Горин Анатолий Сергеевич
Анатолий Сергеевич Го́рин (1922 йылдың 1 марты, Красноусол — 1981 йылдың 14 ноябре, Боровичи[d], Новгород өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, штурм авиацияһы лётчигы, капитан (1957). Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
1922 йылдың 1 мартында Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Стәрлетамаҡ кантоны Красноусол Заводы ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылы) эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
Тулы булмаған урта белем ала, Ишембайҙа «Туймазанефть» предприятиеһында быраулаусы һәм нефть промыслалары (рус.)баш. эшсеһе булып эшләй.
1941 йылда Горин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған. 1943 йылдың авгусынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[2].
1945 йылдың май айына лейтенант Анатолий Горин 2-се Украина фронты 5-се һауа армияһы 5-сы штурм авиация корпусы 264-се штурм авиадивизияһы 451-се штурм авиаполкының эскадрилья штурманы (рус.)баш. һәм командир урынбаҫары була. Шул ваҡытҡа ул «Ил-2» штурмовигында 242 хәрби осош яһай. Көсөргәнешле алыштар ваҡытында ул көнөнә 3-4-әр тапҡыр һауаға күтәрелә. 57 тапҡыр дошман ғәскәрҙәренең урынын һәм хәрәкәттәрен асыҡлау өсөн һауа разведкаһына бара, ҡиммәтле мәғлүмәттәр алып ҡайта. 12 һауа һуғышында ҡатнашып, 6 дошман самолётын бәреп төшөрә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майҙағы Указы менән «немец илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» лейтенант Анатолий Горинға Ленин ордены һәм 2870-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
1946 йылда Анатолий Горин демобилизациялана (рус.)баш.. 1950—1957 йылдарҙа ул СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәтен яңынан дауам итә. Капитан званиеһында запасҡа китә. Новгород өлкәһенең Боровичи ҡалаһында йәшәй, утҡа сыҙамлы материалдар комбинатында токарь булып эшләй. 1981 йылдың 14 ноябрендә вафат була, Боровичи ҡалаһында ерләнә[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (09.08.1943);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.08.1943);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (16.12.1943);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.01.1944);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.06.1944);
- Александр Невский ордены (СССР) (12.04.1945);
- Александр Невский ордены (08.06.1945);
- Советтар Союзы Геройы (15.05.1946);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.05.1946);
- Ленин ордены (15.05.1946);
- Миҙалдар.
Хәтер
- А. С. Горин исеме Красноусол ауылындағы урамға һәм аллеяға бирелгән, Советтар Союзы Геройҙары мемориалында уға бюст, 2‑се урта мәктәп бинаһына стенаһына мемориаль таҡтаташ, Стәрлетамаҡ ҡалаһында — һәйкәл ҡуйылған[1].
- 2019 йылдың 20 апрелендә штурмовик-осоусының тыуған яғында — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Красноусол ауылында Советтар Союзы Геройы Анатолий Горин иҫтәлегенә аллеяға нигеҙ һалынды. «Хәтер урманы» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары унда йөҙ шыршы ултыртты[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Горин Анатолий Сергеевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (2 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Горин Анатолий Сергеевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Горин Анатолий Сергеевич. Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ В Башкортостане появилась аллея Героя Советского Союза Анатолия Горина. Сайт партии «Единая Россия» (20 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. — Книга 2. — Уфа, 1966.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Горин Анатолий Сергеевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2026)
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Горин Анатолий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Горин Анатолий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Горин Анатолий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Сайт «Bashneft». Нефть победная. Анатолий Сергеевич Горин (1922-1981) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Горин Анатолий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт. Горин Анатолий Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).