улар араһында иң ҙурҙары Исмаилда — 2,0 мең, Әңгәсәктә 1,9 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 37, шул иҫәптән ауыл ерендә — 17 кеше. Күпселек — татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, ауыл халҡы араһында — татарҙар, башҡорттар, мариҙар.

Географияһы

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеген, көньяҡ урман-дала зонаһын, йылы, бик үк ҡоро булмаған агроклимат регионын биләй. Район территорияһы аша Ағиҙел йылғаһы аға. Күп урында — типик һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡ, көлһыу, һоро урман һәм һыубаҫар туғай тупраҡтары осрай. Район майҙанының 17,8%-да киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас урманы.

Символикаһы

Иҡтисад

Районда нефть сығарыла: Арлан ятҡылығының Яңы Хажы һәм Йосоп майҙандары — «Южарланнефть», Таймырҙа һәм Сәйет ятҡылығы «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары тарафынан үҙләштерелә. Файҙалы ҡаҙылмалары кирбес сеймалы (Әсән ауылы, Яңы Баҙраҡ, Иҫке Балтас), ҡомлоҡ (Әсән ауылы), ҡырсынташ ҡатыш ҡом (Дүртөйлө, Иванай, Яңы Бейектау) ятҡылыҡтарынан торауылы төҙөлөш материалдары сығарыу буйынса предприятиелар Дүртөйлө ҡалаһында тупланған. Әсән ауылы кирбес заводы һәм ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Ауыл хужалығы производствоһы “Саҡмағошнефть” НГДУ-һының ярҙамсы хужалығынан һәм 61 фермер (крәҫтиән) хужалығынан тора.

Район һөт-ит етештереү һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Сусҡасылыҡ, шәкәр сөгөлдөрө етештереү, умартасылыҡ үҫешкән.

Транспорт

Район биләмәләре аша Өфө—Ҡазан, Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк һәм Нефтекама—Дүртөйлө—Бөрө автомобиль юлдары үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 56 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп бар. Дүртөйлө ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейы, Ш.Бабичтың музейы (Әсән ауылы), 27 дөйөм китапхана, 68 клуб учреждениеһы эшләй.

Урыҫ һәм татар телдәрендә аҙнаһына 3 һан «Юлдаш - вести» / «Юлдаш», айына 1 һан башҡорт телендә «Аҡ шишмә» газетаһы сығарыла. Тираж – 11 130.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 60 574 [2][3]
1959 йылдың 45 454 [4][3]
1970 йылдың 59 230 [5][3]
1979 йылдың 54 965 [6][3]
1989 йылдың 56 328 [7][3]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 32 988 [8][3]
2008 йылдың 65 042 [9]
2009 йылдың 65 146 [10]
2010 йылдың 64 426 [11]
2012 йылдың 63 934 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 63 654 [13]
2014 йылдың 63 253 [14]
2015 йылдың 62 533 [15]
2016 йылдың 61 956 [16]
2017 йылдың 61 051 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 60 877 [18]
2019 йылдың 60 589 [19]
2021 йылдың 60 256 [20]

Билдәле шәхестәре

Шәйехзада Бабич (2.01.1895 — 28.03.1919) — күренекле башҡорт шағиры, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы Әсән ауылынан.
Вилданов Айрат Ғилфан улы (30.11.1948), цирк артисы, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған артисы. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1988), «Циркъ» милли премияһы (Санкт-Петербург, 2004) лауреаты. Мәмәдәл ауылынан[21].
Фидан Ғафаров (12.10.1947) — башҡорт театр актёры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Яңы Уртай ауылынан.
Асылбаев Ахмет Асылбаевич (15.06.1912—16.11.1999) — совет, Рәсәй ғалимы-әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусыһы. Байгилде ауылынан.
Ирек Ғимаев (2.09.1957) — совет спортсыһы, хоккей тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), шайбалы хоккей буйынса: СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры 1982); донъя (1979, 1982, 1983), Европа (1979, 1982, 1983) һәм Советтар Союзы (1980—1987) чемпионы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Һыуыҡҡул ауылынан.
Ғосманов Нәзих Миннихан улы (9.09.1952) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1989—2016 йылдарҙа «Дүртөйлөгаз» предприятиеһы директоры. 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дүртөйлө район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Салпар ауылынан[22].
Фәниә Ғәбиҙуллина (4.03.1957) – журналист, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Наҙытамаҡ ауылынан.
Кәшфелғилем Ғәҙелшин (3.08.1918—7.11.2017), режиссёр. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Әкәнәй ауылынан.
Фәррәх Дәүләтшин (31.01.1887—12.01.1956), Башҡортостандың халыҡ сәсәне, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уртай ауылынан.
Зарипов Зиннур Зариф улы (10.03.1915—10.07.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Түбәнге Әлкәш ауылынан.
Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы (9.05.1924—17.04.2000), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1989 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге колхозы (хәҙер Рифҡәт Йәнекәев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы) рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан[23].
Бәҙрүш Моҡамай (5.10.1909—20.09.1944) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры. Ҡайыш ауылынан.
Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (5.10.1933—4.07.1996), ғалим, физик-географ, юғары мәктәп вҡытыусыыһы. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Күкҡуян ауылынан[24].
Назар Нәжми (5.02.1918—6.09.1999), башҡорт шағиры һәм драматургы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Миңеште ауылынан.
Төхвәтуллин Олег Нәжип улы (11.03.1964), журналист, «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 1987 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2014). Мәмәдәл ауылынан[25].
Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы (15.12.1948—7.09.2015), 1966—1998 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге колхоз һауынсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Гөблөкөсөк ауылынан.
Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы (3.10.1958), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2010—2019 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Иҫке Байыш ауылынан[26].
Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы (1.01.1924), партия һәм ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1985 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1976). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Мәкәш ауылынан[27].}}

Иҫкәрмәләр

  1. Численность населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  3. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  10. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  11. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Вилданов Айрат Ғилфан улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2018)
  22. Гусманов Назих Минниханович – биография. «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)
  23. Башҡорт энциклопедияһы — Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2018)
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2018)
  25. МБУ Кугарчинская ЦБС Краеведческий проект: «Шагит Худайбердин. Республиканская премия. Лауреаты» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2019)
  26. Глава Дюртюлинского района Башкирии Ринат Хайруллин ушел в отставку. ИА «Башинформ», 20 февраля 2019 (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  27. Башҡорт энциклопедияһы — Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә