Мүк еләге һаҙлығы
Мүк еләге һаҙлығы (рус. Клюквенное болото) — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июле күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1][2].
Тасуирламаһы
Мүк еләге һаҙлығы — Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында урынлашҡан һаҙлыҡ, 2005 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Архангел районы Орловка ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1, 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан төбәк ботаник ҡомартҡы. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 2 га. Башлыса атмосфера яуым-төшөмлө ҡатнаш һыу менән туйына.[3].
2001 йылдың 7 сентябрендә Архангел районы хакимиәте башлығы «Орловка ауыл хакимиәте биләмәһендәге мүк еләге һаҙлығын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итеү тураһында» ҡарарын ҡабул итә.
Һаҙлыҡтың төньяҡ өлөшө ҡулсаһы — 300 м, ә көньяҡ өлөшө 150 метр самаһы тәшкил итә, дөйөм майҙаны — 6,5 га. 2000 йылдар башында мүк еләге 3200 м2 ҡаплаған. Һаҙлыҡ мүк еләге ҡайын менән уратып алынған аҡланда өлгөрә. Ә һәйкәл статусына эйә булмаған икенсе һаҙлыҡта мүк еләге 1,4 мең м2майҙанындағы тағы бер участкала үҫә
Башҡортостан Республикаһында мүк еләге ҡыуаҡлыҡтары ҙур майҙандар биләмәй, шуға күрә уның емештәрен йыйыу тыйылған. Уның түшәлеп үҫкән нәҙек үренделәре 80 см-ға тиклем оҙонлоҡта. Япрағы сиратлы, ҡалын тиресәле, ялтыр, ҡара-йәшел төҫтә, аҫ яҡтан күк ҡуныҡ менән ҡапланған. Алһыу-ҡыҙыл сәскәләре сатыр рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Ул май-июнь айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙә өлгөрә. Улар ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, шар формаһында. Унда витаминдар, органик кислоталар, шәкәр, микроэлементтар бар.
Мүк үләне хәл керетеү үҙенсәлектәренә эйә, ашҡаҙан эшен яҡшырта, уны авитаминоз ваҡытында ҡулланалар.
Шулай уҡ һаҙлыҡта Бибершгейн ләләһе һәм һалынҡы үҫемлектәр — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр бар[4].
Флораһы һәм фаунаһы
Һаҡлау объекттары: биотөрлөлөгө юғары булған һаҙ үҫемлектәренең эталон берләшмәләре.
- Тәғәйенләнеше һәм әһәмиәте
- Тәбиғәт комплексын һаҡлау һәм уны рациональ файҙаланыу;
- Биотөрлөлөктө һаҡлау;
- Проектланған тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Һаҙ иретмәләре (сплавины) карст күлдәре урынында барлыҡҡа килгән. Эре түмәрлек, таллыҡ, ҡайын һәм тоташ сфагнум менән ҡапланған иретмә тибындағы һаҙ берләшмәләре бар. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: һаҙлыҡ мүк еләге, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ хаммарбияһы һ. б. Бореаль төрҙәргә бай сфагнум һаҙлыҡтарының булыуы киң япраҡлы урмандар таралыу зонаһы өсөн һирәк күренеш, шуға күрә улар уникаль: ҡомартҡы тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә.
Тыйыуҙар
- мелиорация эштәре;
- торф һәм мүк сығарыу;
- ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;
- мал көтөү;
- эргә-тирәләге биләмәләрҙе һаҙлыҡ сигенә тиклем һөрөү;
- үҫемлектәр йыйыу.
Сығанаҡтар
- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2021 № 733 «О внесении изменений в некоторые решения Правительства Республики Башкортостан»
- ↑ Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р
- ↑ Мүк еләге һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Клюквенное болото. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
Һылтанмалар
- Мүк еләге һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Клюквенное болото
- Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р Распоряжение правительства Республики Башкортостан от 21.07.2005 № 673-р
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2021 № 733 «О внесении изменений в некоторые решения Правительства Республики Башкортостан»
- Башкирия туристская. Архангельский район
- Легенды Башкирии. Архангельский район