Көмөш миҙал

Көмөш миҙал — көмөш эшләнгән миҙал, уңыштар өсөн бүләкләүгә ҡулланыла.

undefined

Тарихы

Рәсәйҙә көмөш миҙалдар менән бүләкләү сәнғәт төрҙәрендә төрлө исемдә ҡулланылған. 1858 йылда рәссам Николай Петрович Петров натуранан һүрәте өсөн бәләкәй көмөш миҙал ала, ә 1860 йылда уға «Три мужика, из басни Крылова» картинаһы өсөн ҙур көмөш миҙал бирелә[1].

Архитектурала Ҙур һәм Бәләкәй көмөш миҙалдар була[2].

Рәсәй империяһының Ҡораллы Көстәрендә көмөштән миҙал менән бүләкләү ҡабул ителгән. Хеҙмәттәре һәм батырлыҡтары өсөн Иван Матвеевич Платов ике почетлы ҡылыс һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә[3].

Олимпия уйындары

Олимпия уйындары еңеүселәрен миҙалдар менән бүләкләү традицияһын индереү тураһында ҡарар 1894 йылда Беренсе олимпия конгресында ҡабул ителә. 1896 йылғы йәйге Олимпия уйындары еңеүселәрен, биләгән урынға ҡарамаҫтан, көмөш миҙалдар менән бүләкләйҙәр. Тәүге өс урын өсөн алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырыу йолаһы 1904 йылғы Олимпия уйындарыда индерелә һәм башҡа бик күп спорт сараларына ла тарала.

Тәүге һигеҙ йәйге Олимпия уйындарында спортсыларға тапшырылған миҙалдарҙың дизайны төрлөсә була һәм һәр ойоштороу комитеты үҙ аллы эшләй. 1928 йылдан алып 2000 йылға тиклем биҙәлеше бер төрлө була. Миҙалдың аверсын Флоренция рәссамы Джузеппе Касиоли эшләй. Ул — амфитеатр фонында еңеүсе хөрмәтенә уң ҡулына пальма ботағы тотоп торған илаһиә Ника. Миҙалдың реверсын уйындар уҙғарған дәүләт теләктәренә ҡарап үҙгәрә тора.

2004 йылғы Олимпия уйындарынан башлап миҙалдың ике яғы ла уйындарҙы ойоштороусыларҙың уникаль дизайнына ярашлы эшләнә.

Ҡышҡы Олимпия уйындары миҙалдарының дизайны төрлө уйындарҙа төрлөсә була.

Мәктәп көмөш миҙалы

Рәсәйҙә мәктәп миҙалдары тарихы 1828 йылда өйәҙ һәм мәхәллә гимназиялары һәм училищелары Уставын ҡабул итеүҙән башлана. Бындай төр миҙалдарҙы тапшырыу 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң туҡтатыла. СССР-ҙа мәктәп миҙалдары СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 30 майындағы 1247-се Указына ярашлы индерелә.

Көмөш миҙал — урта мәктәптә уҡығанда алтын миҙалдан һуң икенсе дәрәжәләге билдә. ССРР-ҙа, Рәсәйҙә дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһын үткән, ярты йыллыҡ, йыллыҡ һәм йомғаҡлау билдәләре «бик яҡшы» һәм дөйөм белем биреү предметтары буйынса ике билдә «яҡшы» булған сығарылыш уҡыусылары «Уҡыуҙа айырым ҡаҙаныштары өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

Рәсәйҙә 2014 йылдан башлап көмөш миҙал Федераль кимәлдә бирелмәй, әммә төбәктәргә уҡыусыларҙы дәртләндереү сараларының төрҙәрен, шул иҫәптән төбәк кимәлендә көмөш миҙалдарҙы үҙ аллы билдәләү һәм уларҙы тамамлаусыларға тапшырыу хоҡуғы бирелә[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Петров, Николай Петрович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  2. Щедрин, Александр Аполлонович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  3. Платов, Иван Матвеевич (премьер-майор) // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  4. Предусматривается ли выдача золотых и серебряных медалей по окончании школы по действующему законодательству об образовании?

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар