Ирәмәл

Ирәмәл (рус. Иремель) — Башҡортостан Көньяҡ Уралындағы тау массивы. 1965 йылдан — төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Бейеклеге һәм ҙурлығы буйынса Көньяҡ Уралда икенсе урында. Башҡортостан Республикаһы Белорет районының төньяҡ-көнсығышында Баҡты һәм Әүәләк һырттары араһында ята. Өлөшләтә Учалы районының төньяҡ-көнбайышында һәм Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районы биләмәләрендә урынлашҡан.[1][2][3]

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 31 декабрендәге Ҡарары менән Ирәмәл тауы территорияһы, шул иҫәптән Әүәләк һырты «Ирәмәл» тәбиғәт паркы тип иғлан ителгән[2][4][5].

Характеристикаһы

Массивтың оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге — 7 км-ға яҡын. Билән менән айырылған көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәргә бүленә. Ике түбә араһындағы был биләндең киңлеге яҡынса 1 километр һәм бейеклеге 1200—1250 м[1].

Абсолют бейеклектәре бер мең метрҙан ашыу булған бер нисә түбәһе бар:

Оло Ирәмәл тауы, бейеклеге — 1582 метр, түбәһе яҫы таулыҡ;[6]
Кесе Ирәмәл тауы, бейеклеге — 1449 метр;[6]
Ҡолонсаҡ тауы, бейеклеге — 1184 метр[2].

Флораһы һәм фаунаһы

Таш йылғалар (ҡоромдар), таш ҡаласыҡтар һәм ҡая ҡалдыҡтары бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһына ҡараған кварцитлы ҡомташтан һәм кварциттан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә[2].

Урман бүлкәтендә ҡара ылыҫлы тайга, юғарыраҡ һирәк урмандар, яланғас болондар һәм тау тундралары өҫтөнлөк итә. Үҫемлектәргә бик бай. Ирәмәл тәбиғәт паркы, шул иҫәптән һырт битләүҙәре флораһында 550-гә яҡын ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек төрө иҫәпләнә, шуларҙың түбәндә һаналғандары был биләмәләрҙә генә осрай һәм улар Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән: эндемиктарирәмәл алтын тамыры, Крылов зыягөлө, урал лаготисы, шулай уҡ реликттараҙ япраҡлы елемүлән, көҙгө ллойдия, Ледебур еҙүләне, Леман таутишәре, Эдер бетүләне[2].

Ҡоштарҙың һирәк төрҙәре осрай, улар иҫәбенән Ирәмәл тау һыртында бөркөт, һөҙһөт йәки кеҙгет, ҡара сәпсәү йәки ҡара ҡаҙ көн итә.

Битләүҙәрендә Йүрүҙәндең ҡушылдығы — Төлөк йылғаһы һәм уның үҙенең ҡушылдығы Ҡарағай, шулай уҡ Әүәләк һыртында аға башлаған Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары Иһәнәк, Оло Әүнәр, уның ҡушылдығы Тығын йылғалары ағып сыға. Көнсығыш итәге буйлап Тығын һаҙлығы урынлашҡан[6].

Этимологияһы

«Ирәмәл» оронимы (түбә атамаһы) — бик боронғо, бер мәғәнәле генә аңлатмаһы юҡ, уны сығышын боронғо башҡорт теле менән бер рәттән шулай уҡ монгол теленә лә алып барып ялғайҙар. Башҡорт телендә, әлбиттә, яңғырашы буйынса был исемгә яҡын һүҙҙәр бар: мәҫәлән, «эремелек», «эреме» — йылға буйлап ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар һәм урмандар менән биләнгән һаҙлыҡлы һыҙат, «ирем» — йылғаның тура өлөшө. Улар Ирәмәл йылғаһын характерлай ала. Бәлки, йылға ла, тау ҙа улар өсөн дөйөм булған Ирәмәл тау узелы (массивы) исеме менән аталалыр[7].

Икенсе төрлө аңлатмаһы: ир-егет һәм эмель-эйәр йәки батыр ир-егет эйәре. Ирәмәл түбәһе гигант эйәргә оҡшаған[8].

Яңы тикшеренеүҙәрҙә Ирәмәл оронимының сығышы бронза быуат дәүеренә алып бара һәм һинд-иран телдәренә нигеҙләнә. Этимологияһы буйынса атама боронғо һинд һүҙҙәренең ҡушылыуынан килә тип аңлатыла: irā - «ел» һәм mauli - «түбә», был — «ел түбәһе» тигән мәғәнәне бирә. (Воронков А. А. Об истоках авестийской реки Ардви) [9].

Рычков Пётр Иванович Ағиҙел йылғаһын тасуирлағанда былай тип яҙған:

Вершины ея въ Уральжъ изь горы Иримяли-Тау. Сія гора столь велика и высока, что съ Бухарской стороны смотря къ Башкиріи дни за два видима, и въ нькоторыхъ мьстахъ снегъ никогда не сходитъ

— «Топография Оренбургская» стр. 230

Иван Лепехин 1805 йылда былай тип яҙған:

От деревни Нургузя во 130 верстах отстояла славная в Башкирии гора Ирямял-Тау прозываемая, из которой выходит река Белая. В сём месте как бы нарочно собралися Уральские воды, дабы приумножить Бельские истоки. Они разделяются на 13 речек из Урала или с левой стороны по течению соединилися с Белою. 1-я из них называется Мата, из-под Уральского хребта Меердяк прозываемаго; 2-я того же имени из горы Каркабар; 3-ья Буюрле из Урала; 4-я Севязы из горы Ак Биик; 5-я Кулдальмяс; 6-я Тура; 7-я Белекей из Урала; 8-я Байняс изЪ Беркутуяс; 9-я Кулабайсы; 10-я Илиячинан; 11-я Суиндюк из Урала; 12-я Биркутуязы, из горы того же имени; 13 Булан из Урала.

Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства. Часть 4.

Галерея

Оло Ирәмәлдә ямғыр болоттары.
Оло Ирәмәлдә ямғыр болоттары.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Белорецкая энциклопедия. Научно-справочное издание / Редкол.: Ф. А. Фаизова (гл.редактор). — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
  2. 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИРӘМӘЛ, тау массивы (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
  3. Хребет Аваляк, Большая и Малая Иремель. Публичная кадастровая карта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2011. Архивировано 10 апрель 2016 года.}
  4. В Башкирии гора Иремель получила статус природного парка — Новости России — ИА REGNUM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2010. Архивировано 28 март 2019 года.
  5. Природный парк «Иремель». — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2022.
  6. 1 2 3 Тыгын, Хребет Аваляк, Большая и Малая Иремель. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2011. Архивировано 5 июнь 2022 года.
  7. Горный массив Иремель | Русское географическое общество. www.rgo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2019. Архивировано из оригинала 26 октябрь 2016 года.
  8. Географические названия Южного Урала. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2011. Архивировано из оригинала 4 август 2013 года.
  9. Воронков А. А. Об истоках авестийской реки Ардви. — 2013. Архивировано 26 август 2022 года.

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИРӘМӘЛ, тау массивы. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
• Белорецкая энциклопедия. Научно-справочное издание / Редкол.: Ф. А. Фаизова (гл.редактор). — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
Павел Распопов. Иремель — священная гора Башкирии. Сайт Ураловед. 06.05.2020 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
Сайт «Большая Страна». Главная > Достопримечательности России > Достопримечательности Башкирии > Гора Иремель (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Глава «Южный Урал» (анализ названия горы Иремель);

Тема буйынса өҫтәмә