Арҡауыл һаҙлығы

Арҡауыл, Ассы (рус.  Аркауловское) — Башҡортостан Республикаһы Салауат районының төньяҡ-көнсығышындағы һаҙлыҡ[1] Арҡауыл ауыл Советы[2] үҙәге Арҡауыл ауылынан[1] 700 м алыҫлыҡта ята. Йүрүҙән йылғаһы бассейнына ҡарай, уның уң ярында урынлашҡан[3]. 2005 йылдан алып «Арҡауыл һаҙлығы» төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана[1].

Диңгеҙ кимәленән 280 м бейеклектә Мүктек йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Тоҙло шишмә араһында ятҡан Янған Һаҙлыҡта урынлашҡан.

Һаҙлыҡ майҙаны 150 га тәшкил итә[1]. Уйһыу һаҙлыҡ, көслө минераллашҡан ер аҫты һыуҙары менән туйына, шишмәләре бар.[1].

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһының тәбиғи үҙенсәлектәре: Һаҙлыҡта бәләкәй күлдәр бар, улар эзбизле туфтар урынында барлыҡҡа килгән. Һаҙлыҡҡа зыян килтергән ниндәй булһа эшмәкәрлек (еләк йыйыу, мал көтөү, мүк әҙерләү, ер һөрөү, торф йәки эзбиз сығарыу, яҙлы-йәйле һунар итеү), ҡәтғи тыйыла[4].

Һаҙлыҡ флораһында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар: һаҙанаҡ, ҡыҙыл көртмәле, шыҡша, күк көртмәле, һаҙ мүк еләге, лезель липарисы һәм башҡа бик күп үҫемлектәр[1].

Арҡауыл һаҙлығы тәбиғәт һәм фәнни әһәмиәтенә эйә[3].

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә