Фазалов Ғаҡый Таһир улы
Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1 март 1929 йыл — 18 октябрь 2018 йыл) — шахтёр. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы[1].
Биографияһы
Ғаҡый Таһир улы Фазалов 1929 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының хәҙерге Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған.
1953 йылда Свердловск тау институтын тамамлаған.
1953-1957 йылдарҙа Күмертау ҡалаһында «Башкируголь» тресының Ермолаевка разрезында тау мастеры, быраулау‑шартлатыу эштәре участкаһы начальнигы, отвал участкаһы начальнигы булып эшләй.
1955 йылда ғәиләһе менән Кемерово өлкәһенең Междуреченск ҡалаһына күсенә. «Томусинский» разрезында тау мастеры булып эшкә урынлаша. тресының Красногорск разрезы (Междуреченск ҡалаһы) участкаһы начальнигы
1961 йылда баш инженеры; 1968 й. алып комб‑ттың баш инженер урынбаҫары‑техник идаралыҡ начальнигы.
1975—90 йй. «Кемеровоуголь» ПБ‑ның Междуреченск разрезы директоры.
Ф. ҡатнашлығында Кузбасста күмерҙе асыҡ ысул м‑н сығарыу б‑са ҙур сәнәғәт һәм соц.-иҡт. комплекс булдырыла, ҡая тоҡомдарын транспортһыҙ күсереү технологияһын ҡулланыу өлкәһе киңәйтелә. Ф. етәкс. шахтёрҙар өсөн ҡасаба һ.б. төҙөлә. 3 уйлап табыу авторы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — ФАЗАЛОВ Ғаҡый Таһир улы (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2024)
Сығанаҡтар
- Хажиев Ризван. «Фазаловка» ҡайҙан башлана? «Ағиҙел» журналы, 1998 йыл, № 7.
- Фазалов Гакий Тагирович. Междуреченск. официальный сайт городского округа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2019. 2019 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9 (рус.)
- Почётные граждане города Междуреченска: биобиблиографический указатель / сост.: В. Н. Шолик, И. А. Швецова, Т. Н. Соколова; ред. Т. Я. Кондрашкина. — Изд. 5-е, перераб. и доп. — Междуреченск : МБУК, МИБС, 2015. — : 76 с 2018 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
- Хроника трудового подвига / под общей редакцией Б. А. Королева. 2-ое переработанное и дополненное. — Красноярск: ИПК «Платина», 2017. — 576 с. илл. ISBN 978-5-98624-154-8 (рус.)
Һылтанмалар
- Фазалов Ғаҡый Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2024)