Ҡоштар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоштар
Bird Diversity 2011.png
Ҡоштарҙың 18 төрө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aves (Linnaeus, 1758)

Ярым класс
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174371
NCBI  8782
EOL  695

Ҡоштар (лат. Aves) — умыртҡалылар төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йомортҡа һалыусы хайуандар классы. Яҡшы айырымланған төркөм һанала, вәкилдәренең иң үҙенсәлекле билдәләренең береһе - тәнде температура үҙгәреүенән һаҡлаусы һәм осҡанда мөһим роль уйнаусы ҡауырһын япмаһы тора. Осоу һәләте ҡоштарҙың төп үҙенсәлеге (уның ҡайһы бер төрҙәрендә булмауы — икенсел күренеш). Өҫкө ослоҡтары ҡанат формаһын алған. Ҡоштарҙың һулыш алыу һәм аш һеңдереү ағзалары осоу һәләте менән тығыҙ бәйле булғанлыҡтан, үҙенсәлекле төҙөлөшлө. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-ҙән ашыу төр.

Ҡоштар социаль хайуандар һанала, сөнки улар визуаль һәм тауыш сигналдары ярҙамында үҙ-ара аралаша, байтаҡ осраҡта йәмәғәтселек ғәмәлдәрен үтәйҙәр: уртаҡ оя,  бергәләп һунар итеү йәки йыртҡыстарҙан һаҡланыу. Байтаҡ төрҙәргә моногамия хас. Ҡағиҙә булараҡ, ояла йомортҡалар һалына һәм уларҙы парҙың бер йәки ике ағзаһы ла баҫа. Ҡоштар нәҫел тураһында ҡайғырталар: ҡошсоҡтарын оҙайлы ваҡыт ҡурсыйҙар, ашаталар, өйрәтәләр.

Күп кенә ҡоштар миҙгелгә ҡарап йәшәү мөхиттәрендәге климат шарттарының үҙгәреүенә, оя ҡора торған биләмәләрендәге үҙенсәлектәргә (аҙыҡ мәсъәләһе, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына бәйлелек һәм башҡалар) бәйле күсеп йөрөйҙәр.

Ҡоштар Ер шарының бөтә экосистемаһында, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрендә лә йәшәйҙәр. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы , 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндәрҙә йәшәүсе ҡоштарҙың  10681 төрө (20 087 төрсәһе), шулай уҡ,  хәҙерге тарихи ваҡытта юҡҡа сыҡҡан159 төрө билдәле. Рәсәй  биләмәләрендә  ҡоштарҙың 789 төрө билдәләнгән, шул иҫәптән оялаусы 657 төр; оялауҙары хаҡында мәғлүмәт күрһәтелмәгән 125 төр , һәм юҡҡа сыҡҡан 7 төр.

Күсер ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күсер ҡоштар көҙөн һалҡын һәм уртаса климатлы өлкәләрҙән бөтөнләй осоп китеп, ҡышты үткәреү өсөн йылы илдәргә йүнәлә. Был төркөмдәгеләр бөжәк ашаусылар йәки төп туҡланыу урыны — һыу ятҡылыҡтары булған ҡоштар.

Туптарға йыйылып, улар йөҙәрләп һәм меңәрләп: берәүҙәре — көндөҙ, икенселәре төнөн оса. Юлда ҡоштар туҡлана, ял итә һәм, үҙҙәре ғәҙәтләнгән даими ҡышлау урынына барып еткәнсе, артабан оса.

Күсер ҡоштарҙың бер өлөшө оялау райондарынан көҙ аҙағында осоп китә. Мәҫәлән, күп кенә өйрәктәр һәм аҡҡоштарҙың осоп китеүе төп туҡланыу урындары булған һыу ятҡылыҡтарының туңыуына бәйле. тыуған яҡтарында туҡланыр аҙыҡ бөткәс,

Башҡа күсер ҡоштар, мәҫәлән, һандуғастар, һарығоштар, ҡарлуғастар, керәшәләр, оялаған ерҙәрендә һауаның йылы тороуына һәм аҙыҡтың етерлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлау урындарына йәй аҙағында уҡ осоп китә.

Ҡышлау урындарына барғанда ла, яҙын тыуған ерҙәрендә бала сығарыу өсөн әйләнеп ҡайтҡанда, ҡоштар һәр йылда ла бер үк юл буйлап оса.

Ултыраҡ ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ултыраҡ ҡоштар йыл әйләнәһенә бер урында йәшәй(тумыртҡа, һайыҫҡан, ҡоҙғон һәм башҡалар). Йәй аҙағында уларҙың ҡайһы берҙәре ҡышҡа бәләкәй генә аҙыҡ запасы әҙерләй. Суҡтурғайҙар кедр һәм имән сәтләүектәрен ерҙәге соҡорҙарға һәм мүк араһына йәки ағас ҡыуыштарына йәшерә.

Ҡарабаш турғайҙар һәм шыуышҡаҡ турғайҙар ҡышҡа орлоҡтар һәм бөжәктәр йыя. Уларҙы ағас ҡабығындағы ярыҡтарға һәм ботаҡтарҙағы лишайниктар араһына тығып ҡуя.

Аҙыҡ бөтә ерҙә лә аҙ булған ҡыш һәм яҙ көндәрендә улар ошо запас аҙыҡ менән туҡлана

Күсеп йөрөүсе ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был ваҡытта башҡа ҡоштар, бәләкәйерәк туптарға йыйылып, аҡрынлап көньяҡҡа күсеп китә. Мәҫәлән, ала ҡарғалар, аҡрынлап ҡар аҙ яуған йәки еләктәргә һәм башҡа аҙыҡҡа бай райондарҙы эҙләп оса. Уларҙың даими ҡышлау урындары булмай.

Ҡышларға килеүсе ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡта оялап, бала сығарғас, беҙҙҙең яғтарға көҙ йәки ҡыш башында осоп киләләр.

Ҡоштарҙың күплеге йәки аҙлығы дүрт төр билдә менән күрһәтелә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бик киң таралған ҡоштар.
  • Киң таралған ҡоштар.
  • Һирәк осраған ҡоштар.
  • Бик һирәк осраған ҡоштар.

Ҡоштарҙың тышҡы төҙөлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштарҙың тәне һөйрәлеүселәрҙәге кеүек үк бүлектәргә — баш, муйын, кәүҙә һәм ослоҡтарға бүленә.

Баштары йомро формала, мөгөҙ көп менән ҡапланған. Яңаҡтары суҡыш формаһын алған: өҫкө суҡыштан һәм аҫҡы суҡыштан тора.

Өҫкө суҡыштың төбөндә танау тишектәре асыла. Башының ян-яҡтарында түңәрәк күҙҙәре урынлашҡан. Уларҙан бер аҙ түбәнерәк һәм арттараҡ ҡауырһындар аҫтында ҡолаҡ тишектәре йәшеренгән.

Баштары хәрәкәтсән муйында ултыра. Был ҡошҡа аҙыҡты йылдам суҡырға һәм тирә-яҡты күҙәтергә, шулай уҡ ҡорһағындағы, ҡанаттарындағы, арҡаһындағы һәм ҡойроғондағы ҡауырһындарҙы суҡышы менән таҙартырға мөмкинлек бирә.

Алғы ослоҡтар — ҡанаттар осоу өсөн хеҙмәт итә. Уларҙың яҫылығы осҡан саҡта ҡошто һауала тотоп тора.

Ҡоштар аяҡтарының бармаҡтарына таянып йөрөй. Аяҡтарының түбәнге өлөшө һәм осло тырнаҡлы бармаҡтары мөгөҙ тәңкәле тупаҫ тире менән ҡапланған.

Тән япмалары.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштарҙың ҡоро һәм йоҡа тиреһе ҡауырһындар менән ҡапланған.

Ҡауырһын төҙөлөшө: 1 — елпеүес, 2 — көпшәһе, 3 — өҫкө йөҙө, 4 — мамыҡ өлөшө, 5 — көпшәнең нигеҙе.
Ҡауырһын төрҙәре: 1 — контур, руль ҡауырһыны (ҡойроҡ), 2 — ғәҙәти елпеү ҡауырһыны, 3 —япма ҡауырһын, 4 — еп һымаҡ ҡауырһын, 5 — бумала һымаҡ ҡауырһын, 6 — мамыҡ

Ҡауырһындар япмаһы — ҡоштарға иң хас тышҡы билдә, ҡоштар («ҡанатлылар») бөтә башҡа хайуандарҙан шул билдә буйынса айырылып тора.

Контур ҡауырһындың ҡаты тар көпшәһе һәм уның ян-яҡтарында киң, йомшаҡ елпеүестәре бар. Елпеүестәрҙе көпшәнән ҡуйы булып айырылып киткән, мөгөҙ матдәнән төҙөлгән бик нәҙек төктәр барлыҡҡа килтерә.

1-се рәт төктәре көпшәгә бер-береһенә параллель беркетелгән. Ошондай һәр төктөң ике яғынан тағы ла нәҙегерәк 2-се рәт төктәре айырылып китә. Был төктәр күрше төктәргә ятып тора һәм уларға бик бәләкәй ырғаҡтары менән йәбешә. Ҡауырһындың ошолай төҙөлөүе уны һығылмалы, еңел итә, һәм һауа уға бөтөнләй тиерлек үтеп инмәй.

Контур япма ҡауырһындар, остары менән бер-береһенә ятып, ҡоштоң тәнендә уның осоуын еңеләйтеүсе шылғыр тотош өҫлөк барлыҡҡа килтерә. Осҡанда ҡоштоң ҡанаттарындағы һәм ҡойроғондағы ҙур контур ҡауырһындар төп әһәмиәткә эйә.

Контур ҡауырһындар аҫтында ваҡ мамыҡ ҡауырһындар урынлашҡан. Уларҙың елпеүестәре йомшаҡ һәм кәүшәк, 2-се рәт төктәре юҡ.

Һыуыҡ төшкәс ҡконтур ҡауырһындар аҫтында мамыҡ үҫеп сыға. Ул осонда суҡ кеүек төктәр шәлкеме булған ҡыҫҡа көпшәнән тора . Ҡауырһындар, бигерәк тә мамыҡ ҡауырһындар, һәм мамыҡ ҡош тәненең йылыһын һаҡлай. Төктәр араһында, көпшәләрҙә һәм айырым мамыҡ бөртөктәре араһында һауа күп була, ә ул йылыны насар үткәрә.

Ҡоштар ҡәтғи периодик тәртиптә төләйҙәр: туҙған ҡауырһындар ҡойола, улар урынына яңылары үҫеп сыға.

Тиреләге биҙҙәрҙән арҡа яғында, ҡойроҡ төбөндә урынлашҡан ҡоймос биҙе генә яҡшы үҫешкән. Ҡош суҡышы менән был биҙҙән майлы шыйыҡлыҡ тамсыларын һығып сығара һәм уның менән ҡауырһындарын майлай. Былай майлау ҡауырһындарҙы эластик һәм һығылмалы итә, ә һыу ҡоштарын еүешләнеүҙән һаҡлай.

Ҡ оштарҙың ҡауырһындары, мамығы, суҡыш һәм аяҡтарының мөгөҙ матдәнән тороусы япмалары, шулай уҡ тырнаҡтары тиренең өҫкө ҡатлауҙарынан барлыҡҡа килә. Уларҙың аяҡтарындағы бербереһенә тейеп торған ваҡ тәңкәләр йәки пластинкалар рәүешендәге мөгөҙ матдә менән ҡапланған тиреһе һөйрәлеүселәрҙең тәңкәләрен хәтерләтә.

Эске төҙөлөштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөлдәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Bird squeleton.svg
Ҡоштарҙың һөлдәһе

Ҡоштарҙың һөлдәһе бер нисә бүлектән: баш һөйәге, умыртҡалыҡ, ослоҡтар билбауы һәм ослоҡтар бүлектәренән тора. һөйәктәрендә һауа ҡыуышлыҡтары булғанлыҡтан, ҡоштарҙың һөлдәһе еңел.

Осмай торған һәм сума торған ҡоштарҙың һөлдәһе ауыр була. һөйәктәре тоташып үҫкәнлектән, ҡоштарҙың һөлдәһе һөйрәлеүселәрҙеке менән сағыштырғанда нығыраҡ

.Ҡоштарҙың баш һөлдәһе баш мейеһе урынлашҡан йомро мейе ҡумтаһынан, бик ҙур күҙ соҡорҙарынан, суҡыштың һөйәк нигеҙен тәшкил итеүсе тешһеҙ өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтарҙан тора.

Мейе ҡумтаһының аҫҡы яңаҡтан башҡа бөтә һөйәктәре лә үҙ-ара ҡушылып үҫкән, сөнки суҡыған саҡта баш һөйәгенә ҙур көсөргәнеш төшә.

Умыртҡалыҡтарының муйын бүлеге оҙон. Уның умыртҡалары үҙенә бер төрлө, эйәр һымаҡ формала була. Шуға ла ҡоштарҙың муйыны бик һығылмалы.

Ҡош башын 180°-ҡа артҡа табан иркен бора йәки үҙе тирәһендәге аҙыҡты эйелмәй һәм кәүҙәһен бормай сүпләй ала.

Күкрәк умыртҡалары, бил һәм һигеҙгүҙ умыртҡалары бер-береһенә тығыҙ ҡушылып үҫкән һәм кәүҙәгә ныҡлы терәк булып хеҙмәт итә. Осҡанда был кәүҙәгә ныҡлыҡ, тотороҡлоҡ бирә.

Ҡоштоң һуңғы, ҡойроҡ умыртҡаларының бер нисәһе, бергә ҡушылып үҫеп, бер ҡоймос һөйәген барлыҡҡа килтерә. Ул руль ҡауырһындарын беркетеү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.

Ҡоштарҙың күкрәк ситлеге умыртҡалыҡтан, ҡабырғаларҙан һәм кәмәгә оҡшаш киң күкрәк һөйәгенән тора. Күкрәк һөйәгенең аҫҡы яғында бейек үҫенте — киль бар. Килгә ҡанаттарҙы төшөрөүсе һәм күтәреүсе мускулдар беркетелә.

Күкрәк умыртҡаларына ҡабырғалар беркетелгән. Ҡоштоң ҡабырғаһы ике өлөштән тора. Уның өҫкө өлөшө хәрәкәтсән итеп умыртҡалыҡҡа, аҫҡы өлөшө күкрәк һөйәгенә беркетелә.

Ҡоштарҙың алғы ослоҡтар билбауы өс ҡуш һөйәктән: ҡарға һөйәктәренән, ҡалаҡ һөйәктәренән һәм умрау һөйәктәренән тора. Умрау һөйәктәре аҫҡы остары менән бер-береһенә ҡушылып үҫеп, сәтәш барлыҡҡа килтерә.

Ҡош ҡанатының һөлдәһе бер ҡулбаш һөйәгенән, ике ҡушар һөйәгенән — терһәк һәм беләк һөйәктәренән һәм бер нисә суҡ һөйәгенән тора. Ер-Һыу хайуандарының һәм һөйрәлеүселәрҙең күпселегенә хас биш бармаҡлы алғы ослоҡтан айырмалы булараҡ, ҡоштоң алғы ослоғонда — ҡанатында өс кенә бармаҡ була. Суҡтың бер нисә ваҡ һөйәге бер-береһенә ҡушылып үҫә һәм бер ҡатмарлы һөйәк барлыҡҡа килтерә. Бармаҡтар һанының кәмеүе, шулай уҡ суҡтың ваҡ һөйәктәренең бергә ҡушылып үҫеүе һөҙөмтәһендә ҡанаттың осоу ваҡытында иң ҙур эш башҡарыусы был бүлегенең ныҡ булыуына әлгәшелә.Алғы ослоҡтар билбауындағы сәтәш ныҡлыҡты арттыра һәм бер үк ваҡытта ҡанаттарҙы елпегәндә һелкеү көсөн йомшарта.

Артҡы ослоҡтар билбауы өс пар таз һөйәгенән тора, улар бил һөйәге, умыртҡалыҡтың һигеҙгүҙ бүлеге һәм ҡойроҡ һөйәгенең тәүге умыртҡалары менән ҡушылып, бер бөтөн барлыҡҡа килтерә. Таз һөйәктәренең ян-яҡтарында быуын соҡорҙары урынлашҡан, уларға артҡы ослоҡтар хәрәкәтсән итеп тоташа.

Ҡоштарҙың артҡы ослоҡтарында шаҡтай йыуан ботто, бергә ҡушылып үҫкән ике һөйәктән торған нәҙегерәк оҙон енсекте, табан һөйәген һәм бармаҡтарҙы айырып йөрөтәләр.

Табан һөйәге — ҡоштарға ғына хас ағза; ул бер һөйәк булып ҡушылып үҫкән бер нисә ваҡ табан һөйәгенән тора. Табан һөйәгенең аҫҡы осона бармаҡ һөйәктәре ялғана. Табан һөйәге тәндең өҫкә күтәрелеүенә ярҙам итә һәм осоп килеп ҡунғанда бәрелеү көсөн йомшарта.

Мускулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә осар ҡоштарҙың да тәндәрендәге иң эре мускулдар — ҡуш ҙур күкрәк мускулдары. Уларҙың массаһы бөтә ҡалған мускулдарҙың массаһына тигеҙ. Был мускулдар күкрәк һөйәгенән һәм уның киленән башланып, ҡулбашта тамамлана. Килдең ян-яҡ өҫлөктәре ҡоштоң был иң көслө мускулдарын беркетеү урыны булып тора.

Күкрәк мускулдарының төп эше — ҡанаттарҙы төшөрөү. Ҡанаттарҙы күтәреү эшен күкрәктең ҙур мускулдары аҫтында урынлашҡан икенсе, көсһөҙөрәк, умрау аҫты мускулдары башҡара.

Аяҡ мускулдары ла яҡшы үҫешкән. Аяҡ быуындары аша тарамыштар һуҙылған. Уларҙың остары аяҡ бармаҡтарына табан үтә. Ботаҡҡа ҡунған ҡош сүгәләй төшкәндә был тарамыштар тартыла һәм аяҡ бармаҡтары, бөгөлөп, ботаҡты ныҡ уратып ала. Шуға ла ҡоштар ботаҡта йығылмай ултырыу ғына түгел, хатта иркенләп йоҡлай ҙа ала.

Ҡабырғаларға һәм уларҙың үҫентеләренә ҡабырғалар араһындағы мускулдар беркетелә. Улар һулыш алғанда ҡоштоң күкрәк ситлеге күләменең үҙгәреүен тәьмин итә. Муйын мускулдары баштың хәрәкәттәрендә: уны бороуҙа, күтәреүҙә һәм эйеүҙә ҡатнаша.

Ҡоштарҙың тән ҡыуышлығы тулыһынса тиерлек күкрәк ситлеге һәм киң таз һөйәге менән һаҡлана. Тән ҡыуышлығында эске ағзалар урынлашҡан.

Аш һеңдереү системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштарҙың яңаҡ һөйәктәре тышҡы яҡтан суҡыш барлыҡҡа килтереүсе мөгөҙ көп менән ҡапланған. Ниндәй аҙыҡ ашауҙарына, уны нисек эҙләп табыуҙарына бәйле рәүештә, ҡоштарҙың суҡыштары төрлө ҙурлыҡта һәм төрлө формала була.

Тештәре юҡ, аҙыҡты бөтөн килеш йоталар. Әммә уның күләме бик ҙур булһа, ҡоштар аҙыҡты ваҡлап суҡып ашай.

Ҡыҙыл үңәстәре бик ныҡ һуҙыла ала. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ҡоштар уны иң өҫтөнә тиклем аҙыҡ менән тултыра алалар. Был уларға бер ниндәй уңайһыҙлыҡ та килтермәй. Ҡайһы бер ҡоштарҙың (мәҫәлән,тауыҡтарҙың) ҡыҙыл үңәсенең төбөндә киңәйгән урын — бөрләтәү була. Ул ваҡытлыса аҙыҡ запасы туплау өсөн хеҙмәт итә.

Ашҡаҙандары ике бүлектән тора:

- Беренсе биҙле бүлектә аш ҡаҙан һуты бүленеп сыға һәм уның тәьҫирендә аҙыҡ йомшартыла.

- Икенсе ҡалын стеналы мускуллы бүлектә аҙыҡ ышҡылып ваҡлана. Быға ҡош һәр ваҡыт йота торған ваҡ таштар ярҙам итә.

Аш һеңдереү бик тиҙ бара. Бөжәктәр, ит аҙыҡ менән туҡланыусыларҙа 15 минутан алып ҡаты, ҡоро бөртөк менән туҡланыусы ҡоштарҙа ла ул бары 2— 3 сәғәт кенә дауам итә. Был шуның менән аңлатыла: даими юғары температураны һаҡлау һәм осоу өсөн ҙур миҡдарҙа энергия талап ителәә. Шуға ла ҡоштар йыш ашай, ваҡыттарының күберәк өлөшөн аҙыҡ эҙләп, әүҙем эшмәкәрлектә үткәрә.

Эсәклек клоакала тамамлана. Үрсеү ағзаларының сығарыу юлдары һәм бөйөрҙәрҙән бүлеп сығарыу продукттарын (шыйыҡ бутҡа рәүешендәге бәүел кислотаһын) алып килеүсе бәүел үткәргес көпшә лә клоакаға асыла.

Һулыш алыу системаһы.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үпкәләренән тыш, ҡоштарҙа ҡыуышлыҡтар — һауа моҡсайҙары була. Улар ағзалар араһында ҡалған бөтә ерҙәге арауыҡта урынлаша . һауа тоҡсайҙары үпкәләр менән тоташа. Тыныс ваҡытта ҡоштарҙың һулыш алыуы күкрәк ситлегенең ҡыҫылыуы һәм киңәйеүе иҫәбенә бара.

Осҡан саҡта һулыш процесына һауа моҡсайҙары ҡушыла. Ҡанаттарҙы елпегәндә, ҡоштарҙың һауа моҡсайҙары бер ҡыҫыла, бер киңәйә, ә уларҙан килгән һауа үпкәләр аша үтә. Шуға осҡан саҡта ҡоштар һулағанда ла, һулыш сығарғанда ла ҡандарын кислородҡа байыта ала. Йәғни, икеләтә һулыш алырға һәләтлеләр.

Ҡоштар ҡанаттарын ни тиклем йышыраҡ елпеһә, һауа әйләнеше лә шул тиклем шәберәк бара. Тыныс ваҡытта күгәрсен минутына 26 тапҡыр, ә осҡанда —400 тапҡыр һулыш ала. Шуға ла ҡоштарҙың осҡанда тындары ҡыҫылмай. Бынан тыш, төрлө ағзалар араһында урынлашҡан һауа моҡсайҙарына ингән һауа был ағзаларҙы һыуытып тора, шуның менән ҡош тәнен кәрәгенән артыҡ йылыныуҙан һаҡлай.

Ҡан тамырҙары системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡан тамырҙары системаһы дүрт камералы йөрәктән һәм ике ҡан әйләнеше түңәрәгенән тора. Йөрәге ике йөрәк алдына һәм ике ҡарынсыҡҡа бүленә. Шуға күрә артериаль ҡан менән веноз ҡан тулыһынса айырылған. Үпкәләрҙән тыш бөтә ағзаларға саф артериаль ҡан килә.

Һөтимәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, ҡоштарҙа төп артерия булып уң аорта тора (һулы түгел). Ҡан әйләнешенең ҙур түңәрәге тап уң аортанан башлана. Артабан аослоҡтар аша үткән ҡан бөйөр порталы системаһына, унан түбән эсе ҡыуыш венаға инә. Аорта дуғаһынан исемһеҙ парлы артериялар айырыла. Артабан улар йоҡо артерияларына, мускулдарға һәм ҡанаттарға ҡан алып барған күкрәк һәм ҡулбаш аҫты артерияларына тармаҡлана. Арҡа аортаһынан артериялар кәүҙәгә һәм аяҡтарға табан китә.

Йөрәктәре ҡеүәтле һәм үҙ эшмәкәрлеген тиҫтәләрсә тапҡырға көсәйтә ала. Йөрәк тибештәре бигерәк тә ваҡ төрҙәрҙә юғары.

Мәҫәлән, күгәрсен йөрәге тыныс саҡта минутына 165 тапҡыр, ә осҡанда —550 тапҡыр ҡыҫҡара. Көмөш аҡсарлыҡтар ял иткәндә йөрәк тибеше минутына 250-гә етә, хәүефләнгән саҡтарында 450 барып етә. Осош мәлендә минутына 200-300 тирәһен тәшкил итә. Турғайҙың тыныс ваҡытта пульсе минутына 460 булһа, осошта 1000-гә барып етә.

Шуға ла ҡоштарҙа матдәләр алмашыныуы бик әүҙем бара. Уларҙың тәненең температураһы уртаса 42°С самаһы була, ҡайһы бер ҡоштарҙа 44,5°С-ҡа етә.

Ҡоштарҙың талаҡтары сағыштырмаса ҙур түгел һәм ғәҙәттә ашҡаҙандың уң яғына йәнәш тора. Формаһы, төҫө, функцияһы буйынса һөйрәлеүселәрҙең талағына оҡшаш.

Ҡоштарҙың лимфа системаһында лимфа тамырҙарыны көслө үҫешмәгән. Улар бөтә тәндең ике өлөштәренән йыйылып һул һәм уң күкрәк үткәргестәренә берләшә. Улар үҙ-ара күпер менән тоташҡан һәм уң йәки һул эсе ҡыуыш венаға ҡоя. Ҡоштарҙың күпселегендә лимфа төйөндәре юҡ. Бары ҡаҙ һымаҡтарҙа ғына барлығы билдәле.

Нервы системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нервы системаһы осошҡа яраҡлашыу һәм төрлө шарттарҙа йәшәү арҡаһында ҡоштарҙа һөйрәлеүселәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ үҫешә.Баш мейеһе һөйрәлеүселәргә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ. Уның массаһы осоумаусы ҡоштарҙа һәм пингвиндарҙа тән ауырлығының 0,04—0,09 % тәшкил итә, ә башҡа осоусы ҡоштарҙа тән ауырлығының 0,2 -нән алып 5—8 % тәшкил итә.

Оҙонса мейеләре бик яҡшы үҫешкән. Унда айырыуса көсөргәнешле тереклек эшмәкәрлеге башҡарыла торған өлкәләрҙе: һулыш алыуҙы, ҡан әйләнешен, аш һеңдереүҙе һәм башҡа мөһим функцияларҙы көйләүсе үҙәктәр бар, улар ҡоштарҙа .

Баш мейеһенең артҡы яғында урынлашҡан кесе мейеһе ныҡ үҫешкән. Был осоу менән бәйле. Кесе мейе —хәрәкәттәрҙе коор­динациялау һәм үҙ-ара яраштырыу үҙәге. Осҡан саҡта ҡоштар ғәйәт ҡатмарлы хәрәкәттәр яһай. Һәм был бик теүәл яраштырылған хәрәкәттәрҙе һәм организмдың тигеҙлеген һаҡлауҙы талап итә.

Урта мейе аҫҡараҡ күскән, өҫтән уны баш мейеһе ярымшарҙары ҡаплай һәм шуға ян-яҡтарынан ғына күренә. Ҡағиҙә булараҡ, уның күреү түм­һәләктәре яҡшы үҫешкән. Аралыҡ мейе ҙур түгел, эпифаз насар үҫешкән, гипофиз биҙе ҙур.

Баш мейеһенең иң ҙур өлөшө булған алғы мейеләре ныҡ үҫешкән. Ҡоштарҙың алғы мейеләрендә ярымшарҙарының ҡабығы һөйрәлеүселәрҙекенә ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән, әммә уның ҡатламы ярайһы уҡ йоҡа. Алғы мейенең күреү һәләтен, хәрәкәтте һәм башҡаларҙы көйләү үҙәктәре яҡшы үҫешкән. Еҫ һиҙеү үҙәктәре бәләкәй генә һәм ул баш мейеһе ярымшарҙарына тейеп тора, шуға күрә ҡоштарҙың еҫте ҡабул итеү һәләте сикле. Бары кивиның һәм үләкһә ҡоштарының һиҙеү үҙәге күпкә яҡшыраҡ үҫешкән.

Алғы мейенең ярымшарҙары шыма, йыйырсалары юҡ. һөтимәрҙәрҙеке менән сағыштырғанда бәләкәй. Уларҙың функцияһына ҡылыҡтар менән идара итеү, арауыҡта юҫыҡланыу, туҡланыу, парлашыу һәм оя ҡороу һәләте инә.

Хәҙерге заман филогенияһы һәм классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һиҙеү ағзалары.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштарҙың күреү һәләте бөтәһенән дә яҡшы­раҡ үҫешкән. Сөнки һауала тиҙ осҡан ваҡытта тирә-йүндәге хәлде алыҫтан уҡ күҙҙәр ярҙамында ғына күреп асыҡларға мөмкин. Ҡош­тарҙың күҙҙәренең күреү һәләте бик ҙур. Ҡайһы бер ҡоштарҙа күреү кешеләр менән сағыштырғанда, 100 тапҡыр ҙурыраҡ. Өҫтәүенә, ҡош­тар бик алыҫтағы предметтарҙы ла яҡшы күрә. Күҙҙәренән бер нисә сантиметр ситтәге деталдәрҙе лә айыра. Ҡоштарҙың төҫтәрҙе айырыу һәләте башҡа хайуандарға ҡарағанда яҡшыраҡ үҫешкән.

Бөтә ҡоштар ҙа төҫлө күреү һәләтенә эйә. Ҡоштарҙың күреү һәләтенең мөһим үҙенсәлеге булып тетрахроматия тора: күҙҙәренең селтәрле шәкәрәһендә ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр һәм ультрафиолет өлкәләрҙәге нурҙар иң ныҡ йотолған пигменттар урынлашҡан. Бынан тыш, зәңгәр төҫтө ҡабул итеү өсөн хеҙмәт иткән криптохром Ерҙең магнит ҡырын ҡабул итергә һәм уны ысын мәғәнәһендә күрергә мөмкинлек бирә.

Иң хәрәкәтсән күҙ ҡабығы , ҡағиҙә булараҡ, түбәнгеһе. Тышҡы күҙ ҡабаҡтарҙан тыш ҡоштарҙың, һөйрәлеүселәр кеүек үк, «өсөнсө ҡабағы» — күҙҙең алғы мөйөшөндә урынлашҡан һәм горизонталь хәрәкәт иткән күҙ йомғос яры бар. Күп кенә һыу ҡоштарында мембрана күҙҙәрҙе тулыһынса яба һәм һыу аҫтында һаҡлағыс күҙлек функцияһын үтәй.

Ҡоштарҙың ҡолағы төҙөлөшө буйынса һөйрәлеүселәрҙең ҡолағына оҡшаш. Ә һөтимәрҙәрҙең ҡолағынан күпкә ябайыраҡ, әммә ишетеү һәләттәре уларҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Ҡолаҡ япраҡтары юҡ, әммә ҡайһы бер ҡоштарҙа ҡолаҡтарын тире йыйырсыҡтары йәки ҡауырһындар уратып ала һәм ҡолаҡ япрағы функцияһын үтәй (мәҫәлән, ҡолаҡлы өкөләрҙә, ябалаҡтарҙа).

Барабан ярыһы ҡауырһындар менән уратып алынған ишетеү юлының эсендә урынлашҡан. Урта ҡолаҡта бер һөйәк бар, ул тауыш тулҡындарын барабан ярыһынан эске ҡолаҡҡа тапшыра. Эске ҡолаҡта ҡусҡар (лабиринт) төрөлмәгән һәм түңәрәк моҡсайҙың оҙонса үҫертеһе булып күренә. Лабиринттың ҡабул итеү өлөштәренең яҡшы үҫеше арҡаһында ҡоштар тән торошоноң үҙгәреүен бик айыралар һәм контролдә тоталар.

Енес системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштар айырым енеслеләр. Уларҙың енес билдәләрен билдәләүсе хромосомалары һөтимәрҙәрҙәкенән айырыла. Ҡоштарҙа гомозигота (ХХ )булып ата заттар тора, ә инә заттар — гетерозигота (ХУ), йәғни енестәре гомолог булмаған хромосомалар менән билдәләнә .

Ата заттарҙың репродуктив ағзалары ҡорһаҡ ҡыуышлығында ятҡан борсаҡ формаһындағы парлы орлоҡ биҙҙәренән ғибәрәт. Уларҙан, клоакаға асылыусы орлоҡ юлдары айырылып китә. Үрсеү осоронда орлоҡ биҙҙәренең ҙурлығы үҙгәрә. Уларҙың ауырлығы 250-300 тапҡырға артыуы мөмкин. Күпселек ҡоштарҙа эске аталандырыу ата заттың клоакаһы инә заттың клоакаһын ҡыҫып, уға сперматозоидтарҙың бер өлөшөн индереү менән тәьмин ителә. Тышҡы енес ағзалары, ҡағиҙә булараҡ, юҡ . Ҡайһы бер ҡоштарҙа (дөйәғошщтар, тинаму, ҡаҙ һымаҡтар һәм тауыҡтар ) клоака стенаһынан енес күҙәнәктәрен сығарыусы махсус ҡаптырма ағза айырыла. Ул копуляция ваҡытында һуҙыла һәм инә заттың клоакаһына индерелә.

Инә заттарҙың репродуктив ағзалары, ғәҙәттә, бөйөр янында ятҡан бер генә, һул йомортҡалыҡтан тора. Ҡайһы бер тутыйғоштарҙың һәм йыртҡыс ҡоштарҙың инә заттары ҡайһы берҙә уң йомортҡалығы ла үҫешкән була.

Йомортҡалыҡтары бөртөклө төҙөлөшкә эйә. Фолликулаларҙыңдарҙың барлыҡҡа килеүе постембриональ үҫештәренең тәүге айҙарында тамамлана (сәүкәләрҙең яҡынса 26 000 фолликулы барлыҡҡа килә). Йыл һайын үрсеү башында бер нисә фолликул үҫеүе башлана (уларҙың һаны ысынбарлыҡта һалынған йомортҡаларҙан 5-10 тапҡырға күберәк).

Йомортҡалыҡ үҙе тәлгәш формаһын ала.Йомортҡалыҡтан клоакаға оҙон көпшә формаһындағы йомортҡа күҙәнәк юлы асыла. Уның башланған ерендә йомортҡа күҙәнәк аталана. Көпшә аша үткәндә тәүҙә аҡһым ҡабығы ала, унан ҡабыҡ аҫты тиресәһе һәм ҡаты эзбиз ҡабыҡ менән менән ҡаплана — аналыҡта йомортҡа барлыҡҡа килә. Артабан еңсә (влагалище) аша йомортҡа клоакаға инә һәм унан сығарыла ла инде.

Оя ҡороу.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек ҡоштар йомортҡаларын ояға һала. Ҡыуаҡ­тарға һәм ағастарға оялай торған ҡоштар сеүәтәгә оҡшаш оялар ҡора. Тумыртҡа һәм ҡарабаш турғай кеүек күп кенә урман ҡоштары ағас ҡыуыштарына оялай. Яр ҡарлуғастары, тырнаҡтары менән ерҙе соҡоп, йырын ярҙарында оя төҙөй.

Ҡайһы бер ҡоштар (мәҫәлән, өйрәктәр, торналар) ояларын ергә яһай. Бөтөнләй оя ҡормай торған ҡоштар ҙа билдәле. Мәҫәлән, кайралар яланғас ҡаяға йомортҡа һала. Ә кәкүктәр йомортҡаларын башҡа ҡоштарҙың ояһында ҡалдырып китә.

Ҡоштарҙың йомортҡаһы эре була . Баҫҡан ҡоштоң ауыр­лығын күтәреү өсөн, тышҡы яҡтан йомортҡа беше ҡабыҡ менән ҡап­лана. Асыҡ урындарҙа оялай торған ҡоштарҙың йомортҡаһы йыш ҡына маскировкалаусы сыбар төҫтә була.

Йомортҡаның үҙәгендә шыйыҡ аҡһым менән уратып алынған шар рәүешендәге йомортҡа һарыһы була. Ул махсус һығылмалы канаттарҙа эленеп тора. Ярал­ғы йомортҡа һарыһы өҫтөндә була. Йомортҡаларҙы баҫҡан ҡош уларҙы тигеҙ йылытыу өсөн әйләндергән саҡта канаттарға элен­гән йомортҡа һарыһы ла боролоп, яралғыны һәр саҡ өҫтә, ҡош тә­ненә яҡыныраҡ ҡалдыра. Әммә йорт ҡоштары йомортҡа баҫҡанда, ҡайһы бер йомортҡаларҙа яралғы үҫешмәй. Был йомортҡаларҙы һаҡһыҙ һелкеткәндә һығылмалы канаттың өҙөлөүе арҡаһында шу­лай була.

Күпселек ҡоштар тәбиғәттә бер нисә йомортҡа һала. Ҡайһы бер­ҙәре ни бары 1 — 2 йомортҡа һала, бик әҙҙәре генә 15—20 йомортҡа һала.

Ҡош балалары үҫешенең типтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡош балалары үҫешенең ике тибы бар:

- балаларын үҙҙәренә эйәртеп йөрөтөүсе ҡоштар,

- балаларын ояла үҫтереүсе ҡош­тар .

Ҡорҙарҙа, өйрәктәрҙә, ҡаҙҙарҙа, аҡҡоштарҙа, шулай уҡ йорт ҡоштарында бәпкәләр йомортҡанан мамыҡлы булып, күҙҙәре асылып сыға һәм улар йомортҡанан сыҡҡандан һуң бер нисә сәғәт үткәс йәки икенсе көндө оянан сыға һәм хатта инәләре артынан йүгереп йөрөй ала. Бындай ҡош балаларын инәләренә эйәреп йөрөү­се ҡош балалары тип йөрөтәләр.

Үҙ -аллы булыуҙарына ҡарамаҫтан, был ҡош балалары тереклек итеүҙәренең тәүге көндәрендә барыбер йылытыуға мохтаж була һәм йыш ҡына инәләренең ҡанаттары аҫ­тына ҡаса, сөнки уларҙың тән температураһы башта уҡ даими бул­май әле.

Йыртҡыс ҡоштарҙың, ала ҡарғаларҙың, ҡара ҡарғаларҙың, кү­гәрсендәрҙең, тумыртҡаларҙың, тутыйғоштарҙың, турғайҙарҙың, ҡарабаш турғайҙарҙың һәм күп кенә башҡа ҡоштарҙың балалары йомортҡанан хәлһеҙ сыға, уларҙың күҙ ҡабаҡтары йәбешкән һәм ҡолаҡ тишектәре томаланған була. Уларҙың тәне яланғас йәки айы­рым-айырым нәҙек, һирәк мамыҡ шәлкемдәре менән ҡапланған була. Улар аяҡтарында баҫып тора алмай һәм оҙаҡ ваҡыт ояларынан сыҡмай.

Бындай ҡош балаларын ояла үҫеүсе ҡош балалары тип йөрөтәләр. Ата-инәләре уларҙы бик оҙаҡ, хатта улар ояларынан һикереп сығып, ағастан ағасҡа осоп ҡуна башлағас та, ашата. Бала ҡоштар осорға өйрәнгәс, ата-инәләре уларҙы ашатыуҙан туҡтай.

Нәҫел тураһында ҡайғыртыу.

Йомортҡа баҫыу, бала ҡоштарҙы ашатыу һәм йылытыуҙан тыш, оло ҡоштар нәҫел тураһында һәр төрлө хәстәрлек күрә. Балаларын ояла үҫтереүсе ҡайһы бер ҡоштар, ояны бысратмау өсөн, балаларының тиҙәктәрен ситкә алып ташлай.

Ҡурҡыныс янаһа, ҡоштар ояларын тырышып һаҡлай. Хатта йыш ҡына үҙҙәренән көслөрәк дошманға ла һөжүм итә. Башҡа ҡоштар­ҙы ярҙамға саҡырып, ҡаты ҡысҡыра. Дошмандан ошолай күмәкләп һаҡланыу бергәләп оялай торған ҡоштар өсөн, мәҫәлән, яр ҡарлу­ғастары өсөн, бигерәк тә хас.

Балаларын эйәртеп йөрөүсе ҡоштарҙа инә ҡош, ҡурҡыныс барлығын һиҙеп ҡалһа, үҙенә бер төрлө борсоу­лы тауыш бирә — һәм бала ҡоштар шунда уҡ төрлө яҡҡа тарала­лар (әгәр оса алһалар, ағасҡа осоп ҡуналар) һәм шымып ҡалалар.

Хәҙерге заман филогенияһы һәм классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ХХ быуат уртаһына ҡоштарҙың, нигеҙҙә, сағыштырма морфология мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән бер нисә оҡшаш классификацияһы була. Улар араһында иң таралғаны Александр Вентмор классификацияһы. Ул классификация хәҙерге 27 отряд вәкилдәрен үҙ эсенә ала. Унда автор хәҙерге ҡоштарҙы ике эре өҫотрядҡа бүлә: Impennes (уларға пингвиндар ингән) һәм Neognathae(яңы аңҡаулылар, башҡа барлыҡ хәҙерге ҡоштар).

Шулай уҡ фәндә ҡабул ителгән морфологик системаларҙың тағын береһе — Клеменс классификацияһы (Клементс,2007).

Һуңғы ике тиҫтә йылда төрлө молекуляр анализ ысулдарын индереү менән ҡоштарҙың систематикаһы һәм филогенияһы байтаҡҡа үҙгәртелде.

Молекуляр биохимик мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу нигеҙендә ҡоштарҙың беренсе классификацияһы булып ДНК-ДНК гибридизацияһы мәғлүмәттәрен сағыштырма анализлау нигеҙендә 1970-се йылдарҙа американлы Чарльз Сибли һәм Джон Алквист төҙөгән классификация тора.

1990 йылда авторҙар ДНК-ДНК гибридлаштырыу нигеҙендә ҡоштарҙың филогенияһы һәм эволюцияһына арналған «Ҡоштар филогенияһы һәм классификацияһы» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығарҙы. Әммә Сибли-Ахлквист классификацияһы дөйөм алғанда ҡабул ителмәй, сөнки ул баҫылып сыҡҡан мәлдә үк әхлаҡи яҡтан иҫкергән була.

Артабанғы ике тиҫтә йылда ҡоштарҙың молекуляр филогенияһының үҙ варианттары менән бер нисә хеҙмәт барлыҡҡа килә. Хәҙерге заман ҡоштарының төрлө молекуляр һәм генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса алынған филогения схемалары бар. Уларҙың һөҙөмтәһенә нигеҙләнгән һығымталарҙың күбеһе морфологик һәм биогеографик мәғлүмәттәргә тап килә. Әммә уларға ҡаршы килгән ҡайһы бер мәғлүмәттәр ҙә бар.

Молекуляр анализ һөҙөмтәләре буйынса ҡоштар филогенияһының һуңғы киң молекуляр анализы (2015) хәҙерге заман ҡоштарының 198 төрөн үҙ эсенә ала. Унда байес анализы һәм максималь дөрөҫлөк ысулдары ҡулланыла.Был ысулдар ҡоштарҙың барлыҡ төп тармаҡтары өсөн нигеҙле һәм бер төрлө филогенетик ағастарын төҙөргә мөмкинлек биргән. Дивергенция ваҡытын анализлау һөҙөмтәләре ҡаҙылма яҙмалар менән тап килә,

Һәм ул аҡбур -палеогендағы юҡҡа сығыу ваҡиғаларынан һуң ҡоштарҙың ғәйәт ҙур тармаҡтар барлыҡҡа килтереп айырылғанын (дивергенция) дәлилләй.

Ошо ике йүнәлеш менән бер рәттән компромисс классификация ла үҫешә. Уларҙа бер үк ваҡытта ҡоштарҙың молекуляр һәм морфологик классификацияһының һуңғы ҡаҙаныштары иҫәпкә алына.

Мәҫәлән, 2001 йылда рус орнитологы Евгений Коблик ҡоштарҙың компромисс системаһын тәҡдим итә. Ул традицион морфологик һәм ДНК-ДНК гибридлаштырыу мәғлүмәттәрен берләштерә.

Ветмор классификацияһынан дөйәғоштарҙы киң интерпретациялау, өс бармаҡлыларҙы (трехперсток), фламингаларҙы, яңы Донъя таҙғараларын айырым отрядтарға бүлеү менән айырыла.

Рәсәйҙә һәм БДБ-ның башҡа илдәренең күпселегендә молекуляр мәғлүмәттәр буйынса классификация киң ҡулланылмай һәм орнитологтарҙың күпселеге классик системаның Витморға ҡараған варианттарын ҡуллана.

Халыҡ-ара орнитология союзы ( Gill & Wright версияһы буйынса ) компромисс классификация ҡуллана (2006). Ул «Avian Higher-Level Phylogenetics» хеҙмәтендә ҡоштарҙың ДНК-һы буйынса дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр менән яңыртылған Howard & Moore классификацияһы.

Был классификация буйынса ҡоштарҙың 40 отрядын, 252 ғаиләһен һәм 2359 ырыуын айыралар.

Традиционная классификация по Klements (2007)[5] Молекулярная классификация Sibley & Monroe (1990)[6]
  • Аҫкласс Palaeognathae — Киль һөйәкһеҙҙәр
    • Отряд Казуар һымаҡтар (Casuariiformes)
    • Отряд Киви һымаҡтар (Apterygiformes)
    • Отряд Нанду һымаҡтар (Rheiformes)
    • Отряд Дөйәғош һымаҡтар (Struthioniformes)
    • Отряд Тинаму һымаҡтар, йәки йәшерен ҡойроҡлолар (Tinamiformes)
    • † Отряд Эпиорнис һымаҡтар (Aepyornithiformes)
  • Аҫкласс Neognathae — Яңы аңҡаулылар
    • Отряд Ҡауҙы һымаҡтар, йәки Яланғасботлолар (Ciconiiformes, Gressores)
    • Отряд Буревестник (дауыл ҡоштары) һымаҡтар, йәки Торба танауҙар (Procellariiformes, Tubinares)
    • Отряд Турғай һымаҡтар (Passeriformes)
    • Отряд Гагара һымаҡтар(Gaviiformes)
    • † Отряд Гесперорнис һымаҡтар (Hesperornithiformes)
    • Отряд Күгәрсен һымаҡтар (Columbiformes)
    • Отряд Ҡаҙ һымаҡтар (Anseriformes)
    • † Отряд Диатримһымаҡтар (Diatrymiformes, или Gastornithiformes)
    • Отряд Тумыртҡа һыма ҡтар (Piciformes)
    • Отряд Торна лһымаҡтар(Gruiformes)
    • † Отряд Ихтиорнис һымаҡтар (Ichthyornithiformes)
    • Отряд Төн күгәрсене һымаҡтар (Caprimulgiformes)
    • Отряд Колибри һымаҡтар(Trochiliformes)
    • Отряд Кәкүк һымаҡтар (Cuculiformes)
    • Отряд Тауыҡ һымаҡтар(Galliformes)
    • Отряд Берҡаҙан һымаҡтар йәкиишкәк тәпәйлеләр (Pelecaniformes, Steganopodiformes)
    • Отряд Пингвин һымаҡтар (Sphenisciformes)
    • Отряд Сыпҡай һымаҡтар (Podicipediformes)
    • Отряд Тутыйғош һымаҡтар(Psittaciformes)
    • Отряд Сысҡан-ҡош (Coliiformes)
    • Отряд Күк ҡарға һымаҡтар (Coraciiformes)
    • Отряд Сәпсәү һымаҡтар (Charadriiformes)
    • Отряд Быжыр һымаҡтар Рябкообразные (Pteroclidiformes)
    • Отряд Өкө һымаҡтар (Strigiformes)
    • Отряд Ыласын һымаҡтар, йәки көндөҙго йыртҡыс ҡоштар (Falconiformes)
    • Отряд Яр ҡарлуғасы һымаҡтар, йәки оҙон ҡанатлылар (Apodiformes)
    • Отряд Трогон һымаҡтар (Trogoniformes)
    • Отряд Турак һымаҡтар (Musophagiformes)
    • Отряд Фламинго һымаҡтар (Phoenicopteriformes)
  • Отряд Ҡаҙ һымаҡтар
  • Отряд Яр ҡарлуғасы һымаҡтар
  • Отряд Bucerotiformes
  • Отряд Ciconiiformes: тотош йәки өлөшләтә күп кенә хәҙерге отрядтарҙы үҙ эсенә ала, шул иҫәптән:
    • Ҡауҙы һымаҡтар
    • Сәпсәү һымаҡтар
    • Ыласын һымаҡтар
    • Гагара һымаҡтар
    • Берҡаҙан һымаҡтар
    • Фламинго һымаҡтар
    • Сыпҡай (поганка) һымаҡтар
    • Буревестник һымаҡтар
    • Пингвиһымаҡтар
  • Отряд Coliiformes
  • Отряд Columbiformes
  • Отряд Coraciiformes
  • Отряд Craciformes — Халыҡ-ара орнитологтар союзы системаһы буйынса тауыҡ һымаҡтарға индерәләр
  • Отряд Cuculiformes
  • Отряд Galbuliformes — якамарҙар Халыҡ-ара орнитологтар союзы системаһы буйынса Тумыртҡа һымаҡтарға керетәләр
  • Отряд Тауыҡ һымаҡтар
  • Отряд Торна һымаҡтар
  • Отряд Турак һымаҡтар
  • Отряд Турғай һымаҡтар
  • Отряд Тумыртҡа һымаҡтар
  • Отряд Тутыйғош һымаҡтар
  • Отряд Өкө һымаҡтар (хәҙерге төн күгәрсене һымаҡтарҙы һәм өкө һымаҡ төн күгәрсендәрен ҡушып)
  • Отряд Дөйәғош һымаҡтар
    • Дөйәғоштар
    • Нанду
    • Казуарҙар
    • Киви
  • Отряд Тинаму һымаҡтар
  • Отряд Trochiliformes — колибри, Халыҡ-ара орнитологтар союзы системаһы буйынса яр ҡарлуғасы һымаҡтарға ҡарай
  • Отряд Трогондар
  • Отряд Turniciformes — өс бармаҡлылар, Халыҡ-ара орнитологтар союзы системаһы буйынса сәпсәү (ржанка) һымаҡтарға ҡарай
  • Отряд Һөҙһөт һымаҡтар

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бейчек В., Штястны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Лабиринт-пресс, 2004. — 289 с. — ISBN 5-9287-0615-4.
  • Бутурлин С., Дементьев Г. Полный определитель птиц СССР в 5 томах. — М.: Всесоюзное кооперативное объединённое издательство «КОИЗ», 1934—1941.
  • Галушин В. М., Дроздов Н. Н., Ильичев В. Д. и др. Фауна Мира: Птицы : Справочник / под ред. д.б.н. В. Д. Ильичева. — М. : Агропромиздат, 1991. — 311 с. : ил. — 50 000 экз. — ISBN 5-10-001229-3.
  • Иванов А. И., Штегман Б. К. Краткий определитель птиц СССР. — М.—Л.: Наука, 1964. — 528 с.
  • Коблик Е. А., Редькин Я. А., Калякин М. В. и др. Полный определитель птиц европейской части России. В 3 частях / Под общ. ред. М. В. Калякина. — 2-е изд., доп. — М.: Фитон XXI, 2014. — ISBN 978-5-906171-07-8.
  • Мензбир М. Птицы // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907. (Проверено 2 декабря 2010)
  • Птицы. — М.—Л., 1941. — Т. 1. — Вып. 4. — (Фауна СССР).
  • Птицы / Общ. ред. Л. А. Зенкевича; Под ред. В. Д. Ильичёва и А. В. Михеева. — 2-е, доп., перераб. — М.: Просвещение, 1986. — Т. 5. — 612 с. — (Жизнь животных).
  • Птицы Советского Союза: в 6 т / Под ред. Г. П. Дементьева и Н. А. Гладкова. — М.: Советская наука, 1951—1954.
  • Френсис П. Птицы. Полная иллюстрированная энциклопедия. — М.: АСТ — Дорлинг Киндерсли, 2008. — ISBN 978-5-17-053424-1.

Svensson L., Mullarney K. The Most Complete Field Guide to the Birds of Britain and Europe. — 2009. — (Collins Bird Guide). (англ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Burleigh J. G. et al. Building the avian tree of life using a large-scale, sparse supermatrix (инг.) // Molecular Phylogenetics and Evolution. — 2015. — Vol. 84. — P. 53—63. — DOI:10.1016/j.ympev.2014.12.003. — PMID 25550149.
  2. Prum R. O.[en], Berv J. S., Dornburg A., Field D. J., Townsend J. P., Moriarty Lemmon E., Lemmon A. R. A comprehensive phylogeny of birds (Aves) using targeted next-generation DNA sequencing (инг.) // Nature. — L.: Macmillan Publishers Limited, part of Springer Nature, 2015. — Vol. 526, no. 7574. — P. 569—573. — ISSN 0028-0836. — DOI:10.1038/nature15697. — PMID 26444237.
  3. Jarvis E.D. et al. Whole-genome analyses resolve early branches in the tree of life of modern birds (инг.) // Science. — 2014. — Vol. 346, no. 6215. — P. 1320—1331. — DOI:10.1126/science.1253451. — PMID 25504713.
  4. Yuri T. et al. Parsimony and Model-Based Analyses of Indels in Avian Nuclear Genes Reveal Congruent and Incongruent Phylogenetic Signals (инг.) // Biology. — 2013. — Vol. 2, no. 1. — P. 419—444. — DOI:10.3390/biology2010419. — PMID 24832669.
  5. Clements J. F[en]. The Clements Checklist of Birds of the World (инг.). — 6th edn. — Ithaca, NY, USA: Cornell University Press[en], 2007. — ISBN 978-0-8014-4501-9.
  6. Sibley C. G., Monroe B. L., Jr. Distribution and Taxonomy of Birds of the World. — New Haven, USA: Yale University Press, 1990. — 1111 p. — ISBN 9780300049695.