Ҡыҙҙар тауы

Ҡыҙҙар тауы — Рәсәйҙәге тау, Башҡортостандың Салауат районында Арҡауыл ауылынан төньяҡҡа-төньяҡ-көнсығышҡа 3 километрҙа Арҡауыл һаҙлығы аръяғында ята[3].

Этимологияһы

Башҡортсанан «Ҡыҙҙар тауы» «девичья гора» тигәнде аңлата[1][3]. Был атама, фаразлауҙар буйынса, элек тауҙа ҡыҙҙарҙың уйындар үткәреүенә бәйле[4].

Тасуирламаһы

Төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005)[1]. Тауҙың абсолют бейеклеге 360 метр тәшкил итә[1], сағыштырмаса бейеклеге — 50 метр[3]. Башлыса Көңгөр ҡатламы тоҡомдарынан тора[1]. Тау итәгенән Тоҙло шишмә ағып сыға.

Флораһы

Ҡыҙҙар тауы урман менән ҡапланмаған ҡалҡыулыҡтан ғибәрәт[3]. Тауҙа болон һәм тау-ташлы далалар флораһы һаҡланған. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: альп астраһы, күркәм ҡылған, дөйә ҡылғаны, Сарепта ҡылғаны, башаҡлы ҡайыҡтаж, ҡытыршыҡай, ҡырҡйепсә туманаҡ, оҫҡон йыуаһы[1][3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Мулдашев А. А. Кызлартау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Гора Кызлартау. ooptaari.nextgis.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  3. 1 2 3 4 5 Кызлартау. УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.Архивная копия от 13 март 2019 на Wayback Machine
  4. Вершины каменного пояса: названия гор Урала. Южно-Уральское книжное издательство (1990). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә