Кафедра

Кафедра (грек. καθέδρα; тура тәржемәлә ултырғыс) — юғары уҡыу йорто факультетындағы төп структур берәмек, ул тыңлаусыларҙы, студенттарҙы һәм курсанттарҙы тәғәйен бер һөнәр буйынса махсуслашыуҙы һәм әҙерләүҙе ойоштора һәм тормошҡа ашыра[1].

Кафедраның формаль яҡтан ойошторолоуы һәм төп роле

Юғары уҡыу йортондағы кафедра формаль яҡтан — махсуслашыуы һәм фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе яҡын булған һәм конкрет фәнни-белем биреү йүнәлеше буйынса бер үк ваҡытта педагогик һәм ғилми-тикшеренеү эштәре алып барған уҡытыусы-профессорҙар коллективы. Уҡытыусыларҙың һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең бындай штатлы йыйылмаһы тәү сиратта студенттарҙың ғилми эшенә һәм көндәлек уҡыуына кураторлыҡ итә, уларҙың курс һәм диплом эштәрен әҙерләү һәм уҡыу планы буйынса билдәләнгән предметтарҙы төплө үҙләштереү һөҙөмтәһендә юғары квалификациялы белгес булып етешеүенә булышлыҡ итә. Кафедра — юғары уҡыу йорто уҡытыусыларының төп эшкә урынлашыу һәм көндәлек хеҙмәт урыны.

Юғары уҡыу йорто кафедраһының асылы — фәнни ҡаҙаныштарҙы алдынғы уҡыу курстарына, әсбаптарға һәм лекцияларға туплаған компетентлы ғалимдар берләшмәһе. Бер үк ваҡытта был берләшмә — факультеттың ғына түгел, ә тотош институт йә университтың юғары һөнәри белем биреү мәҙәниәтен йөрөтөүсе лә [2].

Тарихи аспекттар

Рәсәй империяһында тәүге кафедралар 1804 йылда ойошторола башлай[3]. 1917 йылғы революцияға тиклем кафедра төшөнсәһе вуздың административ структура берәмегенә ҡарағанда күберәк профессор вазифаһы менән бәйле була[4]. Европа университеттары практикаһынан күсерелгәнсә, Рәсәйҙәге Император университеттарында кафедра тип профессор өсөн штатлы эш урыны атала, ғалим кафедра исемен билдәләгән фәнни өлкә буйынса лекция курстары уҡырға тейеш була. Шуға ярашлы һәр кафедраға бер ординар (вазифалы) профессор тура килә, әммә уҡытыу стажы аҙ булған һәм докторлыҡ диссертацияһын күптән түгел генә яҡлаған ғалим, ҡағиҙә булараҡ, экстраординар профессор исемен ала. Кафедралағы профессорҙарға ярҙамсылар сифатында университеттың штат структураһында адъюнкт (1804—1863) һәм доцент (1863—1884) вазифалары ҡаралған була. XIX быуаттың икенсе яртыһында һәләтле йәш ғалимдарҙы профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн кафедра ҡарамағында ҡалдырыу практикаға инә. XIX быуат аҙағында күп кенә кафедраларҙа ғилми-тикшеренеү лабораториялары һәм кабинеттары асыла[5].

Кафедра структураһы

Уҡытыусылар коллективы булараҡ кафедраны мөдир етәкләй. Ҡайһы берҙә кафедра эсендә айырым етәксе ҡуйылған секциялар булыуы мөмкин[6]. Кафедра уҡытыусылары, эш стажына һәм ғилми дәрәжәләренә ҡарап, өлкән уҡытыусыларға, доцентҡа һәм профессорға бүленә. Эш башлаусы уҡытыусы сифатында ставкаларҙың айырым өлөшөн ассистенттар ҙа биләй ала. Уҡытыусыларҙан тыш кафедрала ғилми һәм ярҙамсы персоналдың да булыуы мөмкин, мәҫәлән, кафедра секретары, эш алып барыусы. Әммә йыш ҡына кафедра секретары йәки мөдир урынбаҫары доценттар араһынан һайлана. Бындай хеҙмәткәр, күп булмаған өҫтәмә түләү алып, уҡыу программалары раҫланған кафедра ултырыштарын әҙерләй һәм протоколлай, улай уҡ ул, ярҙамсы персонал йәлеп итмәйенсә, уҡытыусыларҙың эш тураһында отчеттарын тыңларға мөмкинлек бирә. Ҡайһы берҙә кафедра штатына лаборант һәм кафедра инженерҙары алына. Бындай хеҙмәткәрҙәр кафедрала лаборатория йәки кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу кабинеты булғанда айырыуса бик кәрәкле. Ғәмәлдә лаборанттың бурыстары йыш ҡына секретарь бурыстарына оҡшаш (документтар әҙерләүҙә ярҙам итеү, юғары уҡыу йортоноң административ персоналы менән аралашыу, канцелярия тауарҙарын һәм бинаның таҙалығын күҙәтеү, шулай уҡ дәрестәр расписаниеһын төҙөү)[7]. Кафедра ҡарамағында китапхана ла булыуы мөмкин[8].

Кафедра эшмәкәрлеге

Үҙ профиле буйынса дәрестәр үткәреүҙән һәм тейешле программалар төҙөүҙән тыш кафедра эшмәкәрлеге күрһәткестәренә тағы ла түбәндәгеләр инә: фәнни мәҡәләләр һәм методик ҡулланмалар әҙерләү һәм баҫтырыу, кафедра уҡытыусыларының конференцияларҙа ҡатнашыуы, стажировкалар үтеүе[9]. Әгәр кафедра сығарылыш кафедраһы булһа, унда студенттарҙың практикаһын үткәреү һәм контролдә тотоу, шулай уҡ ғилми етәксе тәғәйенләү һәм темаларҙы раҫлау аша курс һәм диплом эштәрен яҙыуҙы, артабан уларҙы яҡлауҙы тормошҡа ашырыу ойошторола.

Рәсәйҙең хәҙерге юғары уҡыу йорттарында кафедра

Рәсәй юғары мәктәбендә уҡыу йортоноң структур «база» берәмеге булып традицион рәүештә профилле (сығарыу) кафедраһы һанала. Ул — уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектең төп ячейкаһы һәм юғары уҡыу йортонда ошо махсуслашыу йәки әҙерлек (уҡытыу) йүнәлеше буйынса ғилми-педагогия мәктәбенең «субстраты»[10]. Совет кафедраларының традицион проблемалары 1982 йылда экрандарға сыҡҡан «Кафедра» фильмында һүрәтләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Кафедра. TOLKSLOVAR.RU: Общий толковый словарь русского языка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2017. Архивировано 2 февраль 2017 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2024)
  2. Прокопенко С.А. Современный университет: от явления к сущности // Профессиональное образование в России и за рубежом. — 2016. — Т. 21, № 1. — С. 72. Архивировано 30 май 2019 года.
  3. Из истории Кафедры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2017. Архивировано 2 март 2022 года.
  4. О кафедре. Кафедра истории Древней Греции и Рима: Санкт-Петербургский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2014. Архивировано 15 март 2016 года.
  5. Кафедра // Императорский Московский университет: 1755—1917. Энциклопедический словарь — М.: Изд-во РОССПЭН, 2010. 894 с. ISBN 978-5-8243-1429-8
  6. Секции и специализации кафедры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  7. Должностная инструкция инженера
  8. Кафедральная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  9. История кафедры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2017 года.
  10. Дружилов С.А. Ведущая роль профилирующей кафедры в формировании профессиональной компетенции выпускников технического университета // Успехи современного естествознания. — 2010. — № 5. — С. 69-71. Архивировано 6 июнь 2020 года.

Һылтанмалар

Категориялар