2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей
2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей (рус. Хоккей с шайбой на зимних Олимпийских играх 2006) турниры Италияның Турин ҡалаһында үтә. Олимпия чемпионы титулы өсөн ир-егеттәр 21-се тапҡыр һәм ҡатын-ҡыҙҙар 3-сө тапҡыр көс һынаша.
Ир-егеттәр турнирында Швеция йыйылмаһы, финал матчында Финляндия йыйылмаһын 3:2 иҫәбе менән отоп, икенсе тапҡыр үҙ тарихында еңә; ә бронза миҙалдар өсөн уйында Чехия командаһы Рәсәйҙән көслөрәк булып сыға (3:0).
Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында Канада йыйылмаһы еңә, көмөш миҙалды Швеция командаһы яулай, ә Америка Ҡушма Штаттары йыйылмаһы тик бронза миҙал менән ҡәнәғәтләнә.