Урман

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Урман
Киң япраҡлы урман. Әрмәнстан, Дилижан
Ылыҫлы урман, Грузия, Абастумани
Ылыҫлы урман
Сан Хуан утрауында урман, Вашингтон
Чилоэ утрауында Вальдив урманы

Урман — ҙур майҙанды алып торған ҡуйы эре ағаслыҡ[1]; ағас үҫемлектәр менән ҡапланған Ер йөҙөнөң бер өлөшө. Урмандар 380 млн йылдар элек девон осоронда барлыҡҡа килгән. Урмандар ҡоро ерҙең 27 %, 3,4 млрд га майҙанын биләп тора, 30 проценты — ылыҫлы, 70 проценты япраҡлы ағас.

Әлегә урмандар ҡоро ерҙең яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм Ер йөҙөндә һауа һулаусы тормош өсөн бик әһәмиәтле роль уйнай. Урмандарҙа, ағас һәм үҫемлектәрҙән башҡа, үҙенә генә төрлө микроорганизмдар, бөжәктәр һәм хайуандарҙы алған үҙенсәлекле ҡатмарлы экосистема барлыҡҡа килә.

Урман структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урмандағы тереклек — үҫемлектәр, йәнлектәр, бәшмәктәр, микроорганизмдар — үҙ ара тығыҙ бәйләнештә тора, бергәләшеп уртаҡ тормошта йәшәй. Шуға күрә урманды тәбиғи берҙәмлек тип атайҙар.

Тәбиғи урман бер нисә «ярус»тан тора. Иң өҫкө ярус — ағастар. Унан түбәнерәк «урман аҫты» — ваҡ ағастар һәм ҡыуаҡтар ярусы урынашҡан. Ул ҡош-ҡорттоң күп төрҙәренә һыйыныу һәм туҡланыу урыны бирә. Тағы ла түбәндәрәк — кескенә ҡыуаҡлыҡтар (мәҫәлән, ҡурай еләге, нарат еләге) һәм үләндәр. Иң аҫҡы ярусты мүктәр һәм лишайниктар тәшкил итә. Улар тупраҡты ҡаплап торалар. Урман шулай уҡ бәшмәктәрһеҙ йәшәй алмай. Бәшмәк ептәре ағас тамырҙары менән ҡушылып үҫәләр һәм ағастарға тупраҡтан һыу, унда эрегән тоҙҙарҙы һуырырға ярҙам итәләр. Элек урман булмаған урынға полоса (ышыҡлау полосаһы) итеп ағастар ултыртыу йыш ҡына һөҙөмтә бирмәй, сөнки тупраҡта бәшмәк булмағас, ағастар үҫеп китә алмай.

Ярустан тыш үҫемлектәр ҙә осрай. Улар үрмәле үҫемлектәр, мәҫәлән лианалар һәм үрмәләүсе үҫемлектәр — орхидеялар.

XVIII быуатта Пруссияла фәнни урмансылыҡ тип бер ҡыҙыҡлы эксперимент үткәрәләр. Урманда бер төрлө генә ағас ҡалдырыла, урман аҫты (бейек ағастар аҫтындағы ҡыуаҡтар) бөтөрөлә, тар һуҡмаҡтар урынына туры киң ыҙандар һуҙыла. Бер-ике йылдан урман үлә башлай. Ҡатлаулы биологик сылбырҙар өзөлгәс, урман табыш сығанағынан дотацияға ҡала, сөнки яһалма урман янғындарға тиҙерәк бирешә, ул минераль ашлама керетеүгә, ҡоротҡостарға ҡаршы сараларға, үҫентеләр ултыртыуға даими мохтаж була.

Урман төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тайга — ылыҫлы урман, урман зонаһының күп өлөшөн алып тора. Тайгала ҡышын һалҡын,ә йәйен тундраға ҡарағанда йылыраҡ. Үҫемлектәр бейек, ҡояшҡа бик талапсан түгел, ағастар — ылыҫлы[2]. Ылыҫлы урмандарҙың киң таҫмаһы, күлле Карелиянан алып, көнсығышҡа таба һуҙылған, Уралтау һырттарын ҡаплап алған, унан Себер һәм Йыраҡ Көнсығыштың икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә йәйелгән. Был — мөһабәт тайга. «Тайга» һүҙе саха телендә «урман» тигәнде аңлата. Тайга зонаһында яҡынса 7 төрлө агас һәм бер ничә төрлө ҡыуаҡ үҫә. Ылыҫлы урмандарҙың күпселеген ҡарағай тәшкил итә. Ул — иң сыҙам ағастарҙың береһе, эҫегә лә, һалҡынға ла бирешмәй. Урмансылар уның ике төргә бүлә: себер ћәм даур. Улар урмандың — 40, ҡарағай һәм кедр — 22, шыршылар — 16, ҡайын менән уҫаҡ 17 процент майҙанын биләй.

Тайганан көньяҡҡа табан ҡатнаш урмандар осрай. Бында күп йыллыҡ туңлыҡ юҡ. Ҡыш шаҡтай йылы. Шуға урманда ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар бергә үҫә. Рәсәйҙә ҡатнаш урмандарҙа ылыҫлы ағастар менән йәнәшә ҡайын, уҫаҡ, имән һәм башҡа төр ағастар үҫә. Япраҡлы ағастарҙың япраҡтары ҡышҡа ҡойола.

Ҡатнаш урмандар зонаһы тайганан киң япраҡлы урмандарға күсеш зонаһы булып тора. Ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа тупраҡ һоро һәм көрән төҫтә. Улар тайганың көлһыу тупрағына ҡарағанда серетмәгә байыраҡ.

Тропик һәм субтропиктарҙа үҫә торған ҡуйы, кеше үтеп сыға алмаҫлыҡ ағастар һәм ҡыуаҡлыҡларҙан торған урман джунгли тип атала.

Донъялағы иң ҙур дымлы тропик урман (сельва) Амазонка йылғаһы буйлап 6 миллион квадрат километрга һуҙылған. Был икһеҙ-сикһеҙ массив аша үтеп сығыу мөмкин булмағанлыҡтан, уны белгестәр элек-электән «йәшел тамуҡ» тип йөртәләр икән[3].

Урман байлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй урмандарында 160 тан артыҡ төрлө еләк-емеш ағасы һәм ҡыуағы үҫә. Урман еләктәренең уңышы йылына 11 миллион тонна, сәтләүек — 5 миллион, бәшмәк 330 мең тонна тәшкил итә. Хатта уңыш аҙ булған йылдарҙа ла 1 гектар ерҙән 50 килограмм эрбет сәтләүеге, 10 килограмм бәшмәк, 60 килограмм ҡарағат, 100 килограмм мүк еләге йыйырға була.

Урман — һауала газ алмашыу кеүек мөһим процесста актив ҡатнашыусы гигант фильтр ул. Урман үҫемлектәре һауанан кеше һәм хайуандар бүлеп сығарған углекислый газды йотоп бара һәм уны кислород менән байыта. Иҫәпләүҙәр күрһәткәнсә, мәҫәлән, дүрт ҙур ағас бер кешене тәүлек буйына етәрлек кислород менән тәъмин итә.

Ағастарҙың сәләмәтләндереү әһәмиәте тағы шунда, улар һауаны туҙандан һәм завод-фабрикалар бүлеп сығарған зарарлы газдарҙан таҙарталар. Урманда туҙан булмай. Ҡарама, йүкә, сирень ағастары туҙанды башҡаларға ҡарағанда күберәк йота — 1 йылға 35 килограмм тирәһе. Урман һауаны төрлө зарарлы ҡатнашмаларҙан таҙарта, уны кислород менән туйындыра. Ғалимдар бер кешегә 100—150 квадрат метр йәшел зона тура килергә тейешлеген иҫәпләп сығарған[4].

Фитонцидтар — күҙгә күренмәй торған урман «санитарҙары». Был матдәләр ауырыу тыуҙырыусы микробтарҙың, бактерияләрҙың, бәшмәктәрҙең үҫеш процесстарын бер туҡтауһыҙ кәметеп тора һәм уларҙы аяуһыҙ рәүештә юҡ итә.

Мәҫәлән, ҡорһаҡ тифы, туберкулез, дизентерия, дифтерит кеүек ҡурҡыныс ауыруҙар тыуҙырусы микробтар ҡайын, муйыл, артыш бүлеп сығарған фитонцидтар тәьҫирендә бик тиҙ һәләк булалар. Имән, осло япраҡлы өйәңке, ҡайын, уҫаҡ, муйыл, ҡарағай, шыршы һәм башҡа ағастар микробтарҙы 1,5 — 3 минут эсендә юҡ итәләр.

Ҡарағай һәм кедр ағаслыҡтарындағы фитонцидтар айырыуса көслө була. Улар көндөҙ ҙә, төндә дә һауа ҡатлауын ғажәйеп ҙур теүәллек менән айҡап сығалар, нәтижәлә һауа таҙара.

Фитонцидтар ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ғына һәләк иткес тәьҫир яһап ҡалмай. Муйыл фитонциды, мәҫәлән, инфекция таратыусы талпандарҙы һәм кимереүселәрҙе лә ағыулай. Фитонцидтарҙың был үҙенсәлегенән медицинала, аҙыҡ сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында файҙаланалар. Медицинала фитонцидлы препараттар киң ҡулланылыш тапты[4].

Урман һәм кеше әүҙемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, һуңғы 10 мең йылда ул осорҙағы урмандарзың өстән ике өлөшө генә ҡалған, 500 миллион гектар ер ваҡ-төйәк ҡыуаҡтарҙан башҡа бер нәмә лә үҫмәй торған ҡыҫыр сүлгә әүерелгән. Англияла урман ерҙәренең 95 проценты ҡырылһа, Италия, Франция, Испания кеүек илдәрҙә был тәбиғәт байлығының 10-15 проценты ғына ҡалған.[3] Кешелек йәшәйше өсөн мөһим булған тропик урмандар минутына 26 гектар тиҙлек менән юҡҡа сыға бара. 25 йылдан һуң уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар, ти белгестәр. Урмандар әҙәйгән һайын, һауа сафлығын юғалтып ғына ҡалмай, йылғалар һайыға, күлдәр кибә, ер аҫты һыуҙары төпкә китә бара һәм ер йөҙөнә ҡоролоҡ янай. Ер шарындағы урмандарҙың 22 проценты Рәсәйгә тура килә. 722 миллион гектар урманда, 75 миллиард кубометр ағас запасы бар. Рәсәй урмандарының 42,7 проценты техник яҡтан өлгөргән урманға керә. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҙур янғындар нәтижәһендә миллион гектар урман юҡҡа сыҡты.[5]

Урмандың иң яуыз дошманы — янғын. Ҡоролоҡло йылдарҙа илдең теге йәки был төбәгендә урман янғындары ҡабына. Урман янғындары сығыуға йыш ҡына кеше сәбәпсе була, сөнки урман янғындарының 95 % ы тораҡ пункттарынан 20 километрға тиклем булған арала ҡабына. Урман янғындары, нигеҙҙә, урманда булған кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға.[4]

2011 йыл БМОның Үҙәк ассамблеяһе тәҡдиме менән Халыҡ-ара «Урмандар йылы» тип иғлан ителгән. Был юҡҡа ғына түгел — урман мәйҙаны кәмегәндән кәмей бара. Биологтар билделәп үткәнсә, урман мәйҙанының кәмей барыуы глобаль әһәмиәттәге тиҫкәре процесстарға килтерә. Нәтижә булараҡ, тупраҡ эрозияға дусар була, үсемлектәр һәм хайуандар донъяһы төрлөлөго кәмей, һыу бассейндары һайыға, атмосфера һауаһында углекислы газ арта, сәнәғәт һәм яғыулыҡ маҡсаттарына ярашлы ағас күләме кәмей.[6]

Башҡортостан урмандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Ural forest.jpg
Башҡортстанда ҡалын ҡатнаш урман

Башҡортостан урмандары имән, йүкә, йыла, уҫаҡ өҫтөнлөк иткән киң япраҡлы ағастарҙан тора. Ағас араларындағы төп үлән үҫемлектәргә еҫле балтырған, төньяҡ райондарҙа — турғай борсағы, еҫле һырмауыҡ, тайтояҡ, турғай йондоҙҡайы, ә көньяҡтараҡ урынлашҡан райондарҙа торна сырмалсығы, ҡыуаҡ сейәһе, ҡолонғойроҡ, ноғот борсағы һәм башҡалар ҡушыла. Киң япраҡлы урмандарҙағы йәш ағастар араһында сәтләүек, зелпе ҡыуаҡтары, миләш үҫә.

Ылыҫлы урмандар Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай, шыршы һәм аҡ шыршынан тора. Ылыҫлы урмандарҙың төп өлөшө таулы райондарҙы биләй. Тауҙарҙың түбәнге өлөшөнде урмандар ҡарағайҙан, ә өҫтәрәк шыршынан тора. Шыршы төптәрендә иһә ҡыҙыл һәм ҡара көртмәленән һәм башҡа ҡуйы тайга үҫемлектәренән торған йәшеллек япмаһы йәйелеп киткән. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк райондарында (Ҡыраҡа тау теҙмәһе, Йылайыр яйлаһы) һәм уның көнсығыш тау алдарында (Ҡырҡтытау, Ирәндек) бәләкәйерәк майҙандарҙа ҡарағас урмандары һаҡланып ҡалған. Ҡарағай урмандарының күп өлөшө ҡырҡылып бөткән һәм уларҙың урынын һөйәлле аҡ ҡайын урмандары баҫып алған. Туғай урмандары тирәк, тал һәм йүкә ағастарынан тора, һаҙлы яр буйҙарында башлыса ҡара ерек үҫә. Тирәклектәр һәм таллыҡтар кешеләр тарафынан тулыһынса йәиһә өлөшләтә юҡ ителгән һәм сабынлыҡ, көтөүлек ерҙәренә әйләндерелгән.

Далалар Башҡортостан территорияһын интенсив рәүештә үҙләштергәнгә тиклем уның тигеҙлек ерҙәренең өстән бер өлөшөн биләгән. Һөрөргә яраҡлы бөтөн ерҙәрҙе үҙләштергәндән һуң далаларҙың майҙаны ҡырҡа кәмене, ә Урал алдында улар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. 50-се йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү Башҡортостандың Урал аръяғы далаларын да юҡҡа сығарҙы. Хәҙер далаларҙың төп массивтары Урал аръяғының тау һәм түбә битләүҙәрендә, шулай уҡ Урал алдының Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулыҡтарындағы тау итәктәрендә һәм Дөйөм Һырттың Төньяҡ армыттарында ғына һаҡланып ҡалған. Далаларҙың өс зона вариантында ла, тау баштарындағы һәм уларҙың иң юғары көньяҡ битләүҙәрендә йоҡа ташлы тупраҡта ташлы ер яратҡан үҫемлектәр (кейәү үләне, ябай оносма, энә япраҡлы ҡәнәфер һәм башҡалар) үҫә. Башҡортостан тигеҙлектәрендә (нигеҙҙә, Урал аръяғының көньяҡ өлөшөндә) урыны-урыны менән татырлауыҡлы далалар һаҡланып ҡалған.

Болондар республиканың башлыса ҡырҡылған урмандар урынында, йыл һайын бесән сабыу йә мал көтөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау болондарына бейек үләндәр хас (йылан тамыр, ҡымыҙлыҡ, ҡырҡҡолас һәм башҡалар), улар араһында һирәкләп ҡыяҡлы һәм ҡуҙаҡлы үләндәр ҙә үҫә. Был болондарҙа эт табаны үләне күп. Ҡоро болондар республиканың төньяғындағы тигеҙлектәрҙә урынлашҡан, уларҙа башлыса дала бажаты өҫтөнлөк итә.

Һаҙлыҡтар республикала аҙ майҙанды биләй. Бейек тауҙарҙа (Ирәмәл, Ямантау баштарында) тау тундраларына хас булған күк көртмәле, һаҙ емеше, дриада һәм башҡа үҫемлектәр үҫә. Республиканың байтаҡ майҙандарында әрем, алабута, маҙа киндер, шайтан таяғы, ике өйлө кесерткән, дегәнәк, аҡ ҡандала һәм дарыу ҡандала үләндәре үҫә. Улар ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа уңайлы экологик шарттар булдырыуҙа мөһим роль уйнай.[7]

Тағы ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Әйләнә — тирә донъя 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 Урмандарыбыҙ — Гиннесстың рекордтар китабында(недоступная ссылка) (тат.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Ағасларҙа кеше яҙмышы(недоступная ссылка)
  5. Һайрар ҡоштарың менән матур һин, урман! 2014 йылдың 30 август көнөндә архивланған.  (тат.)
  6. Гамәлгә куелган Халыкара Урман көне төркиләр һәм иранлыларның Нәүрүзенә туры килә 2014 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
  7. Үҫемлектәр донъяһы 2007 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған.