2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары
XX ҡышҡы Олимпи́я уйындары | |
---|---|
Эмблема зимних Олимпийских игр 2006 Эмблема зимних Олимпийских игр 2006 | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 80 |
Спортсылар һаны | 2508 |
Уйнатылған миҙалдар | 15 спорт төрөндә 84 миҙал комплекты |
Асыу тантанаһы | 10 февраль |
Аса | Карло Адзельо Чампи |
Ябыу тантанаһы | 26 февраль |
Олимпия уты | Стефания Бельмондо |
Олимпия анты | Джорджо Рокка |
Сайт | olympic.org/turin… (инг.) |
![]() |
XX ҡышҡы Олимпия уйындары 2006 йылдың 10 февраленән 26 февраленә тиклем Италияның Пьемонт төбәгенең баш ҡалаһы Туринда үтә.
Был Италияла икенсе ҡышҡы Олимпия уйындары була, беренсеһе 1956 йылда Кортина-д'Ампеццола үтә. Был уйындар тамамланып, 11 көн үткәс, Турин шулай уҡ ҡышҡы Паралимпия уйындарын ҡабул итә (10 марттан 19-ына тиклем).
Олимпиада баш ҡалаһын һайлау
Турин Сеулда Халыҡ-ара олимпия комитетының 109-сы сессияһында ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп 1999 йылда һайлана. Олимпиаданы үткәреү хоҡуғына дәғүә итеүселәр араһында Туриндан тыш Сион (Швейцария), Закопане (Польша), Попрад-Татра (Словакия), Хельсинки (Финляндия), Лиллехаммер (Норвегия) һәм Клагенфурт (Австрия), Кортина-д’Ампеццо (Италия), Любляна һәм Планица (Словения) ҡалалары була. Аҙаҡҡы тауыш биреүҙә Турин 53 тауыш менән еңә.
Спорт объекттары
Олимпиада өсөн 65 спорт майҙансығы, стадиондар төҙөлә, транспорт инфраструктураһы булдырыла (Туринда метрополитен төҙөлә һәм Олимпиада өсөн асыла), спортсылар һәм журналистар өсөн спорт ауылдары. Төҙөлөшкә бөтәһе 1,7 миллиард евро тотонолған.
Мөһим спорт майҙансыҡтары:
- Туринда Олимпия стадионы
- 5 спорт аренаһы (3 яңы, 2 яңыртылған): Палаццо-а-Вела (шорт-трек һәм фигуралы шыуыу өсөн), Торино Эспозиони (хоккей)
- Линготто овалы (каток)
- Туринда, Бардонеккьела һәм Сестриерҙа олимпия ауылдары
- Фигуралы шыуыу өсөн Пинеролола боҙ стадионы (яңыртылған һәм киңәйтелгән)
- Торре-Пелличенала яңы стадион (хоккей стадионы)
- Чезана-Париолда сана спорты һәм бобслей трассаһы
Асыу тантанаһы
Олимпия уйындарын 10 февралдә Италия Президенты Карло Адзелио Чампи аса. Олимпия антын спортсылар исеменән — тау саңғысыһы Джорджо Рокка, судьялар исеменән Фабио Бьянкетти бирә. Олимпия утын яндырыу хоҡуғы ике тапҡыр саңғы спорты буйынса олимпия чемпионы Стефания Бельмондоға бирелә.
Сараны асыу ваҡытында күренекле итальян опера йырсыһы Лучано Павароттиҙың һуңғы сығышы була, ул Джакомо Пуччиниҙың «Турандот» операһынан «Nessun dorma» арияһын башҡара.
Уйындарҙа 80 илдән 2663 спортсы (1627 ир-ат, 1006 ҡатын-ҡыҙ) ҡатнаша, улар 15 спорт төрө буйынса 84 миҙал тупланмаһы өсөн көс һынаша.
Олимпия ярыштарында 650 халыҡ-ара судья хеҙмәтләндерә.
Олимпиясылар Туринда, Сестриере һәм Бардонеккьела урынлашҡан өс олимпия ауылында урынлаша.
Спорт төрҙәре
|
|
Алдағы уйындар менән сағыштырғанда 6 дисциплина өҫтәлә. Был сноубордкросс, биатлонда күмәк старт һәм ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн конькиҙа йүгереүселәр өсөн команда эҙәрлекләүе.
Уйындар теҙмәһе
● | Асыу тантанаһы | ● | Ярыштар квалификацияһы | ● | Финалдар | ● | Күргәҙмә сығыштар | ● | Ябыу тантанаһы |
Февраль | 10 Йм |
11 Шб |
12 Йш |
13 Дш |
14 Шш |
15 Шр |
16 Кс |
17 Йм |
18 Шб |
19 Йш |
20 Дш |
21 Шш |
22 Шр |
23 Кс |
24 Йм |
25 Шб |
26 Йш |
Миҙалдар | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
● | ● | |||||||||||||||||
![]() |
1 | 1 | 1 | 1 | 2 | 1 | 1 | 2 | 10 | ||||||||||
![]() |
● | 1 | ● | 1 | ● | 1 | 3 | ||||||||||||
![]() |
1 | 1 | 1 | ● | 2 | 2 | 1 | 1 | 1 | 10 | |||||||||
![]() |
● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | 1 | 1 | 2 | |||||||
![]() |
1 | 1 | 1 | 1 | ● | 2 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 12 | ||||||
![]() |
2 | 2 | 1 | 1 | 1 | 1 | 2 | 1 | 1 | 12 | |||||||||
![]() |
1 | ● | 1 | 1 | 3 | ||||||||||||||
![]() |
● | 1 | ● | 1 | 1 | 3 | |||||||||||||
![]() |
● | 1 | ● | 1 | 1 | 3 | |||||||||||||
![]() |
1 | 1 | 2 | ||||||||||||||||
![]() |
1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 6 | ||||||||||||
![]() |
● | 1 | ● | 1 | ● | ● | 1 | ● | 1 | ● | 4 | ||||||||
![]() |
1 | 1 | ● | ● | 1 | 1 | 4 | ||||||||||||
![]() |
● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | ● | 1 | ● | ● | ● | ● | 1 | 2 | |||
![]() |
1 | 1 | 2 | 1 | 3 | 8 | |||||||||||||
Миҙалдар | 4 | 8 | 4 | 6 | 4 | 8 | 3 | 9 | 3 | 5 | 4 | 7 | 5 | 4 | 7 | 3 | 84 | ||
Февраль | 10 Йм |
11 Шб |
12 Йш |
13 Дш |
14 Шш |
15 Шр |
16 Кс |
17 Йм |
18 Шб |
19 Йш |
20 Дш |
21 Шш |
22 Шр |
23 Кс |
24 Йм |
25 Шб |
26 Йш |
Миҙалдар |
* 2006 йылғы Олимпия уйындарында айырым спорт төрҙәре һөҙөмтәләре менән ентеклерәк танышыу өсөн, ошо таблицала спорттың тәғәйен төрө атамаһына баҫығыҙ.
Ҡатнашыусы илдәр
Уйындарға спортсылар 80 илдән килә. Был ҡышҡы уйындары өсөн рекорд. Эфиопия һәм Мадагаскар ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡатнаша.
Рекордтар
Олимпиадала 211 спортсынан торған АҠШ командаһы иң ҙур команда була.
Ярыштар һөҙөмтәләре
16 февраль: допингка ыңғай пробанан һуң Ольга Пылёва 15 километрға шәхси ярышта яулаған көмөш миҙалынан мәхрүм ителә.
Миҙалдар иҫәбе
Ҡалын менән үҙ категорияһында иң күп миҙал, ҡабул итеүсе ил билдәләнгән.
![]() |
Миҙалдарҙың дөйөм һаны | Бөтәһе | |||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | |
1 | ![]() |
11 | 12 | 6 | 29 |
2 | ![]() |
9 | 9 | 7 | 25 |
3 | ![]() |
9 | 7 | 7 | 23 |
4 | ![]() |
8 | 6 | 8 | 22 |
5 | ![]() |
7 | 10 | 7 | 24 |
6 | ![]() |
7 | 2 | 5 | 14 |
7 | ![]() |
6 | 3 | 2 | 11 |
8 | ![]() |
5 | 4 | 5 | 14 |
9 | ![]() |
5 | 0 | 6 | 11 |
10 | ![]() |
3 | 2 | 4 | 9 |
![]() |
3 | 2 | 4 | 9 | |
Бөтәһе | 84 | 84 | 84 | 252 |
Финанс
Олимпия уйындарынан килгән төшөм бер миллиард евро самаһы тәшкил иткән. Әгәр был сумманан ойоштоуға сығымдарын алғанда, саф табыш 265 миллион евро тәшкил итәсәк.[1].
Филателияла
- Рәсәй почта маркалары , 2006йыл
Иҫкәрмәләр
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 15 март 2007. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2006 года.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.