Саңғы ике бәйгеһе

Саңғы ике бәйгеһе (ингл. Nordic Combined) — үҙ программаһында трамплиндан саңғыла һикереүҙе һәм саңғы ярышын берләштергән олимпия спорт төрө. Икенсе атамаһы — төньяҡ комбинацияһы.

Башта был спорт төрө Норвегияла үҫешкән була: норвегтар тәүге 4 ҡышҡы Олимпиадала (1924, 1928, 1932, 1936) һәм һуғышҡа тиклемге 12 донъя чемпионатының һигеҙендә еңеү яулай.

Билдәле ике бәйгеселәр

undefined
undefined

Олимпия уйындарында еңеүҙәр һаны буйынса рекордты бүлешәләр: финн Самппа Лаюнен, австриялы Феликс Готтвальд һәм немец Эрик Френцель — 3-әр. Олимпия миҙалдарының дөйөм һаны буйынса Готтвальд рекорд ҡуя: 7 (3 алтын, 1 көмөш һәм 3 бронза). Донъя кубогын биш тапҡыр немец Эрик Френцель яулай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә