1904 йылғы йәйге Олимпия уйындары
III йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1904 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 1904, рәсми рәүештә III Олимпиада йындары тип атала[1]) 1904 йылдың 1 июленән 23 ноябренә тиклем Сент-Луиста (АҠШ) үтә. Уйындар, Парижда үткән ярыштар кеүек үк, Бөтә донъя күргәҙмәһенә тура килтерелә. Европа спортсыларының күбеһе килә алмағанлыҡтан, алдағылары менән сағыштырғанда һүлпәнерәк үтә. 18 спорт төрө буйынса 94 миҙал тупланмаһы өсөн 12 илдән 651 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 6 ҡатын-ҡыҙ, көс һынаша.
Үткәреү урынын һайлау
1896 йылда уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Пьер де Кубертен «The Century Magazine» журналындағы мәҡәләһендә 1904 йылғы Олимпия уйындарын Нью-Йоркта, Берлинда йәки Стокгольмда үткәрергә мөмкин тип яҙа, әммә был һуңғы ҡарар түгел, тип билдәләй[2][3].
Кубертендың ниәте буйынса, Греция һәм Франциянан һуң Олимпия уйындарын АҠШ-та үткәреү яҡшыраҡ[2]. Кандидаттар сифатында биш ҡала ҡарала: Буффало, Нью-Йорк, Сент-Луис, Филадельфия һәм Чикаго[2]. Кубертен 1900 йылдың 11 ноябрендә уйындар Нью-Йоркта йәки Чикагола үтәсәге тураһында белдерә[2]. АҠШ-тың абруйлы спорт ойошмаһы президенты Джеймс Салливан Чикагоны берҙән-бер кандидат тип иҫәпләй[4]. Ниһайәт, 1901 йылдың 22 майында 1904 йылғы Олимпиаданың баш ҡалаһы итеп һайлана[5].
Тиҙҙән 1903 йылда Сент-Луиста үтергә тейешле Бөтә донъя йәрминкәһе бер йылға кисектерелеүе билдәле була. Күргәҙмә етәкселеге һәүәҫкәр еңел атлетика союзы эгидаһы аҫтында үҙенең спорт ярыштарын үткәрергә йыйыныуы, шулай уҡ уның күпләп ҡатнашыу йәһәтенән Олимпия уйындарын уҙып китәсәге тураһында белдерә. Чикаго Олимпия комитетына уйындарҙы Сент-Луиста үткәрергә тәҡдим итәләр, әммә ул ярыштарҙың яҙмышын Халыҡ-ара олимпия комитеты хәл итергә тейеш, тип яуап бирә[6]. Ниһайәт, 1903 йылдың 10 февралендә Кубертен III йәйге Олимпия уйындары сент-Луисҡа күсереләсәге һәм Бөтә донъя йәрминкәһенә тап килтереләсәге тураһында белдерә.[6].
Ҡатнашыусы илдәр
Миҙалдар иҫәбе
Был уйындарҙа, алдағы ике Олимпиадалағы кеүек, ике түгел, ә иң яҡшы өс спортсы бүләкләнә. Ярыш еңеүселәре — алтын, икенсе урындағылар — көмөш, ә өсөнсө урын алған ҡатнашыусылар бронза миҙал менән бүләкләнгән.
Ҡалын менән үҙ категорияларында миҙалдар һанын һәм ҡабул итеүсе ил билдәләнгән.
| Миҙалдарҙың дөйөм һаны | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
| Ҡатнаш команда | |||||
| Биш һәм унан күберәк миҙал яулаусылар | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
| Өс һәм унан күберәк миҙал яулаусылар | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Информация об Играх на сайте МОК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2008. Архивировано 15 август 2008 года.
- ↑ 1 2 3 4 Билл Маллон. «The 1904 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 4. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2008. Архивировано из оригинала 8 июль 2011 года.
- ↑ Статья Пьера де Кубертена о летних Олимпийских играх 1896 в журнале «The Century Magazine»
- ↑ Билл Маллон. «The 1904 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2008. Архивировано из оригинала 8 июль 2011 года.
- ↑ Билл Маллон. «The 1904 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 6. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2008. Архивировано из оригинала 8 июль 2011 года.
- ↑ 1 2 Билл Маллон. «The 1904 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 7. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2008. Архивировано из оригинала 8 июль 2011 года.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.
- «Атлетический альманах» (инг.)
- Неофициальный отчёт об Играх Архивная копия от 16 июнь 2007 на Wayback Machine (инг.)
- Результаты Игр (пол.)
- Игры на сайте databaseolympics.com (инг.)
- «Книга Олимпийские игры 1904», автор Билл Маллон (инг.)
- Игры III Олимпиады // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Информация об Антропологических днях (инг.)