Токарев Пётр Михайлович

Пётр Михайлович Токарев (1945 йылдың 18 октябре, Минзәлә, Татар АССР-ы[d]2012 йылдың 29 сентябре, Магнитогорск ҡалаһы, Силәбе өлкәһе) — совет, Рәсәй йырсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы

1945 йылдың 18 октябрендә Минзәлә ҡалаһында (Татарстан) тыуа.

Ҡазан музыка училищеһында уҡый. 1973 йылда Свердловск ҡалаһында Урал консерваторияһын (педагогы Я. Х. Вутирас) отличие менән тамамлай.

Консерватория тамамлағандан һуң Пермь опера һәм балет театрында, 1975—2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, артабан Магнитогорск опера һәм балет театрында эшләй.

Яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты булараҡ, Магнитогорскиҙа М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһында уҡыта.

Йырсылар, СССР-ҙың халыҡ артистары А. Ф. Ведерников, Т. А. Милашкина, Е. С. Мирошниченко, А. А. Эйзен менән сығыш яһай. Рәсәй буйлап, Германияла, Польшала, Чехословакияла, Италияла (Ла-Скала) гастролдәрҙә була.

Спорт менән шөғөлләнә, волейбол һәм Саңғы спорты буйынса беренсе разрядҡа эйә, дзюдо көрәше буйынса спорт мастеры.

Опера партиялары

Рус, итальян, француз, башҡорт, татар, грузин телдәрендә 60 самаһы опера партияһы, шул иҫәптән Фигаро партияһын («Севильский цирюльник», Дж. Россини); («Евгений Онегин» П. И. Чайковский); Альфио («Сельская честь» П Масканья); Эскамильо («Кармен», Ж. Бизе); Жермон («Травиата», Дж. Верди); граф Орлов «Летучая мышь» һәм башҡа партиялар башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995);
  • Дзюдо буйынса спорт мастеры.

Өҫтәмә мәғлүмәт

  • Ғаиләһе: ҡатыны Галина Адхамовна Павлова, ҡыҙы — Елена Токарева.

Әҙәбиәт

  • Елисеев М. «К вершинам актёрского мастерства». Вечерняя Уфа. 11.05.1984.