Күперле карст күпере
Күперле карст күпере (рус. Куперлинский карстовый мост) — тәбиғи таш күпер рәүешендәге һирәк осрай торған рельеф формаһы. Урал тауҙарындағы Башҡортостан милли паркы биләмәһендә (Рәсәй, Башҡортостан) урынлашҡан. 1965 йылдың 17 авгусынан 2014 йылдың 19 мартына тиклем Күперле карст күпере төбәк әһәмиәтендәге геологик (геоморфологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[1][2][3][4][5]. Башҡортостан милли паркы составына инә[6].
Рәсми атамаһын үҙе урынлашҡан Күперле шишмәһе исеменән (Нөгөш йылғаһының уң ҡушылдығы) алған. Ошо фәнни атаманан тыш был арканың ниндәйҙер башҡа исеме юҡ. Урындағы халыҡ шишмәне тап ошо ғәҙәти булмаған геологик объекттың урыны буйынса билдәләгән тип аңларға кәрәк[7][6].
Тасуирламаһы
Күперле карст күпере Көньяҡ Уралда, Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында Һәргәй ауылынан 13 км төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ағиҙел участка урмансылығының беренсе кварталының ун туғыҙынсы бүлегенә ҡараған ошо ерҙе файҙаланыусы итеп Башҡортостан милли паркы билдәләнгән һәм уның хакимиәтенә тәбиғәттең иҫтәлекле урынын ҡарап-күҙәтеү йөкмәтелгән. Тәбиғи арка Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы булған Нөгөшкә ҡойған Куперле шишмәһенең тар каньонға (рус.)баш. оҡшаш үҙәнен киҫеп үтә[4][7].
«Күперле карст күпере» тип, ғәҙәттә, арканы һәм эргәлә урынлашҡан өс шарлауыҡтан (Күперле шарлауығы каскады) торған системаны үҙ эсенә алған бөтә тәбиғәт комплексын атап йөрөтәләр. Таш арка был төбәктә карсттың интенсив үҫеш һөҙөмтәһе тип ҡарала. Ул таш күмер осорондағы эзбизташ тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән. Элек күпер урынында ҙур карст мәмерйәһе булған, уның ҡыуышлығы ер аҫты һыуҙарынан даими йыуылып торған. Ахыр сиктә был процесс мәмерйә көмбәҙенең емерелеүенә килтергән, хәҙер уның ҡалдыҡтары йылға каньоны уртаһынан күренеп тора. Иҫәпләүҙәр буйынса, мәмерйәнең тәүге үлсәмдәре 35 метр оҙонлоҡта, 4 метр киңлектә һәм 20 метр бейеклектә була[3][4]. Хәҙерге Күперле күпере уртаһында колонна менән бүленгән ике аранан тора, уның оҙонлоғо 35 метрға етә, киңлеге иһә боронғо мәмерйәнең киңлегенә тап килә, йәғни 4 метр тәшкил итә, ә бейеклеге 16 метрҙан артмай. Иң ҙур араның оҙонлоғо 10 метрға етә[7].
Мәмерйә емерелгәндән һуң боронғо ер аҫты ағымы хәҙерге Күперле йылғаһына әүерелә, ул миллион йылдар элек булған юлы буйлап ағыуын дауам итә. Күперле карст күпере аҫтынан һыу ағымы 3 метр бейеклектәге һикәлтәнән төшә. Илле метр аҫтараҡ тағы бер каскадлы (рус.)баш. шарлауыҡ бар, ул ике һикәлтәнән тора: беренсеһенең бейеклеге 8 метр, ә икенсеһенең — 12 метр[3][4]. Ошо өс һикәлтәне бергә дөйөмләштереп Күперле шарлауығы тип атайҙар[7].
Күперле каньонының төбөн киң япраҡлы урман менән ҡаплаған, шуның арҡаһында бында һәр ваҡыт һалҡын күләгә була. Битләүҙәрҙең өҫкө яғында ҡарағай урманы үҫә. Был ағастар аҫтында һоро урман тупрағы барлыҡҡа килгән. Күперле карст күперенең тирә-яғында һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең популяцияһы табылған, улар араһында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре лә бар. Мәҫәлән, бында Astragalus clerceanus, себер зигаденусы, төньяҡ шиверекия, бейек турҡа сәскә[3][4].
Күперле карст күпере матур тирә-яғы менән генә түгел, ә ғәҙәти булмаған ҡиәфәте менән дә күп һанлы туристарҙы йәлеп итә, сөнки ул яһалма ҡоролманың аптырап ҡарарлыҡ емереклектәрен хәтерләтә. Карст күпере барып етеүе ҡыйын урында урынлашҡан, шуға ла, ҡағиҙә булараҡ, унда «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре йәйге осорҙа ойошторған экскурсиялар составында йөрөйҙәр[6]. 2014 йылдың 19 мартында тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенән сығарыла[2][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 № 465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР». ООПТ России (16 апрель 1965). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Постановление от 19 марта 2014 года N 110 «О памятниках природы республиканского значения». Правительство Республики Башкортостан (19 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ә. А. Мулдашев, Р. А. Фәтҡуллин. Күперле карст күпере (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан // отв. ред. А.А. Мулдашев. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 267—268. Уфимский Институт биологии РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Потапова Н.А., Назырова Р.И., Забелина Н.М., Исаева-Петрова Л.С., Коротков В.Н., Очагов Д.М. Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). ВНИИприроды (2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Башкирия, национальный парк. Минприроды России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Рундквист Н., Задорина О. Куперлинский карстовый мост. Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Издательство «Квист», 2013 (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа «Тау» 2004.
- Геологические достопримечательности России. Европейская часть. Авторы: Горбатовский В. В., Семилеткин С. А., Воронова М. И., Гареев Э.З и др. Издано по заказу ФГУ ЦБИ МПР России. 2009, 223 с.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Күперле карст күпере (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2025)