Яманйылға (йылға)

Яманйылға — Нуриман районы биләмәһендә ағыусы йылға. Ҡариҙел ҡушылдығы. Оҙонлоғо 47 км. Бассейн майҙаны -[1] 721 км²

Атамаһы яман тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан[2].

Дөйөм оҙонлоғо 60 км, шуның 40 км ер аҫтынан аға. Дәүләт тарафынан һаҡлана.

undefined

Һүрәтләмә

undefined
undefined
undefined

Йылға бассейны көслө карст туҡланыуы ала. Йырҙаның карст ултырмалары төрлөсә: буранка һымаҡ, ҡаҙандар, упҡындар, срҡорло ямдар. Яр буйлап һыу аҡмаған йырындар, сағылдар, ҡоро үҙәндәр күп. Йылғаға бик күп ваҡ йылғалар, карст шишмәләре һәм күлдәре ағып төшә.

Тамағында өҫкө протрезой ҡомлоҡтары зонаһы үҫешкән. Башынан 8 км үткәс, карбонат тоҡомдары таралыуы зонаһына барып тоташа. Йылға ер аҫты йырҙаһына — карст каналына күсә. Ул 40 м тәрәнлектә ята.[3].

Артабан ул 40 км дауамында карст юлдарынан аға. Тамаҡҡа 16 км етәрәк ер өҫтөнә сыға. Яманйылғаға уң яҡтан Түбә шишмәһе ҡушылғас, һыу ҡапыл арта төшә.

Яр буйлап бер нисә кеше йәшәмәгән ауыл бар: Матур Аҡлан, Урау Йырын, Түбә һ.б. Ә Йылға тамағында урынлашҡан Яманйылға Тамағы ауылында кешеләр йәшәй.

Йылғаның хәҙерге торошо

Йылғаның тулылығы миҙгелдәрҙең нисек килеүенә бәйле. Яҙғыһын ул тулы һыулы була.

Йылғаның экологик хәле ҡәнәғәтләнерлек.

Һыуы механик һәм бактерицид яҡтан таҙартылып, ҡулланыу баҙарына сығарыла. Уның 1 литрҙағы составы түбәндәгесә:

  • Кальций 40 мг-дан артмай
  • магний — 20 мг-дан артмай
  • Тимер — 0,089 мг-дан артмай
  • Фтор — 0,53 мг-дан артмай
  • Калий — 0,19 мг-дан артмай
  • Селен — 0,01 мг-дан артмай
  • Көмөш — 0,023 мг-дан артмай
  • Дөйөм минераллылыҡ — 400 мг-дан артмай
  • Һыуҙың дөйөм ҡатылығы — 2,5 мг-экв артыҡ түгел
  • РН — 7,92
  • Ирегән кислород — 8,0 мг/дм³[3]

Иҫкәрмәләр

  1. «Река Яманелга (Яман-Елга)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд. Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989
  3. 1 2 Про воду (html). 3klucha.ru. — Статья о характеристиках воды реки Яман-Елга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2010. Архивировано 4 июль 2012 года. 2011 йылдың 12 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар