Лейпциг университеты

Лейпциг университеты (рус. Лейпцигский университет, нем. Universität Leipzig) — хәҙерге Германия биләмәһендә Гейдельберг университетынан һуң барлыҡҡа килеү йылы буйынса икенсе университет. Лейпциг университетына алдараҡ нигеҙ һалынған Кёльн, Эрфурт һәм Вюрцбург университеттары бер аҙға үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып тора һәм һуңынан ҡайтанан асыла.

2007—2008 уҡыу йылының ҡышҡы семестрында университетта 26 978 студент белем алған. Университет хеҙмәткәрҙәре штаты 8 579 кеше тәшкил итә. Лейпциг университеты — ҡаланың иң ҙур юғары уҡыу йорто.

Университет Европа университеттары ассоциацияһы — Утрехт селтәренә инә.

Тарихы

1409 йылда Праганың Карл университетында гуситтар хәрәкәте арҡаһында килеп сыҡҡан сыуалыштар һөҙөмтәһендә меңгә яҡын немец уҡытыусыһы һәм студенты Лейпцигҡа (ул саҡта Мейсен маркграфлығының сауҙа үҙәге була) күсеп килә һәм унда ирекле сәнғәт факультеты эшен тергеҙә.

undefined
Файл:Uniriese.jpg
«City-Hochhaus» башняһы. Университеттың элекке төп бинаһы

Ҡала факультетҡа Петерсштрассе урамында шунда уҡ бина бирә. Хакимдар Фридрих I Воинственный һәм Вильгельм II Богатый университетты тотоуға йылына 500 гульден һәм ике уҡыу бинаһына аҡса бүлә.

1409 йылдың 2 декабрендә университет ректоры итеп һайланған теолог Иоганнес Отто фон Мюнстерберг уның уставын уҡып ишеттерә. 1415 йылда медицина, 1446 йылда юридик факультеттар асыла. 1543 йылда университет китапханаһы Альбертина асылған.

undefined

Университетта 4 яҡташтар ойошмаһы (землячество) була: саксон, мейссен, франк (һуңыраҡ бавар) һәм поляк. Университет курфюрстар бүләк иткән ерҙәрҙән килем ала.

XIX быуат аҙағында университет, ерҙәрҙән тыш, ҡалала 50-гә тиклем һәм дөйөм хаҡы 18,5 миллион маркалы участкаларға эйә була. XIX быуатта университет китапханаһы 438 000 томдан һәм 4000 ҡулъяҙманан тора.

ГДР осоронда Лейпциг университеты Карл Маркс исемен йөрөтә.

Уҡытыусылары

Билдәле талиптары

Нумизматикала

undefined

1909 йылда университеттың 500 йыллығы хөрмәтенә тәңкәләр 2 (125 мең) һәм 5 марка (50 мең) номинал менән һуғыла. Тәңкәләрҙең аверсында Саксония курфюрсы Фридрих Воинственный һәм 1909 йылда хакимлыҡ иткән король Фридрих Август III һүрәтләнгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Экштейн, Фридрих-Август // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Faβbender D. Grosser Deutscher Münzkatalog von 1800 bis heute. — 23. Verlag. — Battenberg: Battenberg Verlag, 2008. — P. 364. — 656 p. — ISBN 97-3-86646-019-5.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә