Киндерле мәмерйәһе
Киндерле мәмерйәһе, Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге мәмерйә (рус. Киндерлинская пещера,Пещера Победа) — Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында торған мәмерйә. Ғафури районы Ташаҫты ауылынан көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Киндерле йылғаһы (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә, «Еҙем тәбиғи паркы» территорияһында урынлашҡан[1] йылғаһының тамағында урынлашҡан.[2]
Тасүирлама
Төбәктәге иң оҙон мәмерйә, дөйөм оҙонлоғо 10 км ашыу. Мәмерйә шулай уҡ Победа (Еңеүҙең мәмерйәһе) тип атала, ә СССР-ҙа уны «Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге мәмерйә» тип атағандар. Был рәсми исемдең ҡыҫҡартып — Победа (Еңеү) тип әйтәләр. Бөгөн мәмерйәгә урындағы халыҡ биргән тарихи исемен — Киндерле исеме ҡайталырған. [3].
- Төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре
Мәмерйәгә ингән урында 720 м2 майҙанды боҙ ҡатламы биләп тора, уның оҙонлоғо 720 м, ҡалынлығы 8 м-ға етә.Боҙ өҫтөнән төрлө ҡиәфәттәге сталагмиттар ҡалҡып тора.
Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 8130 м (шуның 230 м һыу аҫтында), күләме 229600 м3, иҙәненең майҙаны 39,4 мең м², юлдарының уртаса киңлеге 5,4 м, бейеклеге 7,1 м. Киндерле Уралдың иң тәрән мәмерйәһе. Уның амплитудаһы 215 м. Мәмерйәгә инеү урыны трапецияға оҡшаған.
Урындағы халыҡ был мәмерйәне тирә яғында киндер үҫкәнгә күрә Киндерле тип атаған. Мәңгелек боҙлоғонда йәйен ит һаҡлағандар.
Тәү башлап мәмерйәне 1974 йылда А. Андреев етәкселегендәге Стәрлетамаҡ спелеологтары тикшерә. Фашист Германияһын еңеүҙең 30 йыллығына Киндерле мәмерйәһен Башҡортостан туризм экскурсиялар өлкә советы экспедицияһы ентекләберәк өйрәнеп «Еңеү мәмерйәһе» тигән яңы исем бирә.
Еҙем тәбиғәт паркы биләмәһендә барлығы 67 мәмерйә булыуы билдәле.
2010 йылда мәмерйәнең бер өлөшөнә туристарҙы үткәрмәү өсөн ҡойма ҡуйылды. Был сара мәмерйәләге экологик хәлде тотороҡландырыу өсөн спелеологтар тарафынан тәҡдим ителде һәм башҡарылды[2].
Ҡойманан һуң 720 м2 боҙлоҡ башлана, боҙлоҡ аша мәмерйәгә инеү мөмкин. Хәүефһеҙлек өсөн инеү урынының уң яғында металл бағаналар ҡуйылған, уларға арҡан беркетелгән, тотоноп хәүефһеҙ хәрәкәт итергә мөмкин
Боҙлоҡ мәмерйә иҙәнен бөтә өлөшөн тулыһынса ҡапламай. Стеналар ян-яҡтары буйлап боҙ аҫтына һуҙылған хәүефле упҡындар һәм ҡоҙоҡтар осрай — 15 м ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөргә мөмкин. Шуға күрә арҡан — бигерәк тә 10 һәм унан күберәк кешенән торған төркөм экскурсиялары өсөн алыштырғыһыҙ хәүефһеҙлек сараһы[4].
Экологик хәле
Мәмерйәнең экологияһын һаҡлау өсөн 2010 йылда ҡоролманың бер өлөшөн туристар инеү урынынан айырып ҡойма ҡуйыла. Был саралар мәмерйәнең экосистемаһын тотороҡландырыу өсөн тормошҡа ашырылған, әлеге ваҡытта уның был өлөшөнә инеү сикләнгән. Оошо саралар арҡаһында мәмерйә һаҡсыл идара итеүҙе талап иткән үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып ҡала.
- Фауна
Мәмерйәлә күп һанлы ярғанат төрҙәре, шул иҫәптән республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән көрән оҙон ҡолаҡлы ярғанат, миотис, төньяҡ ярғанат кеүек һирәк осрай торған төрҙәр йәшәй. Был төрҙәр мәмерйә экосистемаһын һаҡлау өсөн мөһим[3].
Нисек барырға
Киндерле мәмерйәһе Башҡортостандың Ғафури районындағы «Еҙем» тәбиғәт паркында урынлашҡан. Мәмерйәгә барыу өсөн Өфөнән Ерек ауылы аша машинала үтергә, артабан Таш-Аҫты яғына боролорға кәрәк. Таш-Аҫтынан мәмерйәгә тиклем 6 саҡрым самаһы йәйәү барырға кәрәк[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ А. Р. Калмурзин. Гафурийский район. Природные условия, население, хозяйство и экология. — Уфа, 1999 г.
- ↑ 1 2 Пещера Киндерлинская (Победы, 30-летия Победы). Ураловед. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2018 года.
- ↑ 1 2 3 Валерий Еримеев. Путешествие к пещере Киндерлинская (Победа). Наш Урал (29 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
- ↑ Пещера Киндерлинская. Travel Blog. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
Һылтанмалар
- Киндерле мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Андрей Устюжанин сайтында фотолар