Иҫке Балбыҡ һаҙлығы
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы (рус. Болото Старобалбуковское) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Һаҙлыҡ майҙаны — 85,1 га, һаҡлау зонаһының майҙаны — 81,6 га[1].
Тасуирламаһы
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Иҫке Балбыҡ ауылынан көнбайышҡа табан 1,6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрҙәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарарына ярашлы Иҫке Балбыҡ һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы — күл-һаҙлыҡ сығышлы ҡатмарлы киртләс-һыубаҫар һаҙ массивы. Һаҙлыҡ массивы Уй йылғаһының киң һыубаҫар туғайында сусаҡтар араһында соҡорҙа формалашҡан. Һаҙлыҡтан Семибрат йылғаһы ағып сыға, ул 2 км үткәс Уй йылғаһына ҡоя. Һаҙлыҡтың төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрен ҡасандыр киптергәндәр һәм әлеге ваҡытта улар көтөүлектәр булып торалар. Башҡортостан Республикаһы Торф фондына ярашлы торф ятҡылығының максималь тәрәнлеге 460 см, уртаса тәрәнлеге 135 см күрһәтелгән. Торф ятҡылығы ҡатмарлы рельефлы, экспедиция эштәре ваҡытында көнбайыш өлөшөндә (асыҡ күрән-гипна һаҙлығы) 410 см тәрәнлеккә барып етеп булған. Һаҙлыҡ массивының төп өлөшө, көнбайыш өлөшөндә ваҡ ҡайын-күрән-гипна, ә аҙаҡ асыҡ күрән-гипна төркөмдәре менән алмашынған түңгәк-күрәнле һаҙ ҡайынлыҡтары менән ҡапланған.
Массивтың үҙәк өлөшөндә ике түбәле Эйәр тауы рәүешендә ҙур утрау бар. Дала үҫемлектәре менән ҡапланған был утрау, шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы составына инә. Утрауҙа болон һолобаштары һәм ташлы далалар, шулай уҡ дала ҡыуаҡлыҡтары таралған. Түбәһендә ҡаялар араһында айырым ҡарағастар үҫә. Флораһына ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең, башлыса дала һәм болон-дала үҫемлектәренең яҡынса 100 төрө инә. Шуларҙан 4 төрө Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән: Урал күк умырзаяһы, шырт еҙ үлән, ҡаурый ҡылған, көңгөр ҡыйыҡтажы. Ҡаурый ҡылған шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына (2008) индерелгән. Бынан тыш, энә япраҡлы ҡәнәфер, туманаҡ һәм себер патринияһы кеүек Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелмәгән, ләкин республика территорияһында уларҙың тәбиғәт мөхитендәге торошона айырым иғтибарға мохтажлыҡ кисергән үҫемлектәр үҫә[1].
Һаҙлыҡта 120-гә яҡын ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек үҫә. Үҫемлектәр араһында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән, һирәк осрай торған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәр бар: ҡоба тал, ваҡ ҡыуыҡлы үлән, ваҡ сәскәле соссюрея һәм һаҡаллы бабасыр уты.
Һаҙлыҡта шулай уҡ йырғыланған әрем һәм ҡыуыҡлы үлән кеүек, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелмәгән, әммә республика территорияһында тәбиғи мөхиттә айырым иғтибарға мохтаж булған үҫемлектәр ҙә осрай[1].
Әһәмиәте
Иҫке Балбыҡ һаҙлығы район өсөн ҙур һыу һаҡлау һәм һыу режимын көйләү әһәмиәтенә эйә. Ул һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре үҫеү урыны булараҡ та мөһим. Шулай уҡ Урал аръяғы урман-далаһында һаҙлыҡтар барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнеү өсөн фәнни әһәмиәткә эйә, сөнки был зонала ошондай тәрәнлектәге торф ятҡылығы булған һаҙлыҡтар бик аҙ осрай[1].
Һылтанмалар
- Болото Старобалбуковское. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 "Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан".
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Болото Старобалбуковское. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 "Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан".