1 март
1 март (рус. 1 марта) — рәсми календарь буйынса йылдың 60-сы (кәбисә йылында 61-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 305 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Иммунитет көнө.
- Наркомания һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнө.
Ер:
- Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
- Егеттәр көнө.
- Маҡтау һүҙе көнө.
- «Йылмайыу менән уртаҡлашығыҙ» көнө.
- Диңгеҙ үҫемлектәре көнө.
АҠШ: Спорт оҫталығы көнө.
Босния һәм Герцеговина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Исландия: Һыра көнө.
Ҡаҙағстан: Рәхмәт көнө.
Монголия: Патриоттар көнө.
Парагвай: Геройҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Бесәй көнө.
Япония: Тыныслыҡ өсөн көрәш көнө.
Төбәк байрамдары
- Байкал аръяғы крайы көнө.
Башҡортостан: Башҡорт ғаиләһе көнө.
Ер: Баристар (ҡәһүә бешереүселәр) көнө.
- Хостинг-провайдерҙар көнө.
Канада: Инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалист хеҙмәте көнө.
- 1325 йыл: Мәскәү Рус дәүләтенең сиркәү үҙәгенә әүерелә: Мәскәү кенәзе Иван Калита митрополит Петрҙы Владимирҙан Мәскәүгә күсергә күндерә.
- 1498 йыл: Васко да Гама Мозамбикҡа аяҡ баҫа.
тулы исемлек
- 1555 йыл: Нострадамус үҙенең фал китабын баҫтыра.
- 1565 йыл: Бразилияла Португалия колонияһы булараҡ Рио-де-Жанейроға нигеҙ һалына. 20 йылдан ҡалала 4 мең кеше була.
- 1638 йыл: Төньяҡ Америкаға Швециянан тәүге күскенселәр килә.
- 1700 йыл: Пётр I Провиант приказын булдыра, был Рәсәй империяһы армияһының тыл хеҙмәтенә нигеҙ һала.
- 1711 йыл: Бөйөк Британия журналы «Спектейтор»ҙың беренсе һаны сыға.
- 1762 йыл: Петр III дворяндарҙы мәжбүри дәүләт хеҙмәтенән азат иткән «Дворян иреклеге хаҡында ҡарар» сығара.
- 1767: Король Карл III Испаниянан иезуиттар орденын ҡыуа.
- 1780: Пенсильвания штаты АҠШ-та беренсе булып ҡоллоҡто тыя.
- 1781: АҠШ-та Конфедерация статьялары — илдең тәүге конституцион документы үҙ көсөнә инә.
- 1790: АҠШ-та тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә. Индейҙар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашмай.
- 1803: Огайо АҠШ-тың 17-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1810: Император Александр I манифесы менән Абхазия Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1845: АҠШ президенты Джон Тайлер Техастың АҠШ юрисдикцияһы аҫтына ҡабул ителеүе тураһында законға ҡул ҡуя.
- 1861: Көньяҡ Каролина, Миссисипи, Флорида, Алабама, Джорджия һәм Луизиана артынса Техас АҠШ составынан сыға.
- 1867: Небраска АҠШ-тың 37-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1869: Дмитрий Менделеев химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөй.
- 1872: Йеллоустоунда АҠШ-тың беренсе милли паркы асыла.
- 1912: Альберт Берри осоп барған самолёттан тәүге тапҡыр парашют менән һикерә.
- 1918: Башҡортостан ваҡытлы революцион советының органы — «Башҡурдистан» гәзите сыға башлай.
- 1918: Стәрлетамаҡта тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
- 1919: Совет милицияһы органдарында суд экспертизаһы булдырыла.
- 1920: Бүрәт АССР-ы ойошторола.
- 1927: Италия банкы национализациялана.
- 1928: АҠШ-та Герберт Эванс алтынсы витаминды аса, ул Ғ витамины исемен ала.
- 1930: Мәскәү авиация институты ойошторола.
- 1938: Табиптарҙың 1-се Бөтә Башҡортостан съезы асыла.
- 1947: Халыҡ-ара валюта фонды үҙ эшен башлай.
- 1953: «Азатлыҡ» радиоһы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1959: Башҡортостан телевидениеһының даими тапшырыуҙары башлана.
- 1960: Гвинея франктан баш тарта һәм үҙ аҡсаһын индерә.
- 1960: «Известия» гәзитенең йәкшәмбе ҡушымтаһы «Неделя» сыға башлай.
- 1961: АҠШ президенты Джон Кеннеди Тыныслыҡ корпусы федераль агентлығын булдырыу тураһында белдерә.
- 1962: Гарден-ситиҙа (Мичиган) «Кей-Март» сауҙа селтәренең беренсе магазины асыла, әле АҠШ-та иң эреләрҙең береһе.
- 1966: Совет автоматик планета-ара «Венера-3» станцияһы донъяла тәүге булып Венера планетаһының өҫтөнә төшә.
- 1969: «Мелеузгоргаз» (хәҙер «Мелеузгаз») тресы ойошторола.
- 1970: Родезия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә.
- 1976: Бөйөк Британия парламенты яңы юл ҡағиҙәләрен хуплай, улар буйынса хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу мотлаҡ була башлай.
- 1977: Киевта Украина философы Григорий Сковородаға һәйкәл асыла.
- 1978: Швейцариялағы ҡәберенән Чарли Чаплиндың мәйетен урлайҙар.
- 1980: Пентагон бойороғо буйынса «тиҙ йәйелдереү көстәре»н ойоштороу башлана.
- 1984: Ленинград һәм Мәскәү араһында «ЭР200» тиҙ йөрөшлө электропоезының даими хәрәкәте башлана.
- 1990: СССР һәм Ватикан араһында даими вәкиллектәр кимәлендә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1994: Гатчинала (Ленинград өлкәһе) «Әҙәбиәт һәм кино» тәүге Рәсәй кинофестивале башлана.
- 1996: Оборона министрлығының «Свободный» космодромы сафҡа инә.
- 1998: Европа берләшмәһе һәм Украина араһында партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үҙ көсөнә инә.
- 2001: Рәсәй һәм Грузия араһында виза режимы индерелә.
- 2011: Рәсәйҙә «Полиция тураһында» закон үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Елисеев Федот Васильевич (1915—21.05.2004), хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1963 йылдарҙа Ҡурған ҡалаһы хәрби комиссары. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Елисеевка ауылынан.
- Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы (1920—23.12.1998), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953 йылдан Фёдоровка районының М. В. Фрунзе исемендәге колхозының трактор бригадаһы бригадиры, 1966 йылдан — агроном, 1969—1980 йылдарҙа машина-трактор оҫтаханаһы мөдире. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Денис ауылынан.
тулы исемлек
- Ғабдулла Байбурин (1925—19.04.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, яҙыусы, драматург һәм тәржемәсе. 1958—1968 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең бүлек мөдире, 1971—1975 йылдарҙа — баш мөхәррир урынбаҫары. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Хөснийәров Наил Шәкирйән улы (1940), инженер, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Дүртөйлө район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры, Киров исемендәге колхоз рәйесе, 1981 йылдан — Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты рәйесе; 1985—1991 йылдарҙа КПСС-тың Саҡмағош район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Саҡмағош районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылынан.
- Мәмлиев Рәшит Фәрит улы (1945), инженер-төҙөүсе-ғалим, йәмәғәтсе. 1992—2006 йылдарҙа Өфөләге «Эре панелле йорттар төҙөү» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзы рәйесе. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Герасимов Николай Дмитриевич (1950—12.01.2012), инженер, йәмәғәтсе. 1990—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһындағы Мордва милли-мәҙәни автономияһының һәм Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһының элекке етәксеһе. Мордва Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Почёт грамотаһы һәм Мордва Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы икмәк бешереүсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Владимировка ауылынан.
- Гүзәл Ғәлиева (1955), шағир, журналист һәм тәржемәсе, 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ибәтуллина Зилә Хәмиҙулла ҡыҙы (1960), музыкант, педагог. Өфөләге Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы буйынса уҡытыусыһы, фортепиано бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Исҡужин Рим Ғәтиәт улы (1955), педагог. 2003 йылдан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Редреев Владимир Андриянович (1955), педагог-ғалим, спортсы, тренер, спорт судьяһы, йәмәғәтсе. 1985—2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт физик культура институты һәм хәҙерге Урал дәүләт физик культура университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан — физик культура менән идара итеү кафедраһы мөдире, 2000—2001 йылдарҙа — проректор. Педагогия фәндәре кандидаты (1999), доцент (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002), СССР-ҙың спорт мастеры (1978), республика категорияһындағы судья (1982), юғары категориялы тренер. Силәбе өлкәһенең Спорт ориентирлашыуы федерацияһының вице-президенты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Кравченко Сергей Павлович (1960), электрик-инженер, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Чайка» колхозы рәйесе, 1995 йылдан «Первомайский» ауыл хужалығы кооперативы һәм «Сельэнерго» йәмғиәте директоры, 2004—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы (2012).
- Минһажев Илдар Дүсми улы (1960), ветеринария табибы-ғалим, һәүәҫкәр спортсы. Мал ауырыуҙары менән көрәш буйынса Өфө ҡала станцияһының элекке начальнигы. Ветеринария фәндәре кандидаты. Дзюдо һәм самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, саңғыла уҙышыу буйынса спорт мастерлығына кандидат. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Тимәш ауылынан.
- Фәтҡуллина Рита Харис ҡыҙы (1980), әҙәбиәт белгесе-ғалим, шағир. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012—2016 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2007), доцент. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Катаринский Василий Владимирович (1846—20.05.1902), Рәсәй империяһының тел белгесе, педагог, мәғрифәтсе. Рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән «Букварь для башкиръ» дәреслеге, русса-башҡортса һәм башҡортса-русса һүҙлектәр авторы.
- Алексеева Людмила (Люция) Ивановна (1931—27.06.2008), пианист, педагог. 1956—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1970 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993—2000 йылдарҙа махсус фортепьяно кафедраһы мөдире. Профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Арҙаширова (Рәхимова) Мәрйәм Бәҙғи ҡыҙы (1946), сәләмәтлек һаҡлау өлкәһе ветераны. Ауырғазы районы Ишле участка дауаханаһының табип-терапевы һәм элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), райондың почётлы гражданы (2012).
- Ефимов Георгий Емельянович (1946—22.12.2014), ғалим-эпидемиолог. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1988 йылдарҙа лаборатория мөдире; 1988 йылдан Курортология һәм физиотерапия үҙәк ғилми-тикшеренеү институты Евпатория филиалының бүлек мөдире; 2005 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының эпидемиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Яңы Георгиевка ауылынан.
- Кетов Александр Иванович (1946), ауыл хужалығы ветераны. 1975 йылдан Балаҡатай районы «Урал» колхозының баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Филлипов Пётр Николаевич (1946), махсус урта мәктәп ветераны. Өфө автотранспорт техникумының (хәҙер колледж) элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Абдуллин Байрас Фоат улы (1951—8.05.2004), хәрби дирижёр, тромбонсы, композитор, педагог. Эске хеҙмәт подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
- Хәсәнова Рәмилә Әхмәтхан ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1974 йылдан Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Йыланыш ауылынан.
- Зифа Нагаева (1956), йырсы, шағир, композитор, 1996—2013 йылдарҙа радио тапшырыуҙар алып барыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011) һәм халыҡ артисы (2022). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горин Анатолий Сергеевич (1922—14.11.1981), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, штурм авиацияһы лётчигы, капитан (1957). Советтар Союзы Геройы (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Мусин Вара Ҡәниф улы (1922—29.04.2001), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашыусы. 1974—1982 йылдарҙа Мәсетле районы «Комсомолец» колхозы агрономы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Дыуан-Мәсетле ауылынан.
тулы исемлек
- Абыҙгилдин Абрек Әмир улы (1937—24.12.2013), рәссам, йәмәғәтсе. 1974 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1993—2013 йылдарҙа Татарстан Рәссамдәр союзының идара рәйесе. Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2008). Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2009). Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Бабиков Геннадий Иванович (1937), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип. 1968—2000 йылдарҙа «Кумертау» станцияһы дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Хәрипов Фәтхелбаян Солтангәрәй улы (1942), механизатор. Балтас районы «Рассвет» хужалығының элекке тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондан.
- Әбдрәхимов Юнир Рәхим улы (1942), ғалим-инженер-технолог. 1967 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005—2015 йылдарҙа сәнәғәт именлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәйҙең почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Дауытов Салауат Әхәт улы (1947), инженер. Нефть химияһы өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1966 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатының, 1978 йылдан «Салауатнефтехимремстрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре; 1983—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетының икенсе секретары. Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, 14—16-сы саҡырылыш Салауат ҡала Советы депутаты.
- Недорезков Владимир Дмитриевич (1947), ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, ғалим-агроном. 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары; 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары; 1999—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се (1999—2003) һәм 3-сө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм физик культура отличнигы (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985).
- Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (1947), [ғалим-философ. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1989 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008—2010 йылдар иҡтисадта математик ысулдар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1983), философия фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2004).
- Русаков Аркадий Никандрович (1952), табип, шағир һәм прозаик. 1981 йылдан Федоровка үҙәк район дауаханаһы неврологы. 2007 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Фәтих Кәрим исемендәге премия (2004) һәм Бәләбәй ҡалаһында үткән шиғриәт фестивале лауреаты (2004). Сығышы менән ошо райондың Веселовка ауылынан.
- Шалухин Станислав Петрович (1952—2.07.2002), шағир, музыкант, журналист, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. 1999—2002 йылдарҙа «Бельские просторы» әҙәби-нәфис журналының шиғриәт бүлеге мөдире. 1990—1995 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәким Ғиләжев (1923—14.11.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы һәм журналист. 1968—1973 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). I дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры.
- Яруллин Барый Һәҙиулла улы (1923—25.12.2010), ауыл хужалығы, мәғариф, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү парадында ҡатнашыусы. 1965 йылдан КПСС-тың Салауат район комитетының икенсе секретары, 1969—1976 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таймый ауылынан.
тулы исемлек
- Баҡыев Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы (1928—9.02.1995), партия органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан КПСС-тың Баймаҡ, 1965 йылдан Ҡыйғы, 1975—1984 йылдарҙа — Ғафури район комитеттарының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 6—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-се съезы делегаты (1971). Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Ҡарлы ауылынан.
- Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы (1928—12.02.2006), ғалим-башҡорт теле белгесе, педагог. 1956—2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы, кафедра мөдире, тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы. Филология фәндәре кандидаты (1956). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
- Баҡтыбаев Дәмин Хәмит улы (1933—2016), малсы. 1946—1965 һәм 1977—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы Фрунзе исемендәге колхоздың мал ҡараусыһы, 1966—1977 йылдарҙа — һарыҡ көтөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Зайцев Михаил Алексеевич (1938—8.07.2010), комсомол, партия, хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1997—1999 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мәхмүтйәнов Ринат Сәлих улы (1938),төҙөүсе. 1973—1992 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресының идарасыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Аҡбарова Рәмилә Шәрифйән ҡыҙы (1943), малсы, йәмәғәтсе, күп балалы әсә. 1957—1993 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Восток» колхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. II дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе (1982). Райондың почётлы гражданы (2011). Сығышы менән Миңеште ауылынан.
- Сөнәев Рәшит Әли улы (1943), ғалим-астрофизик. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1984), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992), Башҡортостан (1991) һәм Татарстан (1995) Республикалары Фәндәр академияларының почётлы академигы. Физика‑математика фәндәре докторы (1973), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары (2000, 2016) лауреаты. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Аткин Юнир Тәжетдин улы (1948—23.07.2012), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Баймаҡ районы «Алға» колхозының партком секретары, 1979 йылдан «Урал» колхозы рәйесе, 1989—1991 һәм 1995 йылдан «Баймаҡ» совхозының бүлексә идарасыһы, 1999—2001 йылдарҙа агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының район комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Мәмбәт ауылынан.
- Толкачёв Константин Борисович (1953), ғалим-хоҡуҡ белгесе, эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске хеҙмәт генерал‑майоры (1998).
- Вәлиева Зенфира Ғаяз ҡыҙы (1953), малсы. Балтас районы «Россия» хужалығының элекке машина менән һыйыр һауыу оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалағы хеҙмәткәре.
- Сөләймәнов Айрат Мөҙәрис улы (1958), хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. «Меркурий Инвест» идарасы компанияның генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Сирбаев Иҙрис Зәкәрйән улы (1968), таусы. Афған һуғышында ҡатшашыусы. 1992—2007 йылдарҙа Хәйбулла районындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшсеһе. Почётлы таусы (2002). Сығышы менән ошо райондың Яңы Украинка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1914—22.02.1990), театр актёры. 1939—1969 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).
- Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы (1924—4.10.2018), кинооператор. «Центрнаучфильм» фәнни-поуляр һәм уҡыу фильмдары киностудияһының элекке операторы. СССР-ҙың беренсе лётчик-космонавтары, атом һәм водород бомбаларын, атом һыу аҫты кәмәләрен һынау тураһындағы документаль фильмдар авторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры. «Рәсәй кинематографына индергән юғары өлөшө өсөн» номинацияһында «Ника» кинопремияһы лауреаты (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Майский Әнүәр Әхкәм улы (1929—13.08.1989), инженер‑механик-ғалим. Техник фәндәр кандидаты (1973). 1960—1989 йылдарҙа Өфөләге Нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973—1987 йылдарҙа — лаборатория мөдире. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа районы Бөтөрөшкән ауылынан.
- Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1929—18.10.2018), шахтёр. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Кемерово өлкәһе Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Күсемова Азалия Хөсәйен ҡыҙы (1939—18.12.2015), опера йырсыһы. 1974—2004 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лозовая Галина Фёдоровна (1939), провизор-ғалим, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан медицина һәм фармакология тауарҙарын өйрәнеү курсын алып барыу менән бергә фармацияға идара итеү һәм иҡтисад кафедраһы мөдире. 1996—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фармакология ассоциацияһы президенты. Фармакология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Приморско‑Ахтарск ҡалаһынан.
- Афзалова Римма Шәриф ҡыҙы (1949—11.02.2020), табип. 1974 йылдан Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы офтальмологы, 1986—2007 йылдарҙа күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984), ҡаланың почётлы гражданы (2005), Иң яҡшы йыл табибы республика конкурсы еңеүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Иҙәш Ҡусҡары ауылынан.
- Исламов Рафаэль Ғәле улы (1954—12.10.1998), фоторәссам, инженер, педагог. 1976 йылдан «Башфото “Нур"» берекмәһе инженеры, 1978 йылдан Өфө ҡалаһындағы 1-се, 1981 йылдан — 70-се урта һөнәри техник училище уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Төрлө кимәл һөнәри күргәҙмә һәм конкурстар лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1845 йыл: Фёдор Пироцкий, Рәсәй империяһы инженер-электротехнигы.
- 1890 йыл: Лев Гумилевский, СССР яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1900: Николай Супруненко, СССР тарихсы-ғалимы.
- 1900: Усман Йосопов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1937—1950 йылдарҙа Үзбәкстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары.
- 1957: Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы, Татарстан Республикаһының икенсе Президенты (2010 йылдан).
- 2016 йыл: Роберт Заһретдинов, СССР һәм Рәсәйҙең донъяға танылған ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.