Красноусол шифаханаһы

Красноусол шифаханаһы (рус.  Санаторий Красноусольск) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1924 йылда нигеҙ һалына башлай. Өфө ҡалаһынан 146 км алыҫлыҡта, Красноусол йылғаһы янында, диңгеҙ кимәленән 135 м бейеклектә урынлашҡан[1].

Дауалау йүнәлештәре

Красноусол бальнеологик шифахана. Аҡкүл тимер юл станцияһынан 36 км һәм Ғафури районы Красноусол ауылының төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғинуар айының уртаса температураһы −15°С), йәй йылы (июлдең уртаса температураһы 20°С). 1924 йылда асыла (1939—1944 йылдарҙа тәжрибә бальнеология станцияһы), 2002 йылдан алып Дәүләт унитар предприятиеһы.

Аш һеңдереү, тын алыу ағзалары, терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолған, тире, гинекология, урология һ. б. сирле пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 510 урынға иҫәпләнгән (2012).

Төп дауалау факторҙары: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, карбонат-силикатлы ләм һәм климат. Бальнеотерапия, ләм менән дауалау, диетотерапия, физиотерапия, фитотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, рефлексотерапия, гирудотерапия һ. б. ҡулланыла, пластик хирургия һәм косметология бүлеге эшләй.

Курортта төрлө ағзалар һәм системалар ауырыуҙарын дауалау маҡсатында дүрт төрҙәге шифалы минераль һыуҙар файҙаланыла[2].

Тарихы

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары XVI быуаттан алып билдәле. Солеварный ҡаласығы Көгөш йылғаһының үрге ағымында барлыҡҡа килгән. Бынан тоҙҙо Көгөш, һуңынан Ағиҙел, Кама һәм Волга буйлап Өфө губернаһының төрлө ауылдарына һәм Мәскәүгә ебәрәләр. Минераль сығанаҡтарҙың дауалау үҙенсәлектәре тураһында бик күп легендалар һәм риүәйәттәр бар.

1924 йылда Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты бойороғо менән Красноусол шишмәһе янында бер нисә ағас йорт һалына. Тәүге йылдарҙа П. С. Зотов етәкселегендә ике шәфҡәт туташы эшләй. Шулай итеп, «Красноусол» курорты барлыҡҡа килә.

1929 йылда билдәле башҡорт геологы Г. В. Вахрушев Тоҙйылғаның иҫке үҙәнендәге сығанаҡтарҙа майға оҡшаш ҡара ләм билдәләй. Красноусол ләме шифалы үҙенсәлектәре буйынса Тамбукан (Кавказ) минераль күленең бысрағына оҡшаш, көкөртлө водород сығанаҡтары — Иҫке Русса һәм Сергиевский сығанаҡтарына, ә эсәр һыу сығанаҡтары буйынса Ессентуки, радонлы Пятигорск һәм Себер сығанаҡтарына оҡшаш.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Красноусол минераль һыу сығанаҡтары һәм ләмдәре дауалау өсөн киң ҡулланыла. Был ваҡытҡа 8 ағас йоҡо корпусы һәм һыу-ләм менән дауалау бинаһы эшләгән.

1944 йылда тәжрибә бальнеология станцияһы йәйге осорҙа 100 урынлыҡ шифахана итеп үҙгәртелә, ә 1958 йылда Красноусол курорты йыл әйләнәһенә эшләүгә күсерелә.

Шифахана 1963 йылдан ныҡлы төҙөлә башлаған. 1997 йылда баш табип Ф. Х. Мәзитов шифахананы ҡайтанан йыһазландыра. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты М. Ғ. Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте был эштә әүҙем ҡатнаша. Тоҙйылға үҙәне тәрәнәйтелә, ярҙары киңәйтелә, өс бассейн-купель төҙөлә. Йоҡо корпустары реконструкциялана. Дауалау учреждениеһының ләм менән дауалау урыны Көнбайыш Германияның «Унбешайден Баден-Баден» фирмаһының медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла, 300 урынлыҡ яңы ашхана сафҡа индерелә[2].

Бөгөнгөһө

undefined
Санаторий Красноусольск.png

2014 йылда яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәгенең бинаһы файҙаланыуға тапшырыла. Был бинала путевкаларҙы һатыу бүлеге, фитнес залы, физиотерапия залы, прокат пункты, телестудия, фотосалон һәм мини-типография урынлашҡан реклама-мәғлүмәт үҙәге бар.

Красноусол — Европа кимәлендәге уңайлы шифахана-курорт комплексы, күп профилле дауалау һәм профилактика институты. Һәр йыл һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 20 меңдән ашыу кеше һаулығын нығыта.[2].

Ҡаҙаныштары

1998 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимов «Красноусол» курортын төҙөү һәм яҡшырыу мәсьәләләре буйынса тәүге саралар планына ҡул ҡуя.

1999 йылдың октябрендә шифахана 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй, ә 2000 йылда шифахананың тарихы һәм үҫеше музейы асыла.

БР Президенты «Красноусол» курортын артабан үҫтереү тураһында яңы Указға ҡул ҡуя, 2000—2005 йылдарға курортты комплекслы үҫтереү программаһы раҫлана. Март айында уникаль һыу менән дауалау үҙәге асыла.

«Эстет» пластик хирургия һәм косметология үҙәге асыла. Шифахананың үҙ производствоһы бар. Макарон етештереү, мини-тирмән, тегеү цехы, мебель ҡорамалдары, әммә умарталыҡ та эшләй.

2003 йылдың октябрендә яңыртылған Ял үҙәге, 2004 йылда — эсәр һыу бюветы асыла.

2005 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар хөрмәтенә обелиск асыла. 2005 йылдың июлендә йәйге эстрада, 2006 йылда «Көгөш» кафеһы, «Яҙ», «Шишмә» магазиндары, автостанция файҙаланыуға тапшырыла, Көгөш йылғаһы янындағы пляж, мини-гольф, городки һәм теннис корты майҙансыҡтары булдырыла, велотрек төҙөлә[2].

2005 йылда Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһының заводы менән берлектә йылылыҡ елләткесе булған үҙенсәлекле ләм айырғыс ванна уйлап сығарылған.

«Красноусол» шифаханаһында Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгенән космонавтарҙы осоуҙан һуң реабилитациялау тураһында килешеү төҙөлә.

2007 йылда биоклимат ресурстарын баһалау һәм климат менән дауалауҙы ойоштороу тәҡдимдәре әҙерләнгән.

«Красноусол» шифаханаһы" дәүләт унитар предприятиеһының 2020 йылға тиклем үҫеш генераль планы проекты раҫлана.

Ташлы ауылында шифахананың ярҙамсы хужалығы, теплица хужалығы ойошторола. «Миңлесара» мәсете, Күрпәс бей хөрмәтенә стела ҡуйылған.

2009 йылда «Самрау» үҙәге үҙенең ишектәрен аса[3].

2013 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы «Шифа» фольклор-эстрада ансамбленә һәм «Красноусол» бейеү ансамбленә «Халыҡ ансамбле» исемен бирә.

2017 йылда «Красноусол» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы «Красноусол» шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртеп ҡоролдо.

2018 йылда «Красноусол» шифаханаһында "Юлбашсылар аллеяһы"на нигеҙ һалынды.

2019 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Хәтер урманы» акцияһы барышында «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә Советтар Союзы Геройы Анатолий Сергеевич Горин исемендәге аллея булдырыла[3].

«Красноусол» шифаханаһы Бөтә Рәсәй «Здравница» форумдарының алтын миҙалдары менән билдәләнә (2004, 2006, 2007)[1].

Бер быуатлыҡ юбилей

2023 йылдың июнендә Башкортостан башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда «Красноусол» санаторийының 100 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был сара сиктәрендә бер нисә ваҡиға планлаштырылды, шул иҫәптән Рәсәй һәм сит ил курорт-санаторий белгестәре өсөн халыҡ-ара ғәмәли конференция ла ҡаралған[4][5][6].

Маҡтаулы исемдәр

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһына конкурс еңеүсеһе (2024)[6]

Әҙәбиәт

  • Комплексное лечение и реабилитация больных в санатории «Красноусольск». Уфа, 2004.
  • Г. В. Вахрушев. «Минеральные воды и грязи Башкирии».

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Красноусол шифаханаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 3 4 История санатория
  3. 1 2 Санаторий «Красноусольск»
  4. Основано на традициях, Российская газета (15 декабрь 2023). 22 октябрь 2024 тикшерелгән.
  5. Александр Колинченко. Самый большой в Башкирии: санаторий Красноусольск отмечает 100-летие со дня основания, ГТРК «Башкортостан» (1 февраль 2024). 22 октябрь 2024 тикшерелгән.
  6. 1 2 Сергей Дорофеев. В краю целебных источников Санаторию «Красноусольск» исполнилось 100 лет!, АиФ-Уфа (27.08.2024). 22 октябрь 2024 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә