Миллер Герард Фридрих

Миллер Герард Фридрих (18 октябрь 1705 йыл11 октябрь 1783 йыл) — урыҫ-немец тарихсыһы, тәбиғәтте өйрәнеүсе һәм сәйәхәтсе, профессор (1731). Санкт-Петербург Император Фәндәр һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (1783), Академияның вице-секретары (1783), Академияның конференц-секретары (1754-1765). «Икенсе Камчатка экспедицияһы» академик отряды етәксеһе, Мәскәү баш архивын ойоштороусы, Петербург фәндәр академияһының академия университетының беренсе ректоры (1747—1750). Сит ил эштәре коллегияһының Мәскәү архивы идарасыһы (1766-1783).

Урал аръяғы башҡорттары, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов тураһындағы тарихи материалдар авторы.

Биографияһы

Герард Фридрих Миллер 1705 йылдың 18 (29) октябрендә хәҙерге Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге Херфорд ҡалаһында гимназия ректоры ғаиләһендә тыуған. Гимназияла уҡығандан һуң 17 йәшендә Ринтель университетына уҡырға инә, һуңынан Лейпциг университетына (1724—1725) күсә. 1725 йылда бакалавр дәрәжәһен ала. Рәсәйгә шул уҡ йылдың ноябрендә 1724 йылда ойошторолған Рәсәй фәндәр академияһына саҡырылған сит ил ғалимдарының беренсе төркөмө составында килә. Фәндәр академияһы эргәһендәге гимназияла латин теле, тарих һәм география уҡытыусыһы булып эшләй, китап лавкаһы, архив һәм китапхана ойоштороуҙа ҡатнаша. Рәсәйҙә уны Фёдор Иванович Миллер тип атайҙар[5].

1728 йылда уның тикшеренеү эшмәкәрлеге башлана, 1930 йылда ул профессор дәрәжәһен ала, Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана[6].

1733—1743 йылдарҙа Миллер Г. Ф. Себерҙе өйрәнеү буйынса Икенсе Камчатка (Бөйөк Төньяҡ) экспедицияһында ҡатнаша, уның барышында 20-нән ашыу ҡаланың архивын тикшерә һәм тасуирлай. Себер халыҡтарының тарихы, географияһы, этнографияһы һәм телдәре буйынса ҡиммәтле материалдар туплай, рус тарихы буйынса документтар күсермәләре коллекцияһын төҙөй (Миллер портфеле). Урал аръяғы башҡорттары, мариҙар, удмурттар һәм сыуаштар тураһында лингвистик һәм тарихи материалдар, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75), Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов хаҡында тарихи мәғлүмәттәр йыя һәм баҫтырып сығара[7].

1747 йылда Екатерина II указы менән Рәсәйҙең беренсе историографы итеп тәғәйенләнә.1 748 йылдың 29 ғинуарында Рәсәйҙә хеҙмәтен дауам итеү өсөн Рәсәй гражданлығын ҡабул итә. 1748 йылда Герард Фридрих Миллер Петербург фәндәр академияһы академия университетының беренсе ректоры була (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт университеты). 1750 йылдан ректор вазифаһын уның уҡыусыһы С. П. Крашенинников башҡара[5].

1765 йылда Герард Фридрих Мәскәүгә күсерелә. Фәндәр һәм сәнғәт академияһы ҡарамағындағы тарихсы дәрәжәһен һаҡлап, Тәрбиә йортоноң баш күҙәтеүсеһе итеп тәғәйенләнә, ә 1766 йылдың мартында Сит ил эштәре коллегияһының Мәскәү архивы начальнигы була.

1783 йылдың 11 (22) октябрендә Мәскәүҙә вафат була[6].

Хеҙмәттәре
  • Описание живущих в Казанской губернии языческих народов, яко-то: черемис, чуваш и вотяков… СПб., 1791; История Сибири: в 3 т. М., 1999—2005.

Иҫкәрмәләр

  1. Gerhard Friedrich Müller // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  2. Енциклопедія історії України (укр.) — Київ: Наукова думка, 2003. — ISBN 966-00-0632-2
  3. 1 2 3 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118953362 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  4. Record #126731 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  5. 1 2 Миллер (Мюллер) Герард Фридрих (Федор Иванович). 24 май 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 Миллер Герхардт Фридрих, .. 24 май 2025 тикшерелгән.
  7. Кучумов И. В. Миллер Герард Фридрих // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.