Ямантау
Ямантау (рус. Ямантау) — Көньяҡ Уралдағы иң бейек нөктә. Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Белорет районында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 1640,4 м тәшкил итә. Көньяҡ-көнсығышта ике километр алыҫлыҡта Кесе Ямантау (1512,7 м) ята. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан.
Ямантау итәгенән көнбайышҡа табан ун километр алыҫлыҡта Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге (ЗАТО) ята (аныҡлап әйткәндә, ике микрорайонының береһе — Үҙәк һәм икенсе Көньяҡ-көнбайыш микрорайоны 25 километр алыҫтараҡ урынлашҡан).
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 700-ҙән 1100 мм-ға тиклем. Ҡар япмаһы 80—100 см, уртаса 180—205 көн дауам итә. Ландшафта бейеклек буйынса айырым зоналашыу күренә. Ғинуарҙың уртаса температураһы -14-тән -17°С-ҡа тиклем, ә июлдә +9-ҙан +16°С-ҡа тиклем.
Атаманың килеп сығышына фараздар
Башҡорттар географик билдәләр атамаһына йыш ҡына практик мәғәнә ҡушҡан. «Яман тау» атамаһы, моғайын, тау һыртының битләүҙәре һаҙлы һәм Таш йылғалар менән ҡапланған булғанлыҡтан, йәйләү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, дөйөм ҡулланылышҡа ингәндер. Урындағы башҡорттар ҙа был тауға экспедициялар ваҡытында аттар һәләк була, уның битләүҙәрендә айыуҙар йыш осрай, тип иҫәпләгәндәр.
П.И. Рычков «Оренбургская топография» китабында былай тип яҙа.
Ноғай даругаһындағы Яман Тау, йәғни әшәке тау, уҫал тауҙа һәр ваҡыт ҡарҙар ята…
Оригинал текст (рус.)Яманъ Тау, то есть худая, или злая гора, на Нагайской дорогѣ, на которой также всегда снѣги лежатъ…
Ер аҫты объекттары
Совет осоронда был урында ике хәрби гарнизон урынлашҡан: Белорет-15 һәм Белорет-16. Был гарнизондар 1995 йылда ябыҡ Межгорье ҡалаһына берләштерелә.
АҠШ стратегик командованиеһы мәғлүмәттәре буйынса, Ямантау һәм Косьвинский Камен тауҙары атом объекттары йәки йәшерен бомбаларҙан һаҡлау комплекстары булыуы мөмкин[1]. 1990 йылдар аҙағында космостан төшөрөлгән һүрәттәр ҙур төҙөлөш булыуын асыҡлай[1].
Характеристикаһы
Абсолют бейеклеге 1640 метр, шул иҫәптән һырттың еңелсә түбәнәйеүен күрһәтеүсе билән менән айырылған түбәләре: Оло Ямантау — 1640 метр һәм Кесе Ямантау — 1510 метр. Оҙонлоғо 5 километр, киңлеге яҡынса 4 километр. Һуҙылған формала. Битләүҙәре текә, төньяҡта — киртләсле, көньяҡта һәм көнсығышта һаҙланған. Түбәләре көмбәҙ рәүешендә, киртләсле, битләүҙәрендә ҙур майҙанлы тау тоҡомдары тупланмаһы — курумдар бар; төньяҡҡа табан ике армыт — Шәкетар (1174 м) һәм Ҡарауыл (1235 м) тауҙары һуҙыла[2].
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 700—1100 мм. Ҡар ҡатламы 80—100 см һәм уртаса 180-ҙән 205 көнгә тиклем ята. Ғинуарҙа уртаса температура −14—17°C, июлдә +9—16°C.
Ландшафтында бейеклек үҙгәрә барыуына ҡарап тәбиғи алмашыныуы йәки бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы һәм аҡ шыршы урмандары көрәнһыу урман, болон, тау тундраһы тупраҡтарындағы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар менән алмашына[2].
Флораһы
Ямантауҙа үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: ике енесле энәле көртмәле, ирәмәл алтын тамыры, ирәмәл тырнағуты, Крылов зыягөлө, күгелйем төлкөғойроҡ, Леманн таутишәре, тығыҙ бетүлән, урал ҡамғағы һәм башҡалар үҫә[2].
Мәҙәниәттә һәм әҙәбиәттә
«Тау Call of Duty: Black Ops» компьютер уйынында Ямантау йәшерен совет хәрби комплексы урынлашҡан урын итеп алынған. «Metro Exodus» уйынының бер бүлеге был тауҙа бара: сюжет буйынса унда Рәсәй Хөкүмәтенең бомбанан һыйыныу урыны урынлашҡан.
Алексей Дорониндың XXI быуат башында булған ядро һуғышынан һуң цивилизацияның иҫән ҡалыуына арналған «Ҡара көн» фантастик китаптар серияһында геройҙар тау аҫтында ресурстарҙың, аҙыҡ-түлектең, техниканың һәм башҡаларҙың стратегик запасын таба.
Стюарт Слейдтың «The Salvation War» фантастик китаптар серияһында Ямантау аҫтында ядро һуғышы осрағына тәғәйенләнғән йәшерен комплекс урынлашҡан. Тамуҡ легиондары баҫып ингәс һәм Ҡотҡарыу һуғышы башланғас, был комплекс беренсе булып Тамуҡҡа һәм Ожмахҡа ҡаршы сыҡҡан 15 дәүләттең Ямантау Советы ултырыштары урыны була.
Галерея
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Рычков П. И. Топография Оренбургская. — СПб., 1762. — С. 243.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. И. М. Япаров. ЯМАНТАУ. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 12.12.2022 (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)
- Сайт «По тропам Южного Урала». Путеводитель вольного странника. Главная › Клуб SouthUral › Библиотека › Краеведение: О самой высокой горе Южного Урала — Ямантау. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)
- Сайт «По тропам Южного Урала». Путеводитель вольного странника. Главная › Клуб SouthUral › Фотогалерея (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)
- Карта окрестностей Ямантау (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)
- Что происходит на Ямантау? (инг.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)
- Документальный фильм Белорецкая нить. История выбора: Иримель или Ямантау. 60-е годы прошлого века. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)