Таубаш-Баҙраҡ

Таубаш-Баҙраҡ (рус. Таубаш-Бадраково) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 142 кеше[2]. Почта индексы — 452305, ОКАТО коды — 80224847011.

Тарихы

Баҙраҡ ауылының аҫаба башҡорттары 1748 йылда мари милләтенән булған кешеләрҙе үҙ ерҙәренә индереүҙәре тураһында тултырылған юридик документтарҙа уҡ ауыл атамаһы күрһәтелә, мариҙар йылына бер тапҡыр 410 һум, ә һәр ихатаның 50-шәр тин түләү шарты менән төпләнергә ризалаша. Артабан мариҙар 1859 йылда үҙҙәренең Яңы Баҙраҡ тип аталған ауылдарын булдыра. Ә бына Таубаш-Баҙраҡ ауылы тик XIX быуат башында ғына барлыҡҡа килә. 1816 йылда төп ауылдағы 15 ихатала 87 башҡорт, 1834 йылда — 167 башҡорт, 1859 йылда — 322 (50 ихата), 1920 йылдағы тәүге совет рәүизендә 100 ихатала 502 башҡорт теркәлә[3].

Был бер милләт кешеләре — башҡорттар йәшәгән был ауылда 1843 йылда 157 башҡортҡа 360 бот ужым һәм 480 бот яҙғы иген сәселә. Улар, 25 ихатала йәшәп, 88 ат, 84 һыйыр, 20 һарыҡ, 120 кәзә аҫырай. Умартасыларҙа 100 солоҡ һәм 42 умарта була. Ауылда мәсет тә була[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 142 69 73 48,6 51,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Кәңгеш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 155 км

Тема буйынса өҫтәмә