Суҡраҡ сейәлеге
Суҡраҡ сейәлеге (рус. Сукракские вишарники) ― Волга буйы федераль округындағы Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы сейәлек, төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы[1][2].
Дөйөм мәғлүмәт
Һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең ағымдағы статусы: ғәмәлдәге[1]
Һаҡланған тәбиғәт категорияһы: тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең әһәмиәте: төбәк[1]
Эшмәкәрлек йүнәлеше: ботаника[1]
Ойошторолоу датаһы: 19.06.2003[1][3]
Урынлашыуы: Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы[1]
Дөйөм майҙаны: 400,0 га (4 км²)[1]
Ҡурсауҙың әһәмиәте: ҡомартҡы ғилми, тәбиғәтте һаҡлау, практик һәм рекреацион әһәмиәткә эйә[1]
Төп ҡурсау объекттары: дала сейәһе (сейәлек), энә япраҡлы ҡәнәфер, урал ҡәнәфере, Залесский ҡылғаны, Коржинский татлытамыры (ҡурйынүлән) һәм башҡа һирәк осраған үҫемлектәр[1]
Географик хәле: Воздвиженка ауылынан яҡынса 5 саҡрым төньяҡ-көнсығышҡа табан, элекке Сукраҡ (Әбделмәмбәт) ауылынан 4 саҡрым төньяҡҡа табан[1]
Сиктәрҙе тасуирлау: Хәйбулла районының Степное урман хужалығының 9 кварталы (65, 66, 68, 69, 76, 80, 82, 83 һәм 86) һәм Хәйбулла иген хужалығы биләмәһе[1]
Һүрәтләмә
Көньяҡ Уралда, Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында, Воздвиженка ауылынан яҡынса 5 саҡрым алыҫлыҡта, элекке Сукраҡ (Әбделмәмбәт) ауылынан 4 саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Майҙаны — 4 км²[1].
Урал аръяғының тигеҙлек ландшафттары араһында ҡая плитәләре сығып торған ҡалҡыулыҡтарҙа урманлы дала участкаһы булып тора. Урмандары ҡайындан һәм уҫаҡтан тора. Урман ситтәрендә һәм һирәк ағаслыҡтар араһында Башҡортостандың Урал аръяғындағы мул уңышлы дала сейәлеге урынлашҡан.
Дала сейәһе — тәмле һәм хуш еҫле емештәр биреүсе ҡиммәтле ҡыуаҡлыҡ. Ул ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы. Сейә бында урман һыҙаты аҫтында ла, урман ситендә лә һәм далала ла осрай.
Апрель–май айҙарында сәскә ата. Аҡ сәскәләре икешәр-өсәр булып сатыр һымаҡ сәскәлеккә йыйылған. Һутлы ҡыҙыл емештәре июль аҙағында өлгөрә. Тәме әскелтем татлы, составында шәкәр, органик кислоталар, С витамины бар.
Дала сейәһе ҡышҡа сыҙамлы сорттарҙан яңы сорттар алыу өсөн селекцияла ҡулланыла. Битләүҙәрҙе һәм йырындарҙы нығытыу, эрозияға ҡаршы тороу, парктарҙа һәм урамдарҙа тере ҡоймалар булдырыу өсөн ҡулланалар. Тупраҡҡа талабы ҙур түгел, әммә күләгәлә насар үҫә.
Үҫемлектәр япмаһы
Был урын болон һәм дала үҫемлек берләшмәләренең үрнәге (эталоны). Шулай уҡ бында кеше эшмәкәрлеге арҡаһында тотороҡлоғо боҙолоуҙың төрлө варианттары күҙәтелгән болон һәм дала үҫемлек берләшмәләре лә етерлек. Уйһыулыҡтарҙа тоҙло тупраҡтар осрай. Шулай ҙа петрофит һәм татырлы далаларға ҡарағанда ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далалар өҫтөнлөк итә.
Бында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең күп кенә төрҙәре осрай: сатраш сыбар сәскә, себер ирисе, энә япраҡлы ҡәнәфер, урал ҡәнәфере, Залесский ҡылғаны, Коржинский татлы тамыры, ҡая астрагалы, йылҡыборсаҡ астрагалы, күк умырзая, Волга буйы һары умырзаяһы, тар япраҡлы ҡәнәфер, альп астраһы, шиңмәҫгөл (цмин).
Татырлы тупраҡтарҙа Коржинский татлытамыры (ҡурйынүлән) үҫә, ул көслө дарыу үҫемлеге булып тора.
Бында тағын ҡыуаҡлыҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуан төрө — бәләкәй бесәнсе ҡомаҡ (пищуха малая) тереклек итә.
Тарихы
Бында сейәнән башҡа ҡылған һәм башҡа һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә. Был урын көньяҡ түңгәүерҙәр ере, Сукраҡ ауылы кешеләре йәйләүе булған. Хәҙер ул боронғо йөҙөн ныҡ үҙгәрткән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Урочище «Сукракские вишарники». ИАС «Особо охраняемые природные территории России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Хайбуллинский район. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
- ↑ Памятники природы Республики Башкортостан. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа : Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-245-6. (рус.)
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / отв. ред. А. А. Мулдашев. — 2-е изд. — Уфа : МедиаПринт. — С. 413. (рус.)
- Урал : иллюстрированная краеведческая энциклопедия. (рус.)
- Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации : справочник. Ч. II / Н. А. Потапова, Е. И. Назырова, Н. М. Забелина, Л. С. Исаева-Петрова, В. Н. Коротков, Д. М. Ойгерман. — М. : ВНИИ природы, 2006. — С. 364. (рус.)
Һылтанмалар
- Урочище «Сукракские вишарники». ИАС «Особо охраняемые природные территории России» (архивная копия) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2026)
- Хайбуллинский район. «Башкирская энциклопедия» мәҡәләһе (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2026)
- Памятники природы Республики Башкортостан/ «Башкирская энциклопедия» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2026)