1980 йылғы йәйге Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
XXII йәйге Олимпия уйындары
Эмблема летних Олимпийских игр 1980
Эмблема летних Олимпийских игр 1980
Ойоштороусы ҡала СССР флагы Мәскәү, СССР
Ҡатнашыусы илдәр 80[1]
Спортсылар һаны 5179 (4064 ир-ат, 1115 ҡатын-ҡыҙ)[2]
Уйнатылған миҙалдар 21 спорт төрөндә 203 тупланма
Асыу тантанаһы 19 июль 1980 йыл
Аса Леонид Брежнев
Ябыу тантанаһы 3 август 1980 йыл
Олимпия уты Сергей Белов
Олимпия анты Николай Андрианов (спортсылар)
Александр Медведь
(судья)
Стадион В. И. Ленин исендәге Үҙәк стадион
Сайт olympic.org/moscow-1980
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Олимпийские кольца
1980 йылғы йәйге Олимпия уйындары

1980 йылғы XXII Олимпия уйындары (рус. XXII Летние Олимпийские игры 1980 го́да), (рәсми атамаһы — XXII Олимпиада уйындары (рус. И́гры XXII Олимпиа́ды) булараҡ билдәле) Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүҙә 19 июлдән[3] 1980 йылдың 3 авгусына[4] тиклем үтә. Был Көнсығыш Европала, шулай уҡ социалистик илдә үткәрелгән тәүге Олимпия уйындары була.

1980 йылғы Олимпиада ярыштарының бер өлөшө Советтар Союзының башҡа ҡалаларында ла үткәрелә: елкәнле регата Таллинда башлана (Эстония ССР-ы); футбол турнирының алдан үткәрелгән уйындары һәм сирек финалы Киевта (Украина ССР-ы), Ленинградта (РСФСР) һәм Минскиҙа (БССР); пуля менән атыу буйынса ярыштар Мәскәү янындағы Мытищиҙа (РСФСР) «Динамо» атыу полигонында үтә.

Уйындар шулай уҡ 1979 йылда совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға инеүе арҡаһында 60-тан ашыу илдең Олимпиадаға бойкот яһауы менән билдәле[5][6][7]. Уйындарҙы инҡар иткән илдәрҙең ҡайһы бер спортсылары шулай ҙа Мәскәүгә килә һәм Олимпия флагы аҫтында көс һынаша[8]. Бынан алда Африканың 29 иле 1976 йылда Монреалда үткән Олимпиадаға бойкот яһай, ә артабан 1984 йылда Советтар Союзы һәм тағы 13 ил Лос-Анджелестағы йәйге Олимпия уйындарына бойкот иғлан итә[9].

Олимпия уты эстафетаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәскәү Олимпиадаһы уты факелы

Һәр Олимпиаданың символы — Олимпия уты. Уйындар башланыуға бер ай ҡалғас, Европаның иң ҙур «Измайлово» ҡунаҡхана комплексы асыла. Унда 4 ҡунаҡхана һәм ауыр атлеттар аренаһы урынлаша. 1980 йылдың 19 июнендә, уйындар асылыуға теүәл бер ай ҡалғас, Греция Олимпияһында олимпия уты тоҡандырыла. Эстафетаның дөйөм оҙонлоғо 5000 км тәшкил итә[10]. Греция территорияһында эстафета этабының оҙонлоғо 1170 км тәшкил итә (Олимпия, Патрас, Коринтф, Афина, Фива, Лариса, Верия, Салоник, Сере аша үтә). Болгария территорияһында ут 935 км (Благоевград, София, Пловдив, Шипка, Велико Тарново, Плевен, Русе) үтә. Румын этабының оҙонлоғо — 593 км (Джурджу, Бухарест, Плоешти, Бузэу, Бакэу, Роман, Яссы)[10].

Олимпия утының СССР территорияһы буйлап юлының оҙонлоғо — 2302 км[10]. 1980 йылдың 5 июлендә факел Советтар Союзы сиген үтә. Подольск факел йөрөтөүселәр юлында һуңғы ҡала була — 17 июлдә ҡала урамдары буйлап 500-гә яҡын кеше йүгерә, һәр 2,5 км һайын факел сылбыр буйлап тапшырыла.

Йома, 18 июль — факел эстафетаһының һуңғы этабы. Мәскәүҙә эстафета яҡынса 54 км тәшкил итә.

Олимпия (спорт комплексы, Мәскәү)

Рәсми рәүештә асыу тантанаһы 16:00 сәғәттә башлана. Асылған көндө ут Маркс проспекты, Волхонка урамы, Метростроевская урамы, Комсомол проспекты буйлап үтә, шунан һуң факел йөрөтөүселәр Лужники стадионына 18:45 сәғәттә юллана. Лужникиҙың ҙур аренаһында олимпия утын баскетбол буйынса СССР чемпионы Сергей Белов тоҡандыра. Уйындар теүәл 19:00 сәғәттә башлана.

Олимпия уты маршруты

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия факелы эстафетаһы маршруты почта блогында, 1980 йыл
  1. 21 июня — Флаг Греции Афина (Греция)
  2. 26 июня — Flag of the Moldavian Soviet Socialist Republic (1952–1990).svg София (Болгария)
  3. 1 июля — Flag of Romania (1965–1989).svg Бухарест (Румыния)
  4. 5 июля — Flag of the Moldavian Soviet Socialist Republic (1952–1990).svg Леушены (Молдавия ССР-ы), ут СССР сиген үтә
  5. 6 июля — Flag of the Moldavian Soviet Socialist Republic (1952–1990).svg Кишинёв (Молдавия ССР-ы)
  6. 11 июля — Flag of the Ukrainian Soviet Socialist Republic (1949–1991).svg Киев (Украина ССР-ы)
  7. 13 июля — Flag of the Ukrainian Soviet Socialist Republic (1949–1991).svg Харьков (Украина Совет Социалистик Республикаһы)[11]
  8. 16 июля — Флаг РСФСР Тула (РСФСР)
  9. 17 июля — Флаг РСФСР Подольск (Мәскәү өлкәһе) (РСФСР)
  10. 18 июля — Флаг РСФСР Мәскәү (РСФСР)

Уйындарҙа ҡатнашыусы илдәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатнашыусы илдәр:
     дәүләт флагы аҫтында, беренсе тапҡыр түгел      дәүләт флагы аҫтында, беренсе тапҡыр түгел      Олимпия флагы аҫтында

Олимпия уйындарында үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ангола, Ботсвана, Иордания, Лаос, Мозамбик һәм Сейшел Утрауҙары ҡатнаша. Кипр йәйге уйындарҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай, ул быға тиклем 1980 йылда Лейк-Плэсидта ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша). Олимпия уйындарында яңы исемдәр аҫтында Шри-Ланка (элек Цейлон), Бенин (элек Дахомея) һәм Зимбабве (элек Родезия) тәүге тапҡыр сығыш яһай.

Мәскәү Олимпиадаһында бөтәһе 80 илдән спортсы ҡатнаша, ҡатнашыусылар һаны буйынса Мәскәү-1980 алдағы биш Йәйге Олимпия уйындарынан ҡалыша. Мельбурндағы Олимпиадала (1956 йыл) — ҡатнашыусылар иң аҙы булған Олимпиада.

Мәскәүҙә үткән уйындарҙа ҡатнашҡан командаларҙың флагтары күрһәтелә[12][13][14][15]

Асыу церемонияһы Квалификация Финал Ябыу церемонияһы
Дата Июль Август
19
Шб
20
Йәк
21
Дш
22
Шиш
23
Шар
24
Кс
25
Й
26
Шб
27
Йәк
28
Дш
29
Шиш
30
Шар
31
Кс
1
Й
2
Шб
3
Йәк
Йәйәнән атыу
Еңел атлетика








Баскетбол
Бокс

Байдаркала һәм каноэла ишеү

Велоспорт
Һыуға һикереү
Ат спорты
Фехтование
Үлән хоккейы
Футбол
Спорт гимнастикаһы

Гандбол
Дзюдо
Хәҙерге бишалыш
Академик ишеү

Елкән спорты
Атыу
Йөҙөү





Волейбол
Һыуҙа туп уйыны
Ауыр атлетика
Көрәш





Награда комплекттары иҫәбе 5 7 10 12 19 15 22 22 10 16 14 11 19 20 1
Тантаналар
Дата 19
Шб
20
Йәк
21
Дүш
22
Шиш
23
Шар
24
Кс
25
Й
26
Шб
27
Йәк
28
Дүш
29
Шиш
30
Шар
31
Кс
1
Й
2
Шб
3
Йәк
Июль Август

Наградалар статистикаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә 25 Милли олимпия комитеты спортсылары алтын миҙалдар яулай, шулай уҡ 36 Милли олимпия комитеты вәкиле уйындар призеры була[18]. Бөтә алтын миҙалдарҙың яртыһынан күберәген СССР (80) һәм ГДР (47) спортсылары яулай.

Польша спортсылары яулаған 32 миҙалдың 3-е генә алтын була. Үҙ тарихында тәүге тапҡыр бразилиялылар ике алтын миҙал яулай (елкәнле спортта). Зимбабве командаһы алтын миҙалды тәүгә яулай.

1980 йылғы йәйге Олимпия уйындары Olympic flag.svg
МОК Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 СССР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР 80 69 46 195
2 ГДР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ГДР 47 37 42 126
3 Болгария 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Болгария 8 16 17 41
4 Куба 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Куба 8 7 5 20
5 Италия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 8 3 4 15
6 Венгрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 7 10 15 32
7 Румыния 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Румыния 6 6 13 25
8 Франция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Франция 6 5 3 14
9 Бөйөк Британия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 5 7 9 21
10 Польша 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Польша 3 14 15 32
11 Швеция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция 3 3 6 12
12 Финляндия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Финляндия 3 1 4 8
13 Чехословакия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Чехословакия 2 3 9 14
14 Югославия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Югославия 2 3 4 9
15 Австралия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австралия 2 2 5 9
16 Дания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Дания 2 1 2 5
17 Бразилия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бразилия 2 0 2 4
18 Эфиопия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Эфиопия 2 0 2 4
19 Швейцария 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швейцария 2 0 0 2
20 Испания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Испания 1 3 2 6
21 Австрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австрия 1 2 1 4
22 Греция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Греция 1 0 2 3
23 Бельгия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бельгия 1 0 0 1
24 Һиндостан 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан 1 0 0 1
25 Зимбабве 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Зимбабве 1 0 0 1
26 КНДР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында КНДР 0 3 2 5
27 Монголия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Монголия 0 2 2 4
28 Танзания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Танзания 0 2 0 2
29 Мексика 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Мексика 0 1 3 4
30 Нидерланд 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Нидерланд 0 1 2 3
31 Ирландия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ирландия 0 1 1 2
32 Уганда 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Уганда 0 1 0 1
33 Венесуэла 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венесуэла 0 1 0 1
34 Ямайка 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ямайка 0 0 3 3
35 Гайана 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Гайана 0 0 1 1
36 Ливан 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ливан 0 0 1 1
  1. 1 2 81-я страна, Либерия, участвовала в церемонии открытия, но спортсмены в соревнованиях участия не принимали
  2. Данные официального сайта МОК и Большой олимпийской энциклопедии. Официальный отчёт Оргкомитета московской Олимпиады приводит цифру 5748 участников. Авторитетный статистический портал sports-reference.com указывает 5253 участника
  3. YouTube сайтында Олимпиада-80. День открытия (1980)
  4. YouTube сайтында Олимпиада - день закрытия. Олимпиада-80 (1980)
  5. Кенан Алиев. Организатор бойкота Игр-1980: «Олимпиада – это всегда политика». Радио «Свобода» (31 март 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2010. Архивировано 25 август 2011 года.
  6. Таллин — город олимпийский. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2020. Архивировано 7 декабрь 2019 года.
  7. Олимпиада-80: Спорт, победивший политику. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2010. Архивировано 5 ғинуар 2012 года.
  8. Артём Кречетников. Бойкот Олимпиады: эффективная мера или акт бессилия? BBCRussian.com (25 июль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2010. Архивировано 6 ғинуар 2012 года.
  9. Лос-Анджелес 1984 на сайте МОК (ингл.). МОК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2010. Архивировано 25 август 2011 года.
  10. 1 2 3 Games of the XXII Olympiad Moscow 1980.Official Report of the Organising Committee of the Games of the XXII Olympiad (инг.) / Editor-in-chief I. T. Novikov. — Moscow: Fizcultura i Sport, 1981. — Vol. 2. Organisation. — P. 261, 262. — 600 экз.
  11. Ҡалып:Книга:Харьков 350
  12. 1 2 3 4 jethrosesc. Церемония открытия Московской Олимпиады (ингл.). youtube.com (6 апрель 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2010. Архивировано 25 декабрь 2017 года.
  13. MOSCOW OLYMPICS PART 2 — Московская Олимпиада ЧАСТЬ 2. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2017. Архивировано 20 февраль 2019 года.
  14. MOSCOW OLYMPICS PART 3 — Московская Олимпиада ЧАСТЬ 3. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2017. Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
  15. MOSCOW OLYMPICS PART 5 — Московская Олимпиада ЧАСТЬ 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2017. Архивировано 15 октябрь 2016 года.
  16. (использовался флаг Испанского ОК)
  17. 1980 Moscow Olympics boycott (ингл.). nzhistory.govt.nz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2020. Архивировано 14 октябрь 2016 года.
  18. Олимпиада-1980 в Москве на сайте sports-reference.com 2010 йылдың 28 август көнөндә архивланған. (инг.)
  • Антология российского олимпийского движения : посвящается 40-летию Игр XXII Олимпиады 1980 года в Москве и 15-летию Фонда поддержки олимпийцев России / под редакцией Смирнова В. Г. [и др.] ; Фонд поддержки олимпийцев России. — М.: НБО "Фонд поддержки олимпийцев России : Литературная газ., 2020. — Т. 1. — С. 241—294. — ISBN 978-5-00170-236-8.
  • Бабайцев А. В. Московская олимпиада: торжественный марш архетипов // Человек. — 2005. — № 3. — С. 137—144.
  • Вагина М. Ю. Олимпийские игры 1980 г. как урбанистический прорыв // Время, вперед! Культурная политика в СССР / под ред. И. В. Глущенко, В. А. Куренного. — М.: Издательский дом НИУ ВШЭ, 2013. — С. 243—259. — ISBN 978-5-7598-1082-7.
  • Ищенко А. М. АСУ "Олимпиада-80" // Всеобщая история. — 2010. — № 2. — С. 49—58.
  • Ищенко А. М. Опыт создания автоматизированных систем управления олимпийскими играми на примере АСУ "Олимпиада-80" // История науки и техники. — 2012. — № 10. — С. 36—43.
  • Олимпийские игры 1980 в Москве, ХХII летние // Иванян Э. А. Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII—XX века. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.
  • Орлов И. Б., Попов А. Д. Олимпийский переполох : забытая советская модернизация. — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2020. — [12] л., 453, [1] с. — ISBN 978-5-7598-2165-6.
  • Пономарев И. Н., Иванов Л. А. О строительстве и реконструкции сооружений и объектов в ходе подготовки игр XXII Олимпиады в Москве // Строительные материалы, оборудование, технологии XXI века. — 2007. — № 10. — С. 56—60.
  • Попов А. Д. «Марафон гостеприимства». Олимпиада-80 и попытка модернизации советского сервиса // Cahiers du monde russe (фр.)баш.. — 2013. — Vol. 54, № 1—2. — P. 265—295.
  • Попов А. Д. «Зачем нам этот скипидар напополам с лимонадом?»: Кулинарные секреты Олимпиады-80 // Родина. — 2014. — № 12. — С. 147—149. (копия)
  • Садовский, В.Олимпиада у порога // Огонёк № 52, 1979. — С. 16, иллюстрации.
  • Москва, 80. [Игры XXII Олимпиады. Альбом] / Сост. В. А. Жильцов. — М.: Физкультура и спорт, 1980. — 312 с.
  • Художник и олимпийская Москва. — М.: Советский художник, 1984. — 159 с.
  • Barysas M. Aidi kurantų olimpiniai dūžiai. — Vilnius: Mintis, 1982. — 173 с.
Документы
  • Пять колец под кремлёвскими звёздами: Документальная хроника Олимпиады-80 в Москве / Сост.: Т. Ю. Конова, М. Ю. Прозуменщиков; Гл. ред. Н. Г. Томилина; Российский государственный архив новейшей истории; Международный фонд «Демократия». — М.: МФД, 2011. — 944 с. — (Россия. XX век. Документы). — 1000 экз. — ISBN 978-5-89511-029-4.
  • Пять колец под кремлёвскими звёздами. «Олимпиада-80» в Москве : альбом / глав. ред. Н. Г. Томилина; вступ. ст. М. Ю. Прозуменщиков; сост.: И. В. Казарина, Н. В. Переудина ; Российский государственный архив новейшей истории. — М., 2012. — 112 с. — 500 экз.
  • Игры XXII Олимпиады, Москва, 1980 : Официальный отчёт Организационного комитета игр XXII Олимпиады, Москва, 1980 года : [В 3 томах] / Гл. ред. И. Т. Новиков. — М.: Физкультура и спорт, 1981.

Ҡалып:Йәйге Олимпия уйындарында илдәр 1980