Марсель
- "Массалия" бите бында йүнәтелә.
Марсе́ль (франц. Marseille [maʁ.sɛj], окс. Marselha [maʀˈsejɔ], [maʀˈsijɔ], урындағыса [mɑχˈsɛjə], лат. Massilia, Massalia, грек. Μασσαλία) — Францияның көньяғындағы ҡала, илдең һәм бөтә Урта диңгеҙҙең эре порты.
Буш-дю-Рон департаментының административ үҙәге. Лион боғаҙының яр буйында урынлашҡан, Рона йылғаһы ҡушылдығы янындараҡ, уның менән ҡала канал менән тоташҡан.
2013 йылда — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы.