Фристайл (саңғы спорты)

Фриста́йл (ингл. Freestyle skiing) — ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына ингән саңғы спорты төрө. Фристайл дисциплиналары: биг-эйр, саңғы акробатикаһы, могул, ски-кросс, хафпайп, слоупстайл. Фристайлға ньюскул стилен дә индерәләр. Саңғы балеты[1] — 1999 йылға тиклем булған фристайл дисциплиналарының береһе — рәсми ярыштар программаһынан төшөрөп ҡалдырыла.

Фристайл ойоштороу йәһәтенән саңғы спорты төрҙәре иҫәбенә инә, улар буйынса ярыштар Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы тарафынан үткәрелә.

Фристайл буйынса донъя чемпионатында Канада, Америка ҡушма штаттары, Франция, ҡытай, Швейцария, Рәсәй һәм Норвегия командалары тәүге етәү иҫәбендә.

Тарихы

undefined
undefined

Фристайл сағыштырмаса йәш ҡышҡы спорт төрө. 1950 йылдарға тиклем ул ял итеүсе тамашасылар өсөн күңел асыу һәм табыш алыу өсөн тәғәйенләнгән саңғы балеты рәүешендәге тау шоуы булып тора. 1926 йылда Германияла тулыһынса саңғы балетына арналған беренсе китап сыға. Уның авторы — тау саңғысыһы һәм альпинист доктор Фриц Руэль.

Фристайл, спорт төрө булараҡ, тәүҙә тау саңғыһы һәм акробатика ҡатышмаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Фристайл буйынса тәүге ярыштар 1966 йылда үткәрелә[2].

Фристайл буйынса донъя кубогы 1978 йылдан алып үткәрелә. Беренсе донъя чемпионаты 1986 йылда Францияның Тинь ҡалаһында уҙа.[3].

Ҡышҡы Олимпия уйындарында фристайл 1988 йылда, Калгариҙағы XV ҡышҡы Олимпия уйындарында, тәүге тапҡыр күрһәтмә сығыштар сифатында күрһәтелә. Тәүге олимпия миҙалдары (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар могуле) Альбервилдә, 1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында уйнатыла. Артабанғы йылдарҙа фристайл буйынса олимпия дисциплиналары киңәйә:

  • 1994 йылда Лиллехаммерҙа саңғы акробатикаһы;
  • 2010 йылда Ванкуверҙа саңғы кросы;
  • 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпиада программаһына хафпайп һәм слоупстайл өҫтәлә.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә фристайлдың олимпия дисциплиналары булып саңғы акробатикаһы, могул, ски-кросс, хафпайп һәм слоупстайл һәм биг-эйр тора.

СССР-ҙа фристайл 1970-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1985 йылдың 1 июлендә СССР Спорт комитетының саңғы фристайлы бүлеге ойошторола[4]. Фристайл буйынса тәүге бөтә Союз ярыштары 1986 йылдың февралендә Горки ауылы янында үтә.

1988 йылда СССР-ҙың үҙ аллы фристайл федерацияһы ойошторола.

Иҫкәрмәләр

  1. Лыжный балет состоял из спуска по пологому склону под музыкальное сопровождение с демонстрацией элементов скольжения, шагов, вращений, прыжков
  2. FIS Freestyle Ski Highlights. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2015. Архивировано из оригинала 9 август 2015 года.
  3. Лыжный спорт: фристайл. www.ffr-ski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2019. Архивировано 13 декабрь 2019 года.
  4. Т. Цыба. Полеты в стиле фристайл // «Известия», № 59 (21866) от 28 февраля 1987. стр.7

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар