1924 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
I ҡышҡы Олимпия уйындары
Эмблема
Плакат зимних Олимпийских игр 1924
Ойоштороусы ҡала Франция флагы Шамони, Франция
Ҡатнашыусы илдәр 16
Спортсылар һаны 293
(280 ир-егет, ҡатын-ҡыҙ)
Уйнатылған миҙалдар 9 спорт төрөндә
16 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 25 ғинуар 1924
Аса Гастон Видаль
Ябыу тантанаһы 5 февраль 1924
Олимпия уты тоҡандырылмай
Олимпия анты Франция флагы Камиль Мандрийон
Стадион Олимпия стадионы
Сайт olympic.org/chamo… (инг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

1924 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары (рәсми атамаһы — «I ҡышҡы Олимпия уйындары») 1924 йылдың 25 ғинуарынан 5 февраленә тиклем Шамониҙа (Францияның Үрге Савойя департаменты) үткәрелә. Уйындар 1924 йылғы йәйге Олимпия уйындары (Париж) алдынан үтә. Башта ул Олимпиада статусына эйә булмай һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡурсалауы аҫтында «VIII Олимпиада уңайынан Халыҡ-ара ҡышҡы спорт аҙналығы» булараҡ үткәрелә. Был ярыштар халыҡ-ара резонанс тыуҙыра, 1925 йылдың 27 майында Прагала үткән Халыҡ-ара олимпия комитеты конгресы ҡышҡы Олимпия уйындарын йәйге Олимпия уйындары йылында даими үткәрергә ҡарар итә. Һуңғараҡ Шамониҙағы ярыштар беренсе ҡышҡы Олимпия уйындары тип таныла.

1924 йылғы уйындарҙа 16 илдән 293 спортсы 9 спорт төрөндә 16 миҙал тупланмаһы буйынса көс һынаша. Рәсми булмаған команда иҫәбендә Норвегия командаһы барлығы 17 миҙал яулай (4 алтын, 7 көмөш һәм 6 бронза миҙал).

Ҡышҡы Олимпия уйындарының барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фигуралы шыуыуҙы тергеҙелгән Олимпия уйындары программаһына индереү мәсьәләһе 1894 йылда Парижда үткән беренсе Олимпия конгресында күтәрелә[1][2]. Фигуралы шыуыу буйынса ярыштар 1908 йылда Лондонда үткән Олимпиада программаһына индерелә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡышҡы спорт төрҙәрен Олимпия уйындары программаһына индереү, тейешле инфраструктура булмау сәбәпле, ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. 1920 йылда Антверпенда үткән Олимпиада программаһына ҡышҡы спорт төрҙәренән шайбалы хоккей индерелә.

1921 йылдың июнендә Лозаннала Халыҡ-ара олимпия комитеты конгресы 1924 йылғы Олимпиаданы үткәреү урынын һайлау мәьәләһен ҡарай. Халыҡ-ара олимпия комитеттындағы Франция вәкилдәре, граф Жюстиньен Клари һәм маркиз де Полиньяк, Париж ҡалаһының кандидатураһын ҡарауға тәҡдим итә[3], ғаризала шулай уҡ ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү күҙ уңында тотола[4]. 5 июндә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары ҡышҡы спорт төрҙәрен программаға индереү өсөн тауыш бирә[1]. Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы президенты швед Зигфрид Эдстрём ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы үткәреүҙе хупларға тәҡдим итә, тик ул ярыштар «Олимпия уйындары» тип аталырға тейеш булмай[1]. Һөҙөмтәлә ярышты Халыҡ-ара ҡышҡы спорт аҙналығы" исеме аҫтында Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡурсалауы аҫтында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[4].

Йәйәләр эсендә уйнатылған миҙалдар тупланмаһы һаны күрһәтелгән.

Уйындарҙа 16 илдән спортсы ҡатнаша, бөтәһе 293 кеше, шул иҫәптән 280 ир-ат һәм 13 ҡатын-ҡыҙ.

1924 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын сағылдырыусы карта
Йәшел менән ҡатнашыусы илдәр билдәләнгән

Йәйәләр эсендә һәр ил спортсылары һаны күрһәтелгән.

  Ойоштороусы ил (Франция)

Урын Ил Алтын Көмөш Бронза Барлығы
1 Норвегия Норвегия (NOR) 4 7 6 17
2 Финляндия Финляндия (FIN) 4 4 3 11
3 Австрия Австрия (AUT) 2 1 0 3
4 Швейцария Швейцария (SUI) 2 0 1 3
5 АҠШ АҠШ (USA) 1 2 1 4
6 Бөйөк Британия Бөйөк Британия (GBR) 1 1 2 4
7 Швеция Швеция (SWE) 1 1 0 2
8 Канада Канада (CAN) 1 0 0 1
9 Франция Франция (FRA) 0 0 3 3
10 Бельгия Бельгия (BEL) 0 0 1 1
Всего 16 16 17 49

1924 йылдың 5 февралендә уйындарҙы ябыу тантанаһында беренсе тапҡыр «Альпинизм өсөн Олимпия премияһы» почетлы наградаһы 1922 йылда бригада генералы Чарльз Брюс етәкселегендә Джомолунгмаға экспедицияла ҡатнашыусыларға тапшырыла[5][6]. 13 награданың һәр береһен барон Пьер де Кубертен альпинистарға шәхсән тапшыра, ул миҙалдарҙың береһен Эверест түбәһенә алып барып еткерелесәгенә өмөт белдерә. Ул ваҡытта сираттағы экспедицияны әҙерләгән Чарльз Брюс Шамониҙағы тантанала ҡатнаша алмай. Уның урынбаҫары Эдвард Лайл Стратт, Брюс өсөн миҙалды ҡабул итеп, сираттағы күтәрелеүҙә лә маҡтаулы наградаларға лайыҡ булырға вәғәҙә бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хыялдар һәм пландар тормошҡа ашмай[6][7][8].

  1. 1 2 3 Terret, 2008, p. 3—13
  2. BULLETIN DU COMITÉ INTERNATIONAL DES JEUX OLYMPIQUES Архивная копия от 7 апрель 2014 на Wayback Machine // forumolimpico.org
  3. Kessous, 2012, p. 33
  4. 1 2 Mugnier, 1992, p. 311—314
  5. Тайна золотой Олимпийской медали. Часть 1. risk.ru. Дата обращения: 3 сентябрь 2016. Архивировано 17 сентябрь 2016 года.
  6. 1 2 Тайна золотой Олимпийской медали. Часть 2. risk.ru. Дата обращения: 3 сентябрь 2016. Архивировано 17 сентябрь 2016 года.
  7. Diverse Autoren: Mount Everest — 50 Jahre Höhenrausch. In: Geo Magazin. Ausgaben 04/2003 und 06/2003
  8. Pierre de Coubertin: Olympic Memoirs XXI: the eighth Olympiad (Paris 1924). In: Olympic Review. No. 129, Juli 1978, S. 434—438.
  • M.A. Avé (dir.), " Les sports d’hiver ", dans Les Jeux de la VIIIe Olympiade Paris 1924 : rapport officiel, Paris, Librairie de France, 1924, 852 p. (lire en ligne [archive]), p. 643—721 Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Johannès Pallière, Les premiers jeux d’hiver de 1924 : La grande bataille de Chamonix, Chambéry, Société Savoisienne d’Histoire et d’Archéologie, coll. " Histoire en Savoie ", 1990, 167 p. (ISBN 978-2-908697-04-9)
  • Pierre Arnaud, " Olympisme et sports d’hiver : les retombées des Jeux Olympiques d’hiver de Chamonix 1924 ", Revue de géographie alpine, vol. 79, no 79-3, 1991, p. 15-36 (lire en ligne [archive]) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Raphaël Mugnier, " Les sports d’hiver à travers les Jeux olympiques de Chamonix Mont-Blanc en 1924 ", dans Jeux et sports dans l’histoire, t. 2 : Pratiques sportives, Paris, CTHS, 1992, 397 p. (ISBN 2-7355-0246-5) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Pierre Arnaud et Thierry Terret, Le rêve blanc, olympisme et sport d’hiver en France : Chamonix 1924, Grenoble 1968, Bordeaux, Presses universitaires de Bordeaux, 1993 (ISBN 2-86781-134-1) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Ron Edgeworth, " The Nordic Games and the Origins of the Winter Olympic Games ", LA84 Foundation, International Society of Olympic Historians Journal, vol. 2, 1994 (lire en ligne [archive] [PDF]) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Pierre Arnaud et Thierry Terret, " Le ski, roi des sports d’hiver ", dans Histoire des sports, Paris, L’Harmattan, 1996, 251 p. (ISBN 2-7384-4661-2) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Pierre Vitalien, La mémoire des 1ers Jeux Olympiques d’hiver : Chamonix 1924, Sérignan-du-Comtat, Pierre Vitalien, 2004, 164 p. (ISBN 2-9520549-0-8)
  • Paula D. Welch, " Chamonix 1924 ", dans John E. Findling et Kimberly D. Pelle, Encyclopedia of the Modern Olympic Movement, Westport, CT, Greenwood Press, 2004, 602 p. (ISBN 0-313-32278-3, présentation en ligne [archive]), p. 283—288 Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Thierry Terret, " Prendre ses repères : la semaine internationale de sports d’hiver à Chamonix ", dans Les paris des Jeux olympiques de 1924, vol. 1 : Les paris de la candidature et de l’organisation, Biarritz, Éditions Atlantica, 2008 (lire en ligne [archive]), p. 57-81 Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Ron C. Judd, The Winter Olympics : An insider’s guide to the Legends, the Lore and the Games, Seattle, États-Unis, Mountaineers Books, 2009, 252 p. (lire en ligne [archive])
  • Mustapha Kessous, Les 100 histoires des Jeux Olympiques, PUF, coll. " Que sais-je ? ", 2012, 128 p. (ISBN 978-2-13-060629-1) Document utilisé pour la rédaction de l’article
  • Éric Monnin, De Chamonix à Sotchi : Un siècle d’olympisme en hiver, Éditions Désiris, 2013, 224 p. (ISBN 978-2-36403-066-4) Document utilisé pour la rédaction de l’article