Сәпсәү һымаҡтар
Сәпсәү һымаҡтар (лат. Charadriiformes, рус. Ржанкообразные) — бөтә ер йөҙөндә осрай, һыу буйында йәшәй торған, көйөлдөләр менән аҡсарлаҡтарҙы эсенә алған ҡоштар отряды; тышҡы ҡиәфәте, мирфологияһы менән айырылап торған, бөтә бонъяға таралған, һыуҙа һәм һыу эргәһендә йәшәүсе ҡоштар отряды. Ҙурлығы буйынса бәләкәй һәм уртаса, ауырлығы буйынса ҡом көйөлдөләре (Calidris minutilla) 19-30 г һәм диңгеҙ аҡсарлағы (Larus marinus). 1,3-2 кг-ға етә. Күмәк колонияла йәшәүселәр ҙә, айырым йәшәуселәр ҙә бар. Поляр сарлаҡтың (Sterna paradisaea) миграция юлы 28 мең км-ға етә, шулай уҡ тау зырҡыуыты (Gallinago solitaria) ултыраҡ рәүештә тереклек итә.
Көйөлдө оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө, йылға-күл буйында йәшәүсе, ҡош[1]. Был ҡош Башҡортостанда киң таралған, һыу буйҙарында тереклек итә. Оҙон аяҡлы, аҫҡа табан кәкерәйгән оҙон суҡышлы, өйрәктән ҙур. Был ҡош яҡшы йөҙә, кәрәк саҡта сума. Төҫө — ҡара, буй-буй ерән һорғолт һыҙыҡлы. Ҡойроғоноң өҫтө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Аяҡтары күкһел һоро. Тауышы «көйөөөөл, көйөөөөөл, өл-өл-өл». Шырлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй. Ваҡ балыҡ, бөжәк, көҙөн еләк-емеш менән туҡлана. Көйөлдө ояһын ерҙә ҡора. Көрән таптар менән ҡапланған йәшкелт-һоро төҫлө дүрт йомортҡа һала. Көйөлдө — һунар ҡошо, уны ите өсөн аулайҙар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Әҙәбиәт
- Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
Һылтанмалар
- Мәмәтов Ә. Ф. Сәпсәү һымаҡтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Всё о птицах (рус.)
- Ржанкообразные на сайте water-birds.narod.ru (рус.)