Рәсәйҙә 1917 йылғы Революциялар
1917 йылғы революциялар (Февраль революцияһы 1917 йыл һәм Октябрь революцияһы 1917 йыл, Бөйөк рус революцияһы) — Рәсәйҙә 1917 йылда булған революцион ваҡиғаларҙы шартлы билдәләү. Ул монархияның ҡолатылыуы менән башлана: Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә власть Ваҡытлы хөкүмәткә күсә. Әммә һуңынан Октябрь революцияһы һөҙөмтәһендә большевиктар һәм уларҙың союздаштары хөкүмәтте ҡолатып, Советтар (совет власын) иғлан итә.
Февраль революцияһының төп ваҡиғалары Петроградта бара. Юғары Баш командующий штабы начальнигы генерал Михаил Васильевич Алексеев һәм фронт менән флот командующийҙарынан торған армия етәкселеге ревоюцияны баҫтырырлыҡ көс юҡ тип иҫәпләй. Император Николай II тәхетенән баш тарта (Николай Икенсене һәм уның ғаиләһен һалҡын ҡанлылыҡ менән үлтерәләр һәм енәйәт эҙҙәрен йәшерәләр. Был үлтереү власҡа һуңыраҡ килгәндәр заказы буйынса башҡарыла). Уның урынына ҡалырға тейеш булған бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III-нең улы) хакимлектән шулай уҡ баш тартҡас, Рәсәй Империяһының Дәүләт думаһы, илде үҙ контроленә алып, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтен төҙөй.
Ваҡытлы хөкүмәткә параллель рәүештә Советтарҙың барлыҡҡа килеүе илдә ике власлылыҡ урынлаштыра. Большевиктар ҡораллы эшсе отрядтары — Ҡыҙыл гвардия ойоштора[1]һәм үҙҙәренең популистик лозунгтары арҡаһында тәү сиратта Петроградта, Мәскәүҙә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә, Балтик флотында, Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттағы ғәскәрҙәрҙә киң танылыу һәм популярлыҡ яулай[2].
Октябрь революцияһы барышында Лев Троцкий һәм В. И. Ленин етәкселегендәге большевиктар контролендә булған Петроград Хәрби-Революцион Комитеты Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолата. Эшсе һәм һалдат депутаттарының II Бөтә Рәсәй съезында меньшевиктар һәм уң эсерҙар менән ҡаты көрәштә большевиктар еңеп сыға һәм беренсе Совет хөкүмәтен ойоштора. 1917 йылдың декабрендә большевиктар һәм һул эсерҙар хокүмәт коалицияһы төҙөй. 1918 йылдың мартында Германия менән Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1918 йылдың йәйенә бер партиялы хөкүмәт тулыһынса төҙөлә һәм Рәсәй Чехословак корпусы ихтилалынан башланып киткән Граждандар һуғышы һәм сит ил хәрби интервенцияһының әүҙем фазаһына аяҡ баҫа. Граждандар һуғышының тамамланыуы Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) ойошоролоуға шарттар тыуҙыра.
Хәҙерге тикшеренеүсе билдәләүенсә, «Февраль революцияһын, Октябрь түңкәрелешен һәм Граждандар һуғышын XVIII быуат аҙағындағы Бөйөк француз революцияһы менән бер рәттән донъя тарихының иң эре этаптарының береһе булған 1917—1922 йылдарҙағы Бөйөк урыҫ революцияһының бер-береһе менән тығыҙ һәм эҙмә-эҙлекле бәйләнгән өлөштәре итеп ҡарау фекере бөгөнгө ил тарихнамәһенең перспективалы йүнәлештәренең береһе булып һанала»[3].
Тәүшарттары һәм сәбәптәре
Тикшеренеүсе Вуд фекеренсә, 1905 йылғы Ҡанлы йәкшәмбе ваҡиғалары тыуҙырған 1905—1907 йылдарҙағы революция 1917 йылғы Февраль революцияһының тәүшарты булып тора. 1905 йылда беренсе тапҡыр Петросовет («Эшсе депутаттарҙың Петербург советы» ойошторола)[4].
Үҙәк юғары бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙең (державаларҙың) блокадаһы Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән Рәсәй кисергән ҡаршылыҡтарҙың береһе була. 1914 йылдың октябрендә Төркиәнең Үҙәк державалар яғына ҡушылыуынан һуң Рәсәй был ил биләмәләре аша уҙған төп сауҙа маршруттарынан мәхрүм ҡала, был ваҡытта Германия Балтик диңгеҙе ҡамап ала. Был хәлдәр хәрби импортты ла ҡатмарлаштыра. Германия, ике төп фронтта һуғыш алып барыуына ҡарамаҫтан, үҙе күп күләмдә боеприпастар етештерә[5].
1917 йыл башланыуға әле һаман дауам иткән Беренсе донъя һуғышы Петроградтағы хәлдәрҙе ныҡ ҡатмарлаштыра. Хәрби гиперинфляция һөҙөмтәһендә хаҡтарҙың тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүенә өмөт итеп, етештереүселәр икмәкте һатыуға күпләп сығармай башлай. Тикшеренеүсе Нефёдов С. А. билдәләүенсә, 1916 йыл аҙағына ҡалаларҙы ғәҙәти тәртиптә тәьмин иткән баҙар системаһы тарҡала башлай. Батша хөкүмәте аҙыҡ развёрсткаһы ойошторорға маташып ҡарай. 1916 йылдың 8 сентябрендә Николай II Министрҙар советының «аҙыҡ-түлек һәм тейешле ихтыяж әйберҙәренә хаҡтарҙы күтәргән йәки төшөргән өсөн» сауҙәгәрҙәрҙең һәм етештереүселәрҙең енәйәт яуаплылығы тураһындағы ҡағиҙәһен раҫлай[6].
| Хәрби инфляция 1914—1916[7] | ||||
|---|---|---|---|---|
| Осор | Аҡса массаһы әйләнештә (млн. һум) |
Аҡса массаһының үҫеше (%%) |
Хаҡтар үҫеше (%%) | Хаҡтарҙың һәм аҡса массаһының нисбәте |
| 1914, беренсе ярты йыл | 2370 | 100 | 100 | 0,00 |
| 1914, икенсе ярты йыл | 2520 | 106 | 101 | −1,05 |
| 1915, беренсе ярты йыл | 3472 | 146 | 115 | −1,27 |
| 1915, икенсе ярты йыл | 4725 | 199 | 141 | −1,41 |
| 1916, беренсе ярты йыл | 6157 | 259 | 238 | −1,08 |
| 1916, икенсе ярты йыл | 7972 | 336 | 398 | +1,18 |
Тарихсы, ваҡиғаларҙың замандашы Сергей Мельгунов үҙенең тикшеренеүҙәрендә «революцияның сәбәбе аслыҡ» тигән постулаттың тормошсан булмауын һәм нигеҙһеҙ икәнлеген раҫлай[8]. Икенсе яҡтан, тикшеренеүсе Сергей Нефёдов бының нәҡ ҡапма-ҡаршыһын раҫлай һәм хәрби гиперинфляция һөҙөмтәһендә тәьминәттә өҙөклөктәр тыуыу механизмына ентекле иҡтисади анализ килтерә[9].
Петроград властары, генерал С. С. Хабалов һәм ҡала начальнигы А. П. Балк тарафынан, революция башланған мәлдә ҡалала икмәк запастары етерлек тип баһаланған. Тикшеренеүсе Ричард Пайпс был баһалауға ҡушыла, әммә шул уҡ ваҡытта хәрби гиперинфляцияны һәм Петроградты яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәрҙе лә билдәләй.
Дәүләт думаһы рәйесе М. В. Родзянко революцияға өс ай ҡалғас, түбәндәге мәғлүмәтте килтерә:
Аҙыҡ-түлек менән хәл бөтөнләй насарайҙы, ҡалалар аслыҡтан интекте, ауылдарҙа кешеләр итекһеҙ ултырҙы, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә бөтә нәмә лә етерлек булыуын аңланылар, тик тылдың тулы тарҡалыуы арҡаһында бер нәмәне лә алыу мөмкин түгел ине. Мәскәү һәм Петроград итһеҙ ҡалды, шул уҡ ваҡытта гәзиттәрҙә Себер станцияларында һуғып алынған мал түшкәләренең өйөм булып ятыуы һәм 500 мең ботлыҡ был запастың тәүге йылыта төшөү менән сереүе тураһында яҙҙылар. Ерле үҙидара ойошмаларының һәм айырым кешеләрҙең бөтә тырышлыҡтары чиновниктарҙың енәйәтселеккә тиң битарафлығы йәки эшкә һәләтһеҙлеге менән тарҡалды. Һәр министр һәм етәксе яуаплылыҡты башҡаларға ауҙарҙы, ә ғәйеплеләрҙе бер ваҡытта ла табып булманы. Хөкүмәт аҙыҡ-түлек мәсьәләһен хәл итеү өсөн пассажир йөрөтөүҙе ваҡытлыса туҡтатыуҙан башҡа бер нәмә лә уйлап таба алманы. Әммә был да уңышһыҙлыҡҡа килтерҙе. Шундай туҡталыш ваҡытында паровоздар боҙолдо: уларҙан һыу сығарыуҙы онотҡандар, һыуыҡтар башланғас, торбалар ярылды, һөҙөмтәлә транспорттың хәрәкәте яҡшырған урынына тағы ла насарайҙы. Ерле үҙидара һәм сауҙа ойошмалары аҙыҡ-түлек мәсьәләләрен тикшереү өсөн йыйылыштар уҙғарырға маташҡанда, хөкүмәт быға ҡаршы торҙо һәм йыйылыштарҙы рөхсәт итмәне. Аҙыҡ-түлек менән идара иткән кешеләр, үҙ биләмәләренән килеп, министрлыҡтар араһында һөҙөмтәһеҙ йөрөгәндән һуң, үҙҙәренең зарын Дәүләт думаһы рәйесенә еткерә ине, сөнки Дума булмаған осорҙа ул халыҡ вәкиллеген сағылдырыусы берҙән-бер кеше булып ҡалды[10].
Петроградта күтәрелештәр башланды; 1917 йылдың февралендә урамдарҙа «Һуғыш юҡҡа сыҡһын!» тигән яҙыуҙар менән плакат тотҡан халыҡ төркөмдәре күренә башланы. Һуғыш ваҡытында ҙур юғалтыуҙар ҙа халыҡтың Николай II-нең идара итеүгә яраҡһыҙ булыуы тураһындағы фекерен нығытты[5]. 1917 йылға ҡарата Рәсәй империяһының Беренсе донъя һуғышында юғалтыуҙары төрлө баһалар буйынса 775 000-ҙән 1,3 миллионға тиклем һалдаттың (һуғышта үлгән, хәбәрһеҙ юғалған, яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан вафат булған, әсирлектә үлгән) үлемен, 2,75-тән 3,85 миллионға тиклем яраланыу осраҡтарын, 2-3,4 миллион әсирҙе, шулай уҡ 1 миллионға яҡын тыныс халыҡтың һәләк булыуын үҙ эсенә ала. Һуғыш кешенең ғүмерен бик түбән баһаланы, миллионлаған кешенең һәләк булыуы ғәҙәти күренешкә әүерелде. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр мобилизация ярҙамында гигант армия йыйылды, унан 175 миллионлыҡ халыҡтың 15 миллионға яҡыны үтте. Мобилизацияланған һалдаттарҙың 80-90 % крәҫтиәндәр булды, улар армияға «ер һәм ирек» тураһындағы үҙ ҡараштары менән килде. Армияның бер өлөшөн 1914—1916 йылдарҙа мобилизацияланған кадрлы завод эшселәре тәшкил итте, уларҙың урыны заводтарҙа ауыл халҡы менән тулыландырылды.
1916 йылдың октябрендә Эске эштәр министрлығының Полиция департаменты директоры А. Т. Васильев халыҡтың кәйефе тураһында доклад әҙерләй, унда «нәфрәттең төп сәбәбе булып ғәжәйеп рәүештә үҫкән ҡыйбатлыҡ» күрһәтелә. Ике баш ҡалала ла «оппозицион кәйеф» 1905 йыл кимәленән күпкә юғарыраҡ булыуы, был иһә баш ҡалаларҙа «стихиялы тәртипһеҙлектәрҙең киң таралыуына» килтереүе мөмкинлеге билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта Кронштадт гарнизоны начальнигы, тәртипһеҙлектәр осрағында ғәскәрҙәргә ышанырға мөмкин булмауын, сөнки уларҙың тоғролоғо шикле икәнлеген, хәбәр итә[9].
Ричард Пайпс билдәләүенсә:
|
Һалдаттар төрлө кәмһетеүгә дусар ителә: уларға трамвайҙарҙа тик инеү һәм сығыу майҙансыҡтарында ғына торорға рөхсәт ителә, театрҙарҙа офицерҙар менән бер рәттән ултырыу тыйыла. 1915 йылдан армияла үлем язаһы һәм таяҡ менән яза биреү ҡабаттан индерелә[11]. Офицерҙар араһында һалдаттарға «һин» тип мөрәжәғәт итеү һәм уларҙы туҡмау киң таралған күренеш була.
Генерал Д. Н. Дубенский, 1917 йылдың февралендә императорҙың свитаһында рәсми тарихсы булараҡ эшләгәндә, түбәндәгеләрҙе билдәләй:
Айырым батальондарҙа 12-15 меңгә тиклем һалдат булды. Уларҙың барыһы ла казармаларҙа тығыҙ урынлаштырылды, һалдаттарға йоҡлау өсөн ике, өс, хатта дүрт ҡатлы нарҙар бүленде. Бындай частарҙы күҙәтеү ауырлашты, офицерҙар етешмәне, һәм пропаганда үткәреү өсөн шарттар тулыһынса булды. Ысынында, был запас батальондар Преображенский, Семёновский, Егерь полктары һанала алмай ине. Йәш һалдаттар әле бер полкта ла хеҙмәт итмәне, улар тик әҙерлек үтә ине. Һуңынан гвардия полктары сафына индерелеп, полк рухын һәм традицияларын үҙләштерергә тейеш булдылар. Уларҙың күбеһе хәтта присягаға ла килтерелмәгәйне. Шуға күрә был йәш һалдаттарҙан торған «гвардия» контингенты тотороҡло була алманы. 24, 25 һәм 26 февралдә тәртипһеҙлектәрҙе баҫтырыу өсөн сыҡҡас, улар шикләнә башланы, һуңынан бөтөнләй аңһыҙ һәм аяуһыҙ һалдат ихтилалы башланды.
[12].
Бынан тыш, армия һәм флотта революцион эшмәкәрлектә ҡатнашҡан мобилизацияланған эшселәр ҙә байтаҡ була. Был, тәү сиратта, Кронштадт һәм Гельсингфорс хәрби-диңгеҙ базаларына ҡағыла. Кронштадта хәрби хеҙмәт шарттары ауыр була һәм һалдаттар өсөн бер нисә кәмһеткес сикләүҙәр менән оҙатылып барыла. Мәҫәлән, матростарға баш урамдың көнсығыш яғы буйлап йөрөү тыйыла, Екатерина бульварына инеү урынында «Эттәргә, һалдаттарға һәм матростарға инеү тыйыла» тигән яҙма ҡуйыла[13].
Армия һәм флоттағы болалар 1917 йылға тиклем үк башлана. Мәҫәлән, 1915 йылдың 19 октябрендә «Гангут» линкоры Гельсингфорста рейдта торғанда бунт ҡуптара, 1916 йылдың 2 майында казактар тәүге тапҡыр халыҡты ҡыуырға баш тарта. Тикшеренеүсе С. А. Нефёдов билдәләүенсә, 1916 йылдың октябрендә Гомелдә һәм Кременчугта таратыу пункттарында һалдаттарҙың бунты була, 17 октябрҙә 181-се полк һалдаттары Петроградтың Выборг районы эшселәре толпаһына ҡушыла, 29 октябрҙә забастовканы баҫтырырға саҡырылған һалдаттар полицияға ҡаршы ут аса.
Францияның Петроградтағы илсеһе Морис Палеолог француз сит ил эштәр министрлығына рапортында был ваҡиғаны «бик күренекле» тип баһалай һәм:
«…ихтилал осрағында армияға ышаныу мөмкин түгел… беҙ хәҙерҙән үк беҙҙең союздашыбыҙҙың [Рәсәйҙең] бөлгөнлөккә төшөүен күҙалларға һәм шуға ярашлы тейешле һығымталар яһарға тейешбеҙ.»
Һуңғы сәбәп булып 21-22 февралдә властарҙың Петроградтағы иң ҙур — Путилов заводын ябып ҡуйыуы була. Завод һуғыш башында национализациялауға ҡарамаҫтан, эшселәр забастовкаға сығырға тырыша. Дәүләт хәрби заводтарында забастовкалар тыйылған булһа ла, был аҙым һөҙөмтәлә 36 мең асыулы эшсене урамға сығара. Петроград эшселәре араһында кәйефтәр иң ныҡ көсөргәнешле була. Мәҫәлән, 8 февралдә путиловсылар полицияны тимер киҫәктәре һәм шлак ярсыҡтары менән яуҙыра.
Либераль йүнәлештәге төрлө сәйәси партиялар (Земство) был осорҙа төрлө йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегендә киң ҡатнаша. Һуғыш башланыу менән, дәүләткә армияны тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында «хәрби-сәнәғәт комитеттары» ойошторола башлай. 1915 йылдың июлендә күренекле октябрист Гучков рәйеслегендә Үҙәк Хәрби-сәнәғәт комитеты булдырыла. Оппозиция кәйефен 1915 йылғы сигенеү айырыуса көсәйтә. 1915 йылдың авгусында Дәүләт Думаһында төп көс булып Прогрессив блок формалаша, ул кадеттар һәм октябристтар коалицияһына нигеҙләнә. Оппозиция императорға баҫым яһап, илдә «яуаплы министрлыҡ» булдырыуҙы талап итә. Был, асылда, Рәсәйҙең самодержавиенан конституцион монархия режимына күсеүе тигәнде аңлатыр ине. Батша был тәҡдимдәрҙе кире ҡаға. Ул Юғары Баш командующий Ставкаһын Могилёв ҡалаһында ойоштороп, тикшеренеүсе Вуд фекеренсә, «хөкүмәттең күп өлөшөн» Императрица ҡулына тапшыра, ә ул үҙ сиратында Распутин йоғонтоһонда ҡала[14].
Бөтә был ваҡиғалар 1916 йылда режимға ышаныстың киҫкен кәмеүенә килтерә. Был йылда Гучков, һуңғы иҫтәлектәре буйынса, XVIII быуаттағы һарай түнтәрелештәре өлгөһөндә, Николай II-не тәхеттән төшөрөү һәм уны ҙур кенәздәрҙең береһе менән алмаштырыу маҡсатында заговор ойошторорға тырыша. Ноябрҙә Дума депутаты Павел Милюков Дума ултырышында Рәсәй хөкүмәтен, атап әйткәндә, Борис Штюрмер етәкселегендә Германия менән йәшерен солох һөйләшеүҙәре алып барыуҙа ғәйепләй. Декабрҙә бер нисә дворян Распутинды үлтерә.
1917 йылдың 1 ғинуарында заговорсылар төркөмө бөйөк кенәз Николай Николаевичҡа Николай II урынына тәхеткә ултырыуҙы тәҡдим итә. Бөйөк кенәз был тәҡдимдән баш тарта, сөнки «крәҫтиән һәм һалдат бындай түңкәрелеште аңламаясаҡ», тип иҫәпләй, әммә был турала батшаға хәбәр итмәй. Николай Николаевич баш тартҡас, яңы батша итеп ҡаралған төп кандидат бөйөк кенәз Михаил Александрович була. Вуд фекеренсә, был ваҡиғаларҙың береһе лә Февраль революцияһының тура сәбәбе булмаһа ла, монархияның революция башланғандан һуң ни өсөн бер нисә көн генә һаҡланыуын аңлатырға ярҙам итә[14].
Февраль аҙағында Петроградта аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр башлана, һәм ҡала властары көнөнә бер кешегә 1 фунт икмәк биреү буйынса карточка системаһын индерергә мәжбүр була. Был ҡарар халыҡ араһында паника тыуҙыра һәм икмәк запасы йыйырға тырышыуҙы көсәйтә, икмәк кибеттәрен талайҙар. Петроградта аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү көрсөгө тәрәнәйгән һайын забастовкалар арта. Забастовкалағы эшселәр йыш ҡына күрше заводтарға барып, көсләп уларҙы ла протестҡа ҡушылырға мәжбүр итә. Петроград гарнизоны ихтилалға ҡушылғандан һуң, был ысул ихтилалға күтәрелгән һалдаттар тарафынан киң ҡулланыла башлай.
С. А. Нефёдов билдәләүенсә, батша хөкүмәте революциянең яҡынлашыуын тулыһынса аңлаған һәм уны баҫтырыу өсөн 1917 йылдың ғинуарында әҙерлек башлаған. Әммә был пландарҙың төп етешһеҙлеге шунда була: А. И. Спиридович билдәләүенсә, улар Петроградтағы запас батальондарҙың ихтилалға ҡушылыуын күҙ уңында тотмаған. План буйынса, бөтә мобилизацияланған һалдаттар түгел, ә уҡыу командалары төп терәк булырға тейеш ине. Ләкин был иҫәпләү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәне — уҡыу командалары тәүге булып революцияға ҡушылды.
Батшаға тоғро берҙән-бер көс полиция ғына булып ҡалды, уның һаны Петроградта ни бары 3,5 мең тирәһе ине. Гвардия частарының тоғролоғона өмөттәр ҙә артыҡ күпкә баһаланды; революция ваҡытында Петроградта булған бөтә гвардия частары ихтилалға ҡушылды, шул иҫәптән Император гвардияһының шәхси конвойының бер сотняһы. Өҫтәүенә, 1917 йылға гвардия частарының һуғышҡа тиклемге составының 70 %-ҡа тиклеме фронтта һәләк булған һәм улар бер нисә тапҡыр мобилизацияланған һалдаттар менән тулыландырылған.
Ричард Пайпс батша хөкүмәтенең һуңғы көндәрҙәге хәлен түбәндәге һүҙҙәр менән баһалай:
|
Һуңғы батша эске эштәр министры А. Д. Протопопов мистик ҡыҙыҡһыныуҙары менән билдәле була[15][16]. Замандаштарының ҡайһылары уның психик торошоноң нормаллектән ситләшеүенә шикләнә[17][18]. Революциянан һуң ул ҡулға алына һәм бер ни ваҡыт психиатрия дауаханаһында һаҡ аҫтында тотола.
Батша Дәүләт думаһы рәйесе, камергер Родзянко М. В. тарафынан ебәрелгән тәүге паникалы телеграммаларға, унда революция башланыуы тураһында хәбәр ителгән була, шулай яуап ҡайтара: «Тағы ла был йыуан Родзянко миңә юҡ-бар яҙа» Императрица ла борсолорға урын күрмәй, ул батшаға түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: «Малайҙар һәм ҡыҙҙар йүгереп йөрөй һәм икмәк юҡ тип ҡысҡыра.» Икенсе яҡтан, Николай II-нең Юғары Баш командующий вазифалары унан Ставкала булыуҙы талап итә. Уға бер нисә көн алдараҡ генералдар Алексеев һәм Гурко, шулай уҡ бөйөк кенәз Михаил Александрович Ставкаға килергә үтенес менән мөрәжәғәт итә[19]. Бөйөк Британия илсеһе Дж. Бьюкенен иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: «Император, үҙ өҫтөндә яҙмыш ҡанундарының ауырлығын тойоп, ғинуар һәм февралде Царское Селола үткәргәс һәм Ставкала оҙағыраҡ булмаҫҡа мөмкин булмауын аңлап, 8 мартта Могилёвҡа кире ҡайта.»[20].
Революция ваҡытында Николай II-не хатта уның яҡын туғандары — бөйөк кенәздәр ҙә яҡламай. 1917 йылдың февраленә Рәсәйҙә 15 бөйөк кенәз иҫәпләнә[21]. Уларҙың береһе лә батшаны асыҡ яҡлап сыҡмай. 1916 йылдың аҙағында өс бөйөк кенәз — Николай Михайлович, Николай Николаевич һәм Георгий Михайлович — Николай II-не «яуаплы министрлыҡ» индерергә күндерергә тырыша, был, асылда, Рәсәйҙә конституцион монархия урынлаштырыуҙы аңлата.
Иң йоғонтоло бөйөк кенәз Николай Николаевич ихтилал ваҡытында Николай II-не тәхеттән баш тартырға өгөтләй. Ихтимал вариҫ — Михаил Александрович тәхетте ҡабул итеүҙән баш тарта. Бөйөк кенәз Кирилл Владимирович 1 мартта революция яғына сыға. Бынан тыш, бөйөк кенәздәр Павел Александрович, Кирилл Владимирович һәм Дмитрий Константинович революция ваҡытында батшаның тәхеттән ваз кисеүе хаҡында үҙ манифестын әҙерләй («бөйөк кенәздәр манифесы»).
Шул уҡ ваҡытта, социал-демократик лидерҙар, ғәҙәттә, Швейцарияла һөргөндә булып, халыҡ-ара социализмдың тарҡалыуына шаһит була. Француз һәм немец социал-демократтары үҙ хөкүмәттәрен яҡлап тауыш бирә. Плеханов Парижда Германияның ҡәтғи дошманына әйләнә. Меньшевиктар, дөйөм алғанда, Рәсәйҙең Германияға ҡаршы һуғышырға хоҡуғы бар, тип иҫәпләй, тик Юлий Мартов, меньшевиктарҙың һул ҡанаты ағзаһы булараҡ, һуғышты туҡтатыуҙы һәм аннексияларһыҙ һәм контрибуцияларһыҙ милли үҙаң нигеҙендә мәсьәләне хәл итеүҙе талап итә[14].
1914 йылдың көҙөнән алып Ленин түбәндәге фекерҙе яҡлай: Эшсе синыф һәм хеҙмәт кешеһе өсөн бәләкәйерәк бәлә — батша монархияһының еңелеүе. Һуғыш пролетариаттың үҙ хөкүмәтенә ҡаршы граждандар һуғышына әүерелергә тейеш. Әгәр пролетариат еңеүгә өлгәшһә, уларҙың бурысы бөтә Европа буйлап халыҡ массаларын азат итеү өсөн революцион һуғышты дауам итеү. Шулай итеп, Ленин Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһының радикаль ҡанаты вәкиле булып ҡала. Һуңынан ул Петроградта протестарҙы ойоштора[22].
XX быуат башында Рәсәйҙә иҡтисади һәм социаль үҙгәрештәр
Крәҫтиәндәр ерҙе бирергә кәрәк, ләкин күпселек ер дворян-помещиктарҙыҡы. 1897—1914 йылдарҙа Рәсәй империяһы халҡы 128 миллиондан 175 миллионға тиклем үҫте, был үткән 20 йыл эсендә 40 миллионға артыу тигән һүҙ. Төп үҫеш крәҫтиәндәр иҫәбенә булды, әммә улар файҙаланған ер майҙаны шул килеш ҡалды, был иһә ерһеҙләнеүгә һәм социаль көсөргәнешкә алып килде. Күп кенә крәҫтиәндәр ҡалаларға күсеп, ярлы пролетариатҡа әйләнде.
Ҡала эшселәре лә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: насар торлаҡ шарттары, ауыр хеҙмәт, түбән эш хаҡы, ҡаты дисциплина. Һуғыш алдынан эш көнө 10 сәғәткә, 1916 йылға 11-12 сәғәткә етте. Улар социалистик пропаганда йоғонтоһона эләкте. Индустриализация арҡаһында ҡала халҡы күп тапҡырға артты, Петербургта 1890—1910 йылдарҙа 1 миллиондан 1,9 миллионға етте. Хеҙмәт һәм йәшәү шарттары насар булды, был протестар һәм забастовкаларға сәбәпсе булды.
1905—1907 йылғы революция социаль ҡаршылыҡтарҙы хәл итмәне. Дәүләт Думаһы булдырылһа ла, халыҡҡа яҡын һул партияларҙың 3-сө һәм 4-се Дума составында йоғонтоһо ҙур булманы. Унда күбеһенсә либералдар һәм монархистар өҫтөнлөк итте.
Беренсе донъя һуғышы революцион кәйефте көсәйтте. Халыҡ ауыр юғалтыуҙар, мобилизация, ҡиммәтселек менән осрашты. 1916 йылда Урта Азияла хәрби хеҙмәткә алыныуға ҡаршы ихтилал ҡупты.
Февраль революцияһына тиклем IV Дума батша хөкүмәтенә төп оппозиция үҙәгенә әйләнде. 1915 йылда Прогрессив блок ойошторолдо, ул «яуаплы министрлыҡ» талап итте, был конституцион монархияға күсеүҙе аңлатты.
1916 йылдың аҙағында батша власы Распутин менән бәйле ғаугаларҙан һуң ышанысын юғалтты. Хатта армияла ризаһыҙлыҡ артты. Батшаның сәйәси яңылышлыҡтары уны изоляцияға килтерҙе, ә оппозиция активлашты. П. Н. Милюков Дума ултырышында власты тәнҡитләп, батшаға ҡаршы һөжүмде көсәйтте.
1916 йыл аҙағында Николай II-гә ҡаршы бөйөк кенәздәр ҙә сыҡты, был ваҡиғалар тарихҡа «бөйөк кенәздәр фрондаһы» булып инде. Улар Распутинды һәм императрицаны властан ситләтергә һәм «яуаплы министрлыҡ» булдырырға талап итте.
Америкалы тарихсы Ричард Пайпс билдәләүенсә, 1916 йыл аҙағына бөтә сәйәси көстәр монархияға ҡаршы берләште, әммә уларҙың маҡсаттары төрлө булды. Һулдар революцияны, либералдар парламент демократияһын, ә уңдар батшаға ҡаршы түгел, ә Распутин менән императрицаны ғәйепләүҙе теләне.
1917 йылдағы төп сәйәси структуралар
- Сәйәси партиялар
1905 йылғы революциянан һуң Рәсәйҙә сәйәси партиялар легалләште. 1917 йылдың февралендә монархия ҡолатылғандан һуң, уң монархистик хәрәкәттәр юҡҡа сыҡты, илдең сәйәси тормошонда либералдар һәм социалистар өҫтөнлөк алды. Һуңыраҡ уларҙы радикаль социал-демократтар — большевиктар ҡыҫырыҡланы. Большевиктар Ленин тарафынан эшләнгән «демократик централизм», «эшселәр синыфы авангарды» кеүек ҡағиҙәләргә таянған ҡаты үҙәкләштерелгән ойошма булды. Уларҙың уртаса йәше 30-35 йәш, милли состав буйынса яҡынса 50 % — урыҫтар, 20-25 % — йәһүдтәр, шулай уҡ латыштар, поляктар, грузиндар һәм башҡалар ине.
- Советтар
Советтар беренсе тапҡыр 1905 йылғы революцияла барлыҡҡа килде. 1917 йылдың 27 февралендә уларҙың системаһы йәнә тергеҙелде, яҙғыһын бөтә ил буйынса таралды. Бөтә Рәсәй Советтар Совещаниеһы (март) һәм I Бөтә Рәсәй Советтар съезы (июнь) дөйөм совет системаһын булдырыуға нигеҙ һалды. Советтар башлыса эшселәрҙән, крәҫтиәндәрҙән һәм һалдаттарҙан торҙо, уларҙың мәнфәғәттәрен социалистик партиялар яҡланы. 1917 йылдың февраленән сентябренә тиклем социалистар (эсерҙар һәм меньшевиктар) өҫтөнлөк итһә, сентябрҙән большевиктар менән һул эсерҙар күпселекте тәшкил итте.
- Дәүләт думаһы
IV Дума 1917 йылдың февраленә тиклем үк батшаға оппозиция көс булараҡ барлыҡҡа килде. Ул Николай II-ҙән «яуаплы министрлыҡ» булдырыуҙы талап итте. Февраль революцияһы ваҡытында батша Думаны тарҡатты, әммә Дума депутаттары эшмәкәрлеген «шәхси йыйылыштар» исеме аҫтында дауам итте. Революциянан һуң Дума йоғонтоһон тиҙ юғалтты. 1917 йылдың сентябрендә Керенский Думаны тарҡатты һәм Рәсәйҙе республика тип иғлан итте.
- Ваҡытлы хөкүмәт
Февраль революцияһы барышында Думала Ваҡытлы комитет ойошторолдо, ул батша хөкүмәте урынына яңы хакимлыҡҡа әйләнде. Николай II тәхеттән баш тартҡандан һуң, Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙә үҙен берҙән-бер законлы хөкүмәт тип иғлан итте. Ләкин уның структураһы һәм формалашыу ысулы күп бәхәстәр тыуҙырҙы.
Февраль революцияһынан һуң илдә хаос арта башланы. Уға тиклемге хөкүмәт чиновниктары эштән алынды, ләкин улар урынына яңы етәкселәр тәғәйенләнмәне. «Халыҡ милицияһы» полицияны алмаштырҙы, әммә тәртипте тәьмин итә алманы, енәйәтселек артты. Ҡораллы эшсе отрядтары — «Ҡыҙыл гвардия» кеүек хәрби формированиелар барлыҡҡа килде.
Ваҡытлы хөкүмәт өс хөкүмәт кризисы кисерҙе: апрель (Милюковтың һуғышты дауам итеү тураһындағы нотаһы), июль (Петроградтағы болалар һәм Украина менән автономия хаҡындағы һөйләшеүҙәр), август (Корниловтың сығышы). Һөҙөмтәлә, Керенский хөкүмәт башлығы булып, бөтә власты үҙ ҡулына тупларға тырышты.
- Православие сиркәү
РПЦ Февраль революцияһын ҡабул итте һәм Ваҡытлы хөкүмәтте танырға мәжбүр булды. 1917 йылдың мартында сиркәү присягаһынан батшаға тоғролоҡ тураһындағы һүҙҙәр алынды. Августта Собор йыйын булды, ул Патриархияны ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 1917 йылдың аҙағына, большевиктар власҡа килгәс, сиркәүгә ҡаршы баҫым көсәйҙе: уның мөлкәте тартып алынды, мәктәптәре дәүләткә бирелде. 1918 йылда большевиктар сиркәүҙе дәүләттән айырыу тураһында декрет сығарҙы.
РПЦ революциянан һуң патриарх Тихон етәкселегендә большевиктарҙы тәнҡитләне, бигерәк тә «ҡыҙыл террор» башланғандан һуң. Ләкин яңы власть менән ҡаршылыҡ көсәйгәндән һуң, 1918 йылда патриарх өй һағына алынды. Сиркәү монастырҙарын ябыу һәм дингә ҡаршы кампания менән ҙур баҫымға дусар ителде.
Февраль революцияһы
1917 йылдың февралендә Петроградта революция башлана. Илдә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ауырлаша, эшселәр һәм һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә.
23 февралдә (8 март) Невский мануфактураһы ҡатын-ҡыҙ эшселәре демонстрацияға сыға. Улар икмәк етешмәүе һәм фронтҡа ебәрелгән ирҙәренең ҡайтарыу талап итә. Был протестҡа башҡа эшселәр ҡушыла, һәм 24 февралдә забастовкала ҡатнашыусыларҙың һаны 170 меңгә етә. 25 февралдә полиция менән бәрелештәр башлана.
26 февралдә батша хакимиәте Петроградта хәрби хәл индерә, әммә хәлде контролдә тота алмай. Павловский полкы һалдаттары полицияға ҡаршы сығып, уларға ут аса. Ләкин был мятеж ваҡытлыса баҫтырыла.
27 февралдә Волынский полкының уҡыу командаһы бунт күтәрә, үҙ командирын үлтерә. Улар башҡа частарҙы ла үҙҙәренә ҡушылырға мәжбүр итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Петроградтың күпселек хәрби частары восстаниеға ҡушыла. Урамдарҙа полиция бүлектәре емерелә, төрмәләрҙән тотҡондар сығарыла, Петропавловск ҡәлғәһе яулап алына.
1 мартта армияла тәртип тулыһынса емерелә, Петроградта Советтар ойошторола, революция диңгеҙ көстәренә лә тарала. Кронштадт һәм Гельсингфорс хәрби-диңгеҙ базаларында ихтилалдар башлана, юғары офицерҙар үлтерелә.
2 мартта Николай II тәхеттән баш тарта, ә 3 мартта уның туғаны Михаил Александрович та батша булыуҙан баш тарта.
Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә монархия юҡ ителә. Ваҡытлы хөкүмәт ойошторола, ә дәүләттең киләсәге тураһында ҡарар ҡабул итеү Учредительное собраниеға тапшырыла. Шулай уҡ революция барышында сәйәси иреклектәр киңәйтелә, әммә илдә иҡтисади һәм хәрби ауырлыҡтар дауам итә.
Монархия символдарын юҡҡа сығарыу
1917 йылдың март-апрель айҙарында Рәсәйҙә монархия символикаһын юҡҡа сығарыу киң йәйелә. 21 мартта батша һарайына бәйле хәрби структуралар бөтөрөлә, 16 апрелдә погондарҙағы император вензелдәре һәм таждар юҡҡа сығарыла. Пажеский корпус Петроград кадет корпусы, Рәсәй Император академияһы Рәсәй академияһы тип үҙгәртелә. Лейб-гвардия — Рәсәй гвардияһы, ә Император конвойы — Юғары баш командующий конвойы итеп атала. Йәйгә ҡарай, был конвой һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм бөтөрөлә.
22 мартта хәрби министр ҡарары менән батша ғаиләһенең ағзалары исемен йөрөткән частарҙың атамалары үҙгәртелә. Шулай уҡ «император» һүҙе дәүләт учреждениелары, ҡалалар һәм караптарҙың исеменән алып ташлана. Мәҫәлән, Романов-на-Мурмане ҡалаһы — Мурманск, Алексеевск — Свободный тип үҙгәртелә. «Император Николай II» госпиталь карабы «Товарищ» тип атала.
Дәүләт гербынан таж, скипетр, держава, Изге Андрей ордены, изге Георгий һүрәте һәм Рәсәй төбәктәренең гербтары алып ташлана. Хәрбиҙәргә мөрәжәғәт итеүҙә «благородие», «превосходительство» кеүек титулдар урынына «господин поручик», «господин полковник» ҡулланыла башлай.
Көҙгә ҡарай, Ваҡытлы хөкүмәт Табель о рангах системаһын бөтөрөүҙе һәм сословиеларҙы юҡҡа сығарыуҙы тикшерә башлай. Августа Юстиция министрлығы «гражданлыҡ чиновтарын һәм наградаларын юҡҡа сығарыу» тураһындағы закон проектын әҙерләй, әммә ул тик большевиктар власҡа килгәс кенә тулыһынса ғәмәлгә ашырыла.
Ваҡытлы хөкүмәт ойошторолоу
Киләсәк буржуаз хөкүмәтенең составы буйынса бәхәстәр 1915 йылдың август айынан уҡ башлана, Прогрессив блок ойошторолғандан һуң. Әммә уның министры буласаҡ шәхестәр аныҡ тикшерелеп, тик 1916 йыл аҙағында ғына раҫлана. Хөкүмәт башлығы итеп кадеттар яҡлы булған кенәз Г. Е. Львов тәҡдим ителә.
Был бәхәстәрҙә кадеттар Үҙәк комитеты, Мәскәү һәм Петроград сәйәси түңәрәктәре, шулай уҡ «Рәсәй халыҡтары Бөйөк Көнсығыш» тигән йәшерен масон ойошмаһы ҡатнаша. Был хөкүмәт власҡа нисек килеү юлдарын тикшерә: батша менән тура һөйләшеү, хәрби түңкәрелеш йәки революция һөҙөмтәһендә. Һуңғы вариант тормошҡа ашырыла.
27 февраль (12 март) 1917 П. Н. Милюков, кадеттар партияһы лидеры һәм Прогрессив блок етәксеһе, М. В. Родзянко менән кәңәшләшеп, яңы хөкүмәт булдырыу тураһында иғлан итергә күндерә. Шул уҡ ваҡытта ул Петроградҡа Г. Е. Львовты саҡырта, ул 1 (14) март 1917 килеп етә. Комитетта хөкүмәт ойоштороу әҙерлеге башлана, әммә быға тиклем батша һәм уның даирәһе менән килешергә кәрәк булһа, хәҙер Петроград Советы кеүек яңы сәйәси көс менән иҫәпләшергә тура килә.
2 (15) март 1917 төнөндә Петроград Советы һәм Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты араһында һөйләшеүҙәр үткәрелә. Ваҡытлы комитет яңы хөкүмәттең программаһына Советтарҙың ҡайһы бер талаптарын индерә, ә Советтар хөкүмәттә ҡатнашмаясағы тураһында белдерә. Шулай ҙа А. Ф. Керенский юстиция министры вазифаһын ҡабул итә.
Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси амнистия иғлан итергә, демократик иректәрҙе тәьмин итергә, сословие, дин һәм милләт буйынса сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарырға, полицияны халыҡ милицияһы менән алмаштырырға, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар үткәрергә, революцияла ҡатнашҡан ғәскәри подразделениеларҙы ҡоралһыҙландырмаҫҡа һәм Петроградтан сығармаҫҡа вәғәҙә бирә.
Ваҡытлы хөкүмәт министрҙары
Ваҡытлы хөкүмәткә 11 министр инә:
- Хөкүмәт рәйесе һәм эске эштәр министры — кенәз Г. Е. Львов
- Тышҡы эштәр министры — кадет П. Н. Милюков]]
- Юстиция министры — «трудовик» (марттан алып эсер) А. Ф. Керенский
- Тимер юлдар министры — кадет Н. В. Некрасов
- Сауҙа һәм сәнәғәт министры — прогрессист А. И. Коновалов
- Мәғариф министры — кадет, профессор А. А. Мануйлов
- Хәрби һәм ваҡытлыса диңгеҙ министры — октябрист А. И. Гучков
- Ауыл хужалығы министры — кадет А. И. Шингарёв
- Финанс министры — эшҡыуар М. И. Терещенко
- Изге Синодтың баш прокуроры — центрист В. Н. Львов
- Дәүләт контролер — октябрист И. В. Годнев
Ваҡытлы хөкүмәт батша осорондағы Министрҙар советы структураһын һаҡлап ҡала, тик батша һарайы һәм уделдар министрлығын ғына юҡҡа сығара.
Ваҡытлы хөкүмәттең сәйәси йүнәлеше
Беренсе составҡа буржуазия һәм ер биләүселәр вәкилдәре инә. Кадеттар партияһы Февраль революцияһынан һуң хакимлыҡ итеүсе партияға әүерелеп, хөкүмәттең сәйәси курсын билдәләй. Хөкүмәт буржуаз ойошмалар, атап әйткәндә, Всероссийский земский союз һәм Военно-промышленный комитет менән тығыҙ бәйле була.
Был турала П. Н. Милюков яҙған:
«Революциянан һуң хөкүмәт башына Рәсәйҙең земство ойошмаларынан килеп сыҡҡан кенәз Г. Е. Львов ҡуйылды. Кадеттар Милюков менән Гучков Дума эшмәкәрлегенән сығып, тышҡы һәм хәрби эштәр министры итеп тәғәйенләнде. Юстиция һәм хеҙмәт министрҙары итеп социалистар тәҡдим ителде. Ләкин тик Керенский ризалашты, ә Чхеидзе Советта ҡалырға теләне. Некрасов һәм Терещенко тимер юл һәм финанс министрлыҡтарын алды. Ҡалған министрҙар социаль торошона һәм һөнәри эшмәкәрлегенә ярашлы һайланды.»
Ваҡытлы хөкүмәт үҙен монархияның вариҫы тип иҫәпләй һәм дәүләт аппаратын һаҡларға тырыша. Әммә демократияға ынтылыш һөҙөмтәһендә хөкүмәткә Советтар, профсоюздар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре индерелә.
Генерал А. И. Деникин билдәләй:
«Революция башында Ваҡытлы хөкүмәт киң танылыу алды. Офицерҙар, буржуазия һәм демократия вәкилдәре уны хупланы.»
9 (22) март 1917 Ваҡытлы хөкүмәтте АҠШ рәсми таный, 11 (24) март 1917 уны Бөйөк Британия һәм Франция хуплай.
Хөкүмәт үҙенең тәүге программаһын 3 (16) март 1917 йылғы декларацияла һәм 6 (19) марттағы мөрәжәғәттә иғлан итә. Ул һуғышты еңеүгә тиклем дауам итергә вәғәҙә бирә, союздаш державалар менән килешеүҙәрҙе үтәйәсәген белдерә. Сәйәси амнистия иғлан итеү, сәйәси иректәр булдырыу, Учредительдәр йыйылышы йыйыуға әҙерлек, полицияны «халыҡ милицияһы» менән алмаштырыу, урындағы үҙидараны реформа үткәреү планлаштырыла. 12 (25) апрелдә йыйылыштар һәм союздар азатлығы тураһында закон ҡабул ителә.
Ике власлыҡ. Ваҡытлы хөкүмәт һәм Петросовет
Февраль революцияһы ваҡытында Ваҡытлы хөкүмәт менән бер рәттән Советтар (ауылдарҙа – крәҫтиән депутаттары Советтары) ойошторола. Был Советтар 1905 йылғы революция ваҡытында барлыҡҡа килгән Советтарға оҡшаш була. 1917 йылдың мартында Рәсәйҙә 600-гә яҡын Совет төҙөлә, уларҙың башында Петроград советы тора. Октябргә Советтар һаны 1429-ға етә, өлкәләр кимәлендә берләшмәләр барлыҡҡа килә. Советтарҙа башлыса социалистар, айырыуса меньшевиктар һәм эсерҙар өҫтөнлөк итә. Ваҡытлы хөкүмәттә иһә кадеттар өҫтөнлөк ала.
1917 йылғы Советтарҙың төп айырмаһы – уларға һалдаттар ҙа инә. Петросоветтың нигеҙен 1915 йылда Хәрби-сәнәғәт комитеты эргәһендә ойошторолған меньшевиктарҙың Эшсе төркөмө тәшкил итә. 1917 йылдың 27 ғинуарында Эшсе төркөмө революция ойоштороуҙа шик аҫтына алынып, эске эштәр министры А. Д. Протопопов тарафынан ҡулға алына.
Февраль революцияһы ваҡытында, 27 февралдә, революцион һалдаттар Эшсе төркөмдө иреккә сығара. Шул уҡ көндә Петросовет һәм уның 15 ағзанан торған башҡарма комитеты булдырыла, етәксеһе – меньшевик Н. С. Чхеидзе. 28 февралдә Петросоветтың рәсми гәзите «Известия» баҫыла башлай.
1 мартта Петросовет 1-се фарманды ҡабул итә, уның авторы тип социал-демократ Н. Д. Соколов иҫәпләнә. 2 мартта ул «Известия» гәзитендә баҫтырыла һәм Петроград гарнизоны һалдаттары өсөн генә тәғәйенләнгән тип иғлан ителә. Әммә бер нисә көн эсендә ул бөтә фронттарға һәм флоттарға тарала, ғәмәлдә армияны тарҡатыу процесын башлай. 3-5 мартта Ваҡытлы хөкүмәт һәм Петросовет был фармандың эҙемтәләрен кәметергә тырыша.
Мартта «ике власлыҡ» режимы нығына: бер яҡтан – Дәүләт Думаһы һәм Ваҡытлы хөкүмәт, икенсе яҡтан – Петросовет. Армияла һәм флотта Ваҡытлы хөкүмәт традицион командованиеға таяна, Петросовет иһә һалдат һәм матрос комитеттарына. Урындағы власть Дума земстволары һәм ҡала думаларына нигеҙләнә, Петросовет иһә Советтарға. Петросовет власы уның башҡарма комитетында туплана, ул һайланмаған һәм тулыһынса социалистик интеллигенция вәкилдәренән тора. В. Б. Станкевич хәтирәләрендә билдәләүенсә, «мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Петроград гарнизонынан, фронттарҙан һәм илдең төрлө төбәктәренән килгән делегаттар ҡатнашлығында дауамлы ултырыштар үткәрелде. Физик йонсоғанлыҡ ғәҙәти хәлгә әүерелде: йоҡо туймау, туҡланыу режимының боҙолоуы, күпселектең сәй һәм икмәк менән генә туҡланыуы».
Март айында Петросовет башҡарма комитеты Ваҡытлы хөкүмәт министрлыҡтарына параллель эшләгән комиссиялар булдыра һәм күләгә хөкүмәтенә әйләнә. Тимер юлдар, почта һәм телеграф, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, финанс комиссиялары ойошторола, юғары командование штабына һәм фронттар штабына комиссарҙар тәғәйенләнә.
8 (21) мартта Контакт комиссияһы төҙөлә, ул Советтарҙың Ваҡытлы хөкүмәт эшмәкәрлеген контролдә тоторға тейеш була. Уның составына Чхеидзе Н. С., Скобелев М. И., Стеклов Ю. М., Суханов Н. Н. һәм Филлипповский В. Н. инә.
1917 йылдың яҙында Советтарҙың юғары органы – Бөтөн Рәсәй Советтар съезы әҙерләнә. 1917 йылда бындай съезд ике тапҡыр үтә, улар араһында юғары власть булып ВЦИК, уның составында 320 кеше, иҫәпләнә. Беренсе составы йәй көнө һайланған I Съезд Советов тиклем юғары власть функцияларын Петросоветтың башҡарма комитеты үтәй.
1917 йылдың майына 50 меңгә яҡын һалдат һәм матрос комитеттары ойошторола, уларҙың ағзалары – 300 мең самаһы кеше. Мөһим революцион көскә Балтика флоты үҙәк комитеты (Центробалт) әйләнә, уның етәксеһе – П. Е. Дыбенко.
Рәсәй сәнәғәтендә фабрика-завод комитеттары барлыҡҡа килә, улар эшселәр контроле иғлан итә. 1917 йылдың июнендә Фабрика-завод комитеттарының Үҙәк советы төҙөлә, октябргә 50 төп сәнәғәт үҙәгендә ошондай комитеттар ойошторола.
Крәҫтиән депутаттары съездары эшселәр һәм һалдат депутаттары съездары менән айырым үтә. Ваҡытлы хөкүмәт һайлауҙарҙа төрлө вәкиллек нормаларын индерә, был һалдаттарға һәм эшселәргә өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, 1917 йылда Петросоветҡа һайлауҙарҙа нормалар: 1000 эшсегә – 1 делегат, һалдат ротаһына (100 самаһы кеше) – 1 делегат итеп билдәләнә. Крәҫтиән депутаттары съезында 150 мең кешегә 1 делегат ҡаралған, шул уҡ ваҡытта эшселәр һәм һалдаттар съезында 25 мең кешегә 1 делегат тәғәйенләнә. Шулай итеп, һалдаттар файҙаһына, һуңынан эшселәр файҙаһына артыҡ вәкиллек булдырыла.
1917 йылда Советтарҙың структураһы буталсыҡ була: эшсе һәм һалдат депутаттары Советтары, крәҫтиән депутаттары Советтары, хәрби депутаттар Советтары, матрос һәм офицер депутаттары Советтары, эшсе старосталар Советтары һ. б. барлыҡҡа килә. 1907 йылғы һайлау системаһы нигеҙендә мөлкәтле кластарҙың Советтарҙа булмауы социалистик көстәрҙең өҫтөнлөк итеүенә килтерә.
Ваҡытлы хөкүмәт һәм Петросовет араһындағы ҡаршылыҡтар
Думалағы монархист В. В. Шульгин] ике власлыҡты «иске хөкүмәт Петропавловск крепосында ултыра, ә яңылығы – өй һағында» тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Александра Фёдоровна ире II-гә 2 март 1917 йылғы хатында яҙған: «Ике йылан – Дума һәм революционерҙар – бер-береһенең башын өҙөр һәм хәл үҙенән-үҙе хәл ителер тип ышанам».
4 мартта Кронштадтта Совет булдырыла, ул 16 майҙа үҙен ҡала власы итеп иғлан итә. Ул Ваҡытлы хөкүмәт комиссары В. Н. Пепеляевты Кронштадттан ебәреүҙе талап итә һәм Февраль революцияһы ваҡытында матростар тарафынан ҡулға алынған офицерҙарҙы тотоуын дауам итә. Был хәл Совет власы урынлаштырыуҙың тәүге күренеше тип баһалана.
1917 йылдың февраленән октябргә тиклемге революция хронологияһы
| Ваҡыт | Ваҡиға | Характеристика |
|---|---|---|
| Февраль 1917 йыл | Февраль революцияһы | Петроградта эшселәрҙең киң ҡоласлы забастовкалары башлана, уларға запас частарҙың һәм Кронштадт матростарының баш күтәреүе ҡушыла. Император Николай II Ставка штабы һәм фронт командующийҙары баҫымы аҫтында тәхеттән баш тарта. Уның вариҫы Бөйөк кенәз Михаил Александрович Дума делегацияһының хәүефһеҙлекте гарантиялай алмауы сәбәпле, властан баш тарта. Дәүләт Думаһы хакимлыҡта ҡала, Ваҡытлы Дума комитеты һәм Ваҡытлы хөкүмәт төҙөлә. |
| Март 1917 йыл | Советтарҙың ойошторола башлауы | Февраль революцияһынан һуң 1905 йылғы өлгө буйынса меньшевиктар һәм эсерҙар өҫтөнлөк иткән Петросовет барлыҡҡа килә. Ул «күләгә хөкүмәте» булып китә, бөтә ил буйынса Советтар формалаша. Ваҡытлы хөкүмәт менән Петросовет араһында Ике власлыҡ режимы урынлаша. Советтар хаотик үҫеш ала, мөлкәтле класс вәкилдәре уларҙан ситләтелә. |
| Март 1917 йыл | 1-се фарман | Петросоветтың 1-се фарманы армияла бер башлыҡлыҡты юҡҡа сығарып, уны тарҡатыу процессын башлай. |
| Март 1917 йыл | Николай II-нең ҡулға алыныуы | 9 мартта тәхеттән баш тартҡан Николай II Царское Селоға килтерелеп, өй һағы аҫтында тотола. |
| Апрель 1917 йыл | Лениндың эмиграциянан ҡайтыуы һәм Лениндың Апрель тезистары | В. И. Ленин Швейцариянан Петроградҡа ҡайта. Ул «Правда» гәзитендә Апрель тезистарын баҫтыра, уларҙа «Бөтә власть Советтарға!» лозунгыһы тәҡдим ителә. |
| Май 1917 йыл | Троцкийҙың Рәсәйгә ҡайтыуы | Л. Д. Троцкий Канада аша Рәсәйгә ҡайтырға тырыша, әммә британия властары уны концлагерға яба. Рәсәй баҫымы аҫтында ул иреккә сығарыла. Ленин һәм Троцкий сәйәси позициялары тулыһынса тап килеүен таныйҙар. |
| Июнь 1917 йыл | Июнь һөжүме | А. Ф. Керенский етәкселегендәге Ваҡытлы хөкүмәт хәрби һөжүм ойоштора, ул тар-мар ителә. Армияла дисциплина ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, Ваҡытлы хөкүмәт абруйын юғалта. |
| Июль 1917 йыл | Июль көндәре (1917) | Большевиктарҙың Петроградта күтәрелеше, уның баҫтырыуы. Ленин конспирацияға китә, Троцкий ҡулға алына. Керенский Ваҡытлы хөкүмәт башлығы була. |
| Август 1917 йыл | Корнилов күтәрелеше | Л. Г. Корниловтың хәрби түңкәрелеш яһарға маташыуы. Ул тар-мар ителә, Керенский яңы диктатура урынлаштырыуҙан ҡурҡып, большевиктарҙы ҡулға алыуҙан баш тарта. |
| Сентябрь 1917 йыл | Большевизация Советов | Большевиктар эсерҙар һәм меньшевиктарҙы ҡыҫырыҡлап, Петросовет һәм Мәскәү советында күпселек урындарҙы ала. |
| Октябрь 1917 йыл | Октябрь революцияһы | Ленин Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезына тиклем Петроградта ҡораллы баш күтәреүҙе башларға саҡыра. Троцкий етәкселегендә Петроград хәрби-революцион комитеты төҙөлә. 24-25 октябрҙә Ҡышҡы һарай баҫып алына, Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары ҡулға алына. Совнарком ойошторола, уның етәксеһе – В. И. Ленин. |
Октябрь революцияһы
Ҡораллы ихтилалды хуплаған РСДРП(б) Үҙәк Комитеты
РСДРП(б) Үҙәк Комитеты 1917 йылдың 10 октябрендә (23 октябрь) ҡораллы ихтилал ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте (10 тауыш - «риза», 2 тауыш - «ҡаршы», Каменев һәм Зиновьев). 16 октябрҙә (29 октябрь) ул киңәйтелгән ултырышта раҫланды.
Ихтилал менән етәкселек итеү өсөн бер нисә структура булдырылды: Политбюро (10 октябрь), Петроград Советының Хәрби-революцион комитеты (12 октябрь), Хәрби-революцион үҙәк (16 октябрь). Политбюро һәм Хәрби-революцион үҙәк РСДРП(б)-ның партия органдары булһа, Хәрби-революцион комитет Совет органы ине.
| Үҙәк Комитет ағзалары | ||
|---|---|---|
| Исем-шәриф | Милләт | Йәш |
| Ф. А. Сергеев (Артём) | урыҫ | 34 |
| Н. И. Бухарин | урыҫ | 29 |
| Ф. Э. Дзержинский | поляк | 40 |
| Г. Е. Зиновьев | йәһүд | 34 |
| В. И. Ленин | урыҫ | 47 |
| Я. М. Свердлов | йәһүд | 32 |
| И. В. Сталин | грузин | 39 |
| Л. Д. Троцкий | йәһүд | 38 |
Ихтилалға әҙерлек, ВРК ойошторолоуы
Октябрь 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт ышанысһыҙ булған частарҙы фронтҡа күсереү тураһында бойороҡ сығара. Был ҡарар Петроград гарнизонында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 12 октябрҙә Петроград Советы Хәрби-революцион комитет (ВРК) булдыра. ВРК етәкселәре араһында Л. Д. Троцкий, Н. И. Подвойский һәм В. А. Антонов-Овсеенко була.
Октябрь аҙағында, немец ғәскәрҙәре Балтик диңгеҙендә һөжүм итә. Был Петроград өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Большевиктар ҡала оборонаһын ойоштороу сәбәпле, ВРК-ны булдырыуҙы аҡлай.
Керенскийҙың ғәмәлдәре
Керенскийҙың реакцияһы хәлһеҙлек менән айырылып тора. Ул армиянан ярҙам һорай алмай, сөнки хәрбиҙәр большевиктарҙы ла, уны ла юҡ итергә мөмкин. Ул Ваҡытлы хөкүмәттең «Корниловтың сүкеше менән большевиктарҙың төйгөсө араһында» тороуын билдәләй[23]. Май 1917 йылда ул «революция әле йәш саҡта» үлмәүенә үкенес белдерә һәм «Рәсәй ирекле дәүләте — был ихтилалсы ҡолдар дәүләтеме ни?» тип әйтә[24].
24 октябрҙә (6 ноябрь) эсерҙар һәм меньшевиктар Ваҡытлы хөкүмәттән ерҙе крәҫтиән комитеттарына тапшырыуҙы һәм тиҙ арала тыныслыҡ һөйләшеүҙәрен башлауҙы талап иткән резолюция ҡабул итә. Әммә Керенский уны ҡабул итмәй.
Иртән 24 октябрҙә хөкүмәт Ҡыышҡыы һарайға һаҡ ҡуя, Смольныйға бәйләнеште өҙә, большевиктарҙың гәзиттәрен яба һәм ҡаланың күперҙәрен аса. Әммә хөкүмәт көстәре ҡаланы һаҡларға һәләтһеҙ була. Ваҡытлы хөкүмәт Советтарҙың күтәрелешен «Рәсәйгә хыянат» тип баһалай, әммә уларҙы баҫтырыу өсөн тейешле көс тапмай.
25 октябрҙә ихтилал
24 октябрҙә кисен ВРК телеграф станцияһын, телефон агентлығын, аҙыҡ-түлек комиссияһын яулай. Иртән 25 октябрҙә күперҙәр яңынан асыла, большевиктар тимер юл вокзалдарын һәм Дәүләт банкыһын үҙ контроленә ала. «Аврора» крейсеры Нева буйлап Ҡышҡы һарайға яҡынлаша.
Керенский ҡалала ярҙам таба алмағас, Петроградтан ҡаса. ВРК «Бөтә власть Советтарға!» тигән өндәмә менән сығыш яһай. Смольныйҙа Ленин ихтилалдың уңышлы тамамланыуын иғлан итә: «Товарищи! Рабочая һәм крәҫтиән революцияһы, уның зарурлығы тураһында большевиктар һәр саҡ һөйләне, ғәмәлгә ашырылды!».
25 октябрҙә Ҡышҡы һарай штурмлана, Ваҡытлы хөкүмәт ағзалары ҡулға алына. Совет власы иғлан ителә, яңы хөкүмәт – Совнарком ойошторола, уны В. И. Ленин етәкләй.
Октябрҙән һуң
Октябрь революцияһынан һуң большевиктар властьты нығыта. 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың февраленә тиклем власть уларҙың ҡулына тиҙ арала күсә. Халыҡтың күп өлөшө уларҙы яҡлай, сөнки улар ерҙе крәҫтиәндәргә тапшыра, эшселәргә контроль бирә, һуғыштан сығыу мәсьәләһен күтәрә. Ләкин власть нығыныу менән, оппозицияға баҫым арта.
Учредительное Собрание һәм большевиктар
Большевиктар 1918 йылдың 5-6 ғинуарында йыйылған Учредительное Собраниены тарата. Был ваҡиғанан һуң власть тулыһынса Советтарға күсә. Совет хөкүмәте берпартиялы дәүләт төҙөү юлына баҫа.
Ҡаршылыҡ һәм Граждандар һуғышы
Большевиктарҙың сәйәсәтенә ҡаршы сығыусылар күп була. 1918 йылдың йәйендә Ярославль, Рыбинск, Муром ҡалаларында ихтилалдар ойошторола. Эсерҙар, меньшевиктар, аҡ гвардиясылар, казактар – бөтәһе лә Совет власына ҡаршы тора. Ләкин Советтар, ҡыҙыл гвардия һәм халыҡтың хуплауы ярҙамында, тәүге ихтилалдарҙы баҫтыра.
Совет власының нығыныуы
Большевиктар граждандар һуғышы осоронда яңы дәүләт төҙөй:
- 1917 йылдың 7 декабрендә ВЧК (Ғәҙәттән тыш комиссия) ойошторола.
- 1918 йылдың 15 ғинуарында РККА (Ҡыҙыл Армия) барлыҡҡа килә.
- Халыҡ хужалығын үҙгәртеп ҡороу башлана.
Халыҡ контроле һәм продразвёрстка
Большевиктар «хеҙмәтселәр өсөн фабрикалар» һәм «ер – крәҫтиәндәргә» тигән лозунгтар менән сығыш яһай. Әммә эшселәрҙең заводтарға контроле хаосҡа алып килә. 1918 йылда дәүләт заводтарҙы тулыһынса үҙ ҡулына ала. Аҙыҡ-түлеккә контролде көсәйтеү өсөн продразвёрстка индерелә.
Бер партиялы система
Большевиктар эсерҙар, меньшевиктар һәм башҡа партияларҙы эҙәрлекләй башлай. 1918 йылдың июнендә эсерҙар һәм меньшевиктарҙың эшмәкәрлеге тыйыла. 1919 йылға ҡарата бөтә власть РКП(б) ҡулында була.
Әҙәбиәт
- Революция 1917-го в России. Как серия заговоров. — М.: Алгоритм, 2017. — ISBN 978-5-906880-08-6.
- Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 1. Агония старого режима. 1905—1917.
- Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 2. Большевики в борьбе за власть 1917—1918.
- Революция 1917 года в России"История России" Орлов А. С., 1997
- Головин Н. Н. Военные усилия России в Мировой войне.
- Суханов Н. Н. Записки о революции.
- Трескин Л. Н.. Московское выступление большевиков в 1917 году.
- Джон Рид. Десять дней, которые потрясли мир.
- Бьюкенен Дж. Мемуары дипломата.
- Деникин А. И. Очерки русской смуты.
- Александр Рабинович. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде.
- Никитин Б. В. Роковые годы.
- Соколов Н. А. Убийство царской семьи
- Исаак Дойчер. Троцкий в Октябрьской революции.
- Мервин Мэтьюз. Становление системы привилегий в Советском государстве.
- Троцкий Л. Д. Доклад V Всероссийскому Съезду Советов о подавлении левоэсеровского мятежа в Москве
- Троцкий Л. Д. Октябрьская революция. Петроград — 1918 года
- Юрий Фельштинский. Большевики и левые эсеры. Октябрь 1917 — июль 1918
- Савченко В. А. Авантюристы Гражданской войны.
- Мальков П. Д. Записки коменданта Кремля.
- Фроянов И. Я. Октябрь Семнадцатого (Глядя из настоящего).
- Попова С. С. Между двумя переворотами.
- Нефёдов Н. А. Красные латышские стрелки.
- Дамье В. Великая российская революция: народ и власть
Һылтанмалар
- Борис Миронов. Российская революция 1917 года сквозь призму демографической модернизации // Демоскоп Weekly : сайт. — 2017. — № 3. — С. 6—58. Архивировано 7 февраль 2018 года.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Орландо Файджес, «Халыҡ трагедияһы» (урыҫса Народная трагедия), стр.370
- ↑ Ямщиков С. В. Социально-психологические детерминаты «солдатской революции» 1917 года в России.
- ↑ 1917 год в судьбах России и мира. Октябрьская революция: от новых источников к новому осмыслению. М., 1998. С. 5. По [1].
- ↑ Вуд, 1979. стр. 18
- ↑ 1 2 Вуд, 1979. стр. 24
- ↑ Журнал «Родина»: 1917. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 25 март 2012 года.
- ↑ Сидоров А. Л. Финансовое положение России в годы первой мировой войны, 1914—1917 гг. М., 1960. С. 147. Из суммы на первую половину 1914 года 1633 млн рублей были в бумажных дензнаках, остальные — в разменной монете. Цитируется по: Ричард Пайпс, Большевики в борьбе за власть.
- ↑ Мельгунов, С. П. Мартовские дни 1917 года / С. П. Мельгунов; предисловие Ю. Н. Емельянова. — М.: Айрис-пресс, 2008. — 688 с.+вкл. 8 с. — (Белая Россия). ISBN 978-5-8112-2933-8, стр. 40
- ↑ 1 2 Нефёдов С. А. Первая мировая война и февральская революция 1917 года. Механизм брейкдауна в условиях войны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 25 март 2012 года. 2012 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
- ↑ Головин Н. Н. Военные усилия России в Мировой войне. Глава 9. Транспорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011.
- ↑ Деникин А. И. Очерки русской смуты. Глава 2. Старая армия перед революцией. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 24 март 2012 года.
- ↑ Отречение Николая II. Воспоминания очевидцев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2011.
- ↑ История Кронштадтской крепости (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 24 март 2012 года.
- ↑ 1 2 3 Вуд, 1979. стр. 25
- ↑ Масси Роберт. Николай и Александра, стр. 125. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года.
- ↑ Александр Блок. Последние Дни Императорской Власти. Глава I. Состояние власти. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011.
- ↑ Спиридович А. И. Великая Война и Февральская Революция 1914—1917 гг., гл. 24. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011.
- ↑ Александр Блок. Последние Дни Императорской Власти. Глава III. Переворот. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011.
- ↑ Мультатули П. В. Господь да благословит решение моё… Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011.
- ↑ Бьюкенен Дж. Мемуары дипломата. Глава XXII. 1917. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2011.
- ↑ Словарь. Что такое «великий князь»? (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 25 март 2012 года.
- ↑ Вуд, 1979. стр. 26
- ↑ Керенский А. Ф. Гатчина
- ↑ Би-би-си. Керенский. Герой «улыбающейся» революции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2011.

