18 октябрь
18 октябрь (рус. 18 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 291-се көнө (кәбисә йылында 292-се). Йыл аҙағына тиклем 74 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Аляска көнө.
Чили: Флаг көнө.
Әзербайжан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
Ҡалмыҡ Республикаһы: Республика көнө.
Польша: Почтальон көнө.
тулы исемлек
- 1867: Рәсәй империяһы Алясканы АҠШ-ҡа бирә.
- 1892: Беренсе коммерция телефон линияһы үткәрелә.
- 1896: «Нью-Йорк Джорнел»да тәүге комикстар сыға.
- 1914: Бер һыу аҫты кәмәһе икенсе һыу аҫты кәмәһе тарафынан тәүге тапҡыр батырыла.
- 1916: Амур йылғаһы аша Хабаровск күпере сафҡа индерелеп, Себер тимер юлы төҙөлөп бөтә.
- 1920: Башҡортостан өлкә комсомол ойошмаһы төҙөлә.
- 1920: Мәскәүҙең Матбуғат йортонда пролетар яҙыусыларҙың I Бөтә Рәсәй съезы асыла.
- 1921: Совет Рәсәйе составында Ҡырым автономияһы ойошторола, ул 1945 йылда Ҡырым өлкәһе итеп үҙгәртелә, 1954 йылдан Украина ССР-ы составында, 1991 йылдан — Ҡырым Автономиялы Республикаһы. 2014 йылдың 18 мартынан — Рәсәй Федерацияһының Ҡырым Республикаһы.
- 1922: Британияның «BBC» радио корпорацияһы эш башлай.
- 1924: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡара сәсәктән мотлаҡ прививка эшләтеү тураһында декрет ҡабул итә.
- 1941: Токиола СССР разведчигы Рихард Зорге ҡулға алына.
- 1951: СССР йәҙрә ҡоралына һынау үткәрә.
- 1991: СССР Юғары Советы Президиумының һуңғы ултырышы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миллер Герард Фридрих (1705—11.10.1783), Рәсәй империяһының ғалим-тарихсыһы, профессор (1731). Урал аръяғы башҡорттары, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов тураһындағы тарихи материалдар авторы. Сығышы менән хәҙерге Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге Херфорд ҡалаһынан.
- Рабовалюк Михаил Иванович (1915—10.02.1945), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Отрада ауылынан.
тулы исемлек
- Платонов Анатолий Иванович (1930—17.12.2001), рәссам. 1955—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади художество комбинаты хеҙмәткәре. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1990). Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһынан.
- Исламов Дәүләтша Шайморат улы (псевдонимы Дәүләт Исламов; (1935—7.09.1991), мари шағиры, журналист һәм тәржемәсе. Мари Республикаһының гимн һүҙҙәре авторы. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Яңы Байгилде ауылынан.
- Токарев Пётр Михайлович (1945—29.09.2012), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сабитов Альберт Миҙхәт улы (1936), селекционер-ғалим. 1966—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты Шишмә тәжрибә-производство хужалығының ғилми хеҙмәткәре, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1987). Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ҡарғалы ауылынан.
- Аптулманов Алексей Аптулманович (1941), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1990 йылдан Мишкә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, райондың Яныш Ялкайн исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Изимари ауылынан.
тулы исемлек
- Стороженко Светлана Борисовна (1966), мәғариф хеҙмәткәре. Күмертау ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татаринов Дмитрий Иванович (1877—25.07.1956), терапевт-ғалим, йәмәғәтсе. 1934 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1936—1956 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 1-се (1938—1947) һәм 2-се (1947—1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1924—1932 йылдарҙа Өфө табиптар йәмғиәте, 1939—1951 йылдарҙа Терапевтарҙың Бөтә Союз ғилми медицина йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Крылова Елизавета Николаевна (1912—12.05.1994), музыкант-пианист, педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры концертмейстеры, 1966—1974 йылдарҙа Өфөләге 2-се педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Балтина Лидия Ашрафовна (1947), ғалим-химик-органик. 1971 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980—1984 йылдарҙа ғилми секретарь, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — Республика экспертизалар тикшеренеү ғилми-консультация үҙәге эксперты. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Золотарёв Фёдор Викторович (1947), сәнәғәт, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1966 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре; 1977 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы; 1981 йылдан Салауат нефтебазаһы директоры; 1988 йылдан ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1993—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (1952), йырсы, педагог. 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Ҡоҙабаева Мәүлиҙә Сәлимйән ҡыҙы (1957), педагог. 1981 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1990—2013 йылдарҙа Фёдоровка мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостандың мәғариф (2007) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Ноғаманов Юнир Ғаяз улы (1982), бейеүсе. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) Нефтекама дәүләт филармонияһының «Тәңгәүер» бейеү ансамбле солисы, 2009 йылдан — ансамбль етәксеһе, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының «Прикамье» халыҡ бейеү ансамбле репетиторы. 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй Армияһында хәрби хеҙмәттә, «Красная звезда» йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (1923), педагог, мәғариф органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сәйетҡол ауылынан.
- Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (1928), Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.
тулы исемлек
- Ҡорбанова Мәсиҙә Ғабдулла ҡыҙы (1938), хеҙмәт ветераны, Балтас районы Уразай мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры.
- Вуколов Константин Иванович (1948), педагог-төҙөүсе, мәғариф эшмәкәре, шағир. 1975—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар техникумы уҡытыусыһы һәм директоры. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөтә Рәсәй һәм төбәк әҙәби конкурстар еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Васильевка ауылынан.
- Камалетдинов Мөсәүир Зиннур улы (1948), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. «Туймазинский вестник» гәзитенең элекке мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (1948), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Безруков Сергей Витальевич (1973), театр һәм кино актёры, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2024) халыҡ артисы. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Травницкий Вениамин Николаевич (1919—18.04.1987), инженер‑нефтсе. 1955—1979 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм СССР-ҙың почётлы (1972) нефтсеһе. Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971) кавалеры.
- Йәмәлетдинов Ғәлимйән Йәләлетдин улы (1924—8.05.1997), иҡтисадсы, ауыл хужалығы, комсомол һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылдан ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының иҫәп секторы мөдире, 1945 йылдан район советы башҡарма комитетының финанс бүлегенең өлкән инспекторы, 1948—1954 һәм 1957—1987 йылдарҙа — мөдире. Финанс эше отличнигы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан 1950 йылдарҙа бөткән Яңауыл (Ҡара Көсөк) ауылынан.
тулы исемлек
- Хәкимйән Зарипов (1929—4.04.2012), юрист, яҙыусы һәм драматург. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (1999).
- Кутьянов Алексей Васильевич (1929—2015), техник-механик, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1974—1997 йылдарҙа «Сельхозтехника»ның Бәләбәй район-ара берекмәһенең база идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1968), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының 1960 йылдарҙа бөткән Рождественское ауылынан.
- Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (1934), иҡтисадсы-ғалим. 1968 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975).
- Йосопов Рафас Миңлеғәли улы (1939—04.09.2012), инженер, ауыл хужалығы һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1957 йылдан Мәсетле районы «Әй» совхозы, 1976—1999 йылдарҙа — республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матди-техник тәьминат бүлеге инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).
- Лимонов Владимир Иванович (1949), хәрби хеҙмәткәр. 1968 йылдан СССР Хәрби-Һауа Көстәре штурманы, 1986 йылдан Оборона министрлығы хәрби вәкиллегенең һынаусы штурманы, 1999—2016 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының вертолеттар һынаусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы штурманы, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Уром ауылынан.
- Нурмиева Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1959), табип. 1991 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының рентгенолог-табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Флорида Исмәғилева (1964), йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1405: Пий II, 1458—1464 йылдарҙа Рим Папаһы.
- 1738: Андрей Боло́тов, Рәсәй Империяһы яҙыусыһы, ғалим-ботаник, илдә агрономия фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1799: Кристиан Фридрих Шёнбейн, Германия химигы, озон газын асыусы һәм уға исем биреүсе.
- 1847: Александр Лоды́гин, Рәсәй Империяһының электр технигы, лампочка уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1859: Анри Бергсон, Францияның философ-идеалисы, әҙәбиәт буйынса 1927 йылғы Нобель премияһы лауреаты («Творческая эволюция», «Материя и память»).
- 1893: Владимир Владоми́рский, Белоруссия һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1894: Юрий Тынянов, СССР яҙыусыһы, драматург, әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе.
- 1901: Владимир Захаров, СССР композиторы, дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1944).
- 1908: Николай Каманин, СССР осоусыһы һәм хәрби эшмәкәре, авиация генерал-полковнигы, тәүге Советтар Союзы Геройҙарының береһе (1934), Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү парадында ҡатнашыусы.
- 1922: Әнүәр Ғөбәйҙуллин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- 1925: Фазыл Фасиев, телсе-ғалим, тәржемәсе, 1983 йылда Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и-Йософ» — («Йософ китабы»)н татар телендә баҫтырып сығарыусы.
- 1934: Кир Булычёв, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы, ғалим, ССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- 1959: Сергей Доренко, СССР һәм Рәсәй журналисы.
- 1960: Жан-Клод Ван Дамм, АҠШ актёры, сценарист и кинорежиссёр (төп исеме Жан-Клод Камилл Франсуа Ван Варенберг, сығышы менән Бельгиянан).
- 1973: Сергей Безруков, Рәсәй актёры.
- 31: Луций Элий Сеян, преториан гвардияһы командиры (Рим сенаты хөкөмө буйынса язалап үлтерелә).
- 1871: Чарльз Бэббидж, Англия математигы.
тулы исемлек
- 1931: Томас Алва Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы.
- 1942: Михаил Нестеров, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөлә тыуған.
- 1990: Пётр Федосе́ев, СССР философы, социолог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 2005: Александр Яковлев, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, ғалим, публицист, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, СССР-ҙа «үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәтен башлаусыларҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.