Исмаил (Дүртөйлө районы)

Исмаил (рус. Исмаилово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2081 кеше[2]. Почта индексы — 452301, ОКАТО коды — 80224810001.

Тарихы

Ауыл Рәсәй империяһы заманында Йылан улусына ҡарай, һәм ауылға нигеҙ һалыусының кем булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Әммә 1704 -1711 йылдарҙа Йылан улусында барған ихтилалда мулла Исмаилдың баш күтәргән башҡорттарҙың етәксеһе булыуы билдәле. Тап уны ауылға нигеҙ һалыусы булараҡ танырға булалыр. Башҡорт Әбделлатиф Сөйөшев (Дауыттың улы) 1812 йылғы Ватан һуғышында 10-сы башҡорт полкы составында ҡатнаша[3]. Уның улы — Әбделғәлим.

1795 йылда үткәрелгән V рәүиздә 20 ихатала 156 башҡорт, 10 ихатала 87 типтәр һәм 1 ихатала 11 мари кешеһенең йәшәүе теркәлә. 1773 йылда ауылға типтәрҙәр индерелә, ә мишәрҙәр, шул уҡ йылда башҡорттарҙан ер һатып алып, килеп төпләнә. Удмурт милләтенән булған типтәрҙәр 1789 йылда партикуляр (шәхси) килешеү нигеҙендә башҡорт ерҙәренә индерелә. 1816 йылғы рәүиздә был тораҡ пунктында 204 башҡорт, 116 мишәр, 106 типтәр, 74 удмурт типтәрҙәренең йәшәүе иҫәпкә инә. 1859 йылда 66 ихатала 403 башҡорт, 79 ихатала 415 ерһеҙ башҡорт (припущенник) йәшәй. 1870 йылда ауыл халҡының һаны 877 кеше була. 1920 йылғы тәүге совет рәүизе материалдарында бер-береһенән 1 саҡрым арала ятҡан ике ауыл күрһәтелә: 1-се Исмаилда башҡорттар, 2-се Исмаилда типтәрҙәр йәшәй. 473 ихатала 1115 ир-егет һәм 1200 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Биш йылдан һуң башҡорттарҙың 197 , ә типтәрҙәрҙең 228 хужалығы булыуы күрһәтелә.

1843 йылда 293 башҡортҡа 840 бот ужым һәм 1312 бот яҙғы иген сәселә. 162 мишәрҙең һәр береһен 4,8 бот ужым һәм 4,4 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда йәшәгән 614 кеше 434 ат, 460 һыйыр, 407 һарыҡ, 142 кәзә аҫырай. 111 умарта тотола. Ауылда мәсет һәм тирмән була.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
200621842081

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2081 991 1090 47,6 52,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 141 км

Билдәле шәхестәре

  • Ғәбделатиф Сөйөш улы Дауытов — 10-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.

Тема буйынса өҫтәмә