1912 йылғы йәйге Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
V Олимпиада уйындары
Файл:1912 Summer Olympics poster.jpg
Ойоштороусы ҡала Швеция флагы Стокгольм, Швеция
Ҡатнашыусы илдәр 28
Спортсылар һаны 2407
Уйнатылған миҙалдар 19 спорт төрөндә 109 миҙал тупланмаһы.
Асыу тантанаһы 6 июль 1912
Аса Густав V
Ябыу тантанаһы 27 июль 1912
Олимпия уты юҡ, 1928 йылда индерелә
Олимпия анты юҡ, 1920 йылда индерелә
Стадион Олимпия стадионы
Сайт olympic.org/stock… (инг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

V йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1912 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 1912, швед. Olympiska sommarspelen 1912; рәсми атамаһы — V Олимпиада уйындары) 1912 йылдың 6 июленән 27 июленә тиклем Стокгольмда (Швеция) үткәрелә.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стокгольм стадионы. Стандарт 400 метр урынына йүгереү юлының оҙонлоғо 19 м 67 см ҡыҫҡараҡ булып сыға

Швеция Халыҡ-ара олимпия комитеты ойошторолғандан алып, йәғни 1894 йылдан алып, уйындар үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә. 1904 йылда Берлинда үткән Халыҡ-ара олимпия комитеты сессияһында Стокгольм 1912 йылғы Олимпиада баш ҡалаһы итеп һайлана.

Ярыштарҙы ойоштороу

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия уйындарында ваҡытты үлсәү өсөн швед инженеры Р. Карлстед системаһы ҡулланыла. Фиништағы фотоаппарат электр сылбырына тоташтырыла, уның затворы судья йәки хронометрсы секундомерҙарҙың береһен туҡтатҡанда эшләп китә.

1906 йылда Парижда үткән Халыҡ-ара олимпия комитеты сессияһында Олимпия уйындарында, антик традицияларына ярашлы, сәнғәт конкурсын үткәрергә ҡарар ителә. Беренсе тапҡыр бындай конкурс Стокгольмда ойошторола. Конкурста тәҡдим ителгән архитектура, һынлы сәнғәт, скульптура, музыка һәм әҙәбиәт әҫәрҙәре олимпия хәрәкәтенә арнала.

Олимпия уйынында ҡатнашыусы илдәр
Зәңгәр = Беренсе тапҡыр ҡатнашалар
Йәшел = Беренсе тапҡыр ҡатнашмайҙар
Һоро = Ҡатнашмайҙар
Һары = Стокгольм

Был осорҙа Финляндия Рәсәй империяһы, ә Исландия Дания составында була, әммә үҙ аллы командалар ойоштора. Биш ил Олимпиадала тәүге тапҡыр ҡатнаша (Мысыр, Люксембург, Португалия, Сербия һәм Япония). Беренсегә ҡатнашҡан алтынсы команда Исландия була.

Олимпиадала спорт төрҙәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

V Олимпиада уйындарын асыу тантанаһы Король стадионында 1912 йылдың 6 июлендә үтә. Унда Швеция короле Густав V һәм Пьер де Кубертен ҡатнаша. 32 мең тамашасы һыйҙырышлы стадион трибуналары тулы була.

Рәсәй спортсылары Олимпиадала

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһы Стокгольмға 178 кеше ебәрә, улар спорттың бөтә төрҙәрендә тиерлек сығыш яһай. Рәсәй спортсыларына алтын миҙалдар яулай алмай. Мартин Клейн грек-рим көрәшендә 75 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яулай.

Рәсәй империяһы уҡсылары ике миҙал ала: Николай Мельницкий, Амос Каш, Павел Войлошников һәм Георгий Пантелеймоновтан торған пистолеттан атыу командаһы көмөш призер була. «Трап» дисциплинаһында Риганан Гарольд Блау өсөнсө урынды биләй.

«Галлия II» «10 м» яхтаһында бронза призерҙар — Эспер Белозельский, Эрнест Брачет, Николай Пушица, Александр Родионов, Филипп Штраух, Иосиф Шомейкер, Карл Линдхольм, яхта хужаһы — Александр Вышнеградский.

Академик ишеүҙә Март Куузик (яңғыҙ уҙышта) бронза миҙал яулай.

Награалар статистикаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был — миҙалдар саф алтындан эшләнгән һуңғы Олимпия уйындар, артабанғы Олимпия уйындарында миҙалдар алтын менән ялатылған көмөштән эшләнә.

1912 йылғы йәйге Олимпия уйындары Olympic flag.svg
Урын Ил 1 2 3 Бөтәһе
1 АҠШ 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында АҠШ 25 19 19 63
2 Швеция 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция 24 24 17 65
3 Бөйөк Британия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 10 15 16 41
4 Финляндия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Финляндия[1] 9 8 9 26
5 Франция 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Франция 7 4 3 14
6 Германия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Германия 5 13 7 25
7 КАР 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында КАР 4 2 0 6
8 Норвегия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Норвегия 4 1 4 9
9 Венгрия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 3 2 3 8
Канада 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Канада 3 2 3 8
11 Италия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 3 1 2 6
12 Австралазия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австралазия 2 2 3 7
13 Бельгия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бельгия 2 1 3 6
14 Дания 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Дания 1 6 5 12
15 Греция 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Греция 1 0 1 2
16 Рәсәй 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй 0 2 3 5
17 Австрия 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австрия 0 2 2 4
18 Нидерланд 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Нидерланд 0 0 3 3
103 104 103 310
  1. Команда выступала отдельно от команды Российской империи.