Әңгәсәк
Әңгәсәк (рус. Ангасяк) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1850 кеше булған[3]. Почта индексы — 452303, ОКАТО коды — 80224804001.
Тарихы
Яҡын тирәләге ауылдарҙан иң боронғоһо һанала[4]. Бындағы Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә XVII быуаттың 51-се йылында Вятка наместниклығы Дыуанаҡ ауылынан 20 крәҫтиән килеп урынлаша һәм яңы тораҡ пунктын нигеҙләй[5].
1766 йылда Йылан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн коллежский советник И. Л. Тимашевҡа шарап ҡыуыу заводы төҙөү өсөн һата. Һуңынан завод биләгән ере менән ҡаҙна ведомствоһына күсерелә. 1784 йылда заводтың ерҙәре билдәләнә һәм планға алына. Заводҡа 16 мең дисәтинә ер бирелә, шуларҙың 2 мең дисәтинәһе башҡорттар менән бәхәсле тип һанала[4].
1865 йылдан хәҙерге атамаһы менән билдәле. Ауыл халҡы игенселек, умартасылыҡ, арбалар эшләү менән шөғөлләнгән. Сиркәү, ике һыу тирмәне, 2 тимерлек булһа, 1906 йылда тағы ла 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Географик урыны
Көньяҡ урман-дала зонаһындағы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Каманың һул ҡушылдығы Ағиҙелгә ҡойған Әңгәсәк йылғаһы буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы[1][6]:
• район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 километр
• яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Яңауыл): 121 километр
• Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тиклем: 147 километр.
Тарихы
1795 йылда ауылда 59 кеше — 30 ир-ат һәм 29 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. 1801—1802 йылдарҙа бында Әлкәш ауылынан яңы суҡындырылған типтәрҙәр, Солтанбәк ауылынан типтәрҙәр һәм татарҙар, Илек ауылынан типтәрҙәр килеп ултыра: ғалимдар был 62 ир-ат һәм 50 ҡатын-ҡыҙ сығышы менән мариҙарҙан тип фаразлай. 1816 йылда крәҫтиәндәрҙең һаны 398 кешегә етә.
1843 йылда 50 йортта 251 крәҫтиән йәшәгән, улар 155 ат, 191 һыйыр, 200 һарыҡ, 100 кәзә, 50 сусҡа тотҡан. 360 дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ер, 100 дисәтинә сабынлыҡ һәм урман, шулай уҡ ике тимерлек, тирмән һәм часовня булған. 1865 йылда 56 йортта 390 кеше йәшәгән.
1906 йылда 595 кеше иҫәпләнә, 1920 йылда — 866, 1939 йылда — 1079, 1959 йылда — 730, 1989 йылда — 1844, 2002 йылда — 1904, 2010 йылда — 1850, 2019 йылда — 1884 кеше була.
Халыҡ иҫәбе
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ауылда йәшәүсе төп милләттәр — урыҫтар (39 %) һәм башҡорттар (37 %).
1969 йылдың 1 ғинуарына һәм 1972 йылдың 1 июленә башлыса урыҫтар һәм мариҙар йәшәгән[1][6].
Билдәле шәхестәре
- Ноғоманов Хәлит Ғәлим улы (25.09.1947), инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Накарякова Александра Ивановна (24.10.1924—23.09.1990), урмансы. 1943 йылдан Әңгәсәк, 1958–1981 йылдарҙа — Дүртөйлө урман хужалыҡтары урмансыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы (1977). Ленин ордены кавалеры (1969).
- Овчинников Пётр Дмитриевич (24.06.1915–28.02.1995), колхозсы. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (август, декабрь 1944) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
- Фәрхетдинов Ринат Тәнзилғилем улы (26.06.1959), педагог, социолог-ғалим, мәғариф, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Социология фәндәре кандидаты (1998). 2015 йылдан Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, кафедра мөдире. ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2014).
- Яковлев Анатолий Яковлевич (27.4.1949), инженер-ғалим, газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 1990 йылдан «Газпром трансгаз Ухта» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 1997 йылдан — баш инженер-генераль директорҙың беренсе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2001). Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Коми Республикаһының атҡаҙанған халыҡ хужалығы хеҙмәткәре (1993) һәм Почёт грамотһы менән бүләкләнеүсе (2009).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.151.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 1 2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2025)
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө районындағы ауыл (Тикшерелеү көнө: 14 март 2025)
- ↑ 1 2 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года. — Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. С.133
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
Әҙәбиәт
• Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2025)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө районындағы ауыл. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019 (Тикшерелеү көнө: 14 март 2025)
• Дюртюлинская энциклопедия. АНГАСЯК (Әңгәсәк), село, центр Ангасяковского сельского совета (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2025)