Йосоп (Дүртөйлө районы)

Йосоп (рус. Юсупово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 668 кеше[2]. Почта индексы — 452317, ОКАТО коды — 80224849003.

Тарихы

Йылан улусына ҡараған аҫаба башҡорттар ауылы. Ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт 1795 йылдағы V рәүиз материалдарында бирелә. Ул ваҡытта унда 53 башҡорт йәшәй. 1816 йылда 98 башҡорт, 1834 йылда — 151 башҡорт, 1859 йылда 279 аҫаба башҡорт һәм 61 керҙәш (припущенник) йәшәй. 1870 йылда башҡорттарҙың һаны 200 кеше була, ә 1920 йылғы рәүиздә ауылда 905 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[3].

1843 йылда 151 башҡортҡа 120 бот ужым, 280 бот яҙғы иген сәселә. Улар 24 ихатала 212 ат, 190 һыйыр, 40 һарыҡ һәм 20 кәзә аҫырай. Умартасыларҙа 100 солоҡ һәм 30 умарта була.[3]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 668 315 353 47,2 52,8

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сарлаҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Янәул): 107 км

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә