Волейбол

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Волейбол
Пиктограмма
Максимальное число игроков 12 и 12 кеше
Файл:Red dragons kwalificeren zich tegen grieken voor ek.jpg
Минимальное число игроков 12
Квалифицирован для мужской волейбол[d] и женский волейбол[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Морган, Уильям Дж.[d]
Етәксе орган Халыҡ-ара волейбол федерацияһы
Файл:Saque flotante en voleibol.ogv
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Волейбол ({{lang-e «туп») — спорт команда менән спорт уйыны, ике команда селтәр менән бүленгән махсус майҙансыҡта волейбол тубын дәғүәселәрҙең майҙансығына төшөрөргә тырышып йә иһә һаҡланыусы команда уйынсыһы хата яһағанға саҡлы, дәғүәселәр яғына ебәрә (иҙәнгә тиклем ҡаҡлыҡтырыу). Шул уҡ ваҡытта һөжүм ойоштороу өсөн бер команданың уйынсыларына тупҡа өс тапҡырҙан артыҡ бер рәттән ҡағылыу рөхсәт ителмәй (блокта ҡағылыуға өҫтәп).

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы — халыҡ-ара спорт төрө булараҡ волейболдың ҡағиҙәләр йыйынтығын билдәләүсе үҙәк органы. 1964 йылдан[1] волейбол Олимпия уйындары программаһына инә.

Волейбол — майҙансыҡта һәр уйынсы ҡәтғи махсуслашыуға эйә булған спорттың контакт булмаған, комбинацион төрө. Волейбол уйынсылары өсөн иң мөһиме булып волейбол селтәренән күберәк юғары күтәрелеү өсөн һикереү һәләте, реакция, координация, һөҙөмтәле һөжүм яһау маҡсатында, физик көс тора.

Волейбол һөйөүселәр өсөн — ҡағиҙәләренең ябайлығы һәм йыһаздарын үҙләштереү мөмкинлеге арҡаһында халыҡ-араһында киң таралған күңел асыу һәм ял итеү ысулы.

Волейболдың төп төрөнән (1996 йылдан олимпия төрө) тармаҡланған (1998 йылдың ноябрендә Токиола раҫланған) төрлө варианттары бар — пляж волейболы, ҡар өҫтөндә уйнай торған волейбол, мини-волейбол, пионербол, парк волейболы[2] ултырма волейбол (Паралимпия спорт төрө).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман волейболының килеп сығыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уильям Морган

Волейболды уйлап сығарыусы тип Уильям Дж. Морган, Холиок (АҠШ-тың Массачусетс штаты) ҡалаһындағы Йәш христиандар ассоцияцияһы (YMCA) колледжының физик тәрбиә уҡытыусыһы һанала. 1895 йылда[3] ул спорт залында 198 сантиметр бейеклегендә теннис селтәрен элеп ҡуя, һәм һан яғынан сикләнмәгән уҡыусылары ошо селтәр аша баскетбол камераһын ташлай башлайҙар. Морган яңы уйынын «минтонет» тип атай Һуңыраҡ уйын Спрингфилдта үткән йәш христиандар ассоцияцияһы колледждарының конференцияһында күрһәтелә һәм профессор Альфред Т. Хальстед тәҡдиме буйынса, яңы — «волейбол» атамаһын ала. 1897 йылда АҠШ-та тәүге волейбол ҡағиҙәләре баҫыла: майҙансыҡ күләме 7,6×15,1 м (25 x 50 фут), селтәр бейеклеге 198 см (6,5 фут), әйләнәһе 63,5— 68,5 см (25—27 дюйм), массаһы 340 г булған туп, майҙансыҡта күпме уйынсы булырға тейешлеге һәм тупҡа тейеү һаны билдәләнмәгән, туп биреү ысынында ғына иҫәпкә алына һәм мәрәй бирелә, туп уңышһыҙ бирелһә, яңынан ҡабатларға мөмкин булған, партия 21 мәрәйгә саҡлы уйнала.

Уйындың үҫеш процесына уның ҡағиҙәләре, техникаһы һәм тактикаһы даими камиллаштыра. Бер өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән төп ҡағиҙәләр 1915—1925 йылдарҙа формалашҡан: 1917 йылдан партия отошо 15 мәрәй менән сикләнгән, ә селтәр бейеклеге 243 см тәшкил иткән; 1918 йылда майҙансыҡта уйынсылар һаны — алты тип билдәләнә; 1922 йылдан тупҡа өс тапҡырҙан артыҡ тейеү рөхсәт ителмәй; 1925 йылда майҙансыҡ күләме, волейбол тубының ауырлығы һәм ҙурлығы хәҙерге замандағыса раҫланған. 1960 йылдар башына саҡлы Азияла үҙ ҡағиҙәләре менән уйналһа: 11×22 күләмле майҙансыҡта туғыҙ йәки ун ике уйынсы менән, матч барған ваҡытта уйынсылар позицияларын алмаштырмаған, был ҡағиҙәләр Америка, Африка һәм Европа илдәрендә ҡулланылған.

1922 йылда беренсе дөйөм милли ярыштар үткәрелгән — Бруклинда 23 ир-ат ҡатнашҡан YMCA чемпионат булған. 1924 йылда Чехословакияның Баскетбол һәм волейбол Союзы — Европала беренсе волейбол буйынса спорт ойошмаһы[4] барлыҡҡа килгән. 1920-се йылдарҙың икенсе яртыһында Болгария, СССР, АҠШ һәм Японияла милли федерациялар барлыҡҡа килгән. Шул уҡ осорҙа төп техник алымдар — туп биреү, тапшырыу, һөжүм һуғыуы һәм блок формалаша. Улар нигеҙендә команда ғәмәлдәре тактикаһы барлыҡҡа килә. 1930-сы йылдарҙа төркөм блогы һәм страховкалау барлыҡҡа килә, һөжүм итеү һәм алдаҡ һуғыуҙар алмашына. 1936 йылдаСтокгольмда үткән гандбол буйынса халыҡ-ара федерацияһы конгресында Польша делегацияһы гандбол буйынса федерацияның бер өлөшө булараҡ техник комитет ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһай. Европаның 13 иле, Американың 5 иле һәм Азияның 4 иле ингән комиссия төҙөлә. Комиссия ағзалары тарафынан төп ҡағиҙә булараҡ, бер аҙ үҙгәртеүҙәр индереп, америка ҡағиҙәләре ҡабул ителә: үлсәүҙәр метрикнисбәттә үткәрелә, тупҡа кәүҙәнең билдән өҫкө өлөшө менән ҡағылырға рөхсәт ителә, туп блокта ҡағылғандан һуң, уйынсыға тупҡа ҡабат бер рәттән ҡағылыу тыйылған була, ҡатын-ҡыҙ өсөн селтәр бейеклеге — 224 се, туп биреү зонаһы сикләнгән була[5].

Һуғыштан һуңғы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лейпцигта йәштәр спорт байрамы. Волейбол матчы (1957)

Икенсе донъя һуғышынан (1939—1945) һуң халыҡ-ара <nowiki>контакттар киңәйә бара. 1947 йылдың 18—20 апрелендә Парижда (FIVB) 14 ил: Бельгия, Бразилия, Венгрия, Мысыр, Италия, Нидерланд, Польша, Португалия, Румыния, АҠШ, Уругвай, Франция, Чехословакия һәм Югославия вәкилдәре ҡатнашҡан Халыҡ-ара волейбол федерацияһының беренсе конгресы үтә. 1949 йылда Прагала ир-егеттәр командалары араһында беренсе донъя чемпионаты уҙа. 1951 йылда FIVB-ның Марселдә үткән конгреста рәсми халыҡ-ара ҡағиҙәләре раҫлана, һәм уның составында арбитраж һәм уйындың ҡағиҙәләрен эшләү һәм камиллаштырыу комиссиялары булдырыла. Партияларҙа уйынсыларҙы алмаштырыу һәм тайм-ауттар рөхсәт ителә, ир-егеттәр командаларының һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаларының матчтары ла 5 партияла үткәрелә башлай.

FIVB-ның беренсе президенты итеп француз архитекторы Поль Либо һайлана, һәм ул 1984 йылға саҡлы күп тапҡырҙар ҡабаттан был вазифаға һайлана. 1957 йылда Халыҡ-ара олимпия комитетының 53-сө сессияһында волейбол олимпия спорт төрө тип иғлан ителә; 58-се сессияла Токиола үтәсәк XVIII Олимпиада Уйындарында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол ярыштары үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Токио Олимпиадаһынан һуң уйын ҡағиҙәләренә байтаҡ үҙгәрештәр индерелә — блоклаусыларға селтәр өҫтөнән ҡулдарын ҡаршы яҡҡа ҡарата күсереү һәм блоклағандан һуң тупҡа ҡабат ҡағылыу рөхсәт ителгән. 1970 йылда селтәр ҡырҙарына антенналар индерелгән, 1974 йылда судьялар өсөн һары һәм ҡыҙыл карточкалар барлыҡҡа килгән.

Уйындың 1980—1990 йылдарҙа үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1984 йылда FIVB президенты посында Поль Либоны Мексика адвокаты, доктор Рубен Акоста алмаштырған. Рубен Акоста инициативаһы менән, ярыштарҙы, тамашасы йыйыу, волейбол матчтарының дауамлығын ҡыҫҡартып, уйынды «телевидениела күрһәтеү» маҡсатында, волейбол уйыны ҡағиҙәләренә бик күп үҙгәртеүҙәр индерелә. Сеулда үткән 1988 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында FIVB-ның XXI конгресында хәл иткес бишенсе партияның регламентында үҙгәрештәр ҡабул ителә: ул «ралли-пойнт», йә «тай-брейк» («отош — мәрәй») системаһы буйынса уйнала башлай, 1990-сы йылдарҙа шулай уҡ тәүге дүрт партия өсөн 17 мәрәйле «үр» билдәләнә (йәғни дәғүәселәр, 1 мәрәйгә өҫтөнлөк алып, 17:16 иҫәбе менән, уйынды тамамлау мөмкинлегенә эйә булған). Волейбол партияларын ваҡыт буйынса сикләү тәжрибәһе үткәрелгән[6], әммә 1998 йылдың октябрендә Токиола FIVB конгресында тағы ла революцион ҡарар ҡабул ителә — һәр партияны «ралли-пойнт» системаһы буйынса: һәр тәүге дүртеһе 25 мәрәйгә саҡлы, бишенсеһен — 15 мәрәйгә саҡлы уйнарға. 1996 йылда тупҡа кәүҙәнең теләһә ни өлөшө менән ҡағылыу (шул иҫәптән аяҡ менән) рөхсәт ителә, 1997 йылда FIVB милли йыйылма командаларға үҙ составына либеро уйынсыһын индереүҙе тәҡдим итә.

Был осорҙа уйындың техникаһы һәм тактикаһы камиллашыуы дауам итә. 1980-се йылдар башында тупты һикереп биреү барлыҡҡа килә һәм ҡырҙан биреү бөтөнләй ҡулланылмай башлай тиерлек, артҡы һыҙаттан һөжүм итеү һуғыуҙары арта, тупты ҡабул итеү алымдарында ла үҙгәрештәр була — элегерәк бик популяр булмаған аҫтан ҡабул итеү өҫтөнлөк менән файҙалана, ә йығылып китеп үрҙән тотоу бөтөнләй юғала тиерлек. Волейболсыларҙың уйын функциялары тарая: мәҫәлән, әгәр элек ҡабул итеүҙә барса алты уйынсы ла ҡатнашһа, 1980-се йылдарҙа был элементты үтәү ике уйынды тамамлаусының бурысына әйләнә.

Уйын тағы ла көслөрәк һәм етеҙерәк була бара. Волейбол спортсыларҙың үҫешенә һәм атлетик әҙерлегенә талапты арттырҙы. Әгәр 1970-се йылдарҙа командала буйы 2 метрҙан да оҙонораҡ бер уйынсы ла булырға тейеш түгел тиелһә, 1990-сы йылдарҙа иһә бында ла барыһы ла үҙгәрә. Юғары класлы командаларҙа буйы 195—200 сантиметрҙан түбән булған уйынсы ғәҙәттә — бәйләүсе һәм либеро. Иң көслө яңы командалар — Бразилия, АҠШ, Куба, Италия, Нидерланд, Югославия командалары.

1990 йылдан Донъя лигаһы уйнала — донъяла волейболдың популярлығын арттырыуға бағышланған йыл һайын үтә торған коммерция ярышы. 1993 йылдан Лигаға оҡшаған ярыштар — Волейбол буйынса Гран-при — ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла үткәрелә. 1980-се йылдарҙың икенсе яртыһынан Италияла тәүге тапҡыр ысын профессиональ лига барлыҡҡа килә, уны ойоштороу башҡа илдәрҙең милли чемпионаттарын үткәреүгә өлгө булып тора.

1985 йылда АҠШ Массачусетсындағы Холиокта күренекле уйынсылар, тренерҙар, командалар, ойоштороусылар, судьялар исемдәре индерелгән волейболдың Дан Залы асыла.

Волейбол беҙҙең көндәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йыл. Сербия һәм Болгария йыйылма командалары араһында матч

2015 йылдан FIVB волейболдың 221 милли федерацияһы берләштерә[7], уйын Ер шарындағы иң популяр спорт төрө булып тора. Спорт төрө булараҡ волейбол Рәсәйҙә, Бразилияла, Ҡытайҙа, Италияла, АҠШта, Японияла, Польшала үҫешкән. Ир-егеттәр араһында үҙ көсөндәге донъя чемпионы булып Польшаның ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында — АҠШ-тың ҡатын-ҡыҙҙар волейбол йыйылма командаһы һанала.

2008—2012 йылдарҙа Волейбол халыҡ-ара федерацияһы президенты вазифаһында ҡытайлы Вэй Цзичжун эшләй, 2012 йылдың 21 сентябрендә Калифорнияның Анахайм ҡалаһында (АҠШ) FIVB-ның XXXIII Конгресында ойошманың яңы президенты итеп бразиль Ари Граса Фильо һайлана[8].

FIVB етәкселеге волейбол ҡағиҙәләрен камиллаштырыуҙы дауам итә. «Селтәргә тейеп китеү» һәм дәғүәселәр майҙанына «яңылыш аяҡ баҫыу» һымаҡ аңлатмаларҙағы хаталар, блоклау билдәләмәһен аныҡлау, рәсми халыҡ-ара турнирҙарға заявкаларҙы 14 уйынсыға тиклем киңәйтеү, шуның 2-һе либеро, 2009 йылда Дубайҙа FIVB-ның XXXI конгресында раҫлана[9][10][11]. Шул уҡ йылда Дохала Ир-егеттәрҙең клуб командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионатында (был турнир 17 йыл өҙөклөктән һуң яңыртылған) ҡабул итеүсе команда беренсе һөжүмде ҡәтғи рәүештә артҡы һыҙыҡтан үткәрергә тейеш тигән «алтын формула» алымын тикшереп ҡарағандар. Тәжрибәлә был, уйланылғанса, дәғүәселәрҙең мөмкинлектәрен тигеҙләүгә һәм тупҡа оҙағыраҡ һауала йөрөргә ярҙам итергә тейешле яңылыҡ, көтөлгән файҙа биреү түгел, хатта уйындың тамашалылығын кәметә, һәм шуның өсөн күп уйынсылар, тренерҙар, белгестәр һәм волейбол һөйөүселәр уны тәнҡитләй[12] шунан бирле ҡулланылмай.

2013 йылда ҡулланылышҡа ингән ҡағиҙәләрҙең яңы редакцияһына ярашлы, уйынсыны һары карточка менән язалау мәрәй оттороу менән оҙатылмай. 2013 йылдың апрелендә үрҙән бирелгән тупты алыу талабын ҡәтғиләштергән ҡағиҙәне тормошҡа ашырмай тороу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителә[13] һәм шуның менән бергә партияның оҙонлоғон 25 эсенән 21 отолған мәрәйгә саҡлы ҡыҫҡартыуҙы һәм тупты уйнатыу араһындағы тәнәфестәрҙе ҡыҫҡартыу мәсьәләһен ҡарау тәҡдим ителә[14]. Шул уҡ йылда һуңғы яңылыҡ Волейбол Евролигаһы турнирҙарында, 2013 йылда Ир-егеттәрҙең өлкән йәштәр командалары араһында волейбол буйынса донъя чемпионаттарында, Бразилия чемпионаттарында тикшереп ҡарала, әммә артабан таралмай. 2013 йылдан FIVB һәм CEV эгидаһы аҫтында үткән халыҡ-ара ярыштарҙа видео менән күҙәтеү системаһы әүҙем ҡулланыла[15].

2014 йылдың 1 ноябрендә Кальяриҙа үткән FIVB-ның XXXIV конгресында көнәркәшенең уйынына ҡамасауламаған осраҡта, селтәргә тейеүҙе рөхсәт итеү ҡағиҙәһе (2009 йылда ҡабул ителгән) юҡҡа сығарыла. Элекке кеүек, уйынсының селтәргә теләһә нисек тейеп китеүе тағы ла хата булып иҫәпләнә. Бынан тыш, конгресс халыҡ-ара ярыштар өсөн ирекле зонаны 8-ҙән 6,5 метрға саҡлы кесерәйтеү, матчта ҡатнашыу заявкаһына турнирҙа ҡатнашырға тейешле барса 14 уйынсыны ла индереү һәм спонсорҙар һәм телевидение тәҡдиме буйынса тренер һәм/йәки техник тайм-ауттар тураһында ҡарар ҡабул итә[16][17].

Олимпия уйындары призёрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
Уйындар Алтын Көмөш Бронза Алтын Көмөш Бронза
1964 Токио Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Чехословакия Чехословакия Япония Япония Япония Япония Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Польша Польша
1968 Мехико Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Япония Япония Чехословакия Чехословакия Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Япония Япония Польша Польша
1972 Мюнхен Япония Япония Германия Демократик Республикаһы ГДР Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Япония Япония Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КХДР
1976 Монреаль Польша Польша Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Куба Куба Япония Япония Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Корея Республикаһы Корея Республикаһы
1980 Мәскәү Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Flag of Bulgaria (1971-1990).svg Болгария Flag of Romania (1965–1989).svg Румыния Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Германия Демократик Республикаһы ГДР Flag of Bulgaria (1971-1990).svg Болгария
1984 Лос-Анджелес Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Бразилия Бразилия Италия Италия Ҡытай Ҡытай Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Япония Япония
1988 Сеул Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Аргентина Аргентина Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Перу Перу Ҡытай Ҡытай
1992 Барселона Бразилия Бразилия Нидерланд Нидерланд Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Куба Куба Объединённая команда | БДБ Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
1996 Атланта Нидерланд Нидерланд Италия Италия Ҡалып:Флагификация/СРЮ Сербия һәм Черногория ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы (Югославия) Куба Куба Ҡытай Ҡытай Бразилия Бразилия
2000 Сидней Ҡалып:Флагификация/СРЮ Сербия һәм Черногория ир-егеттәр волейбол йыйылма командаһы (Югославия) Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Италия Италия Куба Куба Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Бразилия Бразилия
2004 Афина Бразилия Бразилия Италия Италия Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Ҡытай Ҡытай Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Куба Куба
2008 Пекин Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Бразилия Бразилия Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Бразилия Бразилия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Ҡытай Ҡытай
2012 Лондон Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Бразилия Бразилия Италия Италия Бразилия Бразилия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Япония Япония
2016 Рио-де-Жанейро Бразилия Бразилия Италия Италия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Ҡытай Ҡытай Сербия Сербия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Иң ҙур ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштар тәүләп үткәрелгән артабанғы Деталдәре
ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙар
FIVB эгидаһы аҫтында
Олимпия уйындарында волейбол 1964 Япония флагы Токио 2020 Япония флагы Токио 4 йылға бер үткәрелә
Донъя волейбол чемпионаты 1949 Чехословакия флагы Прага 1952 СССР Москва 2018 Италия флагы Италия / Flag of Bulgaria.svg Болгария 2018 Япония флагы Япония 4 йылға бер үткәрелә
Донъя волейбол кубогы 1965 Польша Польша 1973 Уругвай Уругвай 2019 Япония флагы Япония 2019 Япония флагы Япония 4 йылға бер үткәрелә
Бөтә донъя волейбол чемпиондары кубогы 1993 Япония флагы Япония 1993 Япония флагы Япония 2021 Япония флагы Япония 2021 Япония флагы Япония 4 йылға бер үткәрелә
Милләттәр волейбол Лигаһы 2018 2018 Йылға бер үткәрелә, Донъя лигаһы (ир-егеттәр) һәм Донъя волейбол Гран-приһы (ҡатын-ҡыҙҙар) урынына раҫлана
CEV эгидаһы аҫтында
Европы волейбол чемпионаты 1948 Италия флагы Рим 1949 Чехословакия флагы Прага 2019 Франция Франция, Бельгия Бельгия, Нидерланд Нидерланд, Словения Словения 2019 Төркиә Төркиә, Польша Польша, Венгрия Венгрия, Чехия Чехия 2 йылға бер үткәрелә
Волейбол Евролигаһы 2004 Чехия Опава 2009 Төркиә флагы Кайсери 2018 2018 Йылға бер үткәрелә

Уйын ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙансыҡтағы «зоналар» һәм уйынсыларҙың күсеп йөрөүе

Уйын 18х9 метр күләмле тура мөйөшлө волейбол майҙансығында уҙғарыла. Волейбол айҙансығы уртала селтәр-сетка менән бүленгән. Ир-егеттәр өсөн сетка бейеклеге — 2,43 м, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 2,24 м. Уйын әйләнәһе 65—67 сантиметрлыҡ, ауырлығы 260—280 грамлыҡ сферик волейбол тубы менән алып барыла.


Ике команданың һәр береһе составында 14 уйынсы булыуы мөмакин, уйын барышында майҙансыҡта 6 уйынсы ҡатнаша ала. Уйын маҡсаты — һөжүм итеү һуғыуы менән тупты иҙәнгәсә, йәғни ҡаршы яҡ майҙансығының уйын өҫлөгөнә «һеңдерә бәреү», йәки дәғүәсене яңылыштырыу.

Уйын, йәрәбәгә ярашлы, тупты уйынға биреүҙән башлана. Тупты уйынға бәреп биргәндән һәм уңышлы отоштан һуң, сираттағы туп биреү мәрәй отҡан командаға күсә. Майҙансыҡ уйынсылар һаны буйынса шартлы рәүештә 6 зонаға бүленә. Һәр күсеш һайын, мәрәй отоу һөҙөмтәһендә, туп биреү хоҡуғы бер команданан икенсеһенә бирелә, артабанғы зонаға уйынсылар сәғәт уҡтары әйләнеүе буйынса күсәләр.

Туп биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тупты һикереп биреү

Һуңғы тапҡыр урын алмаштырыу һөҙөмтәһендә икенсе зонанан беренсе зонаға күскән уйынсы тупты бирә. Тупты биреү уйын майҙансығының артҡы һыҙығы артындағы зонанан, уны дәғүәселәр яртыһына төшөрөү йә тупты ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем ҡатмарлаштырыу маҡсатында, башҡарыла. Осоп барғанда, туп сеткаға тейеүе мөмкин, ләкин антенналарға тейергә йәки уларҙың аңда юғарыға дауам иттерергә тейеш түгел. Туп ҡабул итеүсе команданың уйын майҙансығы яғындағы өҫлөккә ҡағыла икән, туп биреүсе командаға мәрәй иҫәпләнә. Туп биреүсе уйынсы ҡағиҙәләрҙе боҙһа йәки тупты аутҡа оҙатһа, мәрәй ҡабул итеүсе командаға бирелә. Тупты биргән саҡта, уның сетка өҫтөндәге траекторияһын өҙмәйенсә, блоклау рөхсәт ителмәй. Тупты биргән команда мәрәй отҡан хәлдә, шул уҡ уйынсы яңынан туп бирә.

Хәҙерге заман волейболында тупты һикереп көс менән биреү күберәк таралыш алған[18]. Тупты сеткаға яҡын йүнәлтеп ташлау, ҡыҫҡа (планлаштырылған, тактик) туп биреү бының ҡапма-ҡаршы күренеше.

Тупты аҫтан ҡабул итеү

Бирелгән тупты ҡабул итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә тупты артҡы һыҙыҡта торған уйынсылар, йәғни 5-се, 6-сы, 1-се зоналарҙа тороусылар, ҡабул итәләр. Әммә бирелгән тупты уйынсыларҙың һәр береһе ҡабул итә ала. Ҡабул итеүсе команда уйынсыларына өс тапҡыр тейеү рөхсәт ителә (уйынсыға тупты бер рәттән ике тапҡыр тоторға ярамай) һәм иң күпселеге өсөнсө тейеүҙә тупты ҡаршы яҡҡа, дәғүәсе яртыһына, оҙатырға кәрәк. Тупты ҡабул иткәндә, уны майҙансыҡтың теләһә ниндәй урынында һәм ирекле яҫылығында эшкәртергә мөмкин, ләкин ҡаршы яҡтың майҙансығы яртыһында түгел. Шул уҡ ваҡытта, тупты пас менән кире үҙ майҙанына күсерергә тура килгәндә, өстән икенсе ташлау антенналар араһынан үтә алмай, ә мотлаҡ антенналар эргәһенән үтергә тейеш. Тупты ҡаршы алғанда, уны кәүҙәнең теләһә ҡайһы өлөшө менән ҡабул итеп булһа ла, әммә эшкәрткәндә ул тотҡарланырға тейеш түгел[19]. Планлаштырылған туп биреүҙе артҡы һыҙыҡтағы 2 уйынсы ғына ҡабул итә ала, ләкин көс менән бирелгән тупты ҡабул итеү өсөн 3 уйынсы талап ителә.

Һөжүм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми волейбол ҡағиҙәләренән өҙөктәр:

14.1.1 Туп биреү һәм блокты индермәгәндә, дәғүәселәр яғына тупты йүнәлткән барса хәрәкәт тә һөжүм һуғыуҙары тип һанала.


— Официальные правила волейбола 2015-2016текст

Ғәҙәттә, яҡшы ҡабул иткәндә, тупты артҡы һыҙыҡ уйынсылары ҡабул итә (1-се тейеү) һәм бәйләүсе уйынсыға тапшырыла. Бәйләүсе туп менән (2-се тейеү) һөжүм һуғыуын үтәй (3-сө тейеү). Һөжүм итеү бәреүендә туп сетка өҫтөнән, ләкин ике антенна араһындағы яҫылыҡтан үтергә тейеш, бының менән бергә туп сеткаға тейеп китһә лә, антенналарға йә уларҙың уйҙағы дауамдарына ҡағылырға тейеш түгел. Алғы һыҙыҡ уйынсылары майҙансыҡтың теләһә ниндәй нөктәһенән дә һөжүм итә ала. Артҡы һыҙыҡ уйынсылары һөжүм алдынан махсус өс метрлыҡ линиянан этәрелергә тейеш. Туп сетканың үрге ҡыры һыҙатынан (исмаһам өлөшләтә булһа ла) түбәнерәк урынлашҡан осраҡта либеро һөжүм итә ала.

Түбәндәге һөжүм итеүсе һуғыуҙарҙы: тура (йөрөш буйынса) һәм ҡырҙан, уңға (һулға) күсереп һуғыу һәм алдаҡсы һуғыуҙы (ташламалар) билдәләйҙәр. Барса һөжүм һуғыуҙары тик уйынсының үҙ яғында ғына үтәлә, һуғыуҙы үтәгәндән һуң ғына ҡулдар дәғүәселәр яғына күсеүе мөмкин[20].

Туҡтатыу, кәртә ҡуйыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был һаҡланыусы команданың һөжүм итеүселәрҙең тупты үҙҙәренең яғына күсереүенә нисек тә булһа ҡаршы тороу маҡсатында туптың юлын сетка өҫтөнән кәүҙәнең төрлө өлөшө менән, ғәҙәттә ҡағиҙә сиктәренә һыйышлы ҡулдарҙы дәғүәселәр яғына сығарып булһа ла, ҡаплау — шундай уйын алымы. Блоклау ваҡытында ҡулдарҙы дәғүәселәргә һөжүм иткәнгә саҡлы йә башҡа уйын хәрәкәттәренә ҡамасауламаҫлыҡ дәрәжәлә генә сығарырға мөмкин була.

Блоклауҙы яңғыҙ йә төркөмдә (икәүләп, өсәүләп) атҡарыу мөмкин. Блокка тейеүҙә өс тейеү бер тип һаналмай. Алғы һыҙыҡта, йәғни 2-се, 3-сө, 4-се зоналарҙа, торған уйынсылар ғына блоклай ала.

Һаҡланыу (һөжүмде ҡабул итеү)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөжүм итеү алымы ебәрелгән тупты алыуҙан айырыла, сөнки һвҡланыуҙа мотлаҡ рәүештә майҙансыҡта торған 6 уйынсы ла ҡатнаша; алғы һыҙыҡта торған уйынсыларҙың бер-икеһе (ҡайһы берҙә өсөһө лә) кәртә ҡуя, ә башҡалары һаҡлаусы ролендә уйнай. Һаҡланыусыларҙың маҡсаты — тупты уйында ҡалдырыу һәм, мөмкинлек булһа, пас биреүсегә алып барып еткереү. Һаҡлау команда уйынсыларының килешеп хәрәкәт итеү осрағында ғына һөҙөмтәле була. Шуның өсөн һаҡлауҙа уйнау схемаһы эшләнә, шуның икеһе генә үҙләштерелгән: «мөйөшләп артҡа» һәм «мөйөшләп алға». Ике схемала ла ситке һаҡсылар, тупты сетканан кире ҡайтарыуҙа 5-6 метрҙа урынлашҡан ҡырҙағы һыҙыҡта тора, ә бына һаҡсы, схеманың атамаһына ярашлы, 6-сы зонала уйнай йә кәртә ҡуйыу артында (блок өсөн ташламалар йыя) тора, йә алғы һыҙығы артында (блоктың йыраҡ ҡаҡсыуын уйнай) тора.

Либеро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Команданың бер йәки ике уйынсыһы (2009 йылға тиклем — тик бер уйынсы) либеро итеп тәғәйенләнеүе мөмкин. Был амплуа уйынсылары тупты туҡтатыуҙа ҡатнаша алмай, тупты бирә, селтәрҙең үрге ҡырынан тулыһынса юғарыраҡ осоролған тупҡа һөжүм һуғыуы яһай алмай. Либероның формаһы башҡа уйынсыларҙың формаһынан айырылып торорға тейеш. Либероны, судьяға әйтеп тормай, сикләүһеҙ алыштырырға рөхсәт ителә. Либеро һөжүм итергә йә тупты кире ҡағырға хоҡуҡһыҙ булғас, ул ғәҙәттә, алғы һыҙыҡта, мәҫәлән, үҙәк кәртә ҡуйыусы янында торорға тейешле уйынсылар менән позицияһын алыштырып, артҡы һыҙыҡта тора[21].

Регламент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Польша йыйылма командаһы бәйләүсеһе Павел Загумный икенсе тапҡыр туп бирә. 2-се һанлы уйынсы беренсе темп менән һөжүм итергә йыйына. 11-се уйынсы артҡы һыҙыҡтан һөжүм итеү («пайп») менән янай. Ҡаршы команданың тупты кире ҡағыусылары ниндәй һөжүмде ҡапларға кәрәклеген хәл итергә тейеш

Командаларҙың береһе өс партияла отҡандан һуң, матч тамамлана. Матч башланыр алдынан команда капитандары алдында беренсе судья йәрәбә үткәрә, еңеүсе йә туп (туп биреүҙе йә туп ҡабул итеүҙе), йә майҙансыҡ яғын һайлай. Һәр өс партияның бер уйыны тамамланғандан һуң, командалар майҙансыҡтар яғын алмаша, ә бишенсеһенән һуң, яңы йәрәбәләү үткәрелә. Бишенсе партияла командаларҙың береһе 8 мәрәй йыйһа, яҡтар урындары менән алмашына.

Волейбол партияһы ваҡыт буйынса сикләнмәгән һәм 25 мәрәй йыйғанға саҡлы дауам итә, бишенсе партияла (тай-брейк) иҫәп 15 мәрәйгә саҡлы алып барыла. Шуның менән бергә дәғүәселәргә ҡарағанда өҫтөнлөк 2 мәрәйгә етмәһә, партия шул иҫәпкә тиклем дауам итә.

Һәр партияла командаларҙың тренерҙары 30 секундлыҡ ике тайм-аут һорау мөмкинлегенә эйә. Беренсе 4 партияла, әгәр бер команда мөмкин булған 16 мәрәйҙән 8-нә өлгәшһә, өҫтәлмә техник тайм-ауттар (60-шар секунд) тәғәйенләнә.

Һәр партияла тренер майҙан уйынсыларын (либеронан башҡа) 6-нан артмаған алмаштырыу хоҡуғына эйә, әйтер кәрәк, алмаштырылған уйынсы шул уҡ партияла майҙансыҡҡа бары тик уны алмаштырған уйынсы урынына ғына кире ҡайта ала, һәм һуңғыһы артабанғы партиянан да алда майҙансыҡҡа сыға алмай. Шулай уҡ волейболсы, имгәнеп, уйынды дауам итә алмаған осраҡта, алдараҡ 6 алмаштырыуҙы ла файҙаланған булһа, «үҙенә бер башҡа» алмаштырыу рөхсәт ителә.

Ҡағиҙәләрҙе боҙоу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндә уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың уйынға хас булған хаталары һаналып кителә.

Тупты биргәндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Уйынсы майҙансыҡҡа аяғы менән баҫты.
  • Уйынсы тупты һикертте лә тотто йә тупҡа теймәне.
  • Туп антеннаға, тупты биреүсе команданың уйынсыһына тейә йә селтәрҙең вертикаль яҫылығын тулыһынса күсеү майҙансығы аша киҫеп сыҡмайынса, аутҡа сыға.
  • Судья һыҙғыртҡанға саҡлы тупты биреү иҫәпләнмәй һәм ҡабатлана.
  • Судья һыҙғыртыуынан һуң 8 секунд үтеүгә туп ҡаршы командаға тапшырыла.

Ярыш барышында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өстән артыҡ тейеү билдәләнә (блокты иҫәпкә алмағанда).
  • Уйынсының антенналар араһынан селтәргә, антеннаға тейеүе[22].
  • Һөжүм ваҡытында уйынсының өс метрлыҡ артҡы һыҙыҡҡа баҫыуы.
  • Ике тапҡыр тейеү йә тупты тотҡарлау.
  • Үҙәк һыҙыҡты аяҡ табанына тулыһынса баҫып үтеү (табандың проекцияһы буйынса майҙансыҡҡа билдәләп ҡуйыла).

Регламент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урынлаштырыуҙы боҙоу.
  • Берәй уйынсының йә тренерҙың спортсыға хас булмаған тәртибе.

Язалау төрҙәре

  • Киҫәтеү (уйынсыға, тренерға йә бөтә командаға һары карточка бирелә): ваҡытты һуҙған беренсе осраҡ йә спортсыға хас булмаған тәртип өсөн; санкция профилактик тип иҫәпләнә һәм, уйын протоколына яҙылһа ла, карточканан башҡа, эҙемтәһеҙ үтә;
  • Иҫкәртеү (уйынсыға йә тренерға ҡыҙыл карточка бирелә): беренсе тупаҫ тәртип осрағы өсөн йәки ҡабатланған спортсыға хас булмаған тәртип; иҫкәртеү алған команда бер мәрәй оттороу һәм тупты биреү мөмкинлеген юғалтыу менән язалана;
  • Сығарып ебәреү (уйынсыға йә тренерға судья бер ҡулында тотҡан һары һәм ҡыҙыл карточка бирелә): беренсе тапҡыр мыҫҡыллы тәртип йәки ҡабатланған тупаҫ тәртип осраҡтары өсөн; сығарып ебәрелгән ҡатнашыусы алыштырыу хоҡуғы менән майҙансыҡтан сығырға (тренер — команда зонаһын) һәм партияның аҙағына саҡлы сығарылған уйынсылар өсөн тәғәйенләнгән махсус урында булырға тейеш; партия тамамланғандан һуң ул уйында ҡатнаша алған;
  • Квалификациянан мәхрүм итеү (уйынсыға йә тренерға судья ике ҡулында айырым тотҡан һары һәм ҡыҙыл карточка бирелә): баҫҡынсыл тәртип йә ҡабатланған мыҫҡыллы тәртип, йә өсөнсө тапҡыр ҡабатланған тупаҫ тәртип өсөн; квалификациянан мәхрүм ителгән уйынсы йә тренер уйындар барған ерҙе ташлап китергә тейеш (уйынсы — алмаштырыу хоҡуғы менән), был саҡта ул уйын тамамланғансыға тиклем матчта ҡатнашыу хоҡуғынан яҙа.

Уйынсылар амплуаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

амплуаһы вәкилдәр характеристикаһы
1 Уйынды тамамлап ҡуйыусы (икенсе темптағы һөжүм итеүсе) Жиба
Франческа Пиччинини
Елена Година
Сергей Юрьевич Тетюхин
сетканың ҡырҙарынан һөжүм итәләр, пайп
2 Диагональ уйынсылар Иван Милькович
Росир Кальдерон
Максим Михайлович Михайлов
Екатерина Александровна Гамова
команданың иң көслө, буйҙары оҙон һәм бейеккә һикереүсе уйынсылары, дөйөм алғанда артҡы һыҙыҡтан һөжүм итәләр, тупты ҡабул итеүҙә ҡатнашмайҙар
3 Үҙәк кәртә ҡуйыусы һөжүм итеүсе (беренсе темптағы һөжүм итеүсе) Луиджи Мастранджело
Валевска
Дмитрий Александрович Мусэрский
Юлия Викторовна Меркулова
как правило самые высокие игроки, блокируют удары соперника, атакуют из 3-й зоны
4 Бәйләүсе Никола Грбич
Ёсиэ Такэсита
Вячеслав Алексеевич Зайцев
Ирина Владимировна Кириллова
уйынды һәм һөжүм итеү варианттарын билдәләй
5 Либеро Кшиштоф Игначак
Чжан На
Екатерина Вадимовна Уланова
Алексей Игоревич Вербов
тупты төп ҡабул итеүсе, буйы ғәҙәттә < 190 см

Уйын тактикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйын схемаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйын схемаһы тигәндә майҙансыҡтағы төрлө амплуалы уйынсылар составының сифаты һәм һан иҫәбе күҙ уңында тотола. Киң таралған уйын схемалары 4-2, 5-1 һәм 6-2; әйтер кәрәк, 2-1-2 — майҙансыҡтағы бәйләүселәр һаны, ә 4-5-6 — һөжүм итеүсе уйнсыларҙың шартлы иҫәбе. 4-2 схемаһы буйынса бер-береһенә диагональ урынлашҡан 2 бәйләүсе уйнай. Шулай итеп, алғы һыҙыҡтағы бөтә урынлаштырыуҙарҙа ла бары бер бәйләүсе генә тора, һәм ул ғына тапшырылған туптарҙы бирә. 5-1 схемаһы буйынса, майҙансыҡтағы бөтә урынлаштырыуҙарҙа 3-сө зонаға сыға һәм икенсе тапшырылған туптарҙы биреүсе бары бер пас биреүсе була. 6-2 схемаһы, бер айырымлыҡ менән — ағымдағы мәлдә урынлаштырыу буйынса артҡы һыҙыҡта тороусы бәйләүсе пас та бирә — 4-2 схемаһына оҡшаған. Был схема барса урынлаштырыуҙарҙа ла пас биреүсегә алғы һыҙыҡта өс һөжүм итеүсе булдырыу мөмкинлеген бирә. 4-2 схемаһы иң ябайы һәм әлеге мәлдә тик һәүәҫкәрҙәр генә шулай уйнай. 5-1 схемаһы пас биреүсе өсөн ҡатмарлы булһа ла, бөтә ерҙә лә ҡулланыла. 6-2 схемаһы 5-1 схемаһы кеүек үк ҡатмарлы, ул либеро уйынсылар барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡулланылған. Ул уйынды тамамлап ҡуйыусы һәм (алғы һыҙыҡта тороп) уйынды тамамлап ҡуйыусыларҙан кәм булмаған һөжүм яһарға тейешле пас биреүселәргә айырым талаптар һала. Был схемаға пляж волейболынан килгән универсаль уйынсылар бөтә яҡтан камил тап килә.

Тактик комбинациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөжүм иткән уйынсыларҙың төркөмдә тактик эш итеүе билдәле бер тактик комбинацияларҙа — беренсе уйынсы беренсе темп менән һөжүм итеүе (тупты түбән тиҙлектә тапшырыу), ә икенсеһе — икенсе темпта һөжүм итеүе (тупты юғары йә уртаса тиҙлектә тапшырыу) һымаҡ алдан килешелгән һәм өйрәнелгән үҙ-ара эш итеүҙәрҙә күренә. Комбинацияларҙың билдәле атамалары бар: «тулҡын», «тамға», «эшелон», «кире ҡайтарыу».

Тулҡын комбинацияһында беренсе һәм икенсе темп һөжүм итеүселәренең сетка йүнәлешендә хәрәкәт итеүендә параллель юлдары булыуы хас. 3-сө зона уйынсыһы тупты түбән тапшырыу ваҡытындағы һөжүм иткәнендә йүгереп килеп һикерә («осош яһай»), әммә уның эргәһендә торған 4-се зона уйынсыһы пас ала. Шул саҡта 3-сө зона уйынсыһы, ҡаршы яҡтың кәртә ҡуйыусылары блокирующий иғтибарын ситкә йүнәлтеп, һуҡҡан була, һәм был 4-се зона уйынсыһына һөжүмде уңышлы тамамлау мөмкинлеген бирә.

Эшелон комбинацияһында 3-сө зона уйынсыһының эш итеүе шундай уҡ, ә 4-се зона уйынсыһы, уның (3-сө зона уйынсыһының?) артынан килеп сығып һуғыу маҡсатында, йүгереп килеп һикереү йүнәлешен үҙгәртә. Был ваҡытта тупты тапшырыу сетканан бер ни тиклем алыҫлаша. Хәҙерге заман волейболында йыш ҡулланылған пайп комбинацияһы "эшелон"дан һуғыуға һөжүм итеү һыҙығынан йүгереп килеп сығыусы 6-сы зона уйынсыһы ҡатнашыуы менән айырыла.

Тамға комбинацияһында 3-сө зона уйынсыһы «осош яһай», ә 2-се зона һөжүм итеүсеһе, партнёрының артынан айҡаштырып хәрәкәт итеп, 3-сө зонанан һөжүм итә.

Кире ҡайтарыу комбинацияһында беренсе темп уйынсыһы ғәҙәти схема буйынса сыға, ә икенсе темп уйынсыһы сеткаға сығыуҙы «тамға» һәм «эшелон» комбинацияһы тибында башҡара, шунан һуң ул үҙенең зонаһына кире ҡайта һәм, унан һөжүм итеп, тупты бәреп ебәрә.

Әгәр комбинациялар, бәйләүсе янында икенсе темп уйынсыһы эш иткәндә, улар «кире» (кире тамға, кире тулҡын), әгәр ике һөжүм итеүсе бәйләүсенең төрлө яғынан эш иткәндә, улар «ҡатнаш» тип атала.

Терминдар һәм жаргон әйтемдәре һүҙлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйынсы «диг» башҡара
  • брейк мәрәйе (от ингл. break) — команданың тупты үҙ биреүенән алған мәрәй (түбәндә 2-се төшөрөү).
  • осош — бәйләүсе тупҡа тейергә ынтылғанда һәм һөжүм итеүсенең бәреүгә әҙер ҡулдары үрелгәнендә туп һауала була, 3-сө зонаға ҡыҫҡа етеҙ пас яһала.
  • аяҡ осона — кире ҡайтарылған туп һөжүм итеүсе уйынсының аяҡ осона, иҙәнгә, ҡаҡлыға
  • икенсе темп — бәйләүсе уйынсы диагональ һөжүм итеүселәрҙе йәлеп иткән атака варианты.
  • диг (от ингл. dig) — йығылып китеп, тупты ҡул һырты менән юғары күтәреп ебәргән һаҡлағыс бәреү.
  • иҙән кимәленә тиклем бәреү — волейбол уйынының төп маҡсаты.
  • уйынды тамамлап ҡуйыу — ҡабул итеүсе команда төшөрөп алыуҙы ойоштора алмағанда ла, уйынды тамамлап ҡуйыу (түбәндә 2-се төшөрөү). Ҡатын-ҡыҙҙар волейболына уйынды оҙайлы тамамлап ҡуйыу хас.
  • дриблинг (ингл. dribbling) — тупты, уны бирер алдынан, иҙәнгә үҙенсәлекле шаҡылдатып алыу.
  • килтереп ҡыҫтырыу — һөжүм итеүсе, тупты ҡаты биргәндә, уны сетка һәм кире ҡағыусының ҡулдары араһына килтереп ҡыҫтыра.
  • көпләү — ҡаршы яҡтың һөжүмен кире ҡағыу менән ябыу.
  • конфликт зонаһы — ҡабул итеүсе уйынсылар араһында төгәл урталыҡ зонаһы. Конфликт зонаһына туп биреү уны ҡабул итеүҙе ныҡ ҡатмарлаштыра.
  • ҡаҙан — өс метрлыҡ һыҙыҡ артындағы майҙансыҡ уртаһындағы зона. Һөжүм иткәндә ташламаларҙың иң йыш йүнәлеше.
  • морита — һөжүм итеүсенең осошҡа йүгереп килеүҙе һәм ялған һелтәнеүҙе күрһәтеүе, шунан пауза тотоуы һәм, ҡаршы яҡтың кире ҡағыу хәрәкәте түбәнәйеү менән, тупҡа бәреп ебәреүе. Был матур һәм ҡатмарлы комбинация 1972 йылғы Олимпия уйындары чемпионы Дзюнго Морита фамилияһы менән аталға, әлеге ваҡытта профессиональ волейболда бик һирәк ҡулланыла.
  • ҡолағына кейҙереү — кире ҡағыуҙан ҡаҡсыған туп уйынсының үҙенә килеп бәрелгән уйын ситуацияһы. Уйынсы өсөн күңелле булмаған һөжүм һөҙөмтәһе.
  • ойошторолған кире ҡағыу — бәрелгән туптың мөмкин булған йүнәлешен ябыусы һәм һөжүм итеүсе алдына максималь проблема барлыҡҡа килтереүсе дөрөҫ ҡоролған тығыҙланған төркөмдөң кире ҡағыуы.
  • ситкә ҡағылған пас — һөжүм итеүсегә һуғыу секторын арттырыусы сетка ҡырына тиклем килтереп еткерелгән тупты бәреп ебәреү бик уңайлы. Әгәр һөжүм һуғыуына пас сетканан йыраҡҡа ситләшһә, был тупты уңышлы бәреүҙе ҡыйынлаштыра.
  • кире ҡағыуҙан еңел ҡотолоу — кире ҡағыу ситенә аҙ ғына һуғып, тупты аутҡа оҙатыу йә уйынды уңышлыраҡ тамамлау маҡсатында, тупты уйында ҡалдырыу.
  • пайп (ингл. pipe) — бәйләүсе 6-сы зона уйынсыһын һөжүмгә йәлеп иткән һөжүм варианты. Был ваҡытта һөжүм итеүсе уйынсы, ҡс метрлы һыҙыҡ артынан этәрелеп, тупты ата.
  • беренсе темп — бәйләүсе 3-сө зона уйынсыһына ҡыҫҡа пас менән тупты бәреп ебәргән һөжүм варианты.
  • күсеүсе туп — ҡаршы яҡ майҙанына сеткаға яҡын ғына осҡан туп, һәм был беренсе һуғыуҙан уҡ еңел генә мәрәй отоу мөмкинлеге бирә; ғәҙәттә бирелгән тупты уңышһыҙ ҡабул иткәндә килеп сыға.
  • планёр йәки флот (от ингл. float) — тупты планёрға оҡшатып осороу — туп үҙгәреүсән траектория менән, йүнәлешен үҙгәртеп, оса.
  • позитив ҡабул итеү — тупты биреүҙең яҡшы алымы, ул бәйләүсегә үҙе уйлаған теләһә ниндәй алым менән тупты биреү һәм уны уңайлы уйнау мөмкинлеген аса.
  • күсеү, ташлама — асылған ҡул суғы йәки бармаҡтар менән, тупҡа еңел генә ҡағылып алған булып, ялған бәреү алымы.
  • алыныу — ҡаршы яҡтың тупты биреүенән һуң, үҙенең һөжүме һөҙөмтәһендә, мәрәй отоу.
  • 4-2, 5-1, 6-2 схемаһы — уйындың төрлө тактик схемалары.
    • 4-2 — ҡаршы ятҡан зоналарҙан дүрт һөжүм итеүсе һәм ике бәйләүсе, тупты алғы һыҙыҡта тороусы бирә.
    • 5-1 — биш һөжүм итеүсе һәм туп тапшырыу маҡсатында алғы һәм артҡы һыҙыҡтарҙан сығыусы бер бәйләүсе.
    • 6-2 — дүрт һөжүм итеүсе һәм ике бәйләүсе, алғы һыҙыҡта торған бәйләүсе һөжүмдә уйнаған арала, ҡайһыһылыр артҡы һыҙыҡтан сыға ла, тупты тапшыра.
  • төшөрөүсъём — 1. траекторияһының иң үрге нөктәһендә тупҡа көслө итеп һуғыу; 2. ҡаршы яҡтар туп биргәндә отоу (үрҙә ҡара брейк мәрәйе).
  • эйс (от ингл. ace) — туп иҙәнгә саҡлы төшкән йә бер генә тейеү һәм туп аутҡа киткәндә, тупты биргән саҡта еңеп алынған мәрәй.

Төрлө комбинациялар, техник элементтар һәм уйын эпизодтры өсөн бик күп башҡа жаргон әйтемдәре бар[23].

Атаҡлы волейболсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йылда Халыҡ-ара волейбол федерацияһы XX быуаттың иң яҡшы волейболсыларын билдәләү һорауы уҙғарған. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был исемгә Лан Пинь (Ҡытай), Инна Валерьевна Рыскаль (СССР), Регла Торрес (Куба) һәм Фернанда Вентурини (Бразилия) номинирлана, ир-егеттәр араһында 8 претендент: Петер Бланже (Нидерланды), Томаш Вуйтович (Польша), Карч Кирай (АҠШ), Уго Конте (Аргентина), Йозеф Мусил (Чехословакия), Кацутоси Нэкода (Япония), Константин Кузьмич Рева (СССР) һәм Ренан Даль Зотто (Бразилия) була[24].

Һрау алыу һөҙөмтәһе буйынса үткән быуаттың иң яҡшы волейболсы ҡатын-ҡыҙы тип Регла Торрес таныла, ул бер нисә тауышҡа ғына Инна Валерьевна Рыскале уҙа, Рыскалгә лә награда бирелә. Иң яҡшы волейболсы тип, классик волейболда (1984, 1988) ике алтын миҙал һәм бер миҙалды пляж волейболында (1996) яулаған волейбол буйынса беренсе өс тапҡыр олимпия чемпионы Карч Кирай иғлан ителә. XX быуаттың иң яҡшы командалары тип өс тапҡыр донъя чемпионы 1990—1998 йылдарҙағы Волейбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы һәм 1960—1965 йылдарҙағы Волейбол буйынса Япония ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы таныла.

Олимпия уйындарында волейбол тарихында иң күп миҙалдарҙы бразилиялы Сержио Дутра Сантос (2004 йылдан алып 2016 йыл араһында ике алтын һым ике көмөш), рәсәй волейболсыһы Сергей Юрьевич Тетюхин (2000—2012 йылдарҙа алтын, көмөш һәм ике бронза) һәм итальянлы Самуэле Папи (1996—2004, 2012 йылдарҙағы Уйындарҙа ике көмөш һәм ике бронза). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында был куба ҡыҙы Ана Ибис Фернандес (1992—2004 йылдарҙа өс алтын миҙал һәм бер бронза) һәм дүрт Олимпиадала (1964—1976) 2 алтын һәм 2 көмөш миҙалдар яулаған совет волейболсыһы Инна Валерьевна Рыскаль[25].

Рекордтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волейбол матчына йөрөү рекорды 1983йылдың 19 июлендә ҡуйылған — 96 500 тамашасы атаҡлы «Маракана» футбол стадионында Бразилия һәм СССР-ҙың йыйылма командаларының иптәштәрсә осрашыуын күҙәтте[26]. 2014 йылдың 30 авгусында Польша һәм Сербия йыйылма командаларының Волейбол буйынса ир-егеттәр араһында донъя чемпионатының рәсми матчына Варшавалағы Милли стадион трибуналарына йыйылған халыҡ һаны рекордлы — 61 500 тамашасы була[27].
  • Мәрәйҙәрҙе иҫәпләүҙең яңы системаһы буйынса волейбол партияһындағы иң эре иҫәп — 25:1 — был зафиксирован 13 июня 2009 йылдың 13 июнендә 2010 йылғы Таиланд һәм Бангладеш йыйылма командалары араһындағы Волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Накхонпатхомдағы донъя чемпионатында һайлап алыу туры матчының беренсе һәм икенсе сеталарында иҫәп — 25:1, 25:1, 25:3 булды[28]. Партиялағы иҫәп 25:0 булыуы 2009 йылдың 13 октябрендә клуб кимәлендә Улан-Удэла Рәсәй юғары «А» лигаһы командалары «Хара Морин» һәм чита «Забайкалка»һы араһындағы чемпионаты матчында осрай. Уйын һөҙөмтәһе — 3:0 (25:12, 25:0, 25:16)[29].
  • Яңы ҡағиҙәләр буйынса партияның оҙайлығы буйынса рекордты 2013 йылда Көньяҡ Корея «Кореан Эйр Джамбос» (Инчхон) һәм «Раш энд Кэш» (Ансан) командалары араһында ир-егеттәр чемпионаты сиктәрендә ҡуялар — был матчтың өсөнсө сеты 48 минут дауам итә һәм «Джамбос» файҙаһына 56:54 иҫәбе менән тамамлана[30].
  • Һөҙөмтәлелек буйынса донъя рекордына куба диагональ уйынсыһы Леонардо Лейва эйә, ул 2013 йылдың 21 апрелендә көньяҡ корея клубы «Самсунг Файр Блюфэнгс» менән япон клубы «Сакаи Блэйзерс» матчында 59 мәрәй йыя (64 %-ҡа асылып, һөжүмдә 57 мәрәй, кире ҡайтарғанда — 1 һәм эйста — 1)[31]. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һуңғы рекорд 2015 йылдың 12 декабрендә әзербайжан волейболсы ҡатын-ҡыҙы Полина Рагимова тарафынан ҡуйыла, ул Волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Япония чемпионатында «Тойота Ауто Боди Куинсайз» менән «Хитати Райвел» матчында 58 мәрәй йыя[32].

Компьютер уйындары серияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Arcade Volleyball

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VolleyBall equipment and history (ингл.). Официальный сайт МОК. Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  2. Разновидности волейбола. Спорт без границ. Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йылдың 24 июль көнөндә архивланған.
  3. Volleyball History (ингл.). Официальный сайт FIVB. Дата обращения: 10 февраль 2015.
  4. Historie: Počátky volejbalu v Praze (чеш.). Volejbal-metodika.cz (23 февраль 2010). Дата обращения: 16 октябрь 2013. 2013 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.(чех.). Volejbal-metodika.cz (23 февраля 2010). 16 октябрь 2013 тикшерелгән.
  5. История волейбола. Портал «Волейбол нашего тысячелетия». Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
  6. Лимит времени может произвести переворот. Спорт-Экспресс (15 ноябрь 1997). Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  7. Kosovo given provisional recognition (ингл.). Официальный сайт FIVB (12 май 2015). Дата обращения: 29 август 2016. 2016 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған.
  8. Dr. Ary Graça elected as new FIVB President (ингл.). Официальный сайт FIVB (21 сентябрь 2012). Дата обращения: 22 сентябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  9. Новые правила волейбола. 2009—2012 с комментариями. Дата обращения: 20 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  10. Разъяснения ВФВ о новых правилах и порядке их применения(недоступная ссылка)
  11. Частичная расшифровка разъяснений ВФВ о новых правилах и порядке их применения
  12. Тугой эксперимент. Время новостей (10 ноябрь 2009). Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  13. Overhand Reception Rule Postponed (ингл.). Международная федерация волейбола (22 апрель 2013). Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года. 2013 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
  14. Итоги заседания Административного Совета ФИВБ. Всероссийская федерация волейбола (9 апрель 2013). Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года.
  15. 21-очковая атака на Россию. «Спорт-Экспресс» (12 октябрь 2013). Дата обращения: 15 октябрь 2013.
  16. New net touch rule approved. Международная федерація волейбола (1 ноябрь 2014). Дата обращения: ноябрь 2014.
  17. Волейбол остался прежним. «Чемпионат.com» (2 ноябрь 2014). Дата обращения: ноябрь 2014. 2014 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
  18. Тенденции развития классического волейбола на современном этапе. Теория и практика физической культуры. Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  19. Официальные правила волейбола — Международная Федерация Волейбола (ФИВБ) — Игровые действия. Дата обращения: 24 ноябрь 2014. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.
  20. Правила волейбола. Пункт 12.1.2. Дата обращения: 9 сентябрь 2013.
  21. Советы тренера американской национальной сборной (исп.). fivb.narod.ru (16 август 2008). Дата обращения: 20 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  22. Разъяснение о новых правилах волейбола 2015—2016 и порядке их применения. Всероссийская федерация волейбола (27 февраль 2015). Дата обращения: 16 май 2015.
  23. Словарь волейбольных терминов, жаргона и сленга. Дата обращения: 20 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  24. Жюри, определяющее лауреатов века, зашло в тупик. Спорт-Экспресс (1 декабрь 2000). Архивировано 2 июль 2012 года.
  25. Last man standing: Russian hero Sergey Tetyukhin. Международная федерация волейбола (8 август 2012). Архивировано 25 июль 2013 года. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  26. Интересные факты из истории волейбола. fivb.narod.ru. Дата обращения: 20 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  27. Сумасшествие в Варшаве. «Российская газета» (1 сентябрь 2014). Дата обращения: ноябрь 2014.
  28. Есть новый мировой рекорд! Волей-сервис (14 июнь 2009). Дата обращения: 21 октябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  29. 25:0 — это реальность. Мировой рекорд в Улан-Удэ. «Волей-сервис» (24 октябрь 2009). Дата обращения: 17 октябрь 2012. Архивировано 1 декабрь 2012 года.
  30. В Южной Корее установлен рекорд по продолжительности партии по новым правилам. Чемпионат.com (26 ноябрь 2013). Дата обращения: 27 ноябрь 2013.
  31. Leonardo Leyva Martinez Makes History. volleywood.net (21 апрель 2013). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года.
  32. Полина Рагимова установила мировой рекорд. Azerisport.com (12 декабрь 2015). Дата обращения: 14 декабрь 2015.

Компьютер уйындары серияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Arcade Volleyball

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волейбол // Спортивные игры: Техника, тактика, методика обучения / Под ред. Ю. Д. Железняка, Ю. М. Портнова. — 2-е изд. — М.: Академия, 2004. — С. 89—159. — 5100 экз. — ISBN 5-7695-1749-2.
  • Волейбол // Спортивные игры: Совершенствование спортивного мастерства / Под ред. Ю. Д. Железняка, Ю. М. Портнова. — М.: Академия, 2004. — С. 5—95. — 30 000 экз. — ISBN 5-7695-1411-6.
  • Волейбол / Под общ. ред. А. В. Беляева, М. В. Савина. — 4-е изд. — М.: ТВТ Дивизион, 2009. — 360 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-98724-059-5.
  • Кунянский В. А. Волейбол: О некоторых аспектах игры и судейства. — М.: ТВТ Дивизион, 2009. — 72 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-98724-066-3.
  • Спортивные игры / Под ред. В. В. Марущака. — М.: Воениздат, 1985. — 269 с. — 30 000 экз.
  • Ҡалып:Книга:Волейбол: Справочник, 1984
  • Клещёв Ю. Н. Волейбол. — М.: Физкультура и спорт, 2005. — 399 с. — 3000 экз. — ISBN 5-278-00740-0.
  • Ивойлов А. В. Волейбол : Очерки по биомеханике и методике тренировки. — М.: Физкультура и спорт, 1981. — 152 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]