Башҡортостан (милли парк)

«Башҡортостан» милли паркы (рус. Национальный парк «Башкирия») — 1986 йылдың 11 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ойошторолған федераль әһәмиәткә эйә булған парк[1].

Географияһы

undefined
undefined

Милли парк Көньяҡ Уралдың көньяҡ-көнбайыш битләүендә, Уралтауҙың һыу айырғыс һыртынан көнбайышта, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.

Мәләүез районы, Күгәрсен районы, Бөрйән районы ерҙәре, 3,8 мең кеше йәшәгән 15 тораҡ пункты (рус.)баш. инә.

Милли парктың дөйөм майҙаны 92,0 мең гектар. Шуның эсенән 83,2 мең га (дөйөм майҙандың 90,4 %-ы) милли парктың үҙенә бирелгән.

8,8 мең га ер айырым ҡулланыусыларҙыҡы һәм милек эйәләренеке. Был ерҙәр хужалыҡ ҡулланылышынан алынмайынса ғына милли парк составына индерелгән.

Урманлы ерҙәр 79,2 мең гектарҙы биләй (милли парк биләмәһенең 95,0  %-ы). Шуның 76,5 мең гектары (91,8  %-ы) — урман.

Урманһыҙ ерҙәр 4,1 мең га (5,0 %-ы) биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, көтөүлектәр — 1,2 мең (1,4 %-ы), юлдар һәм ҡырҡынты ерҙәр — 0,2 мең (0,2 %-ы), һыу ятҡылыҡтары һәм һаҙлыҡтар 50 га самаһы (0,1 %-ы).

Фаунаһы

Һоро айыу, бүре, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, һуҫар, аҫ, йәтсә, европа шәшкеһе, ҡомаҡ, көҙән киң таралған.

Аҡ ҡуян, урғуян, тейен, осар тейен, әлгәнйәк, ондатра, йомран, алйырҙан, ҡыр сысҡаны, баҡса ҡомағы, ялман; тояҡлыларҙан мышы менән илек йыш осрай.

Милли парк биләмәләрендә 231 төр ҡош теркәлгән, уларҙың 148 төрө оя ҡора.

Һыу ятҡылыҡтарында 32 төр балыҡ бар. Йылғаларҙа һәм һыуһаҡлағыста суртан, ҡыҙыл балыҡ, европа бәрҙеһе, һыла һәм башҡа балыҡтар үрсей. Тау йылғаларында йылға бағыры осрай.

Флораһы

Милли парктың үҫемлектәр донъяһы дөйөм алғанда киң япраҡлы, шулай уҡ, ваҡ япраҡлы һәм киң япраҡлы ағастарҙан торған ҡатнаш урмандарҙан ғибәрәт.

Бынан тыш ҡарағай һәм ҡарағайлы ҡайын урмандары ла осрай.

Көпшәле үҫемлектәрҙең һаны яҡынса 765 төр тирәһе.

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән һирәк осраған һәм бөтөп барған 40 төр үҫемлек асыҡланған. Шуларҙың 12 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына ла индерелгән.

Туризм

Йыл әйләнәһендә парк биләмәһендә 30 меңгә яҡын кеше була. Туристарҙы Ағиҙел (йылға) һәм Нөгөш (йылға), Ҡотоҡ-Сумған, Нөгөш һыуһаҡлағысы йәлеп итә. Ҡотоҡ-Сумғанға спелеологтар (рус.)баш. өсөн турист маршруттары эшләнгән. Уға 36 карст мәмерйәһе, карст туннель, күпер, төрлө ҙурлыҡтағы соҡорҙар, ҡоҙоҡтар, шишмәләр инә.

Карст мәмерйәһе емеректәренән хасил булған күпер («Күперле»), Ҡотоҡ-Сумған (бөтөп барыусы йылғалар менән спелеологик музей-лаборатория) һәм «Айыулы аҡлан» бар.

Барлыҡ тәбиғәт ҡомартҡыларына ла йәйәүле һәм һыбай маршруттар булдырылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Е. В. Кучеров. Башҡортостан милли паркы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Государственный доклад о состоянии окружающей природной среды Республики Башкортостан в 2000 году. Уфа, 2001.
  • Флора и растительность Национального парка «Башкирия»: (Синтаксономия, антропогенная динамика, экологическое зонирование). — Уфа: Гилем, 2010. — 512 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-7501-1188-6.
  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. /под ред. Б. М. Миркина. 2‑е изд., доп. и перераб. Уфа, 2011.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә