Шүлгәнташ ҡурсаулығы

Шүлгәнташ ҡурсаулығы (рус. Заповедник Шульган-Таш) — Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Федераль статусҡа эйә. Көньяҡ Урал тауҙарының көнбайышында, Бөрйән районының тау-урман бүлкәте сиктәрендә урынлашҡан.

Тарихы

Ҡурсаулыҡ 1958 йылда Башҡорт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп ойошторола, ә 1986 йылдың 16 ғинуарында үҙаллы ҡурсаулыҡҡа әйләнә. Уны ойоштороу өсөн был төбәктә саф тоҡомло бөрйән солоҡ бал ҡорто йәшәүе нигеҙ була. Филиал ҡырағай бал ҡорттарын һаҡлаусы донъялағы иң беренсе зона[1].

Рәсәйҙәге ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат булып тороусы «Алтын Солоҡ» менән бергә Шүлгәнташ ҡурсаулығы Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына ингән[2].

Физик-географик урыны

Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау алды өлөшөндә, тау-урман биләмәһендә, Бөрйән районы сиктәрендә урынлашҡан. Рельефы түбән таулы, диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 240 м-ҙан 700 м-ға тиклем етә[14]. Дөйөм майҙаны — 22,5 мең га.

Ғинуарҙың уртаса температураһы −16°С, июнь һәм июлдеке +16°С. Климат уртаса континенталь, йылдары ҡырҡа үҙгәреүсән, яуым-төшөм 270-тән 750 мм-ға тиклем. Рельефы йылға үҙәндәре менән йырғаланған тәпәш тауҙарҙан тора. Эре япраҡлы һәм ылыҫлы-япраҡлы ҡатнаш урмандар биләмә майҙанының 92%-ын биләй.

Шүлгәнташ ҡурсаулығы тәбиғәт һаҡлаусы, ғилми-тикшеренеүсе һәм экологик-ағартыусы учреждение булып тора. Ҡурсаулыҡта 90 тирәһе кеше эшләй, шулар иҫәбендә 3 фән кандидаты, 2 аспирант һәм 5 фән хеҙмәткәре бар. Ҡурсаулыҡ библиографияһында 900-ҙән артыҡ эш, фәнни публикациялар йөҙгә яҡын. Йыл һайын ҡурсаулыҡта бөтөн башҡарған эш буйынса «Тәбиғәт йылъяҙмаһы» тигән ғилми отчёт әҙерләнә.

Ҡурсаулыҡта яһалма ҡыуыштар — солоҡ һәм умарталарҙа — 138 бал ҡорто ғаиләһе, ә пасекаларҙа 242 ғаилә аҫрала. Солоҡсолоҡ менән, төп хеҙмәттәренән тыш, ҡурсаулыҡтың дәүләт инспекторҙары ла шөғөлләнә. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып башҡорт бал ҡортоноң генофондын ситтән килтерелгән тоҡомдар менән ҡатнашып китеүҙән һаҡлау, шулай уҡ климат үҙгәреше кеүек заманса хәүефтәргә ҡаршы тороу тора. Ҡышҡы температураның күтәрелеүе һәм киҫкен йылыныу осорҙары ҡышлау ваҡытында бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына килтерә[3].

Бал ҡорто популяцияһының тотороҡлолоғон тәьмин итеү маҡсатында 1997 йылда «Алтын-Солоҡ» заказнигы ойошторола. Ул буфер зона һәм ғәмәли солоҡсолоҡ алып барылған төп территория вазифаһын үтәй, ә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы фәнни һәм селекция-генетика үҙәге булып тора[4].

2011 йылда ҡурсаулыҡ «Бөрйән солоҡ балы» тауарҙың сығыш урыны атамаһын файҙаланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы ала. Был солоҡсолоҡ кәсебенең рентабеллеген арттырыуға булышлыҡ итә.

Флора һәм фауна

Фаунаның иң киң танылған вәкиле — бөрйән тоҡомло солоҡ бал ҡорттары.

Балыҡтарҙың 30 төрө, ер-һыу йәнлектәренең — 5 төрө, һөйрәлеүселәрҙең — 6 төрө, ҡоштарҙың — 206 төрө, һөтимәрҙәрҙең — 61 төрө осрай. Умыртҡаһыҙҙарҙың яҡынса 1700 төрө асыҡланған, шул иҫәптән күбәләктәр — 378, ҡуңыҙҙар — 458.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәр һаны 31, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәне — 67 төр. Бында һоро айыу йыш осрай. Ҡоштар фаунаһы күп төрлө.

Проблемалар ҙа бар: төбәктә Европа Шәшкеһен америка шәшкеһе ҡыҫырыҡлап сығара бара. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөү һәм климат йылыныуы сәбәпле ҡайһы бер балыҡтар һаны кәмеүе күҙәтелә, мәҫәлән: ҡыҙылбалыҡ, бағыр, бәрҙе.

Үҫемлектәр донъяһы күп төрлө һәм бай. 2009 йылдың башына 816 төр үрге үҫемлектәр, 184 — мүк, 233 — лишайниктар, 117 төр бәшмәк, 202 төр ылымыҡтар һәм цианобактериялар асыҡланған. 14 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, 57 — Башҡортостандыҡына индерелгән.

Шүлгәнташ — уникаль мәҙәни-тарихи объект

undefined

Башҡорт халҡының күп риүәйәттәрендә һәм легендаларында телгә алына — мәҫәлән, «Урал батыр» эпосында.

Ҡурсаулыҡ территорияһында уникаль карст Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Мәмерйәнең оҙонлоғо 2,9 км тәшҡил итә. Ул өс ҡатлы, эсендә Шүлгән| йылғаһы аға.

undefined

1959 йылда ҡурсаулыҡ зоологы А. В. Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендә палеолит эпохаһынан ҡалған һүрәттәрҙе асҡан. Унда мамонт, ат һәм башҡа йәнлектәр, ҡатмарлы тамғалар, антропоморф фигуралар һүрәтләнгән. Улар охра менән төшөрөлгән. Һуңғы заманса технологиялар ярҙамында тикшеренеүҙәр уларҙың йәше 19 — 39 мең йыл тип билдәләй.

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II — С. 234
  2. UNESCO World Heritage Centre. Bashkir Ural - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2016.
  3. Сборник материалов Всероссийской научно-практической конференции «Сохранение и изучение культурного наследия Алтайского края» (pdf). Алтайский государственный краеведческий музей (2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2026.
  4. Заповедник Шульган-Таш. yulbars.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.

Әҙәбиәт

  • Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 234—263.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә