1896 йылғы йәйге Олимпия уйындары
I йәйге Олимпия уйындары (1896) | |
---|---|
![]() I йәйге Олимпия уйындары плакаты | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 14 |
Спортсылар һаны | 241 (241 ир-егет) |
Уйнатылған миҙалдар | 9 спорт төрөндә 43 комплект миҙал |
Асыу тантанаһы | 6 апрель |
Аса | Георг I |
Ябыу тантанаһы | 15 апрель |
Олимпия уты | юҡ, 1928 йылда индерелә |
Олимпия анты | юҡ, 1920 йылда индерелә |
Стадион | Панатинаикос |
Сайт | olympic.org/athen… (инг.) |
Алдағы Киләһе | |
![]() |
I йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1896 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 1896, грек. Θερινοί Ολυμπιακοί Αγώνες 1896; рәсми атамаһы — I Олимпиада уйындары[1]; үткәрелеү мәлендә I халыҡ-ара Олимпия уйындары тип атала[2]) — хәҙерге осорҙоң беренсе Олимпия уйындары. 1896 йылдың 25 мартынан (6 апрель) 3 (15) апреленә тиклем Грецияның Афина ҡалаһында үтә. Ярыштарҙа 14 илдән 241 спортсы ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙарға рөхсәт ителмәй[1]. 9 спорт төрөндә бөтәһе 43 миҙал тупланмаһы уйнатыла[1].
Уйындар тарихы
1894 йылдың 23 июнендә Сорбоннала (Париж) Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе конгресы үтә. Уны барон Пьер де Кубертен Олимпия уйындарын тергеҙеү буйынса үҙенең проектын иғлан итеү маҡсатында йыя. Бындай саралар үткәреү идеяһы яңылыҡ булмай — XIX быуатта Европаның төрлө илдәрендә боронғо олимпия уйындары өлгөһөндә ойошторолған бер нисә ҙур спорт сараһы үтә. Кубертен, конгресста сығыш яһап, уйындарҙы традицион, халыҡ-ара һәм күп төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы берләштереүсе итергә тәҡдим итә.
Кубертен хәҙерге олимпия уйындарын 1900 йылда Парижда үткәрергә һәм Бөтә донъя йәрминкәһенә тап килтерергә ниәтләй. Әммә Олимпия уйындарының яңынан тергеҙелеүе тураһындағы яңылыҡ матбуғатта баҫылып сыға һәм йәмғиәттә киң тикшерелә. Ойоштороусылар алты йыл көтөү уйындарға ҡыҙыҡһыныуҙы кәметеүе ихтимал, тип ҡарар итә һәм делегаттар тәүге уйындарҙы 1896 йылда үткәреү тураһында килешә. Башта үткәреү урыны итеп Лондон ҡарала[3], әммә конгресҡа боронғо олимпия уйындары традициялары тураһында доклад менән саҡырылған Кубертендың дуҫы, грек шағиры, яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе Деметриус Викелас, көтмәгәндә яңы уйындар үткәреү урыны итеп Афинаны тәҡдим итә, был Боронғо Грециялағы уйындарҙың дауам ителеүен символлаштырасаҡ[4]. Конгресс был тәҡдимде хуплай, ә Викелас Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты итеп һайлана, сөнки устав буйынса был вазифаны уйындарҙы үткәреүсе илдең вәкиле генә биләй ала.

Уйындарҙы ойоштороу
Олимпия уйындарының тергеҙелеүе тураһындағы хәбәр донъя йәмәғәтселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Грецияла ярыштарҙың башланыуын тулҡынланып көтәләр. Әммә тиҙҙән етди ҡыйынлыҡтар асыҡлана. Бындай юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү байтаҡ финанс сығымдар талап итә, ә илдә иҡтисади һәм сәйәси көрсөк хөкөм һөрә.
Премьер-министр Харилаос Трикупис Кубертен идеяһына ҡырҡа ҡаршы сыға. Ул дәүләт бындай ҙур сараны үткәреү өсөн кәрәкле сығымдарҙы күтәрә алмай, ә уйындарҙы үткәреү ваҡытһыҙ, тип иҫәпләй. Оппозиция лидеры Делианис премьерҙы илһөйәрлеге булмауҙа һәм сәйәси һәм социаль пессимизмы өсөн ғәйепләй. Матбуғат та уйындарҙы яҡлаусыларға һәм ҡаршыларға бүленә. Кубертенға сәйәсмәндәр, чиновниктар, эшҡыуарҙар һәм журналистар менән бик күп әңгәмәләр һәм осрашыуҙар үткәрергә тура килә.
Үҙенең проектының әһәмиәтен, актуаллеген һәм милли абруйын, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу кәрәклеген иҫбатлау өсөн, Кубертен Венгриянан Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкиле Кемениҙың хатын күрһәтә. Унда, Афина баш тартҡан осраҡта Венгрия үҙенең дәүләтселегенең мең йыллығы тантаналары сиктәрендә беренсе Олимпиаданы ҡыуанып ҡабул итәсәк, тип әйтелә. Ул ваҡытта грек короле Георг I Санкт-Петербургта була. Кубертен уның улы принц Константин менән осрашыуға өлгәшә һәм уйындарҙы үткәреүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуына ышандыра. Король Георг I улын хуплай.
1894 йылдың аҙағында скептиктарҙың фараздары дөрөҫләнә — ойоштороу комитеты уйындарҙы үткәреү өсөн кәрәкле сығымдар ғәмәлдә спорт ҡоролмалары төҙөлә башлағанға тиклем иғлан ителгән сумманан өс тапҡырға күберәк булыуы тураһында белдерә. Олимпия уйындарын үткәреү шикле була. Шул саҡ принц Константин ойоштороу комитетын үҙ ҡарамағына ала һәм инвестициялар килә башлай. Бынан тыш, принц комитетты үҙгәртеп ҡора, унан бөтә оппозицияны сығара, шәхси капитал йәлеп итеү буйынса бер нисә сара үткәрә һәм шуның менән хәлде һаҡлап ҡала. Аҡса етмәүгә ҡарамаҫтан, комитет иғәнәне грек граждандарынан ғына ҡабул итә. Уйындар фондына 332 756 драхма йыйыла, әммә был ғына етмәй.
Аҡса туплау маҡсатында олимпия темаһына маркалар серияһы сығарыла. Был комиссия бюджетына 400000 драхма килтерә[5].
Бынан тыш, фондҡа билет һатыуҙан 200 000 драхма килә[5].
Сауҙагәр һәм меценат Георгиос Аверофф король ғаиләһе үтенесе буйынса үҙ иҫәбенә боронғо Мәрмәр стадионын тергеҙә, 1000 000 самаһы драхма сарыф итә[5].
Уйындарҙы ойоштороу хәҙергеһенән ныҡ айырылып тора. Олимпия уты ла тоҡандырылмай, алтын миҙалдар ҙа бирелмәй[1] һәм ойоштороусылар уйынсыларҙың милләтен дә айырмай һәм миҙал иҫәбен дә алып бармай. Олимпия ауылы булмай, саҡырылған спортсылар торлаҡ менән тәьмин ителмәй. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн спортсыларҙы һайлап алыу системаһы булмай; ҡайһы бер сит ил спортсылары уйындар ваҡытында Афинала булғандары өсөн генә ҡатнаша.
Миҙалдар иҫәбе
Ярыштарҙа еңеүселәргә көмөштән һуғылған миҙалдар тапшырыла. Икенсе урын яулаусылар бронза миҙалдар ала. Өсөнсө урындарҙы алыусылар иҫәпкә алынмай, тик һуңыраҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты уларҙы илдәр араһында миҙал зачетына индерә, әммә бөтә миҙалсылар ҙа аныҡ билдәләнмәгән.
Ҡалын үҙ категорияларында миҙалдарҙың иң күп булыуын күрһәтә; шулай уҡ ҡабул итеүсе ил дә билдәләнгән.
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
Ҡатнаш команда |
Спортсылар араһында лидерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миҙалдар иҫәбе буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс һәм унан күберәк миҙалдар яулаусылар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
Алтын миҙалдар иҫәбе буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс һәм унан да күберәк алтын миҙал яулаусылар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
|||||
![]() |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Athens 1896 (ингл.). — Игры на сайте МОК. Дата обращения: 12 ноябрь 2007. Архивировано 20 май 2012 года.
- ↑ Билл Маллон и Тур Видланд. «The 1896 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 13 . Дата обращения: 8 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
- ↑ Билл Маллон и Тур Видланд. «The 1896 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 7 . Дата обращения: 8 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
- ↑ Билл Маллон и Тур Видланд. «The 1896 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 8 . Дата обращения: 8 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
- ↑ 1 2 3 Билл Маллон и Тур Видланд. «The 1896 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 10 . Дата обращения: 8 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
Һылтанмалар
- Игры на сайте Международного олимпийского комитета (инг.) (фр.)
- Официальный отчёт МОК об Играх Архивная копия от 16 ғинуар 2013 на Wayback Machine (инг.) (нем.)
- Результаты Игр (пол.)
- Игры на сайте databaseOlympics.com (инг.)
- Книга «Олимпийские игры 1896», авторы Билл Маллон и Тур Видланд (инг.)