Саған (һыҙа)

Саған һыҙаһы (рус. Балка Саган) — йырын-һыҙа системаһы, Башҡортостан Республикаһында төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Туймазы районы Арҙат ауылынан 1-2 км төньяҡта һәм Төмәнәк ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан. Майҙаны — 235 гектар.

Географияһы

Һыҙа Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, көньяҡ-көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 2 һәм 3 км булған тоташҡан ике төп тармаҡтан торған йырын-балоктар системаһынан ғибәрәт. Һыҙа тамағы Өҫән йылғаһы үҙәне менән тоташҡан. Ҡалҡыу урынынан йылға үҙәне панорамаһы асыла. Урындағы рельефта ҡомташлы ҡаялы урындар өҫтөнлөк итә, яҙын һәм йәйен һыҙа битләүҙәре болон үҫемлектәре менән ҡаплана[1][2].

Этимологияһы

«Саған» атамаһы, бер версия буйынса, рельефтың формаһын аңлатҡан «эйәр» тигән төрки һүҙенән килеп сыҡҡан. Икенсе версия буйынса, топоним «сиғандар» һүҙенән килеп сыҡҡан (әйтелеше боҙолоп), сөнки элек күсмә сиғандар лагерҙары был ерҙә йыш ҡына төн үткәрергә туҡтаған булған[2].

Һаҡлау статусы

1960 йылдар аҙағынан һыҙала эрозияға (рус.)баш. һәм һыу ятҡылыҡтары барлыҡҡа килтереүҙе тәьмин итеү буйынса эштәр алып барыла. Башҡорт урман тәжрибә станцияһы был майҙанды агроурмансылыҡ һәм гидромелиорация (рус.)баш. ысулдарын эшләү өсөн полигон итеп файҙаланған. 1969—1975 йылдарҙа һыу тотҡарлаусы быуалар һәм тупраҡ валдары төҙөлә, ябай ҡарағай, ҡарағас, ҡайын, имән, йүкә, саған, бәлзәмле тирәк, ваҡ тал, ҡарағат һәм башҡа ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла.

Был саралар һөҙөмтәһендә йырын системаһының үҫешен тотороҡландырыу һәм уңдырышлы ерҙәрҙең артабан емерелеүенә кәртә булды. Йырын эрозияланған территорияларҙы уңышлы мелиорациялау өлгөһөнә әйләнде[3].

1985 йылда һыҙаға төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде. Үҙәндең тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, йырын барлыҡҡа килеүгә ҡаршы көрәш, шулай уҡ урман культуралары комплексын һәм гидротехник ҡоролмаларҙы һаҡлау — бирелгән статустың төп маҡсаттары.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһы Туймазы урман хужалығы төмәнәк урмансылығының 4 (1-38 бүлектәр) һәм 5 (1-31 бүлектәр) кварталдарын үҙ эсенә ала. Ерҙе файҙаланыусы булып төбәктең урман хужалығы һәм фәнни ойошмалары тора.

Саған һыҙаһы фәнни, тарихи һәм тәбиғәтте һаҡлау яғынан ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. Һыҙа йырын барлыҡҡа килеүгә ҡаршы көрәштең сағыу миҫалы булып тора Һәм Көньяҡ Урал алдының уникаль ландшафт объекты булып һанала[1][2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 А.Ә.МулдашевТәрж. А.Н.Күсее в. Саған (һыҙа). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  2. 1 2 3 Балка «Саган» у с. Тюменяк. Муниципальный район Туймазинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
  3. Саган. Урал. Иллюстрированная краеведческая энциколопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә